«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИАЛЕКТ ҺҮҘҘӘРЕ ҺӨЙЛӘШЕБЕҘҘЕ БАЙЫТА ҒЫНА
+  - 


Ни өсөн ауылдаштарыбыҙҙың ҡайһылары Ғайса ағайымды Айса тип атай икән, тип йыш уйлай торғайным бала саҡта. Бер аҙ һуңғараҡ аңлауымса, ғәрәп теленән күскән ғәйәт күп һүҙҙәр шулай төрлөгә төрләндерелгән икән. Мәҫәлән, Абдуллин, Ибәтуллин тигән фамилиялар кемдәрҙәлер Ғабдуллин, Ғибәҙуллин йә Һибәтуллин тип йөрөтөлә. Ғәлиә тигән исемдең дә һуңғы осорҙа Әлиә тигән варианты беҙҙә күберәк яңғырай башланы.

Беҙҙең бер киленебеҙҙең ата-әсәһе оҙаҡ йылдар Үзбәкстанда йәшәгән. Атаһының фамилияһы - Ғүмәров. Ҡыҙҙары (хәҙерге беҙҙең килен) донъяға килгәс, тыуыу тураһындағы таныҡлығында үзбәктәр уға Умарова тип яҙып биргән. Киленебеҙ һаман да шул фамилия менән йөрөй. Башҡортта ла "Үмәр" тигән исемде ишеткәнем, "Аҡыл" һүҙенең дә "ғаҡыл" тигән вариантын уҡығаным бар.
Һүҙҙәребеҙҙәге был өндәр халҡыбыҙ ғәрәптән урыҫ алфавитына күскән осорҙа ана шулай төрлөләнгән булһа кәрәк. Ғәрәп алфавитында ике оҡшаш хәреф бар. Яҙылышта береһенең өҫтөндә нөктәһе булыу менән генә айырыла улар. Ғәрәпсә уҡырға өйрәткән әсбапта был хәрефтәрҙең ҡатыраҡ әйтеп уҡылғанын "ғайн", ә йомшағырағын "ғәйн" тип яҙалар. Ғәмәлдә иһә, йомшағырағы (нөктәһеҙе) "ғ" менән "а" өнө араһында, әлеге "Ғайса"ға ла, "Айса"ға ла оҡшашыраҡ итеп, тамаҡ төбөнән әйтелеп, уларҙың уртансы варианты һымағыраҡ яңғырай. Шуға күрә лә берәүҙәргә "Ғайса", икенселәргә "Айса" тиеү ҡулайлыраҡ килеп сыҡҡан да инде. Ғайса бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм хаҡында һүҙ барғанда ҡайһы бер урыҫ телле кешеләр уны "Иса" тип тә әйтә (Ҡөрьән-Кәримдә, тәүге ижеккә баҫым яһалып, "Ғиса" тип яҙылған). Рус хәрефе менән ана шуларҙың береһен генә яҙырға тура килә, уртансыһы - юҡ.
Бынан тыш та, ғәрәп алфавитын ғәмәлдән сығарыу сәбәпле, халҡыбыҙҙа әллә күпме һүҙҙәребеҙ икеләнеп киткәнлеген аҙым һайын осратабыҙ. "Азамат" тигән исемде генә алып ҡараһаҡ, әлеге "ғәйн" хәрефенән башланған "ғәҙим" һүҙе уның тамыры булып тора ("бөйөк" тигәнде аңлата). Ә "ғаҙамат" - бөйөклөк, урыҫ телендәге транскрипцияла уны "азамат" тип яҙалар. Йырҙар китабындағы "Байыҡ" йырында был һүҙ "аҙамат" ("Һай, аҙамат, ир-арыҫлан…") тип яҙылһа, "Азамат" йырында "з" менән бирелгән. Исемдәребеҙ бөтә ерҙә лә Азамат булып йөрөй. Ә "Ғәҙим" - "Ғәзим" булып киткән.
Яңы алфавитты ғәмәлгә ашырыу, рус хәрефтәре ярҙамында яңы һүҙлек төҙөү эше менән, әлбиттә, яҙыусы халҡы - тел белгестәре шөғөлләнгән. Бына шундай күп кенә һүҙҙәребеҙҙең сығанағына иғтибар итһәк, уларҙы төҙөүҙә башҡорт һәм татар телле яҙыусыларҙың берҙәй ҡатнашлығы ла һиҙелә. Ҡайһы бер "ғаҙаб", "ҫауаб", "ҙолом", "ҙаң" һәм башҡа күп кенә ғәрәп һүҙҙәре башҡортҡа ла, татарға ла "ғазап", "сауап", "золом", "заң" булып үҙгәртелеп ингән. Был һүҙҙәр татар телле яҙыусылар тарафынан һүҙлеккә индерелгән булһа кәрәк. Сөнки татар телендә "ҙ", "ҫ" хәрефтәре һәм өнө юҡ. Татарса сыҡҡан "Ҡөрьән-Кәримде уҡыу өсөн ярҙамлыҡ" китабында был хәрефтәргә "саҡау з" һәм "саҡау с" (һаҡау) тигән аңлатма бирелгән. Ә татар теленә "әсәр", "мисал", "мәсәлән" булып үҙгәреп ингән бәғзе бер һүҙҙәр башҡорт телендә "әҫәр", "миҫал", "мәҫәлән" көйө үҙгәртелмәй һаҡланып ҡалған. Быларын, әлбиттә, һүҙлеккә башҡорт телле яҙыусыларыбыҙ индергән, тип уйларға ҡала. Шул уҡ ваҡытта ғәрәп һүҙҙәренең ҡайһылары, киреһенсә, татар телендә шул килеш һаҡланған. Мәҫәлән, Жәмил, Жәннәт, Жәһәннәм, сурәт, жәмәғәт, һ.б. Беҙҙең телгә, үҙгәртелеп, улар Йәмил, Йәннәт, Йәһәннәм, һүрәт, йәмәғәт булып килеп ингәндәр. Әйткәндәй, "йәмле" һүҙенең тамырын белмәгәндәр ҙә күп. "Матур" тигәнде аңлатҡан "жәмил" һүҙенән килеп сыҡҡан да инде ул. "Моратҡа ирешеү" һүҙбәйләнешен йыш ҡына ҡулланабыҙ. Морат исеме шунан килеп сыҡҡан инде (мурад - ғәрәпсәнән урыҫсаға "хотение", йәғни "теләк" тип тәржемәләнә). "Мораҙым" да "минең теләгәнем" тип атаһы яратып ҡушҡан исем булһа кәрәк.
Ғәрәп телендә булмаған "в", "п", "о", "ө" хәрефтәре һәм өндәренә бәйләнешле айырмалар ҙа күп кенә. Бындай хәрефле һүҙҙәрҙе урыҫ алфавитына күсереү әҙиптәребеҙҙең алдында ярайһы ғына сетерекле мәсьәлә булып та торғандыр, тип уйлайым. Ғәрәпсә лә, башҡортса ла "уатан", "уаҡыт", "уаҡиға", "үәкил" тип яңғыраған был һүҙҙәр нишләптер "ватан", "ваҡыт", "ваҡиға", "вәкил" тип һүҙлеккә индерелгән. "Китаб" - китап, "кәсиб" - "кәсеп", "хисаб" - "хисап", "дунъя" - "донъя" булып киткән һымаҡ миҫалдар ҙа байтаҡ ҡына. Боронғо мәҙрәсәлә уҡыған Фазылйән олатайым башҡортса яҙғанда "китаб", "яуаб", "хисаб" тип яҙғанына ғәжәпләнә торғайным, бына ҡайҙа булған уның әтнәкәһе!
Тағы бер миҫал. Ҡөръән-Кәримдә һәм башҡа бөтә дини китаптарҙа "Аллаһ" һүҙенән бер урында ла аҙаҡҡы "һ" хәрефе төшөрөп ҡалдырылмай. Ана шул йомоҡ өндө күрһәтеүсе хәреф бөгөнгө көндә лә туған телебеҙҙә сығарылған ҡайһы бер баҫмаларҙа һаҡланып килә, ә икенселәрендә (хатта күптәрендә), һүҙлектәрҙә лә "Алла" тип кенә яҙалар. Был да, ихтимал, әлеге егерменсе-утыҙынсы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу заманының нәтижәһелер. Әлбиттә, шулай, сөнки ғәрәп хәрефтәре менән был һүҙҙе бер нисек тә "һ"һыҙ яҙыу мөмкин түгеллегенә иманым камил! Инде оҙаҡ ҡына дин ғилемен өйрәнеп йөрөүсе, үҙе лә дин юлында булған тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов минең "Алла" тип яҙғанымды күргәс, ошолай тип әйткәйне: "Аллаһ" һүҙенән аҙаҡҡы (йомоҡ) "һ"ны төшөрөп ҡалдырһаң, "башҡорт" һүҙен "башҡор" тип яҙған һымаҡ була бит…" Ысынлап та, хатта "һ" хәрефе бөтөнләйгә булмаған русса транскрипцияла ла "Аллах", тип аҙаҡҡы ана шул хәрефте һаҡлап маташалар. Әйткәндәй, Ҡөрьән-Кәримдең 1993 йылғы башҡорт теленә тәржемәһендә лә был һүҙ "һ" хәрефеһеҙ сығарылған. Мине башҡа һүҙҙәр әллә ни борсомай. Халҡыбыҙ лөғәтендә әллә ҡасан уҡ нығынып бөткән бихисап һүҙҙәрҙең ғәрәпсә яҙылышын да ҡабаттан аяҡҡа баҫтырыу яҡлы түгелмен (бының кәрәге лә юҡ), әммә ошо ифрат мөһим, хатта иң тәү кәрәк булған бер генә һүҙҙе - Аллаһтың исемен нисек яҙыу мәсьәләһен, диниә наҙараты менән берлектә хәл итеү һәм дөрөҫ кенә итеп фәтүә сығарыу ҙа яҡшы булыр ине, тип һанайым.
Эйе, туған телдең төрлө үҙенсәлектәренең һәм нескәлектәренең формалашыуында, уларҙың һаҡланыуында тел белгестәренең - яҙыусыларҙың, шулай уҡ улар яҙғанды балаларға еткереүсе мәктәп уҡытыусыларының роле әйтеп бөткөһөҙ ҙурҙыр. Уҡытыусы нисек өйрәтһә, бала тап ана шулай итеп яҙырға һәм һөйләшергә өйрәнә инде ул. Республикабыҙ райондарындағы һөйләшеү диалекттарын ғына алып ҡарайыҡ. Мин Баймаҡ районының Йылайырға яҡыныраҡ яртыһында тыуып үҫкән кеше булараҡ, мәктәпкә бармаҫ борон "барғаннар", "килгәннәр", "атайлар", "әсәйләр" , тип һөйләшә торғайным. Ә Әбйәлил районы сигендә йәшәгән хәләл ефетем бала сағында "эштәй", "тештәй", "баштай", "көстө", тип, "башҡа төрҙөрәк һөйҙәшкән". Һуңғараҡ, мәктәпкә йөрөп, дөйөм программа буйынса уҡый башлағас, уҡытыусыларыбыҙ шулай ҙа икебеҙҙе лә әҙәби телдә һөйләшергә өйрәткән.
Һуңғы йылдарҙа ошо "дөрөҫ һөйләшеү-һөйләшмәү" мәсьәләһенә башҡараҡ төрлө, "йомшағыраҡ" ҡараш һиҙелә: киң мәғлүмәт сараларында, бүтән баҫмаларҙа урындағы диалектты ҡулланып яҙыусыларҙы ла әрләй һалып бармайҙар. Миңә, тел ғилемен махсус өйрәнмәгән яҙыусыға, дөрөҫөн әйткәндә, был оҡшай. Бындай иреклелек телебеҙҙе һис кенә лә боҙмай, ә, киреһенсә, уны байыта ғына, тигән инаныуҙамын. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.21 | Ҡаралған: 390

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru