«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛЕНДӘРҘЕҢ ШӘБЕ ҠӘЙНӘЛӘР МЕНӘН БЕРГӘ ЙӘШӘГӘНЕ
+  - 

Баймаҡта ''Килен һәм ҡәйнә'' тигән саралар йыш үтә.

"Киске Өфө " гәзитен инде ун биш йыллап алдырам һәм һәр мәҡәләне диҡҡәт менән уҡырға тырышам. Улар миңә үҙенең тәрән мәғәнәле һәм уйландыра алыу үҙенсәлектәре менән оҡшай. Шундай мәҡәләләрҙең ҡайһы берҙәрен дауам итеп, үҙем дә бер кәлимә фекеремде яҙып ҡуям. Әле бына быйылғы тәүге һанды ҡулға алғас, Хәлил Һөйөндөковтың "Ни сәсһәң - шуны урырһың" тигән мәҡәләһе минең күңелемдә күптән инде бешеп еткән фекеремде яҙырға мәжбүр итте.

Был темаға мин "Атайсал", "Башҡортостан" гәзиттәренең сайттарында мәҡәләләр ҙә баҫтырғайным инде, тик мин унда айырым ҡәйнә-килендәр тураһында һүҙ алып барғайным. Автор, минең уйлауымса, бик урынлы проблеманы асырға тырышҡан. Проблема тип атауым да ана шул ҡәйнә менән килендәрҙең бигүк һыйышып йәшәргә теләмәгән күренештәре өҫкә йышыраҡ күтәрелә барыуынандыр, тип уйлайым. Ҡалала ҡәйнә менән килендәрҙең бергә йәшәгән осраҡтары һирәктер ҙә, бәлки, тик бына ауылда ундай ғаиләләр күп. Һәм нисек йәшәйҙәр һуң?
Ауылыбыҙ менән "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашырға ҡарар иткәс, эште һәр ғаиләнән башларға булдыҡ. Минеңсә, дөрөҫ эшләгәнбеҙ. Һәр төр ҡылыҡ ғаиләлә һалына бит. Бына шулай, һәр өйгә инеп, ғаилә хәлдәре менән танышып сыҡҡандан һуң, мине күптән борсоған һорауға ла яуап табылған кеүек булды. Ауылда 20, 25, 30, 35 йыл ҡәйнә менән йәшәгән килендәр бар. Башҡортта бер мәҡәл бар: "Ике кәзә башы бер ҡаҙанға һыймай", ләкин бына ҡәйнә менән йәшәгән шундай килендәрҙе күрһәң, был мәҡәлдең хатта урынһыҙ икәненә ышанаһың. Тик ундай ғаиләләр хәҙер бик аҙ. Оҙатылып килгән килен иң алда айырым йәшәү, йәки айырым өй һалып биреү кеүек дәғүәләр белдергән осраҡтар күп. Ике ғаилә, ике төрлө тәрбиә, ике төрлө йолаларға таянып йәшәгән кешеләр бер булып берегеп китә лә алмайҙыр. Был ғаиләнең ниндәй тәрбиә биреүенә лә бәйле. Әгәр олоно - ололоҡлай, кесене кеселекләй белһәң, берең ут булғанда, икенсең һыу булырға күнекмәһәң, низағ килеп сыҡҡанда берәү ҙә бисмилланы әйтмәй. Был урында был изге һүҙ ҙә һәм башҡа аҡыл да баштан сығып ҡаса.
Килен менән ҡәйнә беренсе әйтешкәнгә тиклем сыҙай, ти торғайны беҙҙең ауылда Сәкинә тигән инәй. Унан һуң, улар өсөн бит йыртыла. Тимәк, ошо беренсе низағты нисек тә сығармаҫлыҡ итеп йәшәр өсөн әсәй кеше ҡыҙына тәрбиә бирергә тейештер ҙә. Ауылда оҙаҡ йылдар ике ҡәйнә менән йәшәгән Тәнзилә Хажи ҡыҙы булды. Һөнәре - уҡытыусы, ә уҡытыусының тауыҡ сүпләһә лә эше бөтөрлөк, мәктәптән ҡайтып инерлек түгел. Кемдәре һәйбәт, тигән уй тыуыр. Әлеге ике ҡәйнә аҡыллы булғас, килен дыуамал була алмай инде. Шулай булғас, аҡыл башта олола булһын, тип әйткем килә. Әлеге ваҡытта ауылыбыҙҙа 35 йыл килен менән торған 80-де уҙған Рәйсә Вәли ҡыҙы йәшәй. Ваҡытында килене лә, үҙе лә фермала эшләнеләр. Ләкин балаларын башҡаларға өлгө булғандай итеп тәрбиәләй алдылар. Килене Нурия "Башҡортостандың атҡаҙанған малсыһы" исемен дә алыуға өлгәште. Ҡәйнәнең шулай киленен үҙ балаһындай ҡабул итә белеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Ҡәйнәһенең дәртләндереп тороуын, килененең хаҡлы ялда булһа ла, һаман да эшкә ынтылыуын күреп һоҡланабыҙ. Улар ғаиләһе менән дин юлына ла баҫҡандар, һоҡланмаҫлыҡ та түгел шул. Туғыҙынсы тиҫтәне тураҡлай башлаған Рабиға Әхмәҙиә ҡыҙы ла 4 киленгә ҡәйнә булды, уҡытыусы килене менән дә ун йыллап бергә, егерме йыллап күрше йәшәйҙәр, уртала ҡапҡа. Улар бер-береһенә серҙәш әхирәт кеүектәр, ҡәйнә менән килен тип тә уйламаҫһың.
Ауылыбыҙҙағы тағы бер-ике ғаиләне әйтмәй үтә алмайым. Ринат Һибәтуллин ҡатыны Гөлниә һәм 4 улы менән йәшәй, ләкин бына атлай алмаған аталарын тәрбиәләйҙәр. Кәримов Ишморат ҡатыны Вәсилә менән шулай уҡ 30 йыл инде атаһын ҡарайҙар. Ике ғаиләнең дә аталары йәш саҡта класташ, дуҫтар булдылар. Булат Кәримовтың ҡатыны үлгәнгә утыҙ йыл, Нурмөхәмәт Һибәтуллиндың ҡатыны үлгәнгә ике йыл. Икеһенә лә быйыл 80 йәш тулды. Улар үҙҙәре шулай яҡшы булғанға күрә, балалары ла ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп тора. Киң күңелле килендәр ҡайныларына ҡартлыҡ бәхете татытып йәшәтә.
Ауыл ерендә бындай миҫалдарҙы күп килтерергә була, тик уның киреһе лә байтаҡ. Ҡәйнәнең һәр һүҙен олоға олғаштырып ҡына ҡалмай, уны үҙ әсәһе менән сағыштырып, биҙмәнгә һалып үлсәгәндәй ҡылыҡһырлаусы килен менән ҡәйнә араһында, әлбиттә, ғауға, әр һүҙе сыға. Киреһенсә, ҡәйнәнең киленен үҙ ҡыҙындай ҡабул итергә тырышмауы, уның етешһеҙ яҡтарын күрергә генә тороуы ла шул һөҙөмтәне бирә.
Туйҙарҙа бик һирәк ошондай теләктәр әйтәләр: улың ҡәҙерле булһын, тиһәң, киленеңде ҡыҙың итеп ярат, ҡыҙың ҡәҙерле булһын тиһәң, кейәүеңде улыңдай күр. Был да үҙенә күрә яңы төҙөлгән ғаиләнең ныҡлығы өсөн ҡәйнә-ҡайнылар яуаплы икәнен белдерә. Бер генә йәш килен, кейәү, үҙе өсөн асыҡ сырай, ҡунаҡсыллыҡ менән сумартлыҡ күрһәткән ҡайны-ҡәйнә менән әр һүҙенә килмәй.
Өй эсендәге низағтар үҫеп килеүсе баланың күңеленә орлоҡ булып төшмәй ҡалмай. Бала күңеле - көҙгө, бөтәһен дә күңеленә һала бара. Әсәһенең олатаһы-өләсәһенә булған мөнәсәбәте ошо бала тарафынан уларға ҡартлыҡ көнөндә әйләнеп килә. Һөҙөмтәлә күпселек осраҡта кәрәкмәгән әсәйҙәр, ҡәйнәләр барлыҡҡа килә. Уларға ҡараусылар яллайҙар, йә булмаһа, ҡарттар йортона тапшыралар. Бер генә һүҙ яуап ителә улар тарафынан: "Мин йәш саҡта күрмәгәнде күрһәтте инде". Бәлки, шулайҙыр ҙа, ләкин кеше күңеле ғәфү итә белеүе менән бәҫле. Һөйгәнемдең арҡаһындә һөймәҫемде һөйәмен, тиҙәр мәҡәлдә лә. Улын яратҡанһың икән, ҡартлығы өсөн булһа ла, йәлләп, бәлки, ихтирам итеү көсө табып, ғәфү итә белеү ҙә арыу булыр ине. Бында инде мин атта ла, тәртәлә лә бар тимәксемен. Тәртә төҙ булһа, дөрөҫ нығытылһа, ат тибәләнмәгәне көн кеүек асыҡ.
Мин үҙем дә 25 йыл ҡәйнә. Шуның 12 йылын әсәйем менән дә ҡуша торорға, өҫтәп, тағы туған тейешле кешенең 5 балаһын да алып тәрбиәләргә тура килде. Ололар һикһәнде үтеп, баҡыйлыҡҡа күстеләр. Балалар үҫте. Иремә яратып барғас, тормошобоҙҙоң бөтә ауырлығын да күтәрҙем, үкенмәйем. Ҡәйнәмде башҡа балалары алырға теләмәнеләр, ә беҙ көсләшмәнек.
Ниндәй ауырлыҡ күрмәйһең бала үҫтергәндә, тимәк, ҡәҙергә уның хаҡы бар. Минең иң аңлап та, төшөнөп тә етә алмаған нәмәм - ризыҡ ҡыҙғаныу. Ошо юҫыҡта ғауға сығыу ғына түгел, үпкәләшеп, килешә алмай оҙаҡ йөрөгән кешеләр ҙә бар. Йә булмаһа, олоғайған кешенең онота торған ҡылыҡтары йыш күҙәтелә, хатта яңылышыуға дусар булғандар ҙа байтаҡ. Бына шундай хәлде лә килендәр оло ғәйеп итеп ҡәйнәгә таҡҡан осраҡтар юҡ түгел. Әйтке килә: шул йәшкә етһәң, үҙең ни эшләреңде белерһеңме? Склероз, тигән ололарға хас һыҙат бар, унан ғәйеп табыу кәрәкмәй.
Минеңсә, һәр ғаилә ҡыҙын сит ояның ҡото булырлыҡ, таҫтарлы, хәстәрле ҡатын булырлыҡ итеп тәрбиәләргә тейеш. Ә буласаҡ ҡәйнәләр, улының яратып алған ҡыҙын үҙ ҡыҙындай ҡабул итергә үҙен алдан әҙерләргә тейештер. Мин дә ҡәйнә булғаныма 25 йыл, әле бер ауыҙ һүҙ менән дә тауыш күтәрешкән юҡ, ә бына донъя, ғаилә хәлдәре тураһында ихлас әңгәмә ҡорорға тырышам. Тормош - бумеранг, уны нисек ташлаһаң да, кәйелеп килеп алдыңа төшә. Ҡәйнә ололарса аҡыл бирерҙәй кеше була белһә, килен кәңәшкә мохтаж кесе булып, уны тыңлай белһә, кәрәкмәгән әсәй, ҡәйнәләр булмаҫ ине, тип уйлайым

Рәйсә ИҪӘНБАЕВА.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.21 | Ҡаралған: 797

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru