«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ҠАРМАҠ"ҠА КЕМДӘР ЭЛӘГЕР?
+  - 

Көнкүрешебеҙгә инеп, ныҡлы урын алған сит байрамдар, иҫтәлекле көндәр, йолалар байтаҡ ҡына. Улар башҡорт кешеһенә ҡасаныраҡ үҙ булып китеүен дә белмәйбеҙ ҡай саҡ. Шундай байрамдарҙың береһе - Көлкө көнө. Һәр йыл һайын 1 апрелдә үҙеңде төп башына ултыртмаһындар өсөн һаҡ булырға күнегеп бөткәнбеҙ, иллә-мәгәр. Шулай ҙа "бер туғандай" булып киткән байрамды үҙебеҙсә, саф башҡортса үткәргеһе килгән халыҡ өсөн "Ҡурай" телеканалы БР Мәғариф министрлығы менән берлектә "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында махсус рәүештә "Ҡармаҡ" музыкаль-юмористик шоу ойоштора. Был сара тураһында телеканалдың директоры Рита Өмөтбаева менән әңгәмәләштек.

Көлкө көнөндә баш ҡала халҡын яңы тамаша көтә, тигән хәбәр килеп етте...

- Беҙҙең тамаша юҡҡа ғына "Ҡармаҡ" тип аталмай. Белеүегеҙсә, революцияға тиклем ошондай атамалы журнал сыҡҡан һәм унда беҙҙең билдәле башҡорт шағирҙары Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш, Булат Камал кеүек тос фекерле, үткер телле әҙиптәрҙең ижад емештәре даими баҫылып торған. Әйтергә кәрәк, ул заманда ла "ҡармаҡҡа" кем генә ҡапмаған. Бөгөн дә беҙ "эләктерер" ҙур һәм ваҡ "балыҡтар" етерлек, шуға ошо исемдең отошло булыуын күреп, тамашабыҙҙы шулай атаныҡ та инде. Баш ҡала тамашасыһына башҡорт халҡының кинәйәле юморын, кемделер "ҡармаҡҡа эләктергәндә" лә уның йөҙөнән алмай, ишаралап шаяртыуҙы күрһәткебеҙ килә. Беҙ был тамашала клоун һымаҡ хыялый көлөп, йә кейем үҙгәртеп, түш үҫтереп түгел, ә йор һүҙле, тос фекерле, төртмә телле, кинәйәләп әйтә белеү оло оҫталыҡ булыуын сағылдырырға тырыштыҡ. Әлбиттә, "Ҡармаҡ"та Шәһит Хамматов, Иҙел Аралбаев, Илсур Тайсин, Илнур Юламанов кеүек юмор оҫталарынан тыш, моңло ял минуттарын башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, "Мираҫ" йыр һәм бейеү ансамбле лә биҙәйәсәк. Көндәлек тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, йәнләнеп, кәйефтәрҙе күтәреп, рәхәтләнеп күңел асырға саҡырабыҙ.

Бөгөн беҙҙең башҡорт сәхнәһендә юмор бармы һәм ул тамашасыны ҡәнәғәтләндерерҙәйме?

- Бөгөнгөбөҙҙө күҙ уңынан үткәрһәк, башҡорт халҡының тос фекерле, мәрәкәсел булыуын тулыһынса асып күрһәтә белмәүебеҙ күренә. Нишләптер, юмор бөтөнләй икенсе йүнәлеш ала ла китә, кешене мыҫҡыл итеүгә, үҙ-үҙҙәренә пародияға әүерелә хатта. Бына ошо һис кенә лә күңелемә ятмай, сөнки был беҙгә мәҙәни юмор етеңкерәмәүен сағылдыра. Сит милләттәргә эйәреп, башҡорт халҡына хас булмағанса, билдән түбән шаяртыуҙар һөйләп, зауҡыбыҙға тап килмәгән көләмәстәргә көлөп ултырыуҙан арынырға ваҡыт. Йәштәрҙе лә үҙебеҙсә өйрәтергә кәрәк. Улар, ғәҙәттә, күберәк хәрәкәт һәм ым менән көлкөлө хәл тыуҙыра. Ә уйлап ҡараһаң, беҙҙең халыҡ элек-электән бер-береһенә төртмә телле таҡмаҡ та әйткән, кешене көйҙөрмәй генә мәрәкәләгән дә, ҡыҙыҡ хәл-ваҡиғаны сағылдырған көләмәстәре лә булған, хатта кинәйәле итеп әкиәт менән дә тәрбиәләй белгән. Быға һүҙ оҫталығы, тос фекерле, зирәк зиһенле булыу кәрәк. Бына шул үҙебеҙҙең саф башҡорт юморын тергеҙеү маҡсатында "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы нигеҙендә юмор клубын астыҡ һәм киләсәктә был проектты ҙур фестиваль итеп ойоштороу ниәте менән янабыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, килегеҙ, күрегеҙ, беҙҙең менән бергә көлөгөҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.21 | Ҡаралған: 339

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru