«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРТАТАЙ ТӘРБИӘҺЕ
+  - 

Бер мәл көпә-көндөҙ 96 йәшлек ҡарт түгелеп илап ултыра икән. Унан ни сәбәпле илап ултырыуы хаҡында һорашҡандар икән, ул: "Атайымды тыңлашмағайным, ҡартатайым туҡманы", - тип яуап биргән. "Алйот, ҡартайыңдың туҡмағаны өсөн түгел, иҫән булғаны өсөн шатлығыңдан иларға кәрәк һиңә..." - тип әйткәндәр тегеләр ҡартҡа. Был хәл, ай-һай, беҙҙә булмағандыр ул. Ни өсөн тигәндә, башҡорт донъяһында ҡартатай менән ейән, ҡартәсәй-өләсәй менән ейәнсәр араһындағы мөнәсәбәт иң самими мөнәсәбәттәрҙән һанала. Бында шундай башватҡыс килеп сыға: ейән булған кеше атаһынан күрмәгән игелекте, йылы мөнәсәбәтте, яҡшы мөғәмәләне ҡартатаһынан, ә ҡартатаһы улына бирмәгән наҙҙы һәм йылылыҡты ейәненә бирә.
Бында "Баланың балаһы балдан татлыраҡ була", тигән мәҡәл-әйтем генә ярап бөтмәйҙер, ахыры. Мәсьәләнең асылы төптәрәк яталыр. Атай һәм ҡартатай булған ике кеше, алдан килешеп-һөйләшеп ҡуймаһалар ҙа, улға-ейәнгә ошондай мөнәсәбәттә булып, икеһе лә бер үк ғәмәлде башҡара. Береһе, ҡартатай - улына бирә алмаған һыуһынын ҡандыра, икенсеһе, атай - үҙ атаһынан алып бөтмәгән ҡырыҫлыҡты улына ҡарата мөнәсәбәт менән яндыра. Тәрбиәнең бындай үҙенсәлекле һәм ҡатмарлы формаһын кем уйлап сығарғандыр, ҡасан башланғандыр, әммә ул беҙҙең ҡанда йәшәй. Нисек кенә булмаһын, тәрбиә объекты булған үҫмерҙә ысын ирҙәргә хас характер формалаштырыуҙа был мәктәп тотош бер институтты тәшкил итерлек. Тик атайҙар һәм ҡартатайҙар ғына иҫән-һау булһын.
Шуныһы ла бар: атайҙарҙың улдарына ҡарата булған "ҡырыҫ" мөнәсәбәтен әсәйҙәр бик оҫта файҙалана. "Атайыңа әйтәм!" тигән бармаҡ янаулы мөнәсәбәт бына ошонан барлыҡҡа килгәндер ҙә инде. Ә башҡалар нисек уйлай икән?

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.10.21 | Ҡаралған: 344

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru