«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫЛАРҒА РӘХМӘТЛЕ БУЛАЙЫҠ!
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡалалағы "Торатау" Конгресс-Холл бинаһында педагогтарҙың иң мәртәбәле һөнәри конкурстарына йомғаҡ яһалды. "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" һәм "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурстарында барлығы 198 һөнәр эйәһе ҡатнашҡан.

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсында республиканың төрлө райондарынан һәм Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 53 педагог һынау тотто. Быйылғы конкурстың үҙенсәлеге тип шуларҙы атарға мөмкин: уҡытыусылар онлайн бәйләнеш ярҙамында матбуғат конференцияһында ҡатнашып, фекер алышты һәм ата-әсәләр йыйылышы уҙғарҙы. "Былтырҙан индерелгән яңылыҡ - милли кейемде презентациялау конкурстың иң күркәм этабы булды. Тәүге йыл ауырыраҡ та тойолғандыр, ә быйыл уны конкурсанттар үҙҙәренсә асты, бер-береһен һис ҡабатламаған сығыштар ҡарап ҡыуандыҡ. Был төр һынау киләсәктә лә мотлаҡ булырға тейеш, сөнки педагог унда уҡытыусы ғына түгел, рухлы шәхес булараҡ та асыла, мәҙәни кимәлен дә күрһәтә, телебеҙгә һәм йолаларыбыҙға һөйөү уята", - тине конкурс хаҡында баһалама ағзаһы Мәрхәбә Дәүләтшина. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы һөҙөмтәләренә килгәндә, лауреаттар исемлегенә Стәрлетамаҡ ҡалаһы Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы Светлана Тимерғәлиева, М. Гәрәев исемендәге башланғыс осоуға әҙерләүсе Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатынан Фәнилә Фәтхетдинова, Дүртөйлө ҡалаһы Н. Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһынан Руфина Камалова, Өфө ҡалаһы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейынан Рима Яруллина инде. Конкурстың еңеүсеһе тип Өфө районы Дорогино ауылы А. Пикунов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы Таңсулпан Сәйфетдинова танылды. Таңсулпан Рәмил ҡыҙы 26 йыллыҡ оҙон хеҙмәт юлын үтеүгә ҡарамаҫтан, һөнәри конкурста тәүге тапҡыр ҡатнаша. "Бик тулҡынландырғыс, көсөргәнешле барған конкурсты рух байрамы тип әйтергә мөмкин. Бер яҡтан, коллегаларым тәжрибәһе менән хайран ҡалдырһа, икенсе яҡтан, конкурс һынауҙарында аралашҡан төрлө белгестәр, ата-әсәләр менән фекер алышыу фәһемле булды минең өсөн. Ата-әсәләр менән "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән" темаһына бик матур һөйләштек", - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты еңеүсе.
Шулай уҡ йомғаҡлау тантанаһында "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" конкурсының һәм уның сиктәрендә уҙғарылған "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Йылдың йәш уҡытыусыһы" еңеүселәре, төрлө номинациялар һәм махсус приздар алыусылар ҙа тәбрикләнде. Әйткәндәй, йәш педагогтар араһында Өфөнөң 3-сө гимназияһынан физика уҡытыусыһы Петр Белобородов иң юғары баһаға лайыҡ булды. Ә бына "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" тигән почетлы исем Благовещен ҡалаһының 3-сө мәктәбе башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Зинера Ибәтуллинаға бирелде. Был конкурсанттар араһынан Рәсәй кимәлендә Башҡортостандың данын яҡлау хоҡуғын абсолют еңеүсе - Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаттың рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Муллағәлиева алды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Йыл да уҙғарылған һөнәри конкурстарға яңынан-яңы көстәр килеп тороуы Башҡортостандың педагогик потенциялы ҙур булыуы хаҡында һөйләй. Был юлы ла тәжрибәле, оҙон хеҙмәт юлы үткән оло быуын уҡытыусылары менән бер рәттә дәрт-дарманы ташып торған йәш кадрҙар барлығын күрҙек. Улар барыһы ла заман менән бергә үҙгәрә алған, алдынғы ҡарашлы һәм төплө белемле, рухлы шәхестәр. Балаларыбыҙҙың аң-белемен, донъяға ҡарашын формалаштырған, күңеленә кешелектең мәңгелек төшөнсәләре тураһында орлоҡ һалған шундай уҡытыусыларыбыҙ булыуына рәхмәтле булырға ғына ҡала.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.21 | Ҡаралған: 388

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru