«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЕНСЕЛЕККӘ ЫНТЫЛЫШ ЙӨРӘГЕНӘ СӘМ БУЛЫП ҺАЛЫНҒАН
+  - 


2019 йылда шашка буйынса үткән донъя чемпионаты призеры, 2012 һәм 2020 йылдарҙа - блиц буйынса донъя чемпионы, 2016 йылда - Европа чемпионы, тиҙ шашка уйынында донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер... Уның еңеүҙәрен һанай китһәң, ошо йәш кенә ҡыҙ был тиклем ҡатмарлы ярыштарҙа ҡасан ҡатнашып өлгөрҙө, ҡайҙан килә икән ундағы көс, рух ныҡлығы, беренселеккә ынтылыш, тип һоҡланмай булмай. Бына яңыраҡ, Республика көнөндә ул тағы ла тыуған төйәгенә бүләк яһап, халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатында ҡатын-ҡыҙҙар араһында блиц дисциплинаһында еңеү яулап ҡайтты. Һүҙ маҡсатлы милләттәшебеҙ Айгөл Илдус ҡыҙы ИҘРИСОВА тураһында барғанын аңлағанһығыҙҙыр инде. Көсөргәнешле уйындарҙан бер аҙ ял иткән осоронда уны редакциябыҙға саҡырып, әңгәмәләшергә форсат тыуҙы.

Һеҙ төрлө кимәлдәге чемпионаттарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулап өлгөргән тәжрибәле шашкасы бит инде. Шулай ҙа һәр уйын үҙенсәлеклелер, был халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионаты нимәһе менән айырылып торҙо?

- Халыҡ-ара, йәки беҙ уны "йөҙ шаҡмаҡлы" тип йөрөтәбеҙ, шашка буйынса Европа Команда чемпионаты Италияның Тоскана провинцияһында үтте. Уйында 8 илдең ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары ҡатнашты. Тәүҙә өс дисциплина - классик, тиҙ һәм блиц буйынса йыйылма командалар менән уйнаныҡ. Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы Беларусь спортсыларына бер генә мәрәйгә отолоп, икенсе урын яуланы. Ир-егеттәр өс дисциплинала ла беренселекте бирмәне һәм ярыштың абсолют еңеүселәре тип табылды.
Рәсәй данын Башҡортостандан күп кенә шашкасылар яҡланы: донъя чемпиондары Тамара Танһыҡҡужина, Елена Мильшина, әлеге ваҡытта блиц буйынса донъя чемпионы Әлиә Әминова, ирҙәр араһында Айнур Шәйбәков, Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев һәм йәш спортсы Даниил Ильин. Командалар менән ярышып бөткәс, тағы ла спортсылар өҫтәлде һәм беҙ үҙаллы чемпионатта ҡатнаша башланыҡ. Был ярыш тиҙ, йәки беҙ "рапид" тип йөрөткән дисциплинала һәм блиц буйынса үтте. Башта тиҙ программаны бер аҙ хөртөрәк уйнаным, 30-ҙан ашыу ҡатнашыусы араһында 16-сы урында ҡалдым. Был хаҡта шундағы иптәш ҡыҙҙарға әйткәс, беҙҙең ул ҡәҙәрем спортсы бармы ни ул, тип минән көлөп алдылар хатта. Шуға күрә, иртәгәһенә лә уйын килеп сыҡмаҫтыр инде, тип уйланым да, башымды ҡатырып торманым. Еңеп булмаһа ла, ҡыҙыҡ өсөн уйнайым әле, тип тынысландым. Әммә нисектер турнир башынан уҡ мәрәйҙәр үҙенән-үҙе ҡулыма килә башланы. Әйтәйек, бер яҡ та еңмәгән осраҡта ябайыраҡ ҡына "тоҙаҡ" ҡорһам да, ярышташтар шуға эләгә лә ҡуя ине. Яйлап мәрәйҙәр йыйып, лидерҙар араһына күстем. Әгәр ярышта ҡатнашыусылар һаны 12-15 кешенән күберәк булһа, Швейцар системаһы буйынса уйнайбыҙ һәм йәмғеһе 9 партия килеп сыға. Етенсе тур тирәһендә Голландиянан бер тәжрибәле спортсы тура килде һәм уны еңеп булырға тейеш, тигән инаныста булһам да, был юлы "ничья" менән тамамларбыҙҙыр, тигәйнем. Әммә уйын аҙағына уның ҡапыл юғалып китеүен тойҙом һәм "Еңәм мин уны" тигән сәм барлыҡҡа килде. Ысынлап та, ул 1-2 йөрөштән ваҡыты буйынса еңелде. Уйын барышында таҡтаның ҡаршы яғында ултырған кеше уйҙарын, тойғоларын тышҡа сығармаһа ла, бына шундай һиҙемләүҙәр йыш ҡына була.
Хәл иткес уйынды Украинаның көслө спортсыһы Виктория Мотричко менән уйнаныҡ. Икебеҙ ҙә был чемпионатта бер төрлөрәк сығыш яһап килдек. Шуға, әгәр бер-беребеҙҙе еңә алмаһаҡ, беҙҙән бер нисәүгә генә кәмерәк мәрәй йыйған спортсылар ҡыуып етә һәм беҙ икенсе-өсөнсө урынға төшөп ҡалырға мөмкин инек. Бик көсөргәнешле уйнаныҡ, шулай ҙа партия аҙағына минең хәл яҡшыраҡ ине һәм уның бәләкәй генә хатаһы еңеү килтерҙе.
Дөйөм алғанда, был чемпионат башҡаларынан нимәһе менәндер айырылып торҙо тип әйтә алмайым. Сөнки бындай юғары кимәлдәге ярыштарға һәр ваҡыт илдәрҙең бер үк тиерлек спортсылары йөрөй, беҙ бөтәһе менән дә яҡшы таныш, уйын кимәлен дә самалайбыҙ. Ни бары йыйылма команда менән ярышҡанда яуаплылыҡ күберәк булды: ҙур хата эшләп, һынатып ҡуймайым, тип ҡурҡтым.



Халыҡ-ара шашка уйынының өс дисциплинаһы буйынса ла Европа чемпионы титулына эйә өсөнсө кеше булдығыҙ. Шулай ҙа ҡайһы уйын төрө күңелгә яҡыныраҡ?

- Әле блиц дисциплинаһында уйнауы күберәк оҡшай. Сөнки классик программала һәр аҙымды оҙаҡ уйлап, үлсәп яһарға кәрәк һәм уның ҡиммәте юғары. Был уйындар уртаса 4-6 сәғәт дауам итә. Тиҙ, йәки беҙҙеңсә "рапид" программаһын 40-45 минут ултырып уйнайбыҙ, ә блиц иһә - 10-15 минут. Унда иғтибарҙы туплай белеү мөһим, һәр кемгә бирелгән 5-әр минут эсендә уйынды тамамлап өлгөрөү өсөн тиҙ генә уйларға, һайларға, йөрөргә кәрәк. Ә баштараҡ мин шул ҡыҫҡа программаларҙы уйнай белмәй инем, бер йөрөү өсөн 25-әр минут уйлап ултыра торғайным хатта. Бәлки, үҙ көсөмә ышанмауҙан да килгәндер был, тим. Ә хәҙер ул ҡәҙәрем ишелеп ултырмайым, уйынды тиҙерәк тамамлау яғын ҡарайым.

Шашка донъяһына һеҙҙе кем алып килде?

- Был мауыҡтырғыс уйын донъяһын миңә башлап Ишембай районы Уразбай ауылында йәшәгән атайымдың атаһы - Мөҡәддәс олатайым асты. Уның өйөндә әҙәби китаптарҙан тыш, шашка һәм шахмат буйынса китаптар ҙа була торғайны, ул икеһен дә яҡшы уйнаны. Әммә, нишләптер, мине шашка уйнарға өйрәткән, ә башҡа ейән-ейәнсәрҙәре унан бер аҙ шахмат серҙәренә төшөндө. Балалар баҡсаһына һуңғы йыл йөрөгәндә шашка буйынса тренер Әлфиә Фәхретдинова килгәйне һәм беҙгә уйын үткәрҙе. Шунан һуң мине йәкшәмбе көнө шашка клубына саҡырҙы. Мин уға: "Ғәфү итегеҙ, мин килә алмайым. Йәкшәмбе көнө әсәйем төшкө 12-гә тиклем йоҡлай", - тип яуап биргәнмен. Әлбиттә, был турала тәрбиәселәр әсәйемә көлөп һөйләгән. Йәкшәмбе клубҡа барҙым шулай ҙа...
Бына шулай башланып киткән ҡыҙыҡһыныуымды артабан Ә.-З. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында ла үҫтерергә мөмкинлек булыуына бөгөн оло рәхмәтлемен. Ул саҡта белем усағының директоры Гөлназ Әхмәҙиева шашка түңәрәген ойошторғайны һәм башланғыс синыфтар аҙнаһына бер тапҡыр унда мотлаҡ йөрөргә тейеш булды. Әсәйем Раушания Рамаҙан ҡыҙы бында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, мин уның класында һәм беҙ был түңәрәкте һис ҡалдырманыҡ. Класыбыҙҙан ете шашкасы үҫеп сыҡты, алтауһы - спорт мастерлығына кандидат. Ярыштарға гел бергә йөрөй, үҙ-ара алдынғылыҡ өсөн тырышып шөғөлләнә торғайныҡ. Ҡайһы саҡ ярышып йөрөп, уҡыуҙа артта ҡала башлаһаҡ, әсәйем беҙҙе дәрестәрҙән һуң алып ҡалып темаларҙы аңлата ине. Ләкин беҙ, шашкасылар, аҡыллы бит, уҡыуҙа артыҡ ҡыйынлыҡтар тыуғаны булманы ла. Өйҙә лә мине һәр ваҡыт күтәрмәләп, яңы еңеүҙәргә әйҙәп торҙо атай-әсәйем. Бигерәк тә ярыштар араһында оҙағыраҡ шашканан ял итә башлаһам, "Шашкаңды ал, физикаңды уҡы", тип атайым иҫкәртмәй ҡуймаҫ ине...
Беҙ ғаиләлә өс бала үҫтек, хәҙер барыбыҙ ҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлап, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡанбыҙ. Дим ҡустым минең кеүек Башҡорт дәүләт университетында, ә Лилиә һеңлем Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алды һәм әлеге көндә хеҙмәт юлына аяҡ баҫтылар. Ҡустым ғына үҫмер сағында шашка менән бер аҙ мауығып алыуға-алды былай, әммә улар минең кеүек был уйынды ғүмерлек юлдашы итмәне.



Әйткәндәй, бала саҡта, үҫмер йылдарында бик күптәр шашка-шахмат уйнаһа ла, артабан икенсе һөнәр һайлап, был шөғөлдәрен ташлап ҡуя. Шашкаға тоғро ҡалырға нимә йәки кем ярҙам итте?

- Ысынлап та, әле шашка клубында шөғөлләнгән балалар араһынан да һанаулылары ғына был спорт төрөндә артабан үҫешеүҙе һайлаясаҡ. Бәлки, йөҙ кешенән берәү генә булыр, меңдән берәү булмаһа әле, һәм был нормаль күренеш. Минең дә шашканы ҡалдырыу тураһында уйҙар булманы түгел, булды. Иң ҡатмарлыһы мәктәпте тамамлаған йылдағы икеләнеүҙәр булғандыр: ниндәй юғары уҡыу йортон, ниндәй һөнәр һайларға, уҡыу ҡатмарлы булһа, ярыштарға йөрөй алырмынмы кеүек бихисап һорауҙар борсоно. Шөкөр, Башҡорт дәүләт университетының Физика-техник институтын һайлап яңылышманым, уҡыу йылдарында етәкселектең дә, уҡытыусыларҙың да спортсыларға ҡарата ихтирамын, иғтибарын даими тойҙом. Тағы бер хәл иткес осор, әлбиттә, вуз тамамлаған йылда булды. Һөнәрем буйынса эшкә урынлашырғамы, әллә шашка спортында ҡалырғамы? Бына шундай хәл иткес ваҡыттарҙа гел берәй мөһим ярышта ҡатнашыу кәрәклеге тыуа ине. Оҙаҡ һәм етди әҙерләнгән уйында ҡатнашмай, юҡҡа көс түгәйемме ни, тим дә, шашканы һайлайым. Турнирҙарҙа уйын ҡатмарлы барһа, көткән һөҙөмтәгә өлгәшеүе ауыр булһа: "Ябай эшкә генә йөрөһәм, иртән барҙың, кис ҡайттың", - тигән уй ҙа килә башҡа. Әммә яҡындарым менән һөйләшеп, борсолоуҙарым менән уртаҡлашып, тынысланып алһам, яңынан башкөллө яратҡан эшемә сумам.
Әгәр бала бер осорҙа шашка йә шахмат түңәрәгенә йөрөп тә, аҙаҡ был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныуы һүрелде икән, ҡурҡынысы юҡ. Ул барыбер тормошта кәрәк буласаҡ файҙалы сифаттар йоҡторғандыр. Әйтәйек, шашка логик фекерләүҙе үҫтерә, бер нисә аҙымға алдан уйлай белеү, ҡатмарлы осраҡтарҙа дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алыу, үҙең һайлаған өсөн яуаплылыҡты өҫтөңә алыу кеүек бик яҡшы һыҙаттар тәрбиәләй был уйындар. Ҡапыл ҡыҙыҡһыныуы һүрелде, тип атай-әсәйҙәр борсолмаһын, тип әйтмәксемен.

Шашка менән ҡыҙыҡһынған баланан нисек чемпион яһарға? Һинән кем чемпион әүәләне һәм үрнәк алған шашкасыларың бармы?

- Әлбиттә, тәү сиратта чемпион булыу теләге баланың үҙенән килергә тейеш. Сөнки шундайҙы ла күргән бар: бала түңәрәккә йөрөй, шулай кәрәк, тип кенә күнекмәләргә килеп ултыра һәм бошонмай ғына ваҡыт уҙғара ла, ҡайтып китә. Ә бына атай-әсәһенең, чемпион үҫтерәбеҙ, тип күҙҙәре янып тора...
Кеше күнекмәләргә күберәк ваҡыт бүлгән һайын уңыштары ла юғарыраҡ була. Бала көнөнә ике сәғәттән артыҡ шөғөлләнә алмай, ул арый. Шуға, яңы уйнай башлағанда көнөнә ярты сәғәт, шунан ике тапҡыр яртышар сәғәт шөғөлләнеү, өйҙәгеләр менән йә үҙаллы уйнау файҙалы. Быға шәп миҫал - Пань Имин исемле Ҡытай шашкасыһы. Ул ике йыл дауамында интернет ярҙамында үҙаллы шашка уйнарға өйрәнә, илдә үткән ярышта еңә һәм шунан ғына тренерҙар уны үҙ ҡанаты аҫтына ала. 2019 йылда уҙғарылған донъя чемпионатында 2012 йылдан ғына шашка менән ҡыҙыҡһынып киткән 15 йәшлек Пань Имин күп тапҡырҙар донъя чемпионы булған Александр Георгиевтан ғына еңелеп, икенсе урын яулай. Бына шулай, маҡсат ҡуя белеү, тырышлыҡ, ынтылыш һәм... берәй конкурент булыуы кәрәк. Мәктәптә уҡығанда беҙ, өс класташ ҡыҙ, гел үҙ-ара ярыша инек. Чемпионаттарҙа мәскәүҙәр ҙә, яҡуттар ҙа кәрәк түгел ине беҙгә.
Мине еңеүҙәргә этәргән профессионалдар тураһында әйткәндә, иң беренсе тренерым - ул Әлфиә Фәхретдинова. Шунан беренсе синыфҡа уҡырға төшкәс, Александр Мельников ҡулы аҫтында тәрбиәләндем. Нәҡ ул мине ярыштарға йөрөтә башланы һәм 10 йәшлектәр араһында тәүге миҙал алыуым, уға ҡушып бүләккә шәшке тапшырыуҙары бөгөнгөләй күҙ алдымда. Һуңынан Ирек Ғәтиәтуллин, Владимир Мильшин менән дә күнекмәләр үткәрҙек. Ә 10-сы синыфҡа Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға күскәс, яңынан Александр Мельников менән эшләй башланыҡ һәм мин ҡатын-ҡыҙҙар араһында блиц дисциплинаһында донъя чемпионы титулын яуланым. Һуңғы биш йылда Айнур Шәйбәков күнекмәләр үткәрә. Икебеҙ ҙә бер шашка мәктәбен үттек, гел ярыштарға бергә йөрөнөк һәм электән яҡташ, гимназиялаш, абзый кеше булараҡ миңә кәңәштәрен биреп торҙо ул. Һуңғы йылдарҙа уны остазым тип ҡабул итәм. Шулай ҙа бәләкәй саҡтағы кеүек, бер кемде лә өлгө итеп ҡуймайым һәм бер кем менән дә үҙемде сағыштырмайым. Ә шашкала тәүге аҙымдар яһай башлағанда мин Тамара Танһыҡҡужина кеүек донъя чемпионы булырға теләй инем. Хәҙер маҡсат ҡуям да, тырышам.

Шашка ярыштарын күҙәтһәң, барыһы ла шундай тынлыҡта, үҙ уйҙарына батып, тыныс ҡына уйнап ултырғандай тойола. Ә ысынында һеҙҙең һөнәр кешеләре ниндәй? Шашкасы ҡайһы милләт кешеһе булыуына ҡарап уйын айырылырға мөмкинме?

- Шашкасылар асыҡ күңелле. Беҙ көсөргәнешле уйын тамамланғас та әле генә ҡапма-ҡаршы көрәшеп ултырған кеше менән анализ бүлмәһенә сығып, фекер уртаҡлашабыҙ. Уйын барышында нимә уйлаған, нимә иҫәпләгән, ҡайҙа ни өсөн йөрөгән, нишләп яңылышҡан һәм башҡа кисерештәр, фекерҙәр әйтелә. Ә профессиональ шахматсылар улай түгел, үҙ кисерештәрен һәм уйҙарын улар сер итеп һаҡлай, беләһегеҙҙер.
Тыштан тыныс күренһәк тә, бөтә төҫ-ҡиәфәтебеҙ менән ҡаршыла ултырған спортсыға ихтыярыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Миңә ҡайһы берҙә хатта ололарҙан эләгә: "Айгөл, нишләп һин шулай йомшаҡ ул!" - тиҙәр. Конкурентың һинең көслө рухыңды тойһон, өйөрмә кеүек бул, тип кәңәш тә итәләр. Ләкин ундай булырға теләгем юҡ, үҙһүҙлегем етә. Ә бына кешенең милли менталитеты уйында сағылыуы-сағылмауы тураһында тәрән уйланғаным юҡ. Шулай ҙа, юҡтыр, тип иҫәпләйем. Уйында йышыраҡ спортсының ниндәй шашка мәктәбе үтеүе сағылыш таба һәм быны уйнау стиленә ҡарап айырып була. Әйтергә кәрәк, был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙа шулай, ә ирҙәр билдәле бер кимәлгә еткәс, айырым шөғөлләнә башлай һәм улар үҙ стилен булдыра.

Һүҙ сыҡҡас, ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ шашкасыларҙың айырмаһы тураһында ла һөйләп кит әле...

- Ирҙәр - көслө зат, шуға улар шашка уйынында ла һыр бирмәй, аҡыллыраҡтар ҙа, тип уйлай торғайным элегерәк. Улар ысынлап та көслөрәк уйнай, әммә ҡатын-ҡыҙҙар хис-тойғоға, ә улар логик фекерләүгә күберәк таянған өсөн түгел. Беҙҙе тәүҙән үк уйын барышында хис-тойғоларға бирелмәҫкә, бөтә иғтибарыңды шашка таҡтаһында тоторға, ҡаушамаҫҡа өйрәтәләр. Ни бары ҡыҙҙар араһында конкуренция әҙерәк, ә малайҙарға ниндәйҙер юғары һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн баштан уҡ күп көс һалырға, ваҡыт бүлергә, тырышырға кәрәк. Һәм үҫә бара бына ошо сарыф ителгән ваҡыт, тупланған белем-тәжрибә айырмаһын күҙәтәбеҙ ҙә инде. Шулай ҙа уйында ҡатын-ҡыҙҙарҙың һиҙемләй белеүе көслө: ҡайсаҡ тренерҙың "Нишләп былай йөрөмәнең, тегеләй йөрөнөң?" тигән аптыраулы һорауына "Һиҙҙем", тип кенә яуаплаған осраҡтар булғылай. Был да тәжрибәнәндер инде ул, төпкө аң ярҙам итәлер.

Ярыш булғас, еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Еңелеүҙәрҙе ауыр ҡабул итәһеңме һәм үҙеңде нисек ҡулға алаһың?

- Ҡайһы саҡта еңелһәм дә артыҡ бошонмайым, шулай булырға тейештер, тип кенә ҡуям. Ҡайһы бер еңелеүҙәр бик үкендерә, күңел тулышып китә. Залдан сығам да, илайым. Аҙаҡҡы тапҡыр донъя чемпионатында уйнағанда турнир башында уҡ еңелдем, шунан үҙемде ҡулға алып, яҡшы ғына дауам иткәйнем дә, тағы ла уңышһыҙлыҡҡа осраным. Чемпион титулына түгел, ниндәйҙер миҙалға ла өмөт итә алмауымды уйлап, ике көн ҡайғырып йөрөнөм дә, үҙемсә уйнаным да бөттөм. Уңышһыҙлыҡтарым тураһында хәбәрҙар булған әхирәтемә тәмлекәстәр төшөрөлгән фото ғына ебәрҙем: күңелһеҙләнгән саҡта бигүк файҙалы булмаған тәм-том ризыҡтар ашай торған холҡом барлығын ул яҡшы белә. Ауыр булһа, тышҡа сығып, һауа алыштырып инәм, сит илдәрҙә матур урындарҙы барып күрәм һәм былары ярҙам итмәгәндә, тәмле ризыҡ тынысландыра.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала шашка спортын үҫтереү, быға булышлыҡ итә торған саралар күреү хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Ошо ыңғай ҡараш, шашка спортына иғтибар артыуы тойоламы?

- Был ҡарар республикала оҙаҡ йылдар һүнмәй һаҡланып килгән шашка спортына иғтибарҙы арттырыр, тип бик ҡыуанып ҡабул иттек. Киләсәктә төбәктә шашка буйынса тренерҙар һаны артасаҡ, тип күҙаллана. Һәм бына шунан да мөһимерәк һөҙөмтә юҡтыр ҙа. Сөнки был массовый булырға тейешле уйын. Бер баланы ғына уңышҡа йүнәлтмәй, күптәр араһынан һәләтлеләргә үҙаллы үҫеп сығырға мөмкинлек биреү зарур. "Һәләтле" тигәндә мин кешенең көслө ҡыҙыҡһыныуы һәм эшкә һәләтлелеге юғары булыуын күҙ уңында тотам. Шашка түңәрәге ойоштороу әллә ни ҙур сығымдар, ҡиммәтле кәрәк-яраҡ талап итмәй һәм һәр ауыл мәктәбендә эшләргә теләүселәр табылһын ине.
Әлеге көндә түңәрәктә шөғөлләнмәгән, әммә шашка уйнаған һәр бала беҙ ойошторған "Чудо-шашки" ярышында ҡатнаша ала. Яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшһә, уны үҙ ҡанаты аҫтына алырға теләүселәр табыласаҡ. Башҡортостанда Өфө һәм Ишембай ҡалаларынан тыш, Стәрлетамаҡ, Сибай, Баймаҡ ҡалалары ла шашка өлкәһендә яҡшы ғына һөҙөмтәләр күрһәтә, әүҙем йәш спортсылар бар. Шуға, республика етәксеһенең бойороғона ярашлы, төбәктә йыл һайын халыҡ-ара турнир үткәреү ҙә маҡсатҡа ярашлы буласаҡ. Шуныһы ҡыҙғаныс, быйыл ноябрҙә ойошторолорға тейеш был ярыш коронавирус эпидемияһына бәйле бер йылға кисектерелде.
Башҡортостанда бәләкәйҙән һәр бер бала шашка уйнаһа, йәш көстәрҙе табыуы еңелерәк, тигәйнем инде. Быға Рәсәйҙә шашка буйынса көслө төбәктәрҙең береһе иҫәпләнгән Саха Республикаһы (Яҡутстан) миҫалы дәлил. Уларҙа мәктәп уҡыусылары тотош кластары менән шашка уйнай. Мәҫәлән, әлеге мәлдә донъя чемпионы титулын йөрөткән Матрена Ноговицына белем алған Чурапча республика спорт мәктәп-интернатында эш шулай ҡуйылған: бер ваҡытта бөтә 1-се синыфтар - йөҙәрләгән бала шөғөлләнә, уларҙың ваҡыты уҙыу менән икенселәре килә. Интернатта йәшәгән балаларҙы ата-әсәләре ялдарға, хатта каникулдарға ла алып ҡайта алмаған осраҡта, буш ваҡыттарын шашка таҡтаһы артында уҙғарыуға күнегеп тә бөткәндәр. Ҡайһылары интернатҡа август аҙағында килеп урынлаша ла, май аҙағында ғына өйҙәренә ҡайтып китә, ти. Ҡыш тышҡа ла сыға алмайҙар бит инде, шашкаға ваҡыт тағы ла арта. Пандемияға тиклем яҡуттар Мәскәүгә килә лә, айҙар буйы ҡайтмай, шунан төрлө ярыштарға сығып йөрөй, бигерәк тә Голландияла уҙғарылған бихисап чемпионаттарҙа ҡатнаша торғайны. Бына шулай эшкә бүлгән ваҡыт, ярыштарҙан алған тәжрибә ваҡыты-ваҡыты менән көслө уйынсылар үҫтерә.

Ярыштар мәлендә берәй ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларға урын бармы?

- Өс йыл элек Африкаға барғайныҡ. Ундағы халыҡ һөйләшеп торғанда таныш булмаған кешеләргә лә ҡул менән тейергә, шәхси сиктәрҙе шулай боҙорға ярата икән. Беҙ бит улайға өйрәнмәгәнбеҙ, баштан уҡ ят күренде инде был ҡылыҡтары. Һәм бына мөһим уйын бара, бер африканлыға ҡаршы көсөргәнешле генә уйнап ултырам. Кемдер артымдан иңбашыма төртә, әйләнеп ҡарайым - берәү ҙә юҡ. Икенсе тапҡыр төрткәс, был әҙәпһеҙ әҙәмде шелтәләйем, тип боролһам - йоҙроҡ ҡәҙәре суфый сиңерткә (богомол) елкәмә ҡунған! Төшмәй ҙә ҡуя, ныҡ йәбешкән һәм мин тынлыҡты боҙоп, ҡысҡырып ебәрҙем. Ярай әле шундағы бер африканлы ярҙамға килеп, бөжәкте осороп ебәрҙе. Бына шундай көтмәгән хәлдәр ҙә килеп сыҡҡылай ул ҡайсаҡ.

Әле чемпионаттарҙың ҡайһыһында еңеү яулағаның юҡ һәм яуларға теләйһең? Ғөмүмән, киләсәккә ниндәй пландар менән янаһың?

- Әлеге ваҡытта ике айҙан Польшала үтәсәк Донъя кубогы этабына, унан һуң ойошторолған тиҙ һәм блиц программаларында донъя чемпионаттарына әҙерләнәбеҙ. Ә бер ҡасан да еңмәгән ярыштарҙы телгә алғанда, тиҙ һәм блиц дисциплиналарында юғары баһаға өлгәшһәм дә, әлегә иң мөһим титулға - классик программала донъя чемпионы булыу бәхетен татып ҡарағаным юҡ. Ике йыл элек яҡташыбыҙ Тамара Танһыҡҡужинанан ҡалышып, икенсе урын алғайным. Быйыл килеп сыҡманы һәм ике йылдан тағы үҙемде һынап ҡарау мөмкинлеген көтәм.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, шунан, серле шашка донъяһына ишектәрҙе бер аҙ аса биреберәк ҡуйҙыҡмы? Һәләтле, тимәк, үҙе әйтмешләй, ныҡышмал һәм эшһөйәр яҡташыбыҙ менән әңгәмәнән һуң һәр кем үҙендә яратҡан шөғөлөнә тоғро ҡалырға көс табыр, үҙ һөнәренең оҫтаһына әүерелеүҙе маҡсат итер, хатта шашка уйнарға ла тотонор, тигән яҡты өмөттә ҡалабыҙ. Оло йылға ла инештән башланыуын бер ваҡытта ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №44, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.10.21 | Ҡаралған: 276

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru