«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ БОРОНҒО ТӨРКИҘӘР
+  - 


Ырыуҙар ҡороноң сираттағы йыйыны Дүртөйлө районында үтте. Бында эске йылан ырыуы вәкилдәре йыйылды. Йылан башҡорттарының аҫаба ерҙәре Тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшө биләмәһе буйлап көньяҡтан төньяҡҡа табан киң һыҙат булып һуҙылған. Әлеге ваҡытта был ырыу вәкилдәре республиканың Бишбүләк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран һәм Саҡмағош, Татарстан Республикаһының Баулы районында йәшәй.

Йылан нәҫеленән бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар - Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, Советтар Союзы Геройҙары Әнүәр Абдуллин һәм Ғәни Ғәлимов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Аҡманов, яҙыусылар Ғилемдар Рамазанов һәм Марсель Сәлимов, Рәсәй Фәндәр академияһының ғалим-академигы Ривнер Ғәниев, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинова, композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ризван Хәкимов, яҙыусы, драматург Радик Мөсифуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтов һәм башҡалар.
Мәжүсилек осоронда йылан башҡорттарҙа изге йән тип һанала. 922 йылда тарихи башҡорт ерҙәренә сәйәхәт ҡылған Әхмәт ибн Фаҙлан боронғо башҡорттарҙың йыланға табыныуын теркәп ҡалдыра, әммә йылан этнонимы йыланға бәйле булғанын Рәил Кузеев осраҡлылыҡ ҡына тип билдәләй. Йылан ҡәбиләһе өс ырыуға бүленә: эске йылан (ырыу аралары: баҙраҡ, йылан, күгәрсен, яҡут); Иҙел йылан (ырыу аралары: ҡандра, үрнәк, байсары); ҡыр-йылан, икенсе исеме тышҡы йылан (ырыу аралары: бүләк, искәндәр, исламғол, ҡара-ҡыпсак, ҡуян, тәзәй).
Йыландар (монголса - ҡай) - монгол сығышлы иң боронғо төрки ҡәбиләләренең береһе. Уларҙың беренсе мең йылдың икенсе яртыһында Римға һөжүм итеүе тураһында әрмән яҙыусыһы Матвей Эдесс (XII быуат) яҙып ҡалдырған. Һуңынан йылан халҡы "ерәнсәслеләр" илен баҫып ала. Һары, ерән сәсле тип ҡыпсаҡтарҙы (урыҫса половцы - полома - солома) атайҙар. Ошо һәм башҡа ҙур ваҡиғаларҙың башында йылан (ҡай) ҡәбиләһе торған. Профессор Рим Йәнғужин ғалимдарҙың фекеренә таянып, йыландарҙың тарихы беҙҙең эраға тиклем өсөнсө быуатҡа ҡайтып ҡала, тип яҙа. Данлыҡлы ҡәбилә яңы эраның беренсе йыллығының аҙағында уҡ башҡорт этносын тулыландыра.
Йылан һәм ҡырғыҙ ҡәбиләләре тарихы урта быуаттарҙа ҡыпсаҡ конфедерацияһы сиктәрендә Дәште Ҡыпсаҡта үҫешкән булыуы ихтимал. XIII-XIV быуаттарҙа күп һанлы Дәште Ҡыпсаҡ ҡәбиләләре Урал алдына юл тота. Көслө миграция юлдары Башҡортостанға башҡа ҡәбиләләрҙе лә алып килә. Йылан ырыуының сығышы аныҡ билдәле булмаһа ла, уларҙың ҡыпсаҡтар берләшмәһенә ингән иң боронғо төрки ҡәбилә икәне бәхәсһеҙ.
Эске йылан улысы 1680 йылда Йылан улысын икегә (эске йылан һәм тышҡы йылан ырыуҙары) бүлгәндән һуң ойошторола. 1700 йылда ике улыстан өсөнсөһө: Иҙел йылан улысы айырыла. Эске йылан улысы үҙ сиратында алты аймаҡтан - Бикмәт, Ыуаныш, Күҙбай, Күрзә, Баҙраҡ, Өсболон - тора. 1865-1866 йылдарҙа ғына улыстар территориаль берәмектәргә үҙгәртеп ҡорола. XVIII быуат аҙағында - XIX быуатта йылан ҡәбиләһе йәшәгән ер биләмәләре административ рәүештә Бәләбәй, Боғорослан, Бөрө улыстары составына, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһына күсерелгәндән һуң - 5-се (10-11-се), 10-сы (12-13-сө) башҡорт кантондарына ингән.
Йылан ҡәбиләһенең аҫаба ерҙәренә хоҡуҡтары батша хөкүмәте тарафынан 1574, 1626, 1658, 1685, 1753, 1766, 1793 йылдарҙа грамоталар менән раҫланған. Шәжәрәләр башҡортарҙың биләгән ерҙәренә хужа булыуына, аҫабалығына юридик күҙлектән дәлилләү өсөн ышаныслы документ булып һаналған. Мәҫәлән, эске йылан ырыуы башҡорттары быуындан-быуынға 1618 йылғы документты тапшыра килгәндәр.
Үкенескә күрә, оҙайлы ваҡыт йылан ырыуы башҡорттары йәшәгән райондарҙа уҡыу татар телендә алып барыла һәм 1990 йылдарҙа халыҡта ҡан хәтере уяна, улар үҙенең сығышы менән ҡыҙыҡһына башлай. Һөҙөмтәлә 2013 йылдың 27 февралендә Йәрмәкәй районының үҙәгендә йылан ырыуы башҡорттарының съезы үтә, унда Борай, Бишбүләк, Туймазы райондары вәкилдәре ҡатнаша. 2015 йылда инде ошо ырыуға ҡараған райондарҙа Башҡортостан Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғалимдары тарафынан нәшер ителгән "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының йылан һәм ҡырғыҙ ырыуҙарына арналған китаптарының исем туйы уҙғарыла.
Ниһайәт, йылан ырыуы вәкилдәре үҙҙәренең икенсе оло ҡорона йыйылды. Дүртөйлө районында үткән сарала Борай, Ҡалтасы, Илеш һәм Саҡмағош райондарынан ырыу вәкилдәре ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә, сара район мәҙәниәт йортоноң фойеһында урынлашҡан күргәҙмә менән танышыуҙан башланды. Унда халыҡ оҫталары үҙҙәренең эшен, үҙ райондары башҡорттарының милли кейемдәре өлгөләрен, билдәле шәхестәренең шәжәрәләрен тәҡдим итте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең Дүртөйлө районының Миңеште ауылындағы йорт-музейы бик бай экспозиция һәм әҙиптең шәжәрәһен алып килгән. Директоры Жәлил Сабиров әҙиптең шәжәрәһе менән таныштырып: "Шәжәрәһен Назар Нәжми үҙе төҙөй башлаған, һуңынан ҡыҙы тулыландырған. Был шәжәрәлә халыҡ шағирының нәҫеле Бәшир исемле ата-бабаһынан башлана, нәҫел ағасында Миңеште ауылына күсеп килгән Яманғол да күрһәтелгән. Шәжәрә буйынса Назар Нәжмиҙең нәҫеле эске йылан ырыуына ҡарай", - тине.
Сараның төп өлөшө эске йылан ырыуының килеп сығыу тарихын сағылдырған тамашанан башланып, ете ырыу вәкиленең Аҡ батшаға барып аҫабалыҡ грамотаһын алыуы, башҡорттарҙың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуы, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын күҙ алдында терелтеп, тарихты хәҙерге көндәр менән тоташтырып ҡуйҙы.
Пленар өлөштә тарихсы Салауат Хәмиҙуллин "Эске йылан ырыуының тарихы һәм үҙенсәлеге" исемле доклад менән сығыш яһаны, Юлдаш Йосопов төньяҡ башҡорттарына арналған ғилми-методик әсбаптар менән таныштырҙы. "Без башҡортлар" хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиевтың сығышын халыҡ һәр ваҡыттағыса йылы ҡабул итте. Ырыу вәкилдәре лә үҙҙәренең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты. Уларҙың сығыштары үҙ төбәктәрендәге башҡорт ауылдары тарихына, шәжәрәләренә, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында һуғышҡан яҡташтарына арналды. Пленар ултырыш һуңында Ырыу советы ағзалары һәм уның башлығы һайланды. Эске йылан ырыуы советы башлығы итеп бер тауыштан Дүртөйлө районының Миңеште ауылы мәктәбе директоры Дамир Сабиров һайланды. Йыйылыусылар Руфина Камалова шиғырына Филүс Беркет ижад иткән йырҙы бер тауыштан эске йылан ырыуы гимны тип ҡабул итте. Резолюцияға Башҡортостан Республикаһы Башлығына Исмәғил ауылында эске йылан ырыуына нигеҙ һалыусы Исмәғил хөрмәтенә стела урынлаштырыу, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә Өфө ҡалаһында һәйкәл ҡуйыу үтенесе менән мөрәжәғәт итеү, шулай уҡ Башҡортостандың Бүздәк, Благовар, Бөрө, Дүртөйлө, Кушнаренко, Мишкә, Туймазы һәм башҡа төньяҡ-көнбайыш райондарында Шәжәрә байрамы үткәреүҙе дауам итеү тураһында пункт индерелде.

Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 335

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru