«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫЛДЫ ҠАЛАҒА КҮСЕРЕҮСЕЛӘР
+  - 


Ғаилә ҡороу Әҙәм балалары өсөн, бер яҡтан, ихтыяж булһа, икенсе яҡтан, бик яуаплы бурыс та. Әлбиттә, осорона күрә ғаилә ҡороу шарттары, мөмкинлектәре төрлөсә була. Шуныһы бик мөһим: замана йәштәре өлгө булырҙай оло быуын кешеләренең ғаилә ҡороу тәртибенә ҡолаҡ һалырға, уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә тейеш. Тәбиғәт биргән дөрөҫ юлдан яҙлыҡмаҫ өсөн. Хаталар яһамаҫ өсөн. Ни тиһәң дә, тормош бит кешегә хаталарҙы төҙәтер өсөн түгел, уларҙы булдырмаҫ өсөн бирелгән. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Венера Әнүәр ҡыҙы һәм Шайморат Ҡотлоғужа улы ЙӘНБӘКОВтарҙың ғаилә мәктәбе күптәр өсөн үрнәк булырҙай. Уларҙың фекерҙәренә, һүҙҙәренә ҡолаҡ һалайыҡ.

Танышыуҙы тыуған яғығыҙҙан, бала саҡ хәтирәләренән, ҡыҫҡаса тормош юлығыҙҙан, ҡасан, нисек осрашыуығыҙҙан башлайыҡ әле...

Шайморат ағай:
Мин 1949 йылда Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә алты бала үҫтек: дүрт ҡыҙ ҙа ике малай. Ҡустым Әсғәт Йәнбәковты, Башҡортостандың халыҡ артисын, яҡшы беләһегеҙҙер. Ул - артист, ҡурайсы, гармунсы, баянсы булды. Атайым билдәле ҡурайсы булғас, мин дә йәштән үк ҡурайҙа ҡыжҡылдатып уйнарға өйрәнеп алдым. Тормошта бит һәр кемдең төп эшенән тыш, ниндәйҙер тағы ла бер һөнәре булырға тейеш. Ауыл мәктәбендә һигеҙҙе бөтөп, ауыл хужалығы техникумына уҡырға барҙым, 1968 йылда зоотехник һөнәре алып, әрме сафтарында йөрөп ҡайтҡандан һуң, башта колхозда, аҙаҡ совхозда урта етәкселәр рәтендә эшләргә тура килде. Бригадир, ферма мөдире, бүлексә етәксеһе булдым. Баймаҡ районының иң ҙур һарыҡ комплексының начальнигы ла булырға тура килде. Сибай һөт-консерва комбинатында тәьминәт бүлеге етәксеһе булып эшләгәндән һуң, колхоз-совхоздар тарҡалыу сәбәпле, егерме йыл хаҡлы ялға сыҡҡансы Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында баш врачтың техника буйынса урынбаҫары булдым. Аллаһҡа шөкөр, 71 йәшемә тиклем эшләнем. Етәксе урындарҙа эшләгәс, замана сирҙәренән ситтә булдым, алама ғәҙәттәр урап үтте. Беҙгә, совет осоронда тәрбиәләнеп, шул осорҙа эшләгәндәргә, хәҙерге тормоштоң тик табыш алыуға ҡоролоуы ят күренеш. "Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған", тигән ҡиммәттәр юҡҡа сығыуы күңелгә һис тә ятмай. Беҙҙең быуынды яңы ҡиммәттәр үҙенә ылыҡтырмай ҙа.
Венера апай: Минең бала сағым Әбйәлил районының Хәлил ауылында үтте. 1948 йылда уҡытыусылар ғаиләһендә тыуғанмын. Ғаиләләге һигеҙ баланың, Аллаһҡа шөкөр, алтыбыҙ иҫән, ике ағайыбыҙҙы юғалттыҡ. Ауылда һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Урал урта мәктәбен тамамланым, шунан Сибайҙағы ауыл хужалығы техникумына уҡырға индем. Уны бөтөргәс, зоотехник булып эшләнем. Сепаратор бүлеге начальнигы ла булдым. Мәктәптә уҡытыусылар етешмәү сәбәпле, Йылайыр районы Яманһаҙ мәктәбендә уҡытыусы ла булдым. Ситтән тороп Өфө китапхана техникумын тамамлағас, Сибайға күскәнсе Баймаҡ районы китапхана системаһында эшләнем. Сибайға килгәс, гимназия-интернатҡа эшкә урынлашып, хаҡлы ялға сыҡтым, унан һуң тағы ун бер йыл эшләнем.
Ауыл хужалығы техникумында икенсе курста уҡып йөрөгәндә бейеү ансамбленә яҙылдым. Мәҙәниәт йортона репетицияларға йөрөй торғайныҡ. Бер көндө иптәш ҡыҙым менән әлеге мәҙәниәт йортонан сығып килһәк, Шайморат иптәш егете менән беҙҙе тупһала көтөп тора. Баҡтиһәң, ул ошонда ҡурай түңәрәгенә йөрөй икән. 1966 йылдың октябрь баштары ине. Ул ваҡыттағы мода буйынса киң балаҡлы салбар кейгән. Аҡ күлдәктә, ҡара костюмда. Яланбаш. Мин уны беренсе күреүҙән үк күңелгә яҡын иттем. Ошо осрашыуҙан һуң бер йылдан өйләнештек.
Шайморат ағай: Күрәһең, был осрашыу осраҡлы булмағандыр инде. Ул ваҡытта бит йәштәр араһындағы мөнәсәбәттәр шул тиклем дуҫтарса йылы була торғайны. Таныш булмаған ят кешеләргә лә беҙ шул яҡынлыҡ күҙлегенән сығып ҡарай инек. Венераға ла түңәрәккә йөрөй башлағас уҡ иғтибар иттем. Тупһала Рәүил дуҫым менән бушҡа көтөп торманыҡ, әлбиттә, танышыу, аралашыу ине төп уйыбыҙ. Ул саҡта йәштәр өсөн төрлө аралашыу саралары йыш үткәрелә торғайны. Ритайымдар әле модала түгел, күберәге вальс бейеү, сәхнәнән сығыш яһауҙар күңелгә яҡын була торғайны. Венераны мин яҙмыш бүләге тип ҡабул иттем, әле лә шул уйҙамын. Күптән түгел курсташтар осрашыуында бер иптәшебеҙ бик сәйер итеп: "Һин бәхетле, Венера менән күптәр танышырға теләй ине", - тип әйтеп һалды әле...

Ғаилә төшөнсәһен өйһөҙ, баш өҫтөндәге ҡыйыҡһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Был мәсьәләне ул саҡта нисек хәл иттегеҙ?

Шайморат ағай:
Әрменән ҡайтҡас, эргәләге Юлдыбай совхозының Яманһаҙ бүлексәһе фермаһы зоотехнигы булып эшләй башланым. Тәүге тормош усағыбыҙ совхоз биргән өйҙә башланды. Ул өйҙө беҙ баштан уҡ матур итеп йыйыштырып, биҙәп йәшәргә тырыштыҡ. Ете йыл йәшәнек беҙ ул өйҙә. Үҙебеҙҙең колхоз рәйесе Хисмәтуллин Фирғәт Хәмит улы: "Һин ни эшләп үҙеңдең ауылыңа ярҙам итмәй, совхозды күтәреп йөрөйһөң", - тип, төрлө вәғәҙәләр биреп, тыуған яҡҡа кире ҡайтарып алды. Колхоз өр-яңы өй бирҙе. Өс йыл эсендә райондағы иң арттағы фермаларҙың береһен иң алдынғылар рәтенә сығарҙыҡ. Вәғәҙә буйынса сираттан тыш машина һатып алырға мөмкинлек бирҙеләр. Фирғәт Хәмит улын билдәле "Ирәндек" совхозына тәғәйенләгәйнеләр, ул мине лә саҡырҙы. Райондағы иң ҙур һарыҡ комплексы булған Әхмәр ауылына күсеп барҙыҡ. Тағы ла йәшәү өсөн өй бирелде. Ул өйгә лә йән өрҙөк. Шунда йәшәгән саҡта уйлай башланым: "Тыуған ауылда туғандар ҡалманы, гелән сиған һымаҡ бер урындан икенсе урынға күсенеп йөрөп булмаҫ". Әйтәләр бит, ҡырҡ йәштән һуң ир кеше шәхси йорто тураһында уйлана башлай, тип. 1994 йылдан Сибайҙа үҙебеҙҙең шәхси йортобоҙҙо һалып йәшәй башланыҡ. Дөрөҫ эшләгәнбеҙҙер, тим, илдә ҡыйралыш китте, колхоз-совхоздар тарҡалды. Беҙ ул бәхетһеҙлектәрҙән алда үҙ йүнебеҙҙе күреп өлгөрҙөк һәм әле тыныс йәшәйбеҙ.
Венера апай: Өйҙө мин һәр ваҡыт бөтөн күңелемде һалып матурларға, йүнәтергә тырышам - ғаиләм матур шарттарҙа йәшәһен. Килеп ингәндә өй балҡып, үҙенә тартып торорға тейеш. Шуға ла өй тигәндәр бит: өйәһең дә өйәһең, берен эшләп бөтөүгә икенсеһенә тотонорға кәрәк. Мәҫәлән, тәҙрә ҡорғандарын ике-өс йылға бер алыштырып тормаһаң, күңел булмай. Күпме күсенеп йөрөһәң дә, һауыт-һабаң, хужалыҡ өсөн кәрәк булған бөтөн нәмә үҙең менән ҡуша йөрөй. Берәй магазинға инһәң, күңелгә оҡшаған берәй һауыт-һабаны алғы ғына килеп тора. Элек ҡунаҡ саҡырғанда етешмәгән һауыт-һабаны күрше-күләндән алып тора инек. Үҙ донъябыҙҙы төҙәтә торғас, хәҙер һауыт-һабаһы ла, башҡаһы ла етерлек. Өләсәйемдән, унан һуң әсәйемдән ҡалған кейеҙ әле булһа ла бар. Беҙҙең Әбйәлилдә кейеҙҙе эсләп эшләгәндәр: уның бер яғында балаҫ булһа, икенсе яғында - кейеҙ. Ул шул тиклем йылы, аллергия ла юҡ унан. Өләсәйемдең, әсәйемдең йылыһы килеп торған кеүек тоям. Шулай уҡ өләсәйемдән ҡалған теген машинаһын да һаҡлайым. Әле лә ул төрлө әйберҙәр тегеүгә бик тә ҡулай. Уны ҡыҙыма инселәп ҡуйғанмын. Ул уны ярата, кәрәк саҡта ҡуллана ла. Ул - ҡомартҡы, иҫтәлек! Өләсәйем ошо машинала ваҡытында толоптар теккән хатта.

Ауылдан ҡалаға күсеү ауыр булманымы?

Шайморат ағай:
Ҡалаға күскәндә үҙебеҙ менән алып килгән ике һыйырҙы, ваҡ малды, ҡош-ҡортто тиҫтәнән ашыу йыл ҡараныҡ әле. Бер беҙҙә генә түгел, Сибайҙың был осонда бер көтөү мал була торғайны. Ҡалаға күсһәк тә ауылды үҙебеҙ менән ҡуша алып килдек. Супермаркеттар аҙыҡ-түлек менән тулғас, хәҙер тоҡомлоҡ та ҡалманы, мал-тыуар, ҡош-ҡорт юҡҡа сыҡты.
Венера апай: Башта ҡала ерлегенә нисек итеп берегеп китербеҙ, тигән шик булды, әлбиттә. Ауылды бер ҙә генә лә ташлап китке килмәне. Бала саҡтан ауылға өйрәнелгән бит, әммә иремдең һүҙен йығырға ярамай. Мал менән ҡуша күскәс, өйрәнеп китеүе ҡыйын булманы. Яйлап өйрәндек: эше лә барҙы, хужалыҡҡа ла өлгөрҙөк. Шул уҡ ваҡытта өй эргәһендә лә, ҡаланан ситтә лә баҡсабыҙ булды. Әле лә бар. Быйыл да мул уңыш йыйып алдыҡ. Магазиндағы емеш-еләк, йәшелсәгә ымһынып та тормайбыҙ. Шәхси йорттарҙа йәшәгәс, күрше-күлән менән аралашып, ҡатнашып донъя көтәбеҙ. Күрше хаҡы Тәңре хаҡы, тип, аяттарға саҡырышабыҙ. Ҡалала йәшәһәк тә, мәҫәлән, мин үҙемде һаман да ауыл кешеһе һымаҡ тоям. Бында йәшәй башлағас, күрше тирәләге ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырып алдым. Шулай итеп таныш булмаған кешеләр үҙ-ара танышып киттек. Бер милләт кешеләре булыуыбыҙ ҙа быға булышлыҡ итә. Башта урамыбыҙҙа һыу ҙа, газ да үткәрелмәгәйне. Күмәкләп, бергәләп ҡатнашып, бер-беребеҙгә ярҙам итештек. Бигерәк тә аш-һыу буйынса, милли ризыҡтар буйынса кәңәштәр бирәм. Балаларыбыҙ ҙа беҙҙән күрмәксе ауыл холоҡлолар. Улыбыҙ ҙа Өфөнән ситтә үҙ йортон төҙөй.
Шайморат ағай: Хәлдән килгәнсе тырышып йәшәйбеҙ. Венера әлеге көндә Сибай ҡалаһының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе. Уға хәлемдән килгәнсе ярҙам итергә тырышам. Ярты быуаттан ашыу бергә йәшәп, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап өйрәнгәнбеҙ. Төрлө сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Халҡыбыҙҙың милли кейемдәрен, аш-һыуын, ғөрөф-ғәҙәттәрен пропагандалайбыҙ.
Венера апай: Быйыл беҙҙең ғаилә республиканың "Башҡорт ғаиләһе" конкурсында икенсе урын яулап, илле меңлек сертификат алдыҡ.
Шайморат ағай: Кеше еңел тормошҡа тиҙ өйрәнә һәм физик көс талап иткән мәшәҡәттәрҙән ҡотолорға тырыша. Хәҙер бит хатта ауыл ерендә лә еңелгә күсергә тырышалар. Мәҫәлән, картуфты сәсеп үҫтергәнсе уны һатып алыуы еңелерәк тип уйлаусылар күбәйә бара. Ауыл менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Атай-әсәйебеҙҙең ҡәберҙәре ауыл зыяратында. Уларҙың ҡәберҙәрен тәрбиәләп торабыҙ. 2015 йылда Ишмырҙа ауылында Йәнбәковтарҙың ҙур шәжәрә байрамын үткәрҙек. Ете тирмә ҡорҙоҡ, ете ҡорбан салдыҡ. Ауыл алдында булған үҙ бурысыбыҙҙы атҡарҙыҡ. Баҡһаң, ярты ауыл кешеһе бер арананбыҙ. Йәнбәк олатайҙан таралған Әфләтүновтар, Иҫәндәүләтовтар, Үҙәкиндәр - бер тоҡомдан булып сыҡтыҡ. Өфөгә барған һайын Башҡортостан архивынан, ЗАГС-тан материалдар йыйҙым. Материалдар алыуы ла ул осорҙа еңелерәк ине, әле шәжәрә байрамдары үткәрелмәй ҙә торғайны. Хәләл ефетемә рәхмәт, күп кенә ойоштороу мәсьәләләрен ул тиҙләтте.

Тормош тәжрибәгеҙҙән сығып, йәштәргә, бигерәк тә йәш ғаиләләргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

Шайморат ағай:
Нисек кенә булмаһын, хәҙер йәштәргә иң тәүҙә белем алырға тырышырға һәм эшләргә йыбанмаҫҡа кәрәк. Беҙ, совет осоронда тәрбиәләнгәндәр, шулай фекер йөрөтәбеҙ. Беҙ эштән бер ваҡытта ла ауырһынманыҡ, хатта йырлап йөрөп эшләнек. Шулай булырға тейеш тип ҡабул итә инек. Эш хаҡы беренсе урында булманы. Уға иҫебеҙ ҙә китмәй торғайны. Табыш алыу тигән төшөнсәне бөтөнләй белмәй инек. Хәҙер төрлө санкцияларына ҡушып, белемле йәштәрҙе лә тыуған иленән ситләштерәләр, үҙҙәренә ылыҡтырырға тырышалар, юғары эш хаҡы менән ымһындыралар. Тормошта уңышлы йәшәү өсөн белемле булыуҙан тыш, үҙ илеңдең патриоты булыу ҙа бик мөһим. Эйе, йәштәр хәҙер ауылды үҙ итмәй. Фермерлыҡ хужалыҡтары төҙөү өсөн, ай-һай, бик күп көс түгергә кәрәк, әрһеҙлек кәрәк. Уныһы ла көн итерлек кенә, үҫеш өсөн түгел. Минеңсә, уның киләсәге юҡ. Мәҫәлән, Израилдә бит тәбиғәт шарттары беҙҙекенә ҡарағанда ҡулайһыҙыраҡ булһа ла, коллектив хужалыҡтар төҙөп йәшәргә мөмкинлек бирелә. Кешегә кешелеклеген юғалтмаҫ өсөн берҙәм хужалыҡтар ныҡ ярҙам итә. Олигархтар өсөн ябай кешенең үҫеше мөһим түгел, табыш алыу уның төп хәстәрлеге. Шуның өсөн дә тауар хаҡын төшөрмәйәсәк улар.
Үҙебеҙҙең балаларға килгәндә, эйе, уларға үҙаллылыҡ бирҙек. Йәш кешегә бит мөхәббәт тойғоһо йәшәү көсө бирә. Ғаилә ҡороп йәшәй башлағас, әлбиттә, ярҙам иттек. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе һағынып торабыҙ, арттырған һәр бер һөнәрҙәренә ҡыуанып туймайбыҙ. Иң тәүҙә беҙ үҙ балаларыбыҙға ғаилә ҡороуҙың ир өсөн дә, ҡатын өсөн дә шул тиклем яуаплы икәнен төшөндөрҙөк. Телевизорҙан бының киреһен күрһәтәләр. Еңел генә өйләнешәләр, еңел генә айырылышалар. Әйтерһең дә, тик шулай булырға тейеш. Оло һүҙенә ҡолаҡ һалмаған йәштәр уны шулай ҡабул итә лә. Балаларыбыҙҙың аңына беҙ һәр саҡ һеңдерә килдек: ғаилә булғас, балалар була, уларҙы тәрбиәләргә кәрәк. Улар атай-әсәйһеҙ булмаһын, үҙ балаларығыҙҙы үҙегеҙ тәрбиәләргә тейеш. Хәҙер бит балалар өсөн ата-әсәһе яуаплы, тип барабыҙ.
Әлеге лә баяғы телевизорҙан күргән шоуҙарҙағы күренештәр тәрбиә бирмәй. Айырылышыу - иң тәүҙә бала өсөн трагедия. Толстой әйткән бит: "Бөтә бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшап бәхетле, бәхетһеҙ ғаиләләр үҙҙәренсә бәхетһеҙ",- тип. Үҙҙәренсә бәхетһеҙ булғансы, башҡа бәхетле ғаиләләр кеүек бәхетле булһындар. Беҙ бына шулай бер-беребеҙгә ғәйеп ташламай тормош көтәбеҙ. Тормошобоҙҙоң аҙағы ла яҡынлайҙыр, әммә ғүмеребеҙ бушҡа үтте, тип уйламайбыҙ, үкенерлек насар эштәр ҡылманыҡ. Көн дә иртән торабыҙ ҙа көндәлек эштәр менән булышабыҙ.
Венера апай: Ғаилә ҡорған йәштәргә теләгем шул: бер-береңә ҡаршы төшмәй, икең бер һүҙле булып йәшәһендәр. Ата-әсәнең ярҙамына килгәндә, унһыҙ булмай. Мәҫәлән, Өфөләге улыбыҙға аҡсалата ла, һүҙ менән дә ярҙам итеп торабыҙ. Ейәнсәребеҙ ипотека буйынса фатир алды, уға ла хәлебеҙҙән килгәнсе ярҙам итәбеҙ. Төп ярҙамыбыҙ нимәнән ғибәрәт? Үҙ хәләл көсөбөҙ менән үҫтергән емеш-еләгебеҙ менән ярҙам итәбеҙ. Хужалығыбыҙҙа үҫтергән ҡош-ҡорт итенән өлөш сығарабыҙ, йыл һайын һуғым итен бүлешәбеҙ. Бер баш йылҡы, бер баш һыйыр һуябыҙ.
Быныһы мөһим түгел, иң беренсе, йәштәргә кәңәш бирергә кәрәк. Йәш ваҡытта улар быға бик мохтаж. Үҙ өлгөңдә тәрбиәләргә кәрәк уларҙы. Олоғая килә оптимист булып ҡалыу өсөн кешеләр менән яҡындан аралашып йәшәргә кәрәк. Әгәр өйҙә дүрт стенаға бикләнеп ултырһаң, ул һине бөтөрә. Үҙең өсөн генә түгел, башҡалар өсөн дә йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәһәң, үҙеңде башҡаларға кәрәкле итеп тойһаң, пенсияға сыҡҡас та тормош дауам иткәнен аңлайһың. Ағинәйҙәр ҡоронда булыуым миңә йәшәр өсөн көс бирә. Китапханалар системаһындағы "Күңел утрауы" түңәрәгенә саҡырғайнылар, ҡушҡуллап риза булдым. Сибай, Баймаҡ районы, Ҡыҙыл ҡасабаһындағы ҡатын-ҡыҙҙарға үҙебеҙҙең милли биҙәүестәрҙе эшләргә өйрәтәм. Ҡала буйынса үткән һәр сарала ҡатнашам. Әле яңыраҡ интернеттан инвест-һабантуйҙа башҡорт аш-һыуҙарына конкурс була тигән иғлан күреп ҡалдым да, шунда ҡатнаштым һәм өсөнсө урын алдым.
Ике ай элек карьерҙың аръяғында шишмә барлығын ишетеп, ағинәйҙәр менән шунан барып һыу алдыҡ. Быйылғы ҡоролоҡ йылында ла ул шишмә бер ҙә бирешмәгән. Баҡһаң, элек шул урында Сибай кантондың йәйләүе булған. Икенсе барғаныбыҙҙа күп йыллыҡ сәскәләр ултыртып ҡайттыҡ. Аллаһ бойорһа, октябрь башында шунда барып, ағастар ултыртасаҡбыҙ, Сибай кантон рухына аяттар уҡыясаҡбыҙ. Эш дауам итһә, тормош та дауам итә. Яҙғыһын Сибай крайҙы өйрәнеү музейы менән берлектә башҡорт аш-һыуҙарын тергеҙеү буйынса ҙур сара үткәрҙек. Ҡырҡтан ашыу ризыҡ төрөн өҫтәлгә ултырттыҡ. Дүрт метрлыҡ тултырма эшләп, Гран-приға лайыҡ булдым. Биш метрлығын тултырған саҡтар ҙа булды.
Буҙа эшләү буйынса телевидениеның "Бәхетнамә" тапшырыуына саҡырҙылар. Шунда барҙым. Элек-электән Әбйәлилдә Күсем яҡтары, тамъяндар буҙа буйынса оҫта булдылар. Өләсәйемдең нисек буҙа эшләгәне һәр саҡ күҙ алдымда тора. Ул тәүҙә бойҙайҙы шыттыра торғайны. Һолоно табала түгел, ҡаҙанда ҡыҙҙыра. Шытҡан бойҙайҙы киптереп, ҡыҙҙырылған һоло менән ҡушып, ҡул тирмәнендә тарта. Аҙаҡ ана шул ҡушымтаны һыйырҙың йә һарыҡтың эс майын ҡушып, талғын утта ҡайната. Буҙа кеҫәл һымаҡ ҡуйыраҡ булырға тейеш. Шәкәр ҡушылмай. Шытҡан бойҙайҙың составында былай ҙа шәкәр була. Бер йылы көслө ямғырҙан һуң һуғылған бойҙай шытты. Башҡа бойҙай булмағас, шунан он тарттылар. Икмәге тәмле, шәкәрле булғаны иҫтә ҡалған. Шайморат ағайың һәр саҡ ярҙам итергә әҙер тора. Шулай йәшәйбеҙ. Ҡушҡанды көтөп тормайбыҙ, ҡушҡан эшкә ҡарағанда үҙ инициативаң менән башлаған эш һөҙөмтәлерәк була.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бәләкәй йылғалар ҙурына ҡушылғанда шундуҡ йотолмайҙар, күҙгә күренмәле һыҙат булып бергилке үҙ юлдарын дауам итәләр. Ҡалаға күскән ауыл кешеләре лә ана шул саф һыҙатты хәтерләтә. Тормошҡа етди ҡарау, ихласлыҡ, эскерһеҙлек, бәлки, бер ҡатлылыҡтыр ҙа - был сифаттар ауыл кешеһе артынан оҙатып йөрөй. Ҡала ығы-зығыһына бирешмәйенсә, рухи сығанаҡтарыбыҙҙы сафландырыусы сифаттар улар.

Радик ӨМӨТҠУЖИН әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.21 | Ҡаралған: 434

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru