«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫУАТ ВАҠИҒАҺЫ
+  - 

3-10 июль Башҡортостанда үтәсәк V1 Бөтөн донъя фольклориадаһы фольклор ижадының үҙенсәлекле олимпиадаһы ул. Унан беҙ нимәләр көтәбеҙ? Ошо хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры, Фольклориадаға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса дирекцияның башҡарыусы директоры Артур ӘЛИБӘКОВ һөйләй.

Нисә ил ҡатнаша? Киң масштаблы был проектта ҡырҡҡа яҡын ил үҙенең мәҙәниәтен һәм традицияларын күрһәтәсәк. Улар араһында Австрия, Греция, Египет, Испания, Коста-Рика, Мексика, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге, Панама, Перу, Румыния, Того, Франция, АҠШ, Чили, Швейцария, Эквадор, Эстония һәм башҡалар. Рәсми делегация һәм журналистар менән бергә бөтәһе 1500 кеше ҡатнаша.

Хәүефһеҙлек хаҡында. Фольклориада ҡәтғи санитар нормаларҙы һаҡлап үткәреләсәк. Ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ПЦР-тест тапшыра, даими рәүештә температура үлсәнәсәк.

Асыу һәм ябыу тантанаһы ҡайҙа һәм нисек үтә? Фольклориаданы тантаналы асыу һәм ябыу "Өфө-Арена" боҙ майҙанында үтә. Унда 800-ҙән ашыу артист ҡатнаша. Йола буйынса, асыу тантанаһында ҡабул итеүсе яҡ ил һәм халыҡ традицияларын сағылдырыусы бай һәм матур программа менән сығыш яһай. Тамашасылар алдында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм "Рус йыры" ансамбле, Кубань дәүләт академия казак хоры, "Гжель" Мәскәү дәүләт академия бейеү театры, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Башҡортостандың профессиональ һәм үҙешмәкәр ижад коллективтары сығыш яһаясаҡ. Тамашасыларҙың сараны асыу тантанаһын тура эфирҙа Өфөнөң өс паркында: "Тулҡын", "Беренсе май" һәм Дим районының мәҙәни һәм ял парктарында ҡарау мөмкинлеге бар. 10 июлдә "Торатау" конгресс-холы амфитеатрында Фольклориада тамамлана. Уны ябыу тантанаһы "Тормош ағасы. Килер быуындарға мөрәжәғәт" исемле театрлаштырылған пролог менән башлана, артабан М.Е.Пятницкий исемендәге Рус дәүләт академия халыҡ хоры менән дауам итә, The No Smoking Orchestra популяр серб фолк-рок төркөмө һәм Эмир Кустурицаның сығышы көтөлә. Байрамды ябыу тантанаһында бөтәһе 500-ҙән ашыу артист ҡатнаша. Тантаналы сарала сығыштар һуңынан Фольклориада флагы төшөрөлә һәм байрам салют, лазер-шоу менән тамамлана.
Йондоҙҙарҙан кемдәр килә? Концерт программалары республиканың 22 ҡала һәм райондарында барасаҡ. Уларҙың бөтәһе лә асыҡ һауала үтәсәк, инеү бушлай, ирекле. Иң ҙур концерт майҙаны - "Торатау" конгресс-холының амфитеатры. Бында проектта ҡатнашыусыларҙың ғына түгел, ә донъя кимәлендәге профессиональ йондоҙҙарҙың сығышын да тамаша ҡылырға мөмкин буласаҡ. Концерттар көн һайын 19 сәғәттә башланып, 23 сәғәттә тамамлана.

Байрам көндәлеге:
4 июль. Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина һәм "Рус йыры" ансамбле, "Вайнах" Чечен дәүләт бейеү ансамбле, Кубань дәүләт академия казак хоры, Олена Уутай.
5 июль. Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова һәм Eventa Zventana фольклор-проекты.
6 июль. 2021 йылғы Евровидение конкурсында Рәсәйҙән ҡатнашыусы йырсы Манижа.
7 июль. Plantec (Франция) төркөмө, Мәскәүҙән һорнайсылар оркестры.
8 июль. Ҡаҙағстандан Ulutau этно-рок төркөмө.
9 июль. The Hatters джипси-фолк-рок төркөмө.
10 июль М.Е.Пятницкий исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Халыҡтар дуҫлығы орденлы дәүләт академия рус халыҡ хоры, Эмир Кустурица һәм The No Smoking Orchestra (Сербия).
Концерт сығыштарынан тыш, Фольклориадала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн эшлекле һәм мәҙәни программа әҙерләнгән:
- Донъя халыҡтары битлектәре күргәҙмәһе (4-10 июль БР Милли музейҙа)
- Халыҡ музыка ҡоралдары күргәҙмәһе (4-10 июль "Торатау" конгресс-холында)
- CIOFF рухи мәҙәни мираҫты һаҡлау мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференция (4 июль "Торатау" конгресс-холында)
- Фольклориада барған бөтә көндәрҙә лә "Торатау" конгресс-холы алдындағы майҙанда кәсепселек һәм һөнәрселек оҫталарының халыҡ-ара күргәҙмәһе була.

Фольклориадала еңеүселәр билдәләнәме? Олимпиада менән сағыштырыуҙарға ҡарамаҫтан, Фольклориадала ярыш рухы юҡ, бында бөтәһе лә үҙ-ара ихтирам, гармония һәм донъя халыҡтарының бер-береһе менән аралашыуына нигеҙләнә. Донъя илдәренең фольклор коллективтары бер-береһен үҙҙәренең музыка, бейеү, декоратив сәнғәт һәм һөнәрселек оҫталыҡтары, халыҡ уйындары һәм йолалары менән таныштыра, ә иң яҡшыһы, кем икәнде билдәләмәй.

Рекордтар ҡуйыласаҡмы? Эйе, Фольклориада сиктәрендә 4 июль Өфөлә үтәсәк "Донъя халыҡтары хороводы"н Донъяның рекордтар китабына индереү ҡарала. Фольклориадала ҡатнашыусы донъяның ҡырҡлаған иле һәм Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтар донъя рекорды ҡуясаҡ, тип көтөлә.

Сығыштарҙы йә уларҙың яҙмаларын ҡайҙа ҡарарға була? Фестивалгә килә алмаған тамашасылар өсөн урындағы телеканалдарҙа, шул иҫәптән БСТ-ла һәм рәсми сайттарҙа, Бәйләнештә, Инстаграмда тура трансляциялар алып барыласаҡ.

Рәсәй һәм Башҡортостан өсөн Фольклориада нимә бирәсәк? Фольклориада - ул илдәр араһында мәҙәниәт һәм тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән социаль проект, йәғни башҡаларҙы ҡарау, үҙеңде күрһәтеү. Фольклориада йәшәп килгән йылдар буйы уның Рәсәйҙә үткәрелгәне юҡ ине әле. Фольклориада мәҙәниәтте һаҡлау мәнфәғәтен күҙәткән кешеләр бергәләшеп бер майҙанға йыйылыу мөмкинлеген биргән быуат ваҡиғаһы буласаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.21 | Ҡаралған: 259

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru