«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨГӘ КИЛӘБЕҘ
+  - 


Ошо көндәрҙә 89-сы ижад миҙгеленә ишектәрен асҡан Салауат дәүләт башҡорт драма театрының директоры Айбулат ҠОТОШОВ коллективтың киләсәккә пландары, алға ҡуйылған бурыстар һәм уй-фекерҙәре менән бүлеште.

Салауат ҡалаһының театр һөйөүселәрен ниндәй матур яңылыҡтар көтә?

- Быйыл беҙ тәүҙә ижадыбыҙ менән баш ҡала халҡын һөйөндөрөргә ниәтләйбеҙ: 6 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә драматург Сәрүәр Суринаның "Абау, димсе килә!" музыкаль комедияһын уйнаясаҡбыҙ. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Зиннур Сөләймәнов. Өфөләр менән осрашыуҙы етди әҙерләнеп, бик тулҡынланып көтәбеҙ. Ә инде 14-15 октябрҙә үҙебеҙҙең Салауат ҡалаһы тамашасыларын премьера менән сәләмләргә торабыҙ. Роберт Батулланың "Кисер мине, әсәй!" әҫәрен үҙебеҙҙең артист Радик Ғәлиуллин сәхнәләштереүендә ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Әйтергә кәрәк, беҙҙең коллектив өсөн был яңы әҫәр булһа ла, ул күптән яҙылған пьеса, төрлө коллективтар, шул иҫәптән Татарстан театрҙары тарафынан да сәхнәләштерелгән. Шуға күрә театр һөйөүселәргә ул яңылыҡ түгел, әммә һәр режиссер үҙ спектаклен үҙенсә төҫмөрләүен иҫәпкә алып, тамашасылар күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ. Хатта "Ромео һәм Джульетта" кеүек ҡат-ҡат ҡуйылған әҫәрҙәр ҙә һәр ижади төркөм ҡулында яңыса яңғырауы сер түгел бит. Спектаклдең йөкмәткеһенә килгәндә, ул беҙҙең заманда йәмғиәт өсөн бик актуаль мәсьәләне күтәрә: атай-әсәйҙәр һәм балалар араһындағы мөнәсәбәт, ҡалдырып кителгән сабыйҙар тураһында булыр. Был спектакль Радик Ғәлиуллиндың режиссер булараҡ беренсе ижад емеше.
Яңы сәхнәләштереүҙәр тураһында һөйләгәндә, әлеге көндә режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев Алексей Житковскийҙың "Горка" тип аталған пьесаһы өҫтөндә эшләй. Был спектакль "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Әйткәндәй, "Берҙәм Рәсәй" партияһының ошо проекты быйыл театрыбыҙға 2 млн 300 мең һум ярҙам күрһәтеп, матди-техник базаны нығытыу, бинаны бер аҙ яңыртыу эштәрен үтәү мөмкинлеге булды. Шулай уҡ тағы бер яҡшы яңылығыбыҙ бар: ижади коллективыбыҙ яңы актерҙар менән тулыланды, улар араһында күптән үҙен сәхнәлә күрһәтеп өлгөргән тәжрибәлеләре лә, яңы ғына белем алып бөткән йәштәр ҙә бар. Мәҫәлән, быйыл Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһын тамамлап ҡайтҡан Эльвира Йәрмөхәмәтова һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған Йәнгүзәл Халиҡова хеҙмәт юлын беҙҙә башланы.
Ҡыҫҡаһы, шау-гөр килеп яңы миҙгелгә әҙерләнеп йөрөйбөҙ. Тик бынау ҡәһәр һуҡҡыр ауырыу ғына бер аҙ пландарыбыҙҙы боҙҙо, күрше өлкәләр һәм республиканың район-ҡалалары буйлап гастролдәребеҙ кисектерелеп тора. Шуға күрә Ырымбурҙа 5 көн урынына 2 көн генә сығыш яһап ҡайттыҡ, Бүздәк, Тәтешле, Саҡмағош, Әбйәлил, Белорет райондарына, Нефтекама, Сибай, Туймазы яҡтарына юлдар ябылып тора. Салауат ҡалаһы халҡын ғына түгел, республикабыҙҙың башҡа ҡала-ауылдарында йәшәгәндәрҙе лә ижадыбыҙ менән таныштырыу, мәҙәни сараларға һыуһындарын ҡандырыу маҡсатын үҙ эсенә алған был эшмәкәрлегебеҙҙе шулай ҙа дауам итер көн булыр, тигән өмөттәбеҙ. Сөнки һуңғы йылдарҙа былай ҙа ауыл халҡы менән театрҙар араһында бәйләнештәр элекке кеүек тығыҙ булмауын аңлап торабыҙ. Бында йәшерен-батырыны юҡ, ауыл халҡының социаль хәленән, коллективтарҙың финанс мәсьәләһенән дә килеп тыуған күренеш ул. Һәр хәлдә, элекке кеүек берәр айлап гастролдәргә сығып, райондарҙың һәр ауылында булып, шығырым тулы тамашасы йыйып йөрөлмәй хәҙер. Район үҙәктәре һәм ҙурыраҡ ауылдарға ғына барабыҙ, унда күрше-тирәләге тораҡ пункттарҙан халыҡ автобус яллап булһа ла килеп ҡарай.

Ә кескәй тамашасыларығыҙ өсөн ниндәй күстәнәстәр әҙерләнегеҙ?

- Әле театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина "Волшебная лампа Аладдина" тигән спектакль өҫтөндә эш башланы. Ҡала балалары өсөн булғас, был әкиәт рус телендә ҡуйыла һәм Яңы йылға әҙер булыр, тип иҫәп тотабыҙ. Билдәле булыуынса, беҙҙең театрҙа "Арлекин" өлгөлө балалар театр студияһы эшләй һәм улар ҙа кескәй тамашасыларҙы сағыу, мауыҡтырғыс, мажаралы спектаклдәре менән ҡыуандырыр. Әйткәндәй, быйыл театр студияһы коллективы "Алтын асҡыс" Балалар һәм үҫмерҙәр театраль коллективтарының Берлин асыҡ халыҡ-ара конкурсында Гран-при яуланы. Уларҙың Мостай Кәрим повесы буйынса сәхнәләштерелгән "Өс таған" спектакле шундай юғары баһаға лайыҡ булды. Ғөмүмән, Салауат башҡорт драма театрында балалар һәм йәштәр өсөн спектаклдәр сәхнәләштереүгә, уларҙы сәнғәт донъяһына йәлеп итеүгә, ижадыбыҙ арҡылы тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Заман башҡа - заң башҡа, тиһәк тә, беҙ уларға кеше һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға тейешлекте, яҡшы менән яманды айыра белергә өйрәтергә, тәрбиәләмәһәк тә, дөрөҫ юл күрһәтергә бурыслыбыҙ. Шуға киләсәктә эскелек, интернет донъяһы, наркомания, терроризм һ.б. заман афәтенә әүерелгән темаларҙы күтәргән сәхнә әҫәрҙәренә лә мөрәжәғәт итербеҙ, тип ниәтләйбеҙ.

Салауаттар театрҙы яратамы?

- Белеүегеҙсә, Салауат ҡалаһында төрлө милләт вәкилдәре йәшәй һәм уларҙың барыһы ла башҡорт телен, мәҙәниәтен яҡшы белмәй, әммә бик ҡыҙыҡһыналар. Ҡайһы саҡта спектаклдәрҙе тәржемә менән ҡарарға килеүселәр күберәк булыуын күҙәтәбеҙ. Бының менән ғорурланырға ла була, ләкин әҙерәк үкенесле лә күренеш бит. Салауат ҡалаһында башҡорттар аҙ йәшәй, тип әйткем килмәй, ҡыҙғанысҡа күрә, театрға йөрөүселәр һаны самалыраҡ. Милләттәштәр үҙебеҙҙең сәнғәтте яратһындар, балаларын башҡорт телендә һөйләштереп, башҡорт спектаклдәренә йөрөтөп, башҡорт гәзит-журналдарын уҡытып, башҡорт мәктәбендә белем алыу мөмкинлеген биреп үҫтерһендәр ине. Былар беҙҙең милләтте һаҡлау юлдары бит.

Камила ҒӘЛИЕВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.21 | Ҡаралған: 265

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru