«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР ЕРЕК ТӘ ШИФАЛЫ
+  - 

Дымлы, батҡыл урындарҙа, йылға буйҙарында ерек (ольха серая) һәм ҡара ерек (ольха черная) аралаш үҫә. Еректең ҡайырыһы асыҡ төҫтә, шыма, ә ҡара еректеке ҡара һоро, ярғыланған. Ҡайһы берҙә ҡайырыһына ҡарап ҡына был ағастарҙы айырыу ауыр. Ул саҡта япраҡтарына иғтибар итергә кәрәк: еректең япрағы ослайып тора, ә ҡараһыныҡы - тупаҫ, саҡ ҡына соҡорланып тора.

Еректең (ольха серая) тубырсыҡтары, ҡайыры һәм япрағы дауалау өсөн ҡулланыла. Уларҙың составында алкалоид, танин, флавоноидтар, минераль тоҙҙар һ.б. биологик актив матдәләр бар. Еректең ҡайыры яҙҙың тәүге айҙарында (япраҡ ярғанға тиклем), япрағы май - июндә, ә тубырсығы көҙгөһөн йәки ҡышҡыһын әҙерләнә. Был дауалар күләгәле һәм ҡоро урында киптерелә, ҡәҙимгесә һаҡлана. Дөрөҫ һаҡлағанда япраҡтар бер йыл тирәһе, тубырсыҡтар менән ҡайырыһы өс йылға тиклем шифаһын юғалтмай.
Ерек тубырсыҡтарынан әҙерләнгән төнәтмәне эс киткәндә, ашҡаҙан һәм бөйән эсәгенең сей яра (язва) ауырыуы булғанда ҡулланырға кәңәш ителә. Төнәтмәне әҙерләү өсөн 1 ҡалаҡ киптереп ваҡланған тубырсыҡты 2 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 2-3 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ас ҡарынға, 1/4 стакан эсергә.
Еректең ҡайыры ла шифалы. Төнәтмә яһап, үрҙә һанап сыҡҡан сирҙәргә ҡаршы ҡулланырға була. Төнәтмәне әҙерләү: 2 ҡалаҡ киптереп ваҡланған ҡайырын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 1 сәғәт тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан, 1-2 ҡалаҡ эсергә. Ерек ҡайырыһынан әҙерләнгән төнәтмәне ауыҙ эсе боҙолғанда, ангина булғанда ауыҙҙы сайҡау өсөн файҙаланырға мөмкин. Тән бешкәндә, экзема, дерматит кеүек тире ауырыуҙары булғанда сылатыу йә ванна яһау рәүешендә ерек ҡайыры төнәтмәһен ҡулланырға ярай.
Ерек япрағында ла шифа бар. Унан әҙерләнгән төнәтмә һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә, эс ҡатҡанда файҙалы. Төнәтмәне әҙерләү өсөн 1 балғалаҡ киптереп ваҡланған ерек япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, өҫтө ябыҡ килеш йылы урында 30-40 минут тоторға кәрәк. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр, ашар алдынан 1 ҡалаҡ эсергә. Һыуыҡ тейгәндә дауа йоҡлар алдынан да ҡабул ителә.
Ә бына яҙғыһын ҡара еректең (ольха черная) яңы ғына бөрөләнеп сыҡҡан йәш япраҡтары йәбешкәк була, был осорҙа уларҙы йыйып ҡалырға кәрәк. Бының өсөн берәй нәмәне ергә түшәп, япраҡтарҙы шуға таратып һалырға, өйөп ҡуйырға һис ярамай - йылына башлайҙар. Алып ҡайтҡанда ла һәр ваҡыт әйләндереп торорға кәрәк, юғиһә, янып әрәм булалар. Ҡара еректең япраҡтарын һәм бөрөләрен яман шеш ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланалар. Бигерәк тә ашҡаҙан аҫты биҙе һәм тура эсәк яман шеше, өлөшләтә ҡыҙыл үңәс яман шеше ауырыуҙарынан файҙаһы булыуы билдәле. Төрлө яман шеш ауырыуҙарынан дауа әҙерләү өсөн 1 ҡалаҡ ваҡланған япраҡтарға 1 стакан ҡайнар һыу ҡойорға һәм 4 сәғәт төнәтергә, йәки быуҙа 30 минут тотоп йылытырға, шунан һыуытып һөҙөргә. Ашарҙан бер аҙ алда көнөнә 3 тапҡыр 1/3 стакан эсергә. Дауаны ҡара ерек бөрөләренән әҙерләнгән төнәтмә менән көсәйтергә лә була. Уны әҙерләү өсөн 5 ҡалаҡ бөрөгә 0,5 литр араҡы ҡойорға. Бер айҙан да кәм төнәтмәҫкә. Ашарҙан алда көнөнә 3 тапҡыр 30-ар тамсыһын япраҡтарҙан әҙерләнгән төнәтмәгә ҡушып, йәки башҡа үлән төнәтмәһенә тамыҙып эсергә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.10.21 | Ҡаралған: 375

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru