«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2021

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04  |  05
Февраль
   06  |  07  |  08  |  09
Март
   10  |  11  |  12  |  13
Апрель
   14  |  15  |  16  |  17
Май
   18  |  19  |  20  |  21  |  22
Июнь
   23  |  24  |  25  |  26
Июль
   27  |  28  |  29  |  30  |  31
Август
   32  |  33  |  34  |  35
Сентябрь
   36  |  37  |  38
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй Президенты указы менән пенсионерҙарға ла, балаларға ла 10-ар мең аҡса бирелде. Ошо ярҙам саралары тураһында ни әйтерһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ ТӨРЛӨ-ТӨРЛӨ...
+  - 


Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусылар кәңәшмәһе

Йыйылыусыларҙы Рәсәйҙең Мәҙәниәт министры Ольга Любимова видеояҙма аша тәбрикләп, был сараны үткәреү Рәсәй өсөн ҙур бәхет булыуын, Башҡортостан халҡының ҡунаҡсыллығы, ихласлығы һәм уңайлы инфраструктураһы арҡаһында уның юғары ойошҡанлыҡ менән үтеүенә ышаныс белдерҙе. Конференцияның модераторы, В. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова билдәләп китеүенсә, конференцияла Рәсәйҙең 57 төбәгенән халыҡ ижады йорттары директорҙары, ошо системала эшләүселәр ҡатнаша һәм уларҙың барыһы ла халыҡ ижадын, фольклорҙы туплау, һаҡлау менән шөғөлләнә. Ғөмүмән, Тамара Валентиновна белдереүенсә, һәр рәсәйле ошо эшкә үҙ өлөшөн индерә. "Был залда йыйылыусыларҙың береһен дә был эштең ни тиклем мөһим һәм кәрәкле икәненә инандырыу кәрәк түгел, - тине ул. - Бында бары тик бер уйҙа, бер фекерҙә булыусылар ултыра. Һәр ҡайһыбыҙға традицияларҙы, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, үҙ мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау, уның киләсәген тәьмин итеү - бик мөһим. Шуға күрә, йөҙ тапҡыр һөйләгәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ булһын өсөн, бөгөнгө программала Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән халыҡтарҙың традицион мәҙәниәтен күрһәтергә, уларҙың тәжрибәһе, белеме менән таныштырырға тырыштыҡ".
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм CIOFF-ҡа Башҡортостанға Фольклориаданы ойоштороу һәм әҙерләү буйынса күрһәтелгән ышанысы өсөн рәхмәт белдереп, республиканың гармониялы милләт-ара мөнәсәбәттәр ҡороу буйынса ҙур тәжрибәгә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Бында килгән коллективтар - улар халыҡ мәҙәниәтен һаҡлаусылар һәм уны быуындан-быуынға тапшырыусылар. Бөгөн беҙ үткәргән фәнни тикшеренеүҙәр, уларҙың һөҙөмтәләре буйынса сығарылған баҫма мәғлүмәт тарихи факттар, йөҙ, бәлки, мең йылдан һуң да ҡулланыласаҡ архив сығанаҡтары булып ҡаласаҡ. Шуға күрә традицияларҙы, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе фәнни күҙлектән дә тикшерергә, уларҙы өйрәнергә кәрәк", - тине ул.
CIOFF президенты Филипп Боссан үҙенең сығышында республикала дуҫлыҡ рухы хөкөм һөрөүен билдәләне. CIOFF-тың ЮНЕСКО-лағы рәсми вәкиле Магдалена Товорник илдәр башлыҡтарының халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа ярҙам итеренә өмөт белдерҙе. "ЮНЕСКО-ның һәр ағза-иле милли мөнәсәбәттәрҙең дәүләттең эске сәйәсәтен ҡороуҙа мөһим роль уйнағанын яҡшы аңлай", - тине ул.
В. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директорының беренсе урынбаҫары Мери Русанова Рәсәйҙә матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса ниндәй эштәр алып барылыуы тураһында бәйән итте: "Бөгөн Рәсәйҙә 200 самаһы милләт һәм халыҡ вәкиле йәшәй һәм уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ теле, тарихы, мәҙәниәте бар. Бай этномәҙәни күп төрлөлөк ғалимдарҙың, тарихсыларҙың, этнографтарҙың, фольклорсыларҙың ғына түгел, шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең, башҡарыусыларҙың, белгестәрҙең һәм традицион мәҙәниәткә ғашиҡ кешеләрҙең даими рәүештә иғтибарын һәм һаҡсыл ҡарашын талап итә. Был йәһәттән, әлбиттә, төрлө формалағы, төрлө ысулдағы дәүләт кимәлендәге ярҙам да кәрәк. Бындай ярҙамдың бер өлөшөн халыҡ ижады үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре башҡара". Мери Вахтанговна билдәләүенсә, халыҡ-ара эшмәкәрлегендә Халыҡ ижады йорто 1999 йылдан алып РФ-ның ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы менән хеҙмәттәшлек итә һәм 2000 йылдан ЮНЕСКО-ның ауыҙ-тел ижады шедеврҙары исемлегенә үҙ мираҫын тәҡдим итә башлай, әлеге ваҡытта уға илдең ике объекты: Байкал аръяғы семейскийҙарының традицион мәҙәниәте һәм яҡуттарҙың "Олонхо" героик эпосы ингән. Әйткәндәй, башҡорт халҡының "Урал батыр" эпосы ла был исемлеккә инеүгә дәғүә итеп ҡараны, әммә объектив сәбәптәр арҡаһында процесс туҡталып ҡалды.
Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, РФ-ның ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ҡарамағындағы матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса Рәсәй комитетының Эксперт советы рәйесе, РФА Урал төбәк бүлексәһе Пермь фәнни үҙәгенең тарих, археология һәм этнография бүлегенең этнологик тикшеренеүҙәр секторы мөдире Александр Черных Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарын табыу, өйрәнеү һәм һаҡлау мәсьәләләре буйынса эксперттарҙың эшмәкәрлеге нимәгә нигеҙләнеүе тураһында һөйләне: "Илдең бер нисә климат һыҙатында урынлашыуы, уның территорияһының ҙурлығы мәҙәни традицияларға ҙур йоғонто яһай, - тине Александр Васильевич. - Бындай шарттарҙа бер нисә мөһим концепт барлыҡҡа килә. Уның иң тәүгеһе, әлбиттә, күп төрлөлөк. Был күп төрлөлөк йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, милли кухня, кәсепселекте һ.б. үҙ эсенә ала. Икенсе концепт: этник күп төрлөлөк, сөнки һуңғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса Рәсәйҙә 200 самаһы милләт халыҡтары йәшәй, этник төркөмдәрҙе лә ҡушһаҡ, был күрһәткес тағы ла арта. Киләһе концепт, әлбиттә, урынға бәйлелек һәм вариативлыҡ. Күп кенә объекттар милләт-ара, төбәк-ара характерға эйә. Шуға күрә бер объекттың бер нисә вариантын осратырға мөмкин. Һәм хәҙерге ваҡытта матди булмаған мәҙәни мираҫ менән эш иткәндә уларҙы табыу, һүрәтләү һәм презентациялау, каталогка индереү төп урында тора".

Йолаларҙы тергеҙеү анһат эш түгел

Конференцияның беренсе өлөшө халыҡ ижады үҙәктәре белгестәре өсөн кәрәкле мәғлүмәткә бай булыуы менән әһәмиәтле булһа, икенсе өлөшө ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы булғандыр, моғайын, сөнки унда Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы объекттарының бер нисәһе күрһәтелде. Ҡунаҡ ҡаршылаусы яҡ булараҡ, тәүге һүҙҙе Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков алды һәм ҡыҫҡаса республиканың төп брендтарына экскурс яһағандан һуң, башҡорт халҡының мәшһүр ҡобайыры - "Урал батыр" эпосы менән таныштырҙы. Ә инде Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең "Рәсәй йәне" премияһы лауреаты Асия Солтанованың, халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Илһам Байбулдиндың, "Урал батыр" эпосын башҡарыу буйынса үҙенең дебют сығышын яһаған Учалы ҡыҙы Яҙгөл Нуретдинованың (һүрәттә) сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Әйткәндәй, Фольклориаданы асыу тантанаһы тап "Урал батыр" эпосына нигеҙләнеп эшләнгәнлектән, ҡунаҡтарға эпостың өҙөктәрен башҡарыусыларҙан ишетеү уның асылын аңларға тағы ла нығыраҡ ярҙам иткәндер, моғайын.
В. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йортоноң матди булмаған мәҙәни мираҫ секторы мөдире, филология фәндәре докторы, Славян мәҙәниәте институтының дөйөм һәм славян сәнғәте белеме кафедраһы доценты Варвара Добровольская Дағстан Республикаһының Цунтин районы Шаитли ауылында йәшәгән дидойҙарҙың (үҙатамалары - цездар) ҡышты оҙатыуға арналған Игби байрамы һәм Липецк өлкәһенең Добровский районында балсыҡтан уйынсыҡтар эшләү технологияһы тураһында һөйләне. Игби байрамы - бублик формаһында бешерелгән "иг"тың (икмәк) күплек һүҙенән килеп сыҡҡан. Байрам көнөндә ауыл уртаһына бүре кейемендәге һәм битлегендәге бер нисә егет йыйыла һәм улар 7-10 йәшлек малайҙар оҙатыуында ауылды урап сыға, юл ыңғайы һәр йортҡа инеп, унан берәр икмәк (иг) алып, уны оҙон таяҡҡа элеп, ике кеше ике яҡтан күтәреп бара. Был ваҡытта ауыл уртаһындағы майҙанда тамашасылар һәм төрлө костюмдағы (маскарад костюмдары) байрамда ҡатнашыусылар йыйыла. Игбиҙың төп персонаждарының береһе - мөһабәт Квидили. Уның буйы 2 метрға етә. Майҙанға килеп еткәс, бүреләр һәм Квидили йыйылыусыларға яңы йылда мул уңыш теләй. Тамаша көн үҙәгенә тиклем дауам итә һәм ошо көндән яҙ килә тип һанала.
Маҡсаты чечен йәштәрен таныштырыу булған Синкъерам йәмәғәт институты тураһында Чечен Республикаһының Халыҡ ижады үҙәге директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рамзан Даудов бәйән итте: "Чечен халҡының төп мәҙәни ҡиммәттәре азатлыҡ, намыҫ һәм яуаплылыҡ төшөнсәләре менән бәйле. Бөгөн беҙ ҡараясаҡ синкъерам (йолаларҙы ихтирам итеүҙе күрһәткән кисә) йолаһының төп принциптары тап шуларға нигеҙләнгән. Йәштәрҙе таныштырыу йүнәлешендә ойошторолған йәмәғәт институты унда ҡатнашыусыларҙың танышлығының артабан етди ниәттәргә килтереүен күҙаллай. Чечендар 18-се быуатта имам Шамилдың, етди демографик проблемалар арҡаһында 15 йәше тулыу менән ҡыҙҙарҙы 3 көн эсендә кейәүгә биреү тураһындағы указына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең традицияларын һаҡлап ҡала алған. Чечендар өсөн мөхәббәткә, ҡыҙҙарҙың йөрәген яулап алыуға нигеҙләнгән ғаилә төп урында тора һәм шуға күрә лә улар үҙ традицияларын һаҡлауға өлгәшә. Егеттәргә ҡыҙҙар менән икәүҙән-икәү ҡалыу, хатта ҡыҙҙарға бармаҡ осо менән ҡағылыу ҙа көс ҡулланыуға тиң булып һанала. "Ҡыҙҙарҙың намыҫы түбәнһетелгән илдә яугирҙар тыумай", - ти халыҡ аҡылы. Үҙенә оҡшаған ҡыҙҙың иғтибарын яулау өсөн егеттәр ҡыҙ яғынан да, үҙе яғынан да шаһиттар булған синкъерамда рәсми мөрәжәғәт итә алған. Синкъерам еткән ҡыҙ булған ғаиләләрҙә лә ойошторолған, был хаҡта шунда уҡ тирә-яҡҡа мәғлүм булған. Йәштәр өсөн уҙғарылған кисәләрҙә тамада һәм уның ярҙамсылары, оло йәштәге кешеләр була һәм улар йәштәргә үҙҙәренең иҫкәртеүҙәрен еткерә ала. Ҡыҙ йортона егет бер ваҡытта ла яңғыҙы килмәй, уны һәр саҡ ҡыҙ йәки ир туғандары оҙатып йөрөй. Ҡыҙҙар бындай кисәләрҙә 15 йәше тулғас ҡына ҡатнаша ала.
Кисә барған бинала, хәүеф янағанда, унан башҡаларҙы яҡлау мөмкинлеге булһын өсөн егеттәр ишек яғында урын ала, ҡыҙҙар - ишеккә ҡаршы яҡта. Алып барыусылар араһында ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет тамада була. Кисә барған йорт йәки бина хужаһы уның төп маҡсатын һәм үткәреү ваҡытын билдәләй. Әгәр егеткә ниндәйҙер ҡыҙ оҡшай икән, ул тамадаларҙың икеһенән дә (тәүҙә ир тамаданан, һуңынан ҡатын-ҡыҙ тамаданан) һөйләшеүгә рөхсәт һорай. Ҡатын-ҡыҙ тамада үтенесте ҡыҙға еткерә, әгәр егет оҡшамаһа, ҡыҙ матур ғына сәбәп табып, мәҙәниәтле генә итеп баш тарта. Егет оҡшаған осраҡта, ҡыҙ кисәлә үҙе ихтирам иткән кешеләрҙең дә ҡатнашыуын белгертә. Тәүге танышыуҙан һуң икенсе осрашыуҙа ҡыҙ егеткә иғтибар күрһәтмәй икән, был инде танышыуҙың киләсәге булмаясағын иҫкәртә. Иғтибар билдәһе булһа, уларҙың танышыуы юғарыраҡ этапҡа күтәрелә. Дүртенсе этапта ғына егет ҡыҙҙан кейәүгә сығырға ризалыҡ алырға мөмкин. Шунан һуң ғына егет барыһының да алдында ҡыҙҙың ризалығы тураһында иғлан итә һәм был вәғәҙә иман кеүек үк көслө була, сөнки вәғәҙәне боҙоу ике яҡ өсөн дә оят, ғәрлек һанала. Үҙенең ризалығын ҡыҙ ниндәйҙер бүләк биреп нығытып ҡуя", - тип һөйләне Рамзан Докаевич. Әле хәтерҙән юйылып бөтмәгән тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, башҡорттарҙа ла шундай йола булғанын күрергә мөмкин, йәғни ҡыҙ күҙләү, вәғәҙәләшеү, кейәүләү, йәрәшеү. Чечендар үҙҙәренең ғаилә ҡороуға етди ҡараған йолаларын тергеҙә икән, беҙгә лә уйланырға, уларҙың тәжрибәһе нигеҙендә шундай уҡ йәмәғәт институты булдырырға урын бар. Әйткәндәй, синкъерамда сәхнә өсөн ҡуйылған бейеү түгел, ә көндәлек бейеү башҡарыла һәм хәрәкәттәр аша егеттәр ҡыҙҙарға үҙенең хистәрен белдерә, йәғни бейеү-саҡырыу яһай. Конференцияла "Вайнах" бейеү ансамбле солисы шундай бейеү башҡарып та күрһәтте.
Алтай Республикаһының Халыҡ үҙәге директоры, Алтай Башлығы оркестры дирижеры Анастасия Уркунова өзләү һәм милли музыка ҡоралдары тураһында мәғлүмәт бирһә, Алтай Республикаһының атҡаҙанған артисы, Республика Башлығы оркестрының солисы Добрыня Сатин өс төрлө характерҙағы өзләү башҡарып, тамашасыны хайран итте. Әйткәндәй, Добрыня Владимирович Башҡортостан тамашасыһына яҡшы таныш, сөнки ул 2016 йылда үткән "Урал моңо" халыҡ-ара конкурсында Гран-приға лайыҡ була. Шулай уҡ сығыш яһаусы Алтайҙа йыл һайын сәсәндәр ҡоролтайы уҙғарылыуы һәм унда 7 йәштән алып 70 йәшкә тиклем 100 кешенең ҡатнашыуы, сәсәнлек серҙәренә төшөнөүе тураһында һөйләне. Тимәк, беҙгә был йүнәлештә лә эшләйһе эштәр бар, анығырағы республикалағы Сәсәндәр мәктәбе эшмәкәрлеген көсәйтергә һәм уны йыл да ҡоролтай уҙғарырлыҡ көслө, ҡеүәтле кимәлгә еткерергә кәрәк. Әйткәндәй, быйыл БДУ-ның Сибай филиалында фольклор буйынса махсус белгестәр диплом ала. Әммә улар ни бары өс кенә бөртөк...
Конференцияны ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә ингән семейскийҙар мәҙәниәте тамамланы. "Судьбинушка" халыҡ этнографик ансамбленең художество етәксеһе, Бүрәт республикаһының атҡаҙанған артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Галина Чебунина старообрядсылар менән таныштырҙы. Байкал аръяғында семейскийҙар 250 йыл йәшәй. Улар 17-се быуат урталарында Украина, Польша, Беларусь биләмәләренә ҡасҡан һәм 1860 йылдарҙа батша ғәскәрҙәре тарафынан кире ҡайтарылып, Байкал аръяғына һөрөлгән, үҙҙәренең мәҙәниәтен, традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалған Боронғо Русь старообрядсылары. "Семейскийҙарҙың ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә инеүен, халыҡтың тирә-яғындағы, уны уратып алған мәҙәни мөхиттең баһалап бөткөһөҙ ҙур байлыҡ икәнлеген йәмғиәт аңлап бөтмәй ине әле, - ти Галина Ермолаевна. - Ғалимдарҙы, башҡа белгестәрҙе, туристарҙы йәлеп итә һәм семейскийҙарҙың мәҙәниәтен һаҡлауға йүнәлтелгән төрлө программалар ҡабул ителә башлағас ҡына халыҡ этносҡа ниндәйҙер ҡатнашлығы булыуы тураһында аңлай һәм ғорурлана башланы".
Хәҙерге семейскийҙар Бүрәт иле территорияһына 18-се быуат урталарында килеп урынлашып, крайҙың йөҙөн һиҙелерлек үҙгәртә. Бөгөн республика халҡының 1/5 өлөшөн (яҡынса 200 мең кеше) семейскийҙар алып тора. Әммә улар семейскийҙар мәҙәниәтен йөрөтмәй, сөнки совет осоронда йәштәр тамырҙарынан айырыла. Борон-борондан тарихи, мәҙәни традициялар ғаиләлә быуындан-быуынға тапшырылһа, әле килеп был күренеш бөтөнләй үҙгәргән: күсәгилешлекте тәьмин итеүселәр ролен мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, тарих уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, йәмәғәтселәр һәм битараф булмағандар ғына үтәй һәм үҙҙәренә шундай бурыс йөкмәгән. Эш иҫтәлекле даталарҙы билдәләгәндә генә әүҙемләшеп ҡала, әммә системаға һалынған планлы, оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән эш алып барылмай. Шул уҡ ваҡытта семейскийҙар мәҙәниәтенең ЮНЕСКО исемлегенә индерелеүе уларҙы ил буйынса ғына түгел, донъя буйынса төрлө сараларға саҡырыу билеты булып та тора. Старообрядсыларҙың йырҙары донъяның төрлө илдәрендә таныла башлай, ә коллектив ағзалары урындағы интеллигенцияның алтын бағанаһына әүерелә, сөнки семейскийҙар йырҙарын башҡарыу оҫталығы бөгөн юғары урында тора һәм баһалана. Шул уҡ ваҡытта был мәҙәниәтте һаҡлаусылар туристарҙы ылыҡтырһа ла, тарихи-этнографик йәһәттән тейешенсә иғтибар йәлеп итә алмай. Хатта үҙен ошо мәҙәниәтте йөрөтөүселәр рәтенә индергәндәр ҙә, кейемдәрендәге теге йәки был элементтың нимә аңлатыуын, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр, йырҙарҙың тарихын һораша башлаһаң, бер нәмә лә белмәй икәнлеге асыҡланыуын әсенеп һөйләне Галина Чебунина, ә быларҙың барыһын да хәтерендә һаҡлаған оло быуын кәмегәндән-кәмей. Заман технологиялары семейскийҙар ауылдарының да йөҙөн үҙгәртә, уларҙа семәрле ҡапҡалар, тәҙрә ҡапҡастары һ.б. милли мәҙәниәт элементтары юғала бара. "Мәсьәләне хәл итеү өсөн семейскийҙар йәшәгән һәр районда мәҙәни үҙәктәр булдырырға кәрәк. Унда теләге булған һәр кем белем алһын, быуындан-быуынға һаҡланып килгән милли кәсепселек оҫталығы серҙәрен, тарихты һәм йыр мәҙәниәтен һ.б. өйрәнһен", - тине сығыш яһаусы.
Шулай итеп, Рәсәйҙең күп төбәктәре һәм мәҙәниәттәре өсөн таныш күренештәр һәм проблемалар, ҡасандыр ил башлығы "Башҡортостанда, һыу тамсыһындағылай, тотош Рәсәй сағыла", тигәндәй, айырым төбәктәрҙә тотош илгә хас булған проблемалар сағылыш таба. Сөнки беҙгә, семейскийҙар күп тауышҡа башҡарған йырҙар кеүек, күп төрлөлөк хас. Һәм һәр мәҙәниәт үҙенә айырым ҡараш талап итә.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.21 | Ҡаралған: 151

ҺАЙЛАУ 2021!
 
 
Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! 2021 йылдың икенсе яртыһында ла "Киске Өфө" менән дуҫлыҡҡа тоғро ҡалғанығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ә хәҙер 2022 йылдың беренсе яртыһы тураһында ваҡытынан алда хәстәрлек күреп, 1 сентябрҙән хаҡтар үҙгәргәнгә тиклем ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 6 айға - 692 һум 94 тингә, 3 айға - 346 һум 47 тингә яҙыла алаһығыҙ. Бергә булайыҡ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2021 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ
файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.


Сайтты төҙөнө zahir, дизайн һәм алып барыу BArt