«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫРЫЛҒАНДЫ АЙЫУ АШАР...
+  - 

2005 йылдан башлап 4 ноябрь Рәсәйҙә Халыҡ берҙәмлеге көнө булараҡ билдәләнә. Күптәр был датаны элекке Бөйөк Октябрь революцияһы көнө уңайынан барлыҡҡа килгән, шуның урынына ойошторолған байрам тип аңлатырға тырышһа, ысынында, был көн 1612 йылда Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһының Кремлде поляктарҙан азат итеүенә бәйле шанлы ваҡиғалар айҡанлы билдәләнә. Ошо байрам уңайынан халыҡ берҙәмлеге, ғөмүмән, берҙәмлек хаҡында бер нисә фекеремде белдермәксемен.

А

Бер берәмек!
Кемгә икән хәжәт?
Берҙең тауышы
Сыйылдауҙай мәҙәк.
Кем ишетер уны?-
Ҡатынымы!
Баҙарҙамы?...
Владимир Маяковскийҙың бер поэмаһында ошо юлдар бар. ХХ быуатта Рәсәйҙә башланған оло үҙгәрештәрҙе нисек кенә оноторға, инҡар итергә теләһәк тә, уларҙың халыҡтар берҙәмлеге һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡанын бер нисек тә инҡар итә алмайбыҙ. Халыҡтар берҙәмлеге булмаһа, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында Рәсәй артта ҡалған аграр илдән ҡеүәтле индустриаль дәүләткә әүерелә алыр инеме? Берләшмәһәк, Гитлер фашизмына ҡаршы тора алыр инекме? Һуғыш емереклектәренән илебеҙҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аяҡҡа баҫтырып, Йыһанды яулай алыр инекме? Шуға күрә 4 ноябрь байрамы 1612 йылғы ваҡиғалар нигеҙендә барлыҡҡа килһә лә, асылда, ул илебеҙ халыҡтарының йәшәү рәүешен күрһәтеүсе оло сара.

Б

4 ноябрҙә үткән Халыҡтар берҙәмлеге көнө башҡорт халҡының да оло байрамы. 2007 йылда Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгән сараға Өфөгә килгән Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең сығышында шулай тигәйне: "Башҡорт халҡы һәр ваҡыт Рәсәй сиктәрен намыҫ менән ҡаһармандарса һаҡланы. Бының сағыу бер миҫалы - ул 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт полктарының ҡатнашыуы. Әйткәндәй, ул саҡта Башҡортостан атҡа атланырға һәләтле ир-аттың барыһына ла ҡорал тотторҙо һәм фәҡәт кенәз Ҡудашев отряды составындағы башҡорт һыбайлылары Кремлде шартлатыуҙан һаҡлап алып ҡалды.
Тарихтан билдәле булыуынса, башҡорт яугирҙары Минин һәм Пожарскийҙың данлыҡлы ополчениеһында, Петр Беренсенең Азов походында оло батырлыҡ күрһәтте, шулай уҡ Башҡортостан халҡы Бөйөк Ватан һуғышы бәрелештәрендә һүнмәҫ дан ҡаҙанды..."

В

Ырыу-ҡәбиләләр берләшһә - халыҡ, халыҡтар берләшһә - дәүләт барлыҡҡа килә. Тарҡау монгол ырыу-ҡәбиләләрен Темуджин (Сыңғыҙхан) бер ҡулға, "меңғулға" (монголға) туплаһа, Усман Ғази төркмән ырыу-ҡәбиләләрен бергә туплап, боронғо Византия дәүләте биләмәһендә Ғосман дәүләтен (хәҙерге Төркиә) төҙөй, Уралдағы баш ҡорға (башҡорт) беҙ тупланғанбыҙ. "Береккән өйөрҙө бүре алмай", "Берҙәмлектә - көс", "Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар" ти халыҡ мәҡәле. Тимәк, быйылғы 4 ноябрҙә үткән байрам бигерәк тә көнүҙәк, тап ошо көндәрҙә илебеҙҙә халыҡ иҫәбен алыу бара. Был факт та беҙҙе берҙәмлеккә, бер ҡул булып ошо мөһим кампанияла ҡатнашырға, ҡатнашмай ҡалмаҫҡа, иҫәпле лә, һанлы ла булырға саҡыра.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.11.21 | Ҡаралған: 295

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru