«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨН ДӘ БАЙРАМ, КӨН ДӘ ТУЙ...
+  - 

Һуңғы арала байрамдар күбәйеп китте. Көн дә байрам, көн дә туй, тигәндәй. Интернетты ҡабыҙыуың була, ватсаптан иртән иртүк ниндәйҙер байрам менән ҡотлап, таныш-тоноштарҙан, туғандарҙан, дуҫтарҙан открыткалар "яуа" башлай. Ҡатын-ҡыҙ бәхете көнө, бөҙрә сәслеләр, тәмлетамаҡтар көнө, сәй, бәлеш, икмәк көнө... Һанай китһәң, ысынлап та, ниндәй генә көндәр юҡ та, ниндәй генә байрамдар юҡ икән! Хайран ҡалырлыҡ.

Интернет селтәрендә бер гүзәл зат ҡатын-ҡыҙ бәхете көнөндә ирем ҡотламаны, шул сәбәпле ныҡ ҡына һүҙгә килештек тә, әле булһа һөйләшмәй йөрөйбөҙ, арабыҙ һыуынды, тип яҙған да, шул төркөмдә ултырған ҡатын-ҡыҙҙар уны йыуатып, комментарийҙар теҙгән, ирҙәрҙе яман һүҙҙәр менән әрләгән, хатта айырылышырға кәңәш биргән. Ә бәхет төшөнсәһенең тәғәйен көнө бармы икән ул? Хәҙер бер-беребеҙҙе һары япраҡ йә булмаһа йөҙөп барған болоттар көнө менән (баҡһаң, шундай көндәр ҙә бар икән!) ҡотларға онотһаҡ, яҡындар менән аралар һыуынып, ғаиләләр тарҡалып бөтәсәкме? Башҡа һыймаҫлыҡ хәл бит!
Һөнәри байрамдар һәм рәсми теркәлгән көндәр барлығын бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, ә бына йылы яҡҡа киткән ҡоштарға хәйерле юл теләү йә булмаһа йылы әйберҙәр көнө билдәләнгәнен белә инегеҙме? Байрамдар бының менән генә бөтмәй әле. Баҡһаң, йомортҡаның, бутҡаның, эшләп торған сәғәттең дә тыуған көндәре бар икән! Бер танышым ҡабаҡ көнө менән ҡотлап, открытка ебәрә, икенсеһе татлы печеньеныҡы менән... Уларҙың бер ниндәй әһәмиәткә эйә булмағанын белһәң дә, иртәнән кискә тиклем ҡотлауҙар ҡабул итеп ултырырға тура килә инде.
Октябрь айында ла әллә ниндәй туҙға яҙмағандары күп кенә булды байрамдарҙың. Ел, ҡара бөрлөгән, кәнфит көндәре тап ҡарасайҙа билдәләнде.
Улар араһында күңелһеҙерәк даталар ҙа юҡ түгел. Бына, мәҫәлән, ҡулдан ысҡындырылған мөмкинлектәр көнө. Исеме үк эсте бошора, шулай бит? Был көндә, ғәҙәттә, ҡотлау һүҙҙәре яңғырамай, ә бөгөн бер генә мөмкинлегең дә ҡулыңдан ысҡынмаһын, бөтә хыялдарың тормошҡа ашһын кеүегерәк теләктәр теләнә.
Бына шулай, дуҫтар. Күңелендә байрам йөрөткән кешегә көн дә байрам, тиһәләр ҙә, тормошта илап ебәрмәҫ өсөн ҡысҡырып көлгән ваҡыттар ҙа була. Ватсаптан бығаса ҡолаҡ ишетмәгән берәй көн менән ҡотлап, открытка килеп төшһә, ял итергә өйрәнеп киттекме, әллә үҙебеҙҙең кәйефте үҙебеҙ күтәрергә, был ҡатмарлы тормошто байрамға әйләндерергә тырышҡан булабыҙмы, тигәнерәк уйҙар тыуа. Иламаҫ өсөн көлөргә тырышыуға ла оҡшап китә был...

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.10.21 | Ҡаралған: 289

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru