«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯБЫҘ ОЖМАХ ҠЫНА
+  - 

Оло йәштә лә әүҙемлеген, йәшлек дәртен юғалтмаған, тырышып донъя көткән кешеләр миндә һәр ваҡыт һоҡланыу тыуҙыра. Ундайҙар башҡаларҙан күңел күтәренкелеге, ихласлығы һәм тормошҡа ла, эргә-тирәһендәгеләргә лә бер ниндәй дәғүәһе булмауы менән айырыла. Ә, бәлки, тап ошо сифаттары уларға йәшәү дәрте һәм көс өҫтәйҙер ҙә.

Һарыш ауылында йәшәгән 84 йәшлек Сәриә Әминева беҙ барғанда яңы ғына картуфын ҡаҙып бөтөп, тирләп-бешеп сәй эсеп ултыра ине.
- Хәлем-кәрем булғанда ниңә балаларҙы көтөп ултырайым инде? Көн матур, ҡояш көлөп тора, - тип ҡаршы алды ул. - Эшләһәң, сәй ҙә, аш та тәмле бит. Ә яҡшы итеп ашаһаң, күңел дә күтәренке.
Етеҙ хәрәкәттәр менән сәйнүген шыжлатырға ҡуйҙы ла, өҫтәлгә сынаяҡтарын теҙҙе. Үҙе йәшлек хәтирәләренә бирелде:
- Беҙҙең быуындың бала сағы бик ауыр осорға тура килде. Олоғая килә үткәндәр йыш иҫкә төшә. Һуғыш йылдары онотолмай, аслыҡ, яланғаслыҡ, билдәһеҙлек... Шулай булһа ла, тылдағылар яҡты киләсәккә ышанды, ер һөрҙө, иген сәсте. Бер ваҡиға иҫкә йыш төшә. Бер көндө ер тырматырға тип беҙҙең күҙ терәп торған берҙән-бер һыйырыбыҙҙы алып сығып киттеләр. Беҙ, эреле-ваҡлы балаларҙың, бирмәйбеҙ, тип һыйырыбыҙға сат йәбешеүенә иғтибар ҙа итмәнеләр. Илай-илай малҡайыбыҙҙың артынан эйәрҙек. Яңы ғына быҙаулаған һәүкәш әллә ни ыратып эшләй ҙә алмай. Шулай ҙа көс-хәл менән бер рәт үтте лә, баҫыу ҡырына сығып, йығылды ла. Башын да күтәрә алмай, ауыр тын алып, таңға тиклем ятты шунда. Беҙ илай-илай йәш үлән килтереп ашаттыҡ, һыйыр булғас, ҡатығыбыҙ ҙа бар ине, әсе ҡатыҡ эсерҙек. Бәхетебеҙгә, икенсе көнөнә ул башын күтәрҙе, беҙгә ҡушылып ул да илай ине, күҙенән субырлап йәш аҡҡанын күрҙек. Ошо ваҡиғанан һуң башҡаса, һыйырығыҙҙы бирегеҙ, тип килеп йөрөмәнеләр, - ти Сәриә инәй. Ни тиклем көслө булып күренергә теләһә лә, тормошондағы был хәтирә уның күңел яраларын ҡуҙғытыуын тоймай мөмкин түгел.
Мәҡәләбеҙ геройы сығышы менән Күгәрсен районы Ҡалдар ауылы ҡыҙы. Фронтовиктар ҡайтып, ауыл хужалығы аяҡҡа баҫа башлаған йылдарҙа колхоз һарығын көтә ул.
- Туйғансы арыш икмәген ашай ғына башлағайныҡ, мине көсләп тигәндәй кейәүгә биреп ебәрҙеләр. Илата-илата, туҡмай-туҡмай тиһәм, хәҙер бер кем дә ышанмаҫ та инде. Бәхеткә күрә, бармайым, тип ҡырталашыуым бушҡа ғына булды - бик матур ғаиләгә эләктем. Ҡайным-ҡәйнәм дә, бабайым да, йәштән "бабай" тип әйтергә ғәҙәтләндем, мине шунда уҡ үҙ күрҙеләр. Йорт һалып, башҡа сығырға булғас, күсмәйем тип илағанымды хәтерләйем хатта.
Һарыш ауылы халҡы ул заманда ла уңғанлығы, тырышлығы менән айырыла ине, ти Сәриә инәй.
- Көйәнтәләп һыу ташып, елкә сейләндергән кеше булмағандыр бында. Ҡайны йортоноң да ишек алдында ҡойо булыуына ныҡ ҡыуандым. Аттары, мунсалары ла бар ине, - ти Сәриә Әхмәтғариф ҡыҙы. - Йәшәгәндә төрлө саҡ, ир ирлеген иткән ваҡыттар ҙа булғандыр. Әммә бер тапҡыр ҙа балалар эйәртеп, төйөнсөк төйнәп урамға сыҡманым. Түҙҙем, уның ҡарауы түш ите ейҙем. Бабай ғына иртәрәк баҡыйлыҡҡа күсте, алтын туйыбыҙҙы билдәләргә бер йыл ғына ҡалғайны. Әлеге матур көндәрҙе, балаларының изгелеген тағы бер аҙыраҡ күрергә насип итмәне, - ти ул.
Оло быуын кешеһе менән әңгәмәбеҙ бала саҡ, йәшлек хәтирәләренән әлеге заманға барып тоташа. Сәриә Әминева бөгөнгө тормошто "донъя ожмахы" тип атай.
- Эй, рәхәт заман килде. Һыу, бәҙрәф, мунса өйҙә, кер йыуыу өсөн автомат машина бар, һыуытҡыс, туңдырғыс тулы ризыҡ. Балалар тейәнеп ҡайта, бөтә эшемде бөтөрөп китә. Миңә зарланырға түгел. Хәлемдән килгәнсә баҡса үҫтерәм, сәскәләр яратам. Йәштәргә, әлбиттә, бөгөн ауырғараҡ тура килә. Эш юҡ, торлаҡ юҡ. Себергә тип сығып киткән булалар ҙа, һаулыҡтарын бөтөрөп ҡайталар. Тапҡан ғына аҡсаларын дауаланыуға тотоналар. Колхоз-совхоздар булһа, ҡамғаҡ кеүек ситтә йөрөмәҫтәр ине, - ти ул.
Ниндәй темаға ғына һөйләшһәк тә, Сәриә Әхмәтғариф ҡыҙының һүҙе мотлаҡ балаларына барып тоташа. Эйе, олоғайған көнөндә уларҙың игелеген, иғтибарын, наҙын тойоп йәшәй ул. Шуға ла күңеле көр, тормошонан ҡәнәғәт. Бар оло кешеләргә лә ошо бәхетте кисереп йәшәүен теләйбеҙ.

Ләйсән СӘЛИХОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.21 | Ҡаралған: 389

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru