«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РИЗЫҠҠА ӨРМӘГЕҘ - ЯРАМАЙ!
+  - 

Бәләкәй саҡта әсәйем борҡоп ҡайнап ултырған самауырҙан сәй яһап, йә туҫтаҡтан аш һалып биргәс, беҙ тиҙерәк һыуытыр өсөн ризыҡҡа "Өф!" тип өрөргә керешә инек. Диндар өләсәйем гел: "Ризыҡҡа, ризыҡ һалынған һауытҡа өрмәгеҙ!"- тиер ине. "Ни эшләп?"- тигән һорауға күп ваҡытта яуап: "Ярамай, тигәс, ярамай!"- булыр ине.

Һорауға яуап алып булманы, әммә ризыҡҡа өрөү ғәҙәтен ташлатты өләсәй. Ошо һорауға яуапты олоғая килә, хәҙистәрҙе өйрәнә башлағас ҡына, алдым.
Баҡтиһәң, Әбү Дауыт, Тирмизинан килтерелгән хәҙистәрҙә, ысынлап та, ризыҡҡа өрмәгеҙ, тиелә икән. Сәбәбе нимәлә һуң? Быны 21-се быуат фәне иҫбат иткән дә инде: ауыҙ эсе ҡыуышлығы - иң бысраҡ микрофлора. Тын менән сыҡҡан микробтар, бактериялар ризыҡтағы юғары температураға тәл булып (ҡушылып), патогенға әйләнә, йәғни күп ауырыуҙарға сәбәпсе була икән. Ошо хаҡта бынан 15 быуаттай әүәл әйтелгән, өләсәйҙәребеҙ ҙә ошо хәҙистәге аҡылды белгән, беҙҙе шуға, ризыҡҡа өрмәгеҙ, тип киҫәткән.
Ә бөгөнгө фәнни-техник прогресс осоронда һәр беребеҙ ашыға, ризыҡты ла ҡабалан-ҡарһалан ашай, эҫеһен өрөп һыуыта. Бигерәк тә бәләкәй балаларға өрөп һыуытып бирәбеҙ. Әйткәндәй, эҫе, ҡайнар ризыҡта бәрәкәт булмай, уны һыуытыңҡырап ашарға ҡушыла тағы. Тик өрөп түгел, һыуына биргәнен көтөп, сабыр итеп. Ашай белергә лә аҡыл, ғилем кәрәк шул...

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 1590

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru