«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛӘЙЕМ... ЯРАМАЙ...
+  - 

Үткән класс сәғәтендә "Мин кем?" һорауына яуап биргәндә, әлбиттә, үҙебеҙҙең эске донъябыҙға бөтөнләй ҡағылманыҡ. Кеше шулай ҡоролған: эске донъяһын ат башындай алтын бирһәң дә тулыһынса асып бирмәйәсәк. Хатта гипноз тәьҫирендә лә.

Шулай итеп, нимә һуң ул эго? Уны нимәгә ҡушып "ашайҙар"?
Бөтәбеҙгә лә билдәле, ниндәйҙер күренмәгән сиктәр айыра беҙҙе. "Мин" һәм "минеке", "мин түгел" һәм "минеке түгел" тигәнде аңлау беҙҙе бергә уҡмаштырмай, аңлайышһыҙ һоро массаға әйләндерә алмай. Нимәһе ҡыҙыҡ, беҙ үҙебеҙҙең "мин"ебеҙҙе һәр саҡта ла ыңғай яҡтан ҡабул итәбеҙ. Ә башҡалар? Уларҙы беҙ йә оҡшатабыҙ, йә үҙебеҙгә ҡапма-ҡаршы ҡуябыҙ. "Мин кем?" һорауына яуап биргәндә ана шул айырмалы яҡтарыбыҙҙы күрһәтергә тырыштыҡ та инде.
Ә эске донъябыҙға килгәндә, ул ысынлап та өйрәнелмәгән йыһан һымаҡ. Үҙебеҙҙе үҙебеҙ аңлап етмәйбеҙ, шунан эргәңдәгеләрҙе үтәнән-үтә күрәм, тип әйтеп ҡара. Бер ҡатлы түгелбеҙ! Бөтә хикмәт ошонда ла инде. Бушҡамы ни, "Бер ҡатлылыҡ уғрылыҡтан насар", тип әйтмәйҙәр. Бындай осраҡта беҙ түбәнге аң кимәленә һылтанабыҙ ҙа, шуның менән вәссәләм. Ярай, аң кимәле, түбәнге аң кимәле бар икән, ти. Әйҙәгеҙ, уны фронталь яҫылыҡта ҡарамай, бөгөн модаға ингән 3D форматына күсерәйек. Ни өсөн тигәндә, түбәнге тип атаһаҡ, уның өҫкө яғы булырға тейеш. Өҫкө-аҫҡы, йәғни өҫтә аң кимәле, түбәндә түбәнге аң кимәле. Нисектер, аңлайышһыҙ килеп сыға. Бәлки, уны түбәнге тимәй, төпкө аң кимәле тип аңларға кәрәктер. 3D форматында миҫал өсөн йомортҡаны күҙ алдына килтерәйек. Уның һарыһын төпкө аң кимәле тип ҡабул итәйек, ә ағы - аң кимәле икән, ти. Дөрөҫөн әйткәндә, аң кимәле тураһында теориялар күп. Уларҙың араһында Зигмунд Фрейдтың шәхес теорияһы оҙаҡ йылдар йәшәй. Уны күптәр примитив тип һанай, сәйер тип тә атайҙар, мәҙәк һымаҡ ҡабул итеүселәр ҙә бар. Әммә Фрейдтың концепцияһы кешеләрҙәге күп кенә холоҡ һыҙаттарын ышаныслы итеп аңлата ала. Шәхестең структураһын, төҙөлөшөн ул өс төргә бүлеп ҡарай: либидо, эго һәм супер-эго. Баяғы беҙҙең миҫал буйынса либидо - йомортҡаның һарыһы, эго - ағы, супер-эго йомортҡаның ҡабығы була инде. Ябай ғына итеп аңлағанда, йомортҡаның һарыһында аңыбыҙға баш бирмәҫ теләктәребеҙ, нәфсебеҙ һалынған. Уларҙың һәр ваҡыт ҡәнәғәтлек тойғоһо кисергеһе килә. Бәләкәй балаларҙа ул асығыраҡ күренә. Улар, мәҫәлән, "юҡ", тигән һүҙҙе аңламай.
- Әсәй, миңә туңдырма алып бир, - тип һорай бала.
- Юҡ, - ти әсәһе.
- Бер тапҡыр ғына!
- Юҡ! - тип әйттем.
- Анау иң бәләкәйен генә булһа ла!
- Юҡ!
Диалог күпме генә дауам итһә лә, бала юҡ тигәнде барыбер аңламаясаҡ. Сөнки әле уның аң кимәле шундай. Яйлап эгоһы либидоһына баш бирмәй башлаясаҡ. Быны, төпкө аң кимәле тарая бара, тип уйларға ярамай, киреһенсә, йәшәү барышындағы тыйыуҙар либидоға ҡәнәғәтләнмәй ҡалған тойғолар булып төшөп ятасаҡ һәм уны киңәйтәсәк. Ә тыйыуҙар ҡайҙан килә? Бая өҫтә әйткән супер-эгонан килә. Супер-эго - ул һинең намыҫың, оялыуҙарың. Фрейд билдәләүенсә, был өс кимәл араһында тотороҡло тигеҙләнеш, йәғни күңел тыныслығы юҡ. Либидолағы ҡәнәғәтләнеү һораған бәйһеҙ теләктәр, бер яҡтан, үҙенекен талап итә, икенсе яҡтан, супер-эголағы үҙеңде тәртипле тоторға кәрәк, тигән талаптар йоҙроҡ күрһәтә. Эгобыҙ һандал менән сүкеш араһында сүкелә, шәхес булып формалаша. Белем кимәлдәребеҙ буйынса айырылабыҙ, уныһы бәхәсһеҙ. Ә бына аң кимәленә килгәндә, күргәнегеҙ бармы берәүҙең урам буйлап "Был донъяла иң алйото мин", тип ҡысҡырып йөрөгәнен? Нуленсе шкала бармы алйотлоҡ кимәлен билдәләүсе? Ай-һай, бер ҡатлы түгелбеҙ! Йомортҡа һымаҡбыҙ. Ә йомортҡанан яңы йән эйәһе тыуа...
Көрәшәбеҙ! Йәшәге килә! Сөнки ул инстинкт та либидобыҙға һалынған. Супер-эго менән либидо араһында көрәшеп йәшәгән эгобыҙҙы баҡсасы һымаҡ күҙ алдына килтерәйек. Оҫта баҡсасы, әлбиттә, баҡсаһын сүп-сарҙан таҙартыуҙы беренсе урынға ҡуя. Баҡсала үҙе теләгән емеш-еләктәрҙе генә үҫтерә. Һайлап эш итә. Уның өҫтөнлөгө шунан ғибәрәт. Бөтөн бәлә шунда: беҙҙең либидобыҙ, йәғни төпкө аң кимәлебеҙ, һайлай белмәй, ҡайғыбыҙ ҙа, шатлығыбыҙ ҙа, позитив уйҙарыбыҙ ҙа, негативтары ла шунда төшөп ята. Билдәле бер ваҡытҡа тиклем. Һәм төрлө ауырыуҙар, невроздар булып, аҙаҡ өҫкә килеп сыға. Ҡый үләндәренән тулыһынса ҡотолоп та булмайҙыр. Әммә йәшәү көсө бирерҙәй емештәр үҫтереү мөмкинлеге һәр беребеҙгә бирелгән.

Шулай итеп...
Либидобыҙ "теләйем", "кәрәк", тигән илаҡ баланы хәтерләтә, ә супер-эгобыҙ "ярамай", "оят була", тигән мыжыҡ әбейҙе (ҡатын-ҡыҙҙар, ғәфү итегеҙ, мыжыҡ бабай образы нығынмаған). Ә эгобыҙ ошо ике сик араһында дипломат һымаҡ ғүмере буйы алтын урталыҡ эҙләй. Эголар аралашҡанда диалогта ике кеше ҡатнашамы икән? Бәлки, алтылыр? Киләһе дәрестә шул турала һөйләшербеҙ. Фекер туплағыҙ.

Радик ӨМӨТҠУЖИН.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.10.21 | Ҡаралған: 372

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru