«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘЗӘҢ, ТАУЫҒЫҢ МЕНӘН ХУШЛАШ!
+  - 


"Баҡса амнистияһы" нисә йыл дауам итте, хәтерләйһегеҙме? Баҡсаһы юҡтарға баштарын ҡатырмау хәйерле, башҡа хәстәрҙәре булмаһа. Ә бына баҡса хужалары һуңғы дача реформаһынан һуң үҙҙәрен нисек тоя - уларға төбәлә был һорау.

Эйе, бик оҙаҡҡа һуҙылды амнистия - ун дүрт йыл буйы халыҡҡа ер участкаларын һәм ундағы күсемһеҙ милекте (торлаҡ һәм баҡса йорттары) ябайлаштырылған тәртиптә хосусилаштырыу мөмкинлеге бирелде. Ошо оҙайлы кампания сиктәрендә 14 млн рәсәйле баҡсаларын шәхси милек тип раҫлаусы документтарҙы артыҡ ығы-зығы, бюрократик волокитаһыҙ ғына ҡулдарына алып һөйөндө, сөнки, мәғлүм булыуынса, милек итеп нығытылмаған дача һәм ер участкаларын һатып та, һатып алып та, мираҫ итеп тә ҡалдырып булмай. Ошо амнистия барышында баҡса участкаларын шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн файҙаланыусылар һаны ла бермә-бер артты. Былтыр иһә амнистия проектын 2026 йылғаса оҙайтырға ҡарар ителһә, яңыраҡ уны хатта 2031 йылға тиклем дауам итергә булдылар.
Бындай тиҙ, арзан һәм еңел юл менән халыҡты милексе итергә тырышыуҙың сәбәбе ниҙә икән? Ғәҙәттә, беҙ "тәмле нәмә"нең күп булмауына күнеккәнбеҙ. Шулай оҙаҡ йылдар буйы бер яҡлы ғына миһырбанлыҡ күрһәтелеүме был, халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүме? Шулай һағайышып, амнистияның "әтнәкәһен" көттө һиҙгер күңеллеләр. Һәм көткәндәре, ниһайәт, алдарына килде. "Эксперт" баҫмаһы хәбәрсеһе Екатерина Новикова яҙыуынса, "Росреестр" баҡса амнистияһын артабан тағы ла ҡоласлыраҡ итеү һәм оҙайтыу тураһында закон проекты әҙерләгән, имеш. Хатта ки хәл итеп булмаҫтай һәм документһыҙ йорт һәм ер участкаларын да законлаштырыу мөмкинлеге бирәсәк был проект шарттары бик ҙур ташламаларға торошло, тиелә. Бер объекттың бер нисә милексеһе булған бәхәсле осраҡтарҙы ла ябай юл менән теркәүҙе вәғәҙәләгән был закондың маҡсаты ниҙә? Теркәлмәгән күсемһеҙ милек объекттары илдә бик күп, тиҙәр, шунлыҡтан, дәүләт уларҙан һалым йыя алмай ыҙалай икән. Төрлө фараздар буйынса, Рәсәйҙә 70-80 процент самаһы күсемһеҙ милек рәсми теркәлмәгән. Эксперттар билдәләүенсә, 2021 йылдың тәүге кварталында күсемһеҙ милектән 423,3 млрд һум аҡса йыйылған, ә был бөтөн күсемһеҙ милек (шул иҫәптән, теркәлмәгәндәрҙе лә ҡушып) күләменең ни бары 20-30 процентын ғына тәшкил итә. Бына ни өсөн кәрәк дәүләткә "дача" амнистияһы. Ҡаҙна тоғо бүҫкәргәс, байҙар байҙарса һалым түләмәгәс, бюджет тулыландырыу хәстәре ябай халыҡ елкәһенә төшә: һуңғы ваҡыт ниндәй генә һалым һәм штраф төрҙәре һалынмай был "ябыҡ, тарамыш", меҫкен елкәгә. Хатта ғаилә бюджетына бер аҙ файҙа, килем булһын өсөн ҡара тирен һыпырып ус аяһылай участкаһында ер соҡоған баҡсасыларҙан да файҙа күрмәксе хөкүмәтебеҙ. Йомшаҡ итеп түшәлгән ҡатыға ултырыуыбыҙ бер бөгөн түгел дә, шулай ҙа бигүк күңелле лә түгел.
Ярай, пенсионерҙарҙан башҡаларға йылына бер һалымы нисек тә түләнер. Ысынлап та, пенсионерҙар был йәһәттән рәхмәтлелер: баҡса участкаһы тотҡан өсөн улар һалымдан азат ителгән. Уның ҡарауы, шул уҡ пенсионер, мәҫәлән, баҡсаһында үҫтергән һәм үҙенән артып ҡалған йәшелсә-емеш, картуф-фәләнен һата алмай. Документы булмаһа. Ә ул документты урындағы үҙидаралыҡ органынан барып алырға кәрәк. Продукция үҙ баҡсамда үҫтерелде һәм үҙ ихтыяжымдан артып ҡалды, тигән был белешмәлә мотлаҡ баҡса еренең дөйөм майҙаны күрһәтелергә тейеш. Әгәр продукцияһын һатырға теләгән граждандың баҡса участкаһы майҙаны 50 сутыйҙан артыҡ булһа, был кеше эшҡыуар булараҡ теркәлгәндән һуң ғына үҙе үҫтергән хәләл йәшелсәһен һатыуға сығара ала. Өҫтәүенә, һатылған продукция килеменән дәүләткә һалым түләргә һәм хатта ки декларация тултырырға бурыслы.
Баҡсасылыҡ "әтнәкә"ләре бының менән генә бөтмәй әле. "Граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн баҡсасылыҡ һәм йәшелсәселек менән шөғөлләнеүе хаҡында" 2017 йылғы, шулай уҡ төҙәтеүҙәр һәм үҙгәрештәр менән 2021 йыл ҡабул ителгән баҡсасылыҡ ширҡәттәре тураһындағы закондар баҡсасыларҙың һәүетемсә генә тыныс тормошон боҙоп, ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып бутаған кеүек тәьҫир итте. Хәҙер беҙҙең баҡса ширҡәтендәге Валя ҡарсыҡтың хәсрәте яҡшы аңлашыла: Маняша ҡушаматлы, мул һөтө менән бөтөн күрше-тирәне кинәндергән кәзәкәйе менән хушлашырға тура киләсәк уға. Бер кемгә лә ҡамасауламай, "етәкләп" йөрөтөп кенә көткән кәзәнең шифалы һөтө бала-сағаға, бөгөнгө пандемия мәлендә үпкә сирлеләргә дауа ине. Һөт һатыуҙан әҙ генә булһа ла килем ала ине әбей. Һәм, ғөмүмән, аҡыллы, йомарт кәзәкәйе менән "почти әхирәттәр" ине. Хәҙер нимә булыр улар менән?
Валентинанан өс өй аша йәшәүсе Зәкирә исемле пенсионер ҡатын иһә участкаһында тиҫтәнән ашыу тауыҡ аҫрай, ләкин уның шөғөлөнә лә юл ябыҡ хәҙер. Яңы закон буйынса баҡсасылыҡ ширҡәтендә участка ерен тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмаған өсөн был уңған хужабикәләргә "административ хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн" ер участкаларының кадастр хаҡынан 0,5-1 процент күләмендә штраф янай. Уйлап ҡараһаң, законлаштырылған үҙ ереңдә үҙ иркең буйынса йәшәргә тейешһең дә бит, күршеләргә ҡамасауламай, улар ризалығы менән. Ә күршеләр бик тә ҡәнәғәт инеләр: уларға ла артып ҡала торғайны экологик таҙа "ауыл" һөтө менән тәмле йомортҡа. Бөгөнгө аҙыҡ-түлек ҡиммәтселеге заманында үҙ продукцияңа етәме инде! Пенсиялары наҡыҫ булыуға, илдә аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнә барыуына был эшсән ҡатындар ғәйепле түгел бит...
Яңыртылған баҡсасылыҡ законы, әйтерһең дә, граждандарҙан штраф йыйыу өсөн генә сығарылған, тиерһең. Хәҙер үҙ баҡсаңда ҡайҙа баҫҡаныңды абайлап, "ҡаса-боҫа" йәшәргә ҡала - "кругом" штраф: ҡый үләне үҫһә һәм уның бер нисәһе, Алла һаҡлаһын, күрше еренә сығып китһә; түтәлдәргә күләгәһе төшөп йонсотҡан ағастарҙы киҫкән өсөн дә; үҙ ереңдә машинаңды йыуһаң да; сүп-сарҙы яғып ебәрһәң дә; һәм хатта участкаңа ҡайҙандыр шыуышып килеп ингән... ҡара йыланды үлтерһәң дә... Ә бына арғы яҡтағы күршегә кадастрҙа теркәлмәгән теплицаһы өсөн штраф сәпәгәндәр. Әйткәндәй, башҡаларға һабаҡ булһын: штраф түләмәйем, тиһәң, теплицаңды капиталь нигеҙгә ултырт һәм ул йыйылмалы булмаһын. Отпускыла-фәлән булып йә сирләп китеп оҙаҡ килә алмайынса, участкаңды ҡый үләне баҫһа, 500-ҙән алып 2 меңгәсә, ә инде зарарлы балтырған (борщевик) үҫеп сыға ҡалһа, 5 меңең менән хушлаш. Бында әле баҡсаңдағы ҡоҙоҡ, мунса, бәҙрәф, һарай кеүек ҡоролмаларҙың бер-береһенән шунса-шунса аралыҡта булғаны-булмағаны өсөн дә штраф төрҙәре байтаҡ, уларын тәсфирләп торорға, ғәфү итегеҙ, түҙемлек тә, ҡағыҙ бите лә етмәҫ кеүек.
Шуның өсөн баҡса алырға уйлаһағыҙ, закон акттары менән ныҡлап танышып сығығыҙ, ошо өлкәлә эшләгән белгестәр, юристарға мөрәжәғәт итегеҙ, ни тиһәң дә, был сығымдарығыҙ бихисап баҡса штрафтарынан күпкә кәмерәк булыр.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 269

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru