«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘМӘҒӘТСЕЛЕК МЕНӘН САЛАУАТ ЮЛАЕВ ҺӘЙКӘЛЕ ТУРАҺЫНДА
+  - 


Республика етәкселеге йәмәғәтселек менән Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау мәсьәләһе буйынса осрашып һөйләште, сөнки активистарҙы монументтың тәүге йөҙө һаҡланып ҡалыу-ҡалмау проблемаһы борсой, шулай уҡ уға ысынлап та ремонт кәрәклегенә лә шик белдерелә ине.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов йәмәғәтселек менән осрашыуҙың Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың инициативаһы булыуын, Башҡортостандың һәм Өфөнөң символы, илдең хәҙерге замандағы иң сағыу скульптуралары исемлегенә ингән халыҡ батыры һәйкәле тирәләй тыуған төрлө мифтарҙы таратыу маҡсатында ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Билдәле булыуынса, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-производство үҙәге белгестәре объектты тикшереү ваҡытында бик күп етешһеҙлектәр таба. Шул ваҡыттан алып коррозия майҙаны тағы ла 10 процентҡа арта, постамент 7 сантиметрға ултыра, иретеп йәбештерелгән урындар тағы ла насарлана бара, һәйкәл эсендә хатта ҡоштар оя ҡора, постамент аҫтындағы ҡая елгә бирешә һәм йыуыла. Бында бер ни тиклем майҙандағы фонтан да ғәйепле, тип белдерә эксперттар. Шуға ремонт эштәренең төп бурысының береһе булып ҡурған тупрағын нығытыу ҙа тора. Ҡуйылыуына ярты быуат үткән һәйкәлдең эсендә лә проблемалар етерлек. Әгәр ул тышҡы яҡтан һауа торошо һөҙөмтәһендә тутлаһа, уның эске буш өлөшөндә конденсат барлыҡҡа килеп, шулай уҡ материалды ашай.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Азамат Ғәлин йәмәғәтселектең проблеманы аңламауы бер нисә сәбәпкә бәйле булыу ихтималлығын аңлатты. "Тәү сиратта - ул мәғлүмәт етешмәүе. Халыҡҡа шунда уҡ фотоларҙы һәм видеоны күрһәтергә кәрәк булған. Икенсенән, ремонт хаҡы - бер урында 100 миллион тиелһә, икенсе урында 600 миллион күрһәтелә. Һәйкәл фрагменттарын иретеп йәбештереп бергә йыйғас, ярыҡтарҙың тәбиғи булыуы тураһында фекер йөрөнө. Шунда уҡ, халыҡ проблемалы яңылыҡтарҙа "хайп" йыя, тиергә түгел, ә хәл-торошто матурлап аңлатырға кәрәк ине", - тине Ғәлин.
Вице-премьер Азат Бадранов Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарамағында Һәйкәлде реставрациялау мәсьәләләре буйынса йәмәғәт советы булдырыласағы һәм уның барлыҡ мәғлүмәт һәм документтарҙы алыу мөмкинлегенә эйә буласағы тураһында белдерҙе. "Беҙ һәйкәлдең торошо ҡәнәғәтләнерлек булмауына, 60-сы йылдар технологияларының алмаштырыу талап ителеүенә инандыҡ. Был мәсьәләне сәйәсиләштереүҙең мәғәнәһе юҡ. Иң хәүефлеһе - власть менән йәмәғәтселек һәйкәлдең яҙмышы тураһында һөйләшеп килешә алмаһа, ул ҡасан да булһа Ағиҙелгә ҡолаясаҡ. Ул 54 йыл торған һәм ремонттан һуң тағы ла 100-150 йыл торасаҡ", - тине вице-премьер.
Документтарҙы раҫлау тамамланһа, ремонт эштәрен 2022 йылдың май-июнендә башлау күҙаллана. График һәм техник шарттарҙы үтәгәндә эштәрҙе туғыҙ айҙа тамамларға мөмкин. Монументтың тышҡы йөҙө үҙгәрмәһен өсөн уны алырҙан алда объекттың 3D-һүрәте төшөрөләсәк. Һәйкәл төҫө һайланған да инде - иң баштағыса һәүерташ-һоро (көлһыу) төҫтә буласаҡ. Алдан хәбәр ителеүенсә, ул бер ҡайҙа ла алып кителмәйәсәк, ә шунда уҡ майҙанда реставрацияланасаҡ.

Теманы дауам итеп...

Салауат ЩЕРБАКОВ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, 40-тан ашыу монументаль һәйкәл авторы:
Дөйөм алғанда, хәл торошо сәләмәт һәм фекер алышыуҙа ҡыҙыҡһыныусыларҙың шул тиклем күп булыуы яҡшы. Улар барыһы ла рухи ҡиммәтебеҙ өсөн борсола. Салауат Юлаев образы башҡорттар өсөн ысынлап та бик мөһим... Үҙемдең атайымды ғына алғанда ла был аңлашыла: ул бит миңә юҡҡа ғына ошо исемде һайламаған. Һәр башҡорт өсөн был мөһим мәсьәлә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, хәл итәйек: һәйкәлгә реставрация кәрәкме, кәрәкмәйме? Яуап асыҡ кеүек. Бер кем дә уның һаҡланырға тейешлегенә шикләнмәй һәм бының менән барыһы ла риза. Уның шулай булмаҫҡа тейешлеген теләгән бер генә ойошма йәки яман ағай ҙа юҡтыр. Башҡортостанда бындай персонаждар була алмай. Барыһының да маҡсаты бер - һаҡларға һәм хаталанмаҫҡа. Һәм беҙ етди тикшеренеүҙәр үткәрелеүен, проекттың әҙерлеген һәм раҫланыу этабында икәнлеген күрәбеҙ
Һәйкәлде алмаштырыу тураһындағы күҙаллауҙарға килгәндә, ысынлап та, ҡайһы бер урындарҙа бындай хәлдәр булды. Флоренцияла Микеланджелоның мәрмәр "Давид"ы 400 йыл торғас, уны һаҡлау өсөн Сәнғәт академияһына алып, күсермәһе менән алмаштырҙылар. Парижда шулай уҡ мәрмәр статуяларҙы Луврға алып, уларҙың күсермәләрен ҡалдырҙылар. Әммә Өфөлә суйындан ҡойолған һәйкәл торасаҡ.
Шуға күрә мәсьәләнең техник яғына ла күҙ һалайыҡ. Беренсенән, хәүеф постаментҡа һәм ярҙың грунтына янай. Икенсеһе - каркастың туҙыуы. Эстән буш булған скульптураларҙың барыһы ла ике өлөштән тора - эске нигеҙҙән һәм "ҡабыҡ"тан. Заманында ҡабығы титандан булған билдәле "Эшсе һәм колхозсы" скульптураһын каркасы туҙыу һөҙөмтәһендә реставрацияларға тура килә. Әммә Салауат Юлаев һәйкәле ғәҙәти булмаған материалдан - суйындан эшләнгән һәм ул 60-сы йылдарҙа скульптура өсөн яңылыҡ булып тора. Суйын тутыға, ә хәҙер каркасты тутыҡмай торған материалдарҙан эшләйҙәр.
Скульптураның үҙенең проблемаһына килгәндә, бында төп мәсьәлә - уның терәүендә. Римда Марк Аврелий һәйкәле менән дә ошоға оҡшаш хәл була: атлы статуя өс терәүҙә тора һәм спираль буйынса борола башлай. Уны нисек итеп кире урынына ҡайтарыу буйынса компьютер моделен эшләйҙәр. Хәҙер Петербургта Николай Беренсе һәйкәлен реставрациялайҙар, уны йылыға, махсус бинаға алғандар. Салауат Юлаев һәйкәлен шундағы майҙанда реставрацияларға йыйыналар - былай ҙа мөмкин.
Реставрация өсөн нимә кәрәк? Күтәреү механизмдары һәм каркасҡа инеү. Ҡабыҡҡа килгәндә, ундағы ярыҡтар емерелеү менән янамай, әммә быны ла инҡар итеп булмай. Шулай итеп, ремонт өс этаптан тора: постамент, каркас һәм тышҡы йөҙө. Конденсатты, йәғни материалдарҙың коррозияға йоғонто яһаған статик электр барлыҡҡа килтереүен бөтөрөргә кәрәк. Былар барыһы ла Өфөлә етди өйрәнелгән, белгестәр теманы белә. Әгәр йәмәғәтселек яғынан хеҙмәттәшлек, ярҙам күрһәтелһә, барыһы ла яҡшы булыр. Бының менән нимә әйтергә теләйем: йәмәғәтселек яғынан ышаныс булһа, яуаплылыҡ тағы ла артасаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 250

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru