«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАН
+  - 

Балан йыйыр мәл. Урман ситтәрендә, баҡсаларҙа ауыр тәлгәштәрен эйеп, ут-ялҡындай ҡыҙарып, күҙҙәрҙе ҡамаштыра ул. Быйылғы эҫелә күптән беште инде балан, ә шулай ҙа ҡырауҙан һуң айырыуса тәмләнә, баллана ғына ул.

Был емеш ағасының илаһи гүзәллеге хаҡында күпме шиғыр, күпме йыр яҙылған! Шул уҡ ваҡытта ифрат файҙалы, шифалы булыуы менән дә дан тота ул. Баландың шифаһы булмаған бер генә өлөшө лә юҡ: сәскәһе лә, емеше лә, ҡайырыһы ла, хатта тамыры ла дауа. Уның сәскәһе һәм емештәрен яҡшы елләтелгән урында киптерәләр һәм ҡышҡылыҡҡа ҡағыҙ йәки киндер моҡсайҙа һаҡлайҙар. Киптерелгән ҡайырыһын һаҡлау ваҡыты - 4, сәскәһе менән емештәренеке 1 йыл. Емештәрен туңдырырға ла мөмкин, быҡтырып, иләк аша алынған иҙмәһенән балан ҡатығы яһай уңғандар. Уға бал ҡушып та ебәрһәң, икеләтә шифаһы тейер. Балан емеше һуты менән төнәтмәһе бәүел ҡыуҙыра, йөрәк сиренән шешенеүҙәргә, ҡан тамырҙары склерозына ҡаршы яҡшы дауа. Ҡан баҫымы юғары булғанда балан емешен эсендәге һөйәге менән бергә көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан берәр аш ҡалағы ҡабул итергә.
Әйтеүебеҙсә, балан ҡайырыһының дауалау көсө бик һөҙөмтәле. Уның төнәтмәһе ҡан туҡтатыу (бала тапҡандан һуң аналыҡтан ҡан аҡҡанда, күп һәм ауыртыныу менән үткән күрем мәлендә, түлдән ҡалған осорҙа) һәләтенә эйә. Танау ҡанағанда ҡайыры төнәтмәһендә сылатылған тампонды танау ҡыуышлығында тоталар. Ҡайырының 70 процентлы спирттағы төнәтмәһен 30-40 тамсылап көнөнә 2-3 тапҡыр эсергә.
Балан емештәре төнәтмәһе тынысландыра, тартышыуға ҡаршы, йоҡоһоҙлоҡтан, истериянан, невроздарҙан, быума өйәнәгенән, ныҡ тирләүҙән ҡулланыла. Яңы йыйылған емештәре һәм уның бал ҡатыш төнәтмәһе тир ҡыуҙыра, йүткеректән, бронхиттан, башланып торған үпкә елһенеүенән, һыуыҡ тейҙереү арҡаһында баш ауырыуҙан, ангинанан, тауыш юғалыуҙан файҙалы. Баллы балан ошолай әҙерләнә: 100 грамм емеште 5 минут ҡайнатҡас, 200 грамм бал ҡушып бутарға, 1-2 аш ҡалағы иҫәбенән көнөнә 4-5 тапҡыр ашарға. Бындай дауа йүткеректән һәм ҡурылдай астмаһынан яҡшы ярҙам итә. Яңы һығылған емеш һуты менән балан сәскәһе төнәтмәһе баш ауырыуын баҫа, аппетитты аса, аш һеңдерә, түбән әселектәге гастриттан, ашҡаҙан яман шешенән, һары ауырыуынан, бауыр сиренән, стоматиттан дауа. Шулай уҡ быҡтырылған баланға бал өҫтәп тә ашайҙар, ул организмды витаминдар менән байыта.
Балан бик файҙалы косметик сара ла ул. Элек-электән ҡыҙҙар уның һуты менән биттәрен йыуған: был уларға һипкелдән һәм һытҡыларҙан ҡотолорға ярҙам иткән, тирене ағартҡан.
Балан майы ла була. Ләкин өй шарттарында әҙерләүе бик ҡатмарлы һәм мәшәҡәтле эш, уны дарыухананан һатып алырға ла мөмкин. Балан майы - витаминдар хазинаһы, унда шулай уҡ калий, кальций, тимер, марганец, баҡыр, цинк, селен, никель, стронций кеүек минераль матдәләр күп.

Мәрзиә БИКТИМЕРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.21 | Ҡаралған: 297

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru