«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯБАЙҘАН БАШЛАЙЫҠ
+  - 

Беҙ, Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре, яңыраҡ ҡына Хәйбулла, Учалы, Баймаҡ, Белорет районы ағинәйҙәре башлаған һөйләшеүгә ҡушылып, йәш быуынды тәрбиәләү мәсьәләһе буйынса фекерләшеп алдыҡ.

"Балаңа туған телен өйрәт" тигән ҡағиҙә, эйе, иң мөһиме. Ошо йәһәттән мин үҙ тәжрибәмдән сығып, ябай ғына программа тәҡдим итәм. Балаларыбыҙға әсә телебеҙҙе ябайҙан башлап өйрәтәйек. Ҡайһы телде өйрәнһәң дә, был энә менән ҡойо ҡаҙыу һымаҡ. Шуға, эште ябай ғына күренгән, әммә телдең нигеҙен тәшкил иткән төшөнсәләрҙе өйрәтеүҙән башлайыҡ. Беренсенән, баланың теле үҙенең һәм атаһының, әсәһенең исемен, фамилияһын, адресын башҡортса әйтеп асылһын. Икенсенән, ғаилә ағзаларына әсәй, атай, өләсәй, олатай, ҡусты, апай һ.б. тип, башҡортса өндәшә белһен. Өсөнсөнән, һандарҙы, йыл миҙгелдәрен, аҙна көндәрен башҡортса өйрәтәйек. Был төшөнсәләр бик мөһим, сөнки уларҙы бөгөн балалар түгел, ололар ҙа яңылыш әйтә. Шунан балаға үҙе теләгән йәки ололар һайлап алған бер шиғыр ятлатырға һәм бер йыр өйрәтергә кәрәк. Мәҫәлән, мәктәптәрҙә "Бөрлөгән", "Шәл бәйләнем" тигән йырҙарҙы башҡара уҡыусылар. Йырлағанда улар өндәрҙе дөрөҫ әйтә, һүҙҙәрҙе лә белеп ҡала. Мәҫәлән, ошо шиғырҙы ятлатырға була иң бәләкәстәргә:
Һаумы, ҡояш,
Һаумы, яҡты көн,
Һаумыһығыҙ, туғандар!
Мин сәләмәт,
Мин матур.
Мин Салауат кеүек
Батыр.
Йә булмаһа, бына тағы бер бик мәғәнәле һәм ҡыҫҡа ғына шиғыр бар:
"Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Атай һәм әсәй кәрәк.
Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Беҙ йәшәгән өй кәрәк.
Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Беҙ һөйләшкән тел кәрәк.
Ерҙә беҙгә ни кәрәк?
Тыуған-үҫкән ил кәрәк".
Ейән-ейәнсәрҙәр күңелендә туған телебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү өсөн "Тамыр"ҙың башҡортса тапшырыуҙарын, "Аҡбуҙат", "Аманат" журналдарын яҙҙырайыҡ. Һәр кем үҙ район гәзитен алдырһын. Бына шундай ғәмәлдәрҙән башлайыҡ эште. Шулай көндәлек ҡулланылышта булған ябай һүҙҙәрҙән һуң бала күңелендә ҡыҙыҡһыныу уянғас, телдең нескәлектәрен төшөндөрөүгә яйлап күсербеҙ.

Клара МОРТАЗИНА,
Ишембай ҡалаһының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.02.21 | Ҡаралған: 399

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru