«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨРМӘ КЕШЕНЕ ТӨҘӘТӘМЕ?
+  - 

Күп йылдар холоҡ төҙәтеү ойошмаларында эшләү осоронда төрлө яҙмышлы, төрлө характерлы, төрлө сәбәптәр арҡаһында хөкөм ителгән кешеләр менән аралашырға тура килде һәм килә. Ошо тәжрибәмдән сығып, ҡайһы бер һығымта-күҙәтеүҙәрем менән уртаҡлашҡым килә.

Беренсе тапҡыр хөкөм ителеүселәр, ғәҙәттә, үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй, язаның дөрөҫ түгеллеген иҫбат итергә тырыша икәнен беләм. Улар һәр ваҡыт кемдер арҡаһында яңылыштым йәки башҡаса эшләргә мөмкин булмаған хәлдә ҡалдым, тип аҡлана. Бер аҙ ваҡыт үтеп, яҡынданыраҡ аралаша башлағас, улар асылып китә, ғәйепле икәнен таный, ғаиләһе, туғандары, балалары тураһында уйлауын, борсолоуын белдерә.
Эш урынымда оҙаҡ йылдар хөкөм ителеүселәр менән аралашыу һөҙөмтәһендә мин, кешене төрмәгә бикләп ҡуйып ҡына төҙәтеп булмайҙыр, тигән һығымтаға киләм. Ни өсөн? Сөнки кеше ошо системаға, мөхиткә килеп эләккәс, электән төрмәлә ултырғандарҙан яҡшыға өйрәнә алмай. Етмәһә, бында ярты ғүмерен төрмәлә ултырғандар ҙа етерлек һәм уларҙан ниндәй яҡшы ҡылыҡ өмөт итергә була һуң? Бына ошо кешеләрҙән беренсе тапҡыр ултырғандарҙы айырым тотоу дөрөҫ булыр ине, тигән фекерҙә мин. Унан һуң, элекке ваҡытта, завод-фабрикалар эшләгәндә, колониялар договор төҙөп, төрмәлә ултырыусыларҙы эшләтәләр ине. Ә хәҙер завод-фабрикалар юҡ, хөкөм ителеүселәрҙең буш ваҡыттары күберәк. Ғөмүмән, кеше алдаусылар, үлтереүселәр, көсләүселәр араһына килеп ингәс, ниндәй яҡшылыҡҡа өйрәнергә мөмкин? Икенсенән, хөкүмәт төрмәләгеләрҙе лә ашатырға, кейендерергә, йоҡларға урын бирергә, йыуындырырға, сирләһә - дауаларға, мәктәптә уҡытырға, профессия бирергә бурыслы. Кеше бер нисә йылда ошо әҙергә өйрәнеп китә, иреккә сыҡҡас, үҙаллы йәшәү мәсьәләһен нисек хәл итергә белмәй аптырап ҡала һәм тағы ла енәйәт ҡыла. Аҙаҡҡы ваҡытта ошондай ҡабат-ҡабат енәйәт ҡылыусыларҙың күбәйеүе борсолдора. Совет осоронда төрмә учреждениеһы етәкселәре, участковыйҙар, хакимиәт етәкселәре төрмәнән сыҡмаҫ элек үк кешенең ҡайҙа барасағы, ҡайҙа эшләйәсәге тураһында белешеп, тикшереп тора ине, ә хәҙер ундай тәртип тә юғалып китте.
Шуның өсөн, енәйәт ҡылғандарҙы бер нисә ай тикшереү изоляторында тотоп, иреккә сығарһаң, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән, тип уйлайым. Мин бында ауыр енәйәт ҡылған кешеләр тураһында һүҙ алып бармайым. Аҙмы ни беҙҙә уҫал ниәт менән түгел, ә аңһыҙ рәүештә, яңылышлыҡ менән закон боҙғандар. Ундайҙарҙы ысынлап та төрмәләге ауыр енәйәтселәр донъяһына барып эләкмәҫ борон ҡотҡарырға кәрәктер, файҙаһы күберәк булмаҫ инеме икән? Халыҡ араһында шундай ләҡап та йөрөй: кем төрмәне бер тапҡыр еҫкәгән, ул төрмәһеҙ йәшәй алмай. Ошо хаҡта кемдәр нисек уйлай икән?

Булат БАЙМОРАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 609

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru