«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕ ЙӘШ КЕНӘ, Ә ҮҘЕ ДРАМАТУРГ!
+  - 


Нәшриәттә китаптар баҫтырған, театр сәхнәләрендә спекталдәре уйналған авторҙар нисә йәштәрҙә була? Дөрөҫ, арыу ғына йәштә була ундай әҙиптәр. Ә бына был егеткә... 24 кенә йәш. Һәм былтыр Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында уның "Яратыусы йөрәк" пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакленең премьераһы булды. Әңгәмәбеҙ - йәш ижадсы Рәфис ҠУЙБАҒАРОВ менән.

Ижад юлы нисек башланды, Рәфис? Ғаиләләме, мәктәптәме?

- Ижад юлына иң беренсе аҙымдарымды Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда урынлашҡан Башҡорт гимназияһында 5-се синыфта уҡығанда яһаным, тиһәм, яңылышмаҫмын, сөнки тап шунда һүрәт төшөрөү менән мауығып, Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа призлы урындар ала инем. Шул саҡта "Ҡош юлы" түңәрәгенә йөрөп, шиғыр яҙыу менән шөғөлләнә башланым. 7-се класҡа Республика политехник лицей-интернатына уҡырға килгәс, ижадымды дауам иттем һәм тағы ла күңелемә яҡын шөғөл - видео төшөрөү менән мауыға башланым. Гимназияла ла, лицейҙа ла ошо башланғысымды күтәреп алған, төрлө яҡлап үҫешемә булышлыҡ иткән уҡытыусыларыма ныҡ рәхмәтлемен! Ижади фекерләүем тап мәктәптә уҡыған ваҡытта үҫешә башланы. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында уҡыуым дәүере ошо башланғыстарымдың дауамы булды.

Стәрлетамаҡ театрында ҡуйылған әҫәрегеҙ тәүге ҡәләм тибрәтеүме, ул нимә тураһында? Ғөмүмән, ниндәй темалар ҡыҙыҡһындыра йәш кешене?

- Эйе, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында 2020 йылда минең иң беренсе пьесамдың премьераһы булды. "Яратыусы йөрәк" пьесаһының бәләкәй генә яҙылыу тарихы ла бар. Был әҫәр - 2020 йылдың ғинуар айында Стәрлетамаҡта Зиннур Сөләймәнов етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы драматургия һәм режиссура үҙәге ойошторған семинар емеше ул. Бөтә республиканан йәш драматургтарҙы йыйып, беҙгә драматургия иленә сәйәхәт ойоштороп, күңелебеҙгә осҡон һалдылар. Күптәребеҙҙә был осҡон ялҡын булып яна башланы - ошондай семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ижади кешеләргә бик шәп этәргес, мотивация, минең уйымса. Тик был башланғыс ҡына. Алла бирһә, яңы пьесалар тыуыр тигән өмөттәмен. "Яратыусы йөрәк" - драма, был әҫәрҙә йәштәрҙең диспансер эсендәге мөнәсәбәттәре, ауырлыҡтарға нисек ҡаршы тороуҙары сағыла. Ә хәҙер комедия өҫтөндә эшләйем - яҙылып бөтмәһә лә, исеме бар, әммә әлегә сер булып торһон. Мине бик күп төрлө темалар ҡыҙыҡһындыра - йәштәр араһындағы мөнәсәбәт, хәҙерге актуаль социаль проблемалар, "бәләкәй кеше" проблемаһы, кеше һәм тәбиғәт араһындағы мөнәсәбәт һ.б.

Бөгөнгө йәштәрҙең ниндәй ҡылыҡтары оҡшай йә оҡшамай? Улар тураһында ниҙер яҙырға уй юҡмы?

- "Кешелеклерәк булайыҡ!" тип ҡысҡырып, пьеса яҙғы килә, әммә... Театрға йөрөгән кешеләрҙең күбеһе мораль принциптарға таянып йәшәй, минеңсә. Яҙылмаған тема, күтәрелмәгән проблема ҡалманы һымаҡ. Йәштәрҙең ҡылыҡтарына килгәндә - һәр замананың үҙ проблемалары бит. Хәҙер ниндәй проблема бар? Беренсенән, төрлө сәбәптәр арҡаһында хатта йәштәрҙең дә һаулыҡ яғы насарлығы (наркомания, алкоголизм, аҙ хәрәкәт итеү, дөрөҫ туҡланмау), икенсенән, эшһеҙлек (икенсерәк әйткәндә, урам һепереү - хәҙер профессия түгел, әммә кемдер бит юлдарыбыҙҙы таҙа тоторға тейеш, һәр кемдең етәксе булып ҡына ултырғыһы киләлер ҙә ул), өсөнсөнән, инфантилизм (рәхәткә кеше тиҙ өйрәнә, тиҙәр бит). Проблемалар күп, әммә кәрәкме уларҙы күтәрергә? Кәрәкме ҡысҡырырға? Минеңсә, халыҡ былай ҙа арыған... Көн дә авария, көн дә ҡайҙалыр ғәҙәттән тыш хәлдәр. Шуға ла комедия аша ошо проблемаларға ҡағылып китеү - иң отошло вариант, сөнки күптәр ауыр эш көнөнән һуң театрға ял итергә килә.

Сәйәсәткә мөнәсәбәтегеҙ тураһында ла белге килә. Мәҫәлән, берәй ҙур вазифалы етәксе булһағыҙ, иң төп хәстәрлек ни булыр ине?

- Рәсәй кимәлендәге вазифала булһам, беренсенән, илебеҙҙән бер тин дә ситкә китмәҫ ине, сөнки илебеҙҙәге бар байлыҡ - халыҡтыҡы. Икенсенән, эске сәйәсәт тураһында нығыраҡ уйлар инем, сөнки унһыҙ тышҡы сәйәсәттең булыуы мөмкин түгел. Өсөнсөнән, ресурстарҙы (нефть, газ, ағас һ.б.) эшкәртеп кенә ҡырға ебәрергә рөхсәт бирер инем. Башҡа илдәрҙе байытабыҙ, ә үҙебеҙ яп-яланғас ҡалмаҫбыҙмы, тип уйлап ҡуям ҡайһы саҡ... Ысынында, Рәсәй халҡы дөрөҫ уйлай, әммә эштәр икенсерәк эшләнә шул...

Һеҙ үҙегеҙҙе илһөйәр һәм телһөйәр тип иҫәпләйһегеҙме?

- Илемде лә, телемде лә, әлбиттә, яратам, тик был турала ҡысҡырып йөрөргә тырышмайым. Илеңде һөйөү нимәнән башлана? Минеңсә, иң ябай эштән - йәшәгән ереңде таҙа тотоу, сүп-сарҙан таҙартыуҙан. Фотоға төшөп, бына, мин үҙ илемде яратам, тип әйтеп, һүҙҙәреңде эшең менән күрһәтмәү, минеңсә, "показуха". Телгә килгәндә лә шул уҡ позицияламын. Бер ерҙә, мин телем менән ғорурланам, яратам, тип торған кеше урыҫтар араһына барып эләгеп, башҡортлоғон йәшереп йөрөргә лә мөмкин. Ундайҙар бар, бер кемгә лә сер түгел. Дөйөмләштереп әйткәндә, яратаһың икән, нисек яратҡаныңды һүҙ менән генә түгел, эш менән күрһәтергә кәрәк...

Йәш кешенең пландары, хыялдары күп була инде. Шулар тураһында ла әйтеп китһәгеҙ ине...

- Эйе, йәш кеше булараҡ, пландар ҡороп та, хыялланып та йәшәргә тырышам - береһе икенсеһенә ҡамасауламай шикелле. Быйыл Мәскәүҙәге Юғары иҡтисад мәктәбе дәүләт университетының гуманитар факультеты магистратураһына уҡырға индем. Бында инер өсөн инглиз теле буйынса белемемде нығыттым, портфолио әҙерләнем. Магистратура программаһына инеүселәрҙе портфолио буйынса ла баһалайҙар, шуға үҫешергә теләгән йүнәлеш буйынса эҙләнеү эштәре, сертификат, диплом, фәнни әүҙемлекте күрһәтеүсе башҡа документтарың да булырға тейеш. Минең портфолио яҡшы баһаланды. Артабан әңгәмәгә саҡырҙылар. Бар һынауҙарҙы үткәс, август башында шылтыратып, һине бюджет урынға тәҡдим итәбеҙ, тип әйттеләр. Һәм бына, Аллаға шөкөр, уҡып та йөрөйөм. Беҙҙең төркөмдә Мәскәүҙең иң абруйлы юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар уҡый. Күп предметтар тик инглиз телендә генә уҡытыла. Уҡытыусыларҙың һәр береһе ике-өс телдә иркен аралаша. Иң мөһиме, был уҡыу йортонда уҡыған студенттың мотивацияһы, үҫергә теләге юғары булырға тейеш. Шуға ла иң төп ниәтем - яҡшы ғына уҡып бөтөргә! Донъябыҙ көн дә үҙгәреп тора, шуға күрә лә бар булған уйҙарымды әле һөйләп бөтөрә алмайым. Барыһы ла алда әле!

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 480

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru