«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УТТА ЯНМАЙ, ҺЫУҘА БАТМАЙ...
+  - 


Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үткән түңәрәк ҡор халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы - легендар дивизияның командиры генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа ихтирамдың бер сағылышы булды.

БР Фәндәр академияһы, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты, Шайморатов музейы ойошторған сарала тәбрикләү һүҙе менән сығыш яһап, БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев башҡорт әҙәбиәтендә генералдың образына бирелгән урын тураһында һөйләне. Билдәләнеүенсә, беренселәрҙән булып уға уҙған быуаттың 50-се йылдары һуңында Ибраһим Абдуллин мөрәжәғәт итә һәм "Шайморатов генерал" пьесаһын яҙа, Ҡадир Даян ҡәләменән сыҡҡан "Шайморатов генерал" йыры хәҙер инде халыҡ йыры кимәлендә йөрөй. Заман шауҡымымы, әллә башҡа сәбәптәнме, артабан был образ иғтибарҙан төшөп ҡала һәм бары тик 80-се йылдарҙа ғына Тайфур Сәғитов "Аманат" китабын нәшер итә. Тиҫтә йыл самаһы үткәс, Яныбай Хамматовтың "Башҡорттар китте һуғышҡа" китабы донъя күрә һәм быға тиклем булған әҫәрҙәрҙән айырмалы, унда Шайморатов образы нығыраҡ асыла.
Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире, тарих фәндәре кандидаты Рәмил Рәхимовтың сығышы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында РККА-ның 8-се кавалерия корпусының юғары кадрҙар составына арналды. Корпус менән командалыҡ иткән Корзун, Лунев, Жадов, Дудко, Борисов - улар Буденныйҙың мәктәбен үткән кешеләр, тәжрибәле кавалеристар, йәғни хәрби әҙерлектәре бер кимәлдә була. Корпусҡа ингән 55-се Алтай, 112-се башҡорт, 21-се таулы кавалерия дивизиялары тип аталыуға ҡарамаҫтан, уларҙың нигеҙен Волга буйы республикалары халыҡтары алып тора. Корпус ил өсөн әһәмиәтле Мәскәү, Сталинград, Донбасс һ.б. алыштарҙа ҡатнаша. Бөгөн ниндәй генә имеш-мимештәр йөрөмәһен, Борисов Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исеме биреү тураһындағы документҡа ҡул ҡуя. Әммә тарихтың беҙгә асылмаған һәм һаманғаса йәшерен грифы аҫтында булған материалдары ла бихисап. Шулай ҙа дошмандың етди ҡоралланған армияһына ҡаршы һыбайлыларҙы ебәреү дөрөҫ булғанмы? Рәмил Нәсибулла улы белдереүенсә, ул заманда стратегия бик ентекләп уйланылған була, кавалерия бер ваҡытта ла яңғыҙы ғына алышҡа инмәй, уны танкылар, артиллерия, автоматсылар һ.б оҙатып барырға тейеш тиелә һәм шулай итәләр ҙә. Ләкин һуғыш мәле икәнлеген һәм кеше факторын да оноторға ярамай - улар уйланылған стратегияға үҙ эҙен һала.
"Любизар" 1-се Башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клуб" Төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илдар Шәйәхмәтов быйыл Тербуныла хәрби-тарихи реконструкция фестивалендә ҡатнашып ҡайтыу тәьҫораттары менән бүлеште. Ниһайәт, "Аҡбуҙат" ипподромы клубҡа ярҙам күрһәтеп, 5 ат һәм уларҙы юлда йөрөтөү өсөн махсус фургон биргән, әммә ойоштороусылар киләһе йылда башҡорттарҙың тағы ла күберәк килеүен үтенгән. Ғөмүмән, Илдар Ғиндулла улы һәм Тербуныла булғандар бер тауыштан урындағы халыҡтың Башҡортостан вәкилдәрен, башҡорттарҙы һәр саҡ ҡолас йәйеп, йылы ҡабул итеүҙәрен, һыҙыҡ өҫтөнә ала. Геройҙар аллеяһында ла Шайморатовҡа ҡуйылған бюст башҡаларҙан айырылып тороуы менән иғтибарҙы йәлеп итә, ти улар. Башҡа бюстарҙың нигеҙе бер төрлө булһа, Миңлеғәли Минһаж улыныҡы граниттан ентекле эшләнгән. "Бының менән улар Шайморатовтың гранит кеүек ныҡлы булыуын әйтергә теләгәндер", - ти Илдар Ғиндулла улы.
Журналист, крайҙы өйрәнеүсе Борис Малородов командирҙар составындағы мөнәсәбәттәр, Миңлеғәли Шайморатовтың һәләк булыу шарттары тураһында фекер белдерҙе. Бик йыш булмаһа ла, бөгөн Шайморатов һәләк булғанмы, әллә әсирлеккә эләккәнме, тигән һорауҙар ишетелеп ҡалғанда, Борис Яковлевичтың һәм тарихсыларҙың яуабы бер: генерал тиклем генерал әсирлеккә эләкһә, был хаҡта архивтарҙа документтар мотлаҡ булыр, немецтар ҙа был хаҡта яҙыр ине. Мәҫәлән, Борисовтың әсирлектә булыуы рәсми документтар менән раҫлана. Әммә Шайморатовтың әсирлеккә эләгеүе тураһында бер генә документ та юҡ, тимәк, ул һәләк булған, тип белдерҙе. Шулай уҡ Б. Малородов Луганскиҙа Шайморатов ерләнгән тип күҙалланған ҡәбергә эксгумация эшләп, ҡабаттан экспертиза үткәрергә теләүҙәрен белдерҙе.
Яҙыусы Флүр Ғәлимов Шайморатов тураһында яңы повесының яҙылыу тарихы менән таныштырһа, "Башҡорт энциклопедияһы" фәнни учреждениеһының бүлек мөдире Анастасия Корочкина "Шайморатовсылар - легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары" электрон һәм баҫма ресурсы проекты тураһында һөйләне. Уның сығышына өҫтәмә итеп "Киске Өфө" гәзите журналисы, Башҡорт Википедияһы ирекмәне Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова Башҡорт Википедияһында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә субсидия рәүешендә бирелгән БР Башлығы гранты ярҙамында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тигән проект асылыуы һәм быйыл июндә мәҡәләләр яҙыу буйынса конкурс үтеүе, уның һөҙөмтәләре менән таныштырҙы, эш барышында асыҡланған етешһеҙлектәр тураһында һөйләне, тарихсыларҙы, энциклопедия хеҙмәткәрҙәрен, ғөмүмән, битараф булмағандарҙы хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.
Сығыш яһаусыларҙың Шайморатовҡа, уның эргә-тирәһендәгеләр менән мөнәсәбәтенә һәм башҡа мәсьәләләр буйынса әленән-әле бәхәскә инеүе лә геройҙың биографияһы, тормош һәм яу юлының тулыһынса асыҡ булмауына ишараланы, әлегә ҡайһы бер мәлдәр фараз рәүешендә генә йәшәп килә, ә реаль тарихи шәхес, реаль ваҡиғалар аныҡ рәсми документтарға нигеҙләнергә тейеш. Юҡһа, теләгән һәр кем тарихты үҙенсә бороп ебәрергә лә күп һорамай. Хәйер, яңы ҡабул ителгән ил Конституцияһында тарихты үҙгәртеп яҙыуға юл ҡуймау тураһында махсус статья индерелде, ул сит ил тарихсыларының хеҙмәтенә генә түгел, тәү сиратта Рәсәй халыҡтарының тарихын "урлаған" йәки боҙоп күрһәткән, үҙенсә, үҙ мәнфәғәтендә интерпретациялаған ҡайһы бер Рәсәй тарихсыларына ла ҡағыла тип өмөтләнәйек.
Шулай уҡ Рәмил Рәхимов белдереүенсә, хәрби берләшмәләрҙең исеме уларҙың һуңғы атамаһы менән йөрөүе билдәле. Әммә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 16-сы гвардия кавалерия дивизияһына әйләндерелеүгә ҡарамаҫтан, уны беҙҙә һаман да элекке исеме менән атау ғәҙәткә ингән. Рәмил Насибулла улы уны 16-сы гвардия (112-се Башҡорт) Ленин орденлы Чернигов, Ҡыҙыл байраҡлы Суворов һәм Кутузов орденлы кавалерия дивизияһы тип атау яғында. Бында мотлаҡ "Башҡорт" һүҙе ҡалырға тейеш, сөнки ул тап Башҡортостанда ойошторолған дивизияның вариҫы була һәм һуғыш һуңында ла уның яугирҙарының 20 процентын Башҡортостан вәкилдәре тәшкил итә. Бындай уникаль дивизия башҡаса бер ҡайҙа ла булмай, ә уның легендар командиры кеүек хәрби етәкселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Әйткәндәй, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, дивизияны һуңғы атамаһы буйынса 16-сы гвардия (112-се Башҡорт) Ленин орденлы Чернигов, Ҡыҙыл байраҡлы Суворов һәм Кутузов орденлы кавалерия дивизияһы тип тулыһынса яҙыу буйынса һеҙҙән фекерҙәр көтәбеҙ. Юҡһа, Илдар Шәйәхмәтов: "Мәскәүҙә Поклонная горала музейҙа нисә тапҡыр булдым, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында мәғлүмәт тапманым. Һуңынан ғына 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы тип эҙләп таптым", - тигәйне. Бер нисә тиҫтә йылдан һуң 112-се Башҡорт кавдивизияһы тигән атама бөтөнләй хәтерҙән юйылмаһын ине, тип, алдан иҫкәртеп ҡуйыу урынлы...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.21 | Ҡаралған: 259

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru