«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР БАЛА ҺӘЛӘТЛЕ, ТИК УНЫ КҮРӘ, ҮҪТЕРӘ БЕЛӘЙЕК
+  - 


Өфөләге "Аврора" һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге хаҡында кемдәр ишетеп, кемдәр яҡындан танышып беләлер, моғайын. Уның ишектәре "Һәр баланың уңышы" федераль проекты сиктәрендә асылыуға инде өсөнсө йыл. Ойошманың эшмәкәрлеге һәм алдына алған маҡсаттары, ҡыҫҡа ғына осорҙа өлгәшелгән уңыштары тураһында директоры Айҙар СӘЙҒӘФӘРОВ менән әңгәмәләштек.

"Аврора" һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге тураһында балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ниндәй төп мәғлүмәттәрҙе белеү кәрәк?

- Был учреждение тик һәләттәре булғандар менән генә эшләй, тип уйлау беҙҙең үҙәк менән яҡындан таныш булмаған атай-әсәйҙәрҙең һәм мәктәп уҡыусыларының төп хаталы фекере. Ысынында иһә, беҙ "Сириус" федераль белем биреү үҙәге кеүек үк өс йүнәлештә: "Фән", "Сәнғәт" һәм "Спорт" буйынса барлыҡ балаларҙың да һәләттәрен асыҡлау, уларға оҡшаған өлкәлә үҫешеү мөмкинлеген бирәбеҙ. Һәләтһеҙ бер бала ла юҡ, уға ни бары күңеле ятҡан өлкәне табырға һәм тырышлыҡ һалырға ғына кәрәк. Беҙ мәктәптәге уҡыу программаһында булған бөтә предметтар буйынса эшләйбеҙ, хатта унан киңерәк тә. Мәҫәлән, шул уҡ "Фән" йүнәлешендә "Технология", "Химия", "Математика", "Физика", Биология һәм медицина", "Интернет технологиялары" тигән бүлектәр бар. "Спорт"та "Тхэквондо" һәм "Фехтование", ә "Сәнғәт" йүнәлешендә әлегә "Көршәк яһау сәнғәте", "Рәсем сәнғәте" һәм "Музыка" буйынса профиль сменалары ойошторола. Һуңғыһында милли уйын ҡоралдарында башҡарыу оҫталығы нигеҙҙәренә төшөнөргә лә мөмкин. Тағы ла ҡайһы берәүҙәр "Аврора" тик Өфө ҡалаһы өсөн генә эшләй, тип тә уйлай. Был осраҡта мин, ғәҙәттә, үҙебеҙ менән таныштырып, таблицабыҙҙы күрһәтәм: республиканың бөтә райондарынан йыйылған ҡатнашыусылар һаны, әүҙемлеге буйынса баш ҡала тәүге унау араһына ла инмәй.
Йәмғиәтебеҙ баҙар шарттарында йәшәгәнгәме, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа ниндәй өлкәлә, ниндәй кимәлдә белемеңде камиллаштырырға теләһәң дә, хаҡ түләү мотлаҡҡа әүерелде. Бер кем дә белемен бушлай таратмай. Әммә беҙ был тенденцияға буйһонмайбыҙ һәм бөтә белем биреү программаларыбыҙҙы бушлай ойошторабыҙ. Һәр уҡытыусы балаларын "Аврора" үҙәгенә ебәрә ала, дәрес үткәреү өсөн үҙенә ниндәйҙер материал кәрәк булғанда ла бер ниндәй хаҡ түләмәй, беҙҙән видео дәрестәр, презентациялар һ.б. алырға, квалификацияһын арттырырға мөмкин. Ә балаға өс йүнәлештең береһендә булһа ла ниндәйҙер кимәлгә өлгәшергә булышлыҡ итәбеҙ. Хатта балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн бушлай психолог ярҙамы ла бар.



Балалар һеҙгә нисек килеп ҡушыла ала?

- Әлбиттә, беҙ һәләтен үҫтерергә теләгән баланы үҙебеҙ эҙләп йөрөмәйбеҙ. Ул үҙе теләп беҙҙең эшкә ҡушылып китергә тейеш. Сөнки күңеленә ятҡан шөғөлдө тик ул ғына белә һәм артабан тырышып белем эстәүе-эстәмәүе ошоға туранан-тура бәйләнгән булыуын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Устав буйынса 7-се кластан 1-се курсҡа тиклемге йәш арауығында булған балалар менән эшләйбеҙ, шулай ҙа 5-се кластан башлап 4-се курсҡа - йәш кеше бакалавр белемен алғансыға тиклем уны оҙатып барыу маҡсатында эшмәкәрлегебеҙҙе киңәйтергә тырышабыҙ.
Бына уҡыусының "Аврора" эшенә ылығып китергә ябай ғына юлын тасуирлап китәйек. Тәү сиратта уҡыусы беҙҙең рәсми сайтты асып ҡарай, шунда барлыҡ йүнәлештәр буйынса ойошторолған эшмәкәрлек менән таныша һәм башлап ғариза тултырып ҡалдырырға тейеш. Ғаризаһы тикшерелгәс, үҙәктән уға электрон почта аша махсус бүләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ә артабан уҡыусының электрон почтаһына беҙҙә үткәрелгән онлайн уҡыуҙар тураһында мәғлүмәттәр ебәрә башлайбыҙ. Ул ҡайһыныһындалыр ҡатнашты һәм һөҙөмтәле эшләй икән, көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу этабына күсерәбеҙ, профиль сменаларға саҡыра башлайбыҙ. Ә инде үҙәк үткәргән олимпиадаларҙа ла үҙен яҡшы күрһәтә алһа, "Аврора"-Осош проектына саҡырабыҙ. Аңлағанһығыҙҙыр, "Аврора" эшенә ылығып китеү өсөн балаға бер ниндәй артыҡ сығымдар талап ителмәй, республиканың ниндәй район-ҡалаһынан, төпкөл ауылдан булғанда ла ни бары интернетҡа тоташтырылған берәй гаджет һәм теләк кәрәк.
Беҙҙең курстар төрлө кимәлдә ойошторолған предмет олимпиадаларында еңеүҙәр яуларға ярҙам итеүе, хатта ошоно беҙ тәүмаҡсат итеп ҡуйыуыбыҙ сер түгел. Шулай ҙа ниндәйҙер бер уҡыусы олимпиадаларҙа артыҡ ҡатнашырға ашҡынып тормай, хатта кәрәк тип тә тапмай, әммә фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары бар икән - "Аврора"-РАН проектына ҡушыла ала. Был проект балаға фән менән ҡыҙыҡһыныуын арттырырға, ғилми тикшеренеүҙәр үткәрергә, ниндәйҙер фәнни эштәр менән шөғөлләнергә, тәүге мәҡәләләрен яҙып өйрәнергә булышлыҡ итә. Ә инде йәш ғалимдарҙың эштәрен беҙҙең уҡытыусылар профессорҙар менән бергә тикшереп, юғары баһаға лайыҡ булғандарға "Аврора" фәндәре кандидаты" исеме биреләсәк. Был уй Башҡорт дәүләт медицина университетының бер профессоры менән әңгәмәләшкәндән һуң килде. "Ҡайһы бер балаларҙың эштәре магистр хеҙмәтенә торошло", - тигәйне ул.
и Ысынлап та, хәҙерге йәштәргә киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаясағын алдан күҙаллау мөһим. Бик булмаһа, ҡайһы юғары уҡыу йортона уҡырға барырға теләүен белеү кәрәк.
- Эйе, был йәһәттән беҙ "Аврора"-Вуз тигән программа астыҡ һәм мәктәп уҡыусылары 7-се кластан алып республика вуздарына уҡырға инергә әҙерлек үтә ала. Улар онлайн платформала уҡый һәм һайлаған юғары уҡыу йортоноң студенты булырға әҙерләнә. Ҡайһы берҙә шулай ҙа булырға мөмкин: уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханына яҡшы әҙерләнһә лә, тапшырған саҡта бер аҙ ҡаушап китепме, йә башҡа сәбәптән тейешле кимәлдә балл йыя алмаған. Был осраҡта уның "Аврора"ла үткән бөтә юлын беҙ асып ҡарап, бигерәк тә "Аврора-Вуз" проектында әүҙемлеген күрһәк, үҙен әҙерләгән юғары уҡыу йортона инергә ярҙам да итә алабыҙ. Шулай уҡ киләсәктә төрлө ойошмалар менән бәйләнешкә инеп, "Аврора"-Эш тигән проект асырға һәм балаларҙы хеҙмәт юлын башларға әҙерләргә ниәт итеп торабыҙ. Был да кәрәкле йүнәлештер тибеҙ, сөнки белеме булып та һөнәре буйынса эшләмәгән, йәки вуз тамамлағас, хеҙмәт стажы булмағанлыҡтан эшкә урынлаша алмай аптырап йөрөгән йәштәр менән йыш осрашырға тура килә.
Беҙ әле мәктәптә уҡытылған бөтә 24 предмет буйынса, бынан тыш программалаштырыу, квадрокоптерҙарҙы программалаштырыу, микробиология, робот техникаһы һәм башҡа өлкәләр буйынса белем бирәбеҙ. Бөтәһе лә бар, тик башҡорт теле генә юҡ, сөнки Башҡортостан Мәғариф министрлығында уның менән шөғөлләнгән айырым бүлек эшләй. Шулай ҙа әлегә "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы менән тапшырыуҙар төшөрәбеҙ һәм яңы проекттарҙы ла бойомға ашырыуҙы уй-ниәттәрҙә генә булһа ла йөрөтәбеҙ.

Был белемдәрҙе балаларға кемдәр бирә?

- "Аврора" һәр йүнәлеш буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы педагогтары менән эшләй. Үҙ предметын юғары кимәлдә белгән, тәжрибәле, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп эшләгән оҫта уҡытыусыларҙы эшкә яллайбыҙ. Улар Мәскәүҙән дә булырға мөмкин, йә башҡа төбәктән дә. Әлбиттә, химия буйынса беҙҙең Башҡортостан уҡытыусылары командаһына етеүсе юҡ, был фәндән үҙебеҙҙекеләр уҡыта. Былтыр Башҡортостандың төрлө ауыл-ҡалаларынан 30 мең уҡыусы "Аврора" системаһына инде. Улар менән Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашыусылар һаны ла 2 169-ҙан 3 523-кә артты, ә еңеүселәр һәм призерҙар өс тапҡырға күбәйҙе. 2021 йылда Башҡортостандың 47 уҡыусыһы Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының еңеүселәре булды. Хатта бер "аврорасы" мәктәп уҡыусыларының география буйынса Европа олимпиадаһында икенсе урынға лайыҡ булды. Ул хәҙер Халыҡ-ара олимпиадаларҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма командаһына инергә дәғүә итә.

Бөгөнгө балалар бик күпте белә, уларҙы ниндәйҙер яңылыҡ менән ҡыҙыҡһындырыуы ла еңел түгел. Һеҙ быға нисек өлгәшәһегеҙ?

- Ысынлап та, хәҙерге балаларҙың аң кимәле бик үҫешкән. Уларға ҡарап һоҡланмай ҙа булмай, беҙ бит ул йәштә урамда йүгереп уйнап йөрөгән малайҙар инек. Ә бөгөн үҫмерҙәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙары бар, ҡайһыларының бойомға ашырырға теләгән бынамын тигән проекттары, яңы идеялары бар. Бындай йәштәр өсөн беҙҙә "Аврора"-Стартап проекты асылған, унда техник белемдәре көслө уҡыусылар үҙ проектын күрһәтеп, шуға инвестициялар табып, киләсәктә тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирергә ниәтләйбеҙ.
Нишләптер, ҡайһы бер өлкәндәр балалар хәҙер ялҡау, улар интернет селтәрендәге мәғәнәһеҙ видео-фәләнде ҡарауҙан башҡаны белмәй, ә бына беҙ заманында китапхананан сығышмай инек, тигән кеүегерәк ғәйеп таға ла ҡуялар. Был һис улай түгел, ошо фекер менән килешә алмайым. Бөгөн балалар аңлы, аҡыллы һәм киләсәктә үҙенә нимә кәрәк булырын аныҡ белә. Шуға ла айырым предметҡа бөтә иғтибарын йүнәлтә, ә башҡаларынан үҙенә кәрәк тиклем генә белемде алырға мөмкин. Элек уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең тел осонда булған "Бөтә предметтарҙан да тик "яҡшыға" өлгәшергә тейешһең", тигән һүҙҙәр ҙә актуаль түгел бөгөн. Мәҫәлән, бала математиканы яҡшы белә, ә рус теленән өлгәше бер аҙ аҡһай, ти. Шул саҡта уҡытыусылар атай-әсәйгә нимә ти? Рус теленән репетитор менән шөғөлләнеү кәрәк, ти. Юҡ, был осраҡта балаға, киреһенсә, математика буйынса репетитор яллау зарур, сөнки уның көслө яғын тартырға, үҫтерергә кәрәк. Был фекерем менән килешмәүселәр ҙә булыр, әммә бөгөнгө тенденциялар шулай.

Киләсәктә ниндәй һөнәр оҫталары талап ителәсәк, тип уйлайһығыҙ?

- Дөрөҫөн әйткәндә, күҙ алдына килтереүе һәм ниндәйҙер прогноз яһауы еңел түгел. Сөнки илдең мәғариф өлкәһендә киләсәктә бик ҙур үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Бынан тыш, йәмғиәт, социаль-иҡтисади торош, илдәге сәйәсәт, технологиялар һәм тормошобоҙҙоң башҡа мөһим өлкәләре лә үҙгәрешһеҙ тормаҫ. Шулай ҙа киләһе 5-10 йылға баҙарҙы яулаған гаджеттар, кешенең көнкүрешен уңайлы итә торған заманса техникаларға бәйле һөнәр эйәләре талап ителер, моғайын. Тағы ла "экологик яҡтан таҙа булған" тигән талапҡа тап килгән нәмәләр етештереү өлкәһендә эшләү ҙә актуаль булыр, минеңсә. Мәҫәлән, бөгөн Ҡытайҙа экологик яҡтан таҙа емеш-еләк, йәшелсә үҫтергән фермерҙар продукцияһын махсус ҡушымта аша һата. Фермер баҡсаһында нисек эшләүен фото-видеоға төшөрөп һала, күрһәтә һәм һөйләй. Ә уны ҡараған кешеләр шунда уҡ үҙенә кәрәклене түтәлдән һатып ала. Был беҙҙең өсөн дә бик әһәмиәтле тема. Әлбиттә, һуңғы тенденцияларҙы иҫәпкә алып, Космос өлкәһенә бәйле белгестәр ҙә талап ителер, тип әйтә алам.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Был әңгәмәбеҙ "Аврора" һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге тураһында барлыҡ мифтарҙы юҡ итер һәм быға тиклем уның эшенә ҡушылып китергә йөрьәт итеңкерәмәй торған уҡыусыларға ла, уҡытыусыларға ла ыңғай ҡарарға килергә булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.21 | Ҡаралған: 304

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru