«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ТЫУМАҒАНДАР ЗЫЯРАТЫ" ТУРАҺЫНДА
+  - 

Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән ҡалмайһың, донъялыҡ йорто булған һымаҡ, йән "һауыты" тәндең баҡыйлыҡ йорто - зыярат та бар. Зыяраттарҙың да төрлөләре була: мосолмандарҙыҡы, христиандарҙыҡы, Будда динендәгеләрҙеке. Туғандар зыяраты ла була. Ғүмере буйы диңгеҙ өҫтөндә йөрөүселәрҙе, үлгәс, ҡәҙерләп диңгеҙ төбөнә төшөрәләр. Һиндтар иһә, кеше үлгәс, уны яндырып, көлөн диңгеҙгә һалалар. Ислам дине килгәнгә тиклем бик күп халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа, зыярат ролен ағас ботаҡтары, ҡая-тау баштары үтәгән. Тағы ла... һәр табиптың үҙ ҡәберлеге була, тиҙәр. Ул ҡәберлектә табиптың "бысағы аҫтында" донъялыҡ менән хушлашҡандар ерләнә, имеш. Тағы ла хыялда яралып, донъялыҡҡа тыумағандар зыяраты ла бар... Кешенең барлығы өс тыуған көнө була. Ҡайһы көн әҙәм балаһының ысын тыуған көнө булып иҫәпләнә ала? Әсәһенән кендеге өҙөлөп, донъяға тыуған көнөмө, әллә яралған мәлеме? Тәүҙә метриккә, аҙаҡ паспортҡа теркәлгәне - кешенең әсә ҡарынынан айырылып, донъялыҡҡа пәйҙә булған көнө. Дини тәғлимәт кешенең тыуған көнө итеп әсә ҡарынында яралған һәм йән ингән көндө таныу яғында.
Хәҙер инде тағы ла тәрәнгәрәк төшәйек. "Иң тәүҙә һүҙ булған, ул һүҙ - Аллаһы Тәғәлә", тиелә Тәүратта. Тимәк, кешенең дә тәүге тыуған көнө - һүҙҙә йәғни хыялда барлыҡҡа килгән көнөлөр. "Был фәлсәфә үтә ҡатмарлы, ябайлаштырып, үҙебеҙсә аңлат", тиер берәү. Аңлатам, фәлсәфә яп-ябай. Яңы танышып, өйләнешергә йөрөүсе ҡыҙ менән егет киләсәккә яҡты хыялдар ҡороп, бер-береһенә шундай һүҙҙәр әйтешә: "Минең һиңә үҙеңә оҡшаған батыр ир-азамат, ҡыйғыр бөркөт бүләк иткем килә", - ти буласаҡ кәләш. "Ә мин һинең кеүек оҙон толомло, күҙҙәре һинекенә оҡшаған ҡыҙыбыҙ тыуыуын теләйем", - ти буласаҡ атай кеше.
Үҙегеҙ күрәһегеҙ, иң тәүҙә кеше хыялда ярала. Ҡыҙмы, малаймы, уның образы хыялдан һүҙгә әүерелеп, аҙаҡ шул һүҙ матдиләшә генә. Әгәр ҙә иң тәүҙә хыялда яралмаһа, ул барыбер ҙә осраҡлы тыуған булып иҫәпләнәсәк һәм был комплекс уға үҙен бәхетле итеп тойорға ҡамасаулаясаҡ, тиҙәр. Ғаилә ҡорорға уйлаған егет менән ҡыҙ бер-береһен осратҡанға тиклем үк әле ғаилә һәм бала хаҡындағы хыял уларҙың һәр икеһендә айырым йәшәй. "Алла бирһә, мин үҫеп еткәс, мине һәм беҙҙең балаларыбыҙҙы яратҡан, беҙгә ныҡлы терәк булырлыҡ, атайыма оҡшаған егетте осратып, уның менән бәхетле ғаилә ҡорасаҡбыҙ, итәк тултырып балалар үҫтерәсәкбеҙ", - тип хыял йөрөтә үҫмер ҡыҙ бала. Үҫмер егет тә үҙенең әсәһенә оҡшаған, һөйкөмлө, уңған, балаларына яғымлы әсә булырлыҡ буласаҡ кәләше хаҡында хыялланып, оҙон төндәрҙә керпек ҡаҡмай.
Хәҙер инде, төрлө объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында ошо хыялдар тормошҡа ашманы, ти. Ул сағында инде хыялда яралған балалар ҡайҙа була тиһегеҙме? Минеңсә, улар донъялыҡҡа тыуыуҙан мәхрүм ителеп, "тыумағандар зыяратына" күмеләлер. Иҫәпкә бар, һанға юҡ, булып. Хыялда йәшәгән кеше тик шунда ғына тороп ҡалмайҙыр бит... Һуңғы утыҙ-ҡырҡ йыл эсендә урбанизация һөҙөмтәһендә ауылдарыбыҙҙан күпме ҡыҙҙар ҡалаға килеп, күпме егеттәребеҙҙе кәләшһеҙ ҡалдырҙы. Тикшеренеүҙәр һәр ауылда кәләшһеҙ ҡалып, хәҙер инде ҡырҡын-иллеһен тултырыусы ир-аттарҙы 30-40 тип иҫәпләй. Ун ауылға 300-400, йөҙ ауылға - 3000-4000, мең ауылға - 30000-40000 буйҙаҡ. Ә инде уларҙан тыумайынса, хыялда ҡалған балаларҙың һаны йөҙәр меңләп. Шул уҡ ваҡытта ҡалаға килеп, башҡа милләт вәкилдәренә кейәүгә сығыусы ҡыҙҙар хыялдағы беҙҙең милләт балаларының күпмеһен башҡаларға бүләк итте икән? Уйлаһаң - уйылып китерлек...Уйылып китһәк тә, уйланайыҡ әле, йәмәғәт.

Әмир ҒҮМӘРОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 469

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru