«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ГӘЗИТЕБЕҘҘӘ - ТАРИХЫБЫҘ САҒЫЛЫШЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитендә йыл дауамында Башҡорт тарихы йылына, башҡорттар тарихына арналған бихисап мәҡәләләр донъя күрҙе. Уларҙан бөгөн 20 һорау туплап, викторина тәҡдим итәбеҙ. Тәүгеләрҙән булып дөрөҫ яуап биреүсе кешене 7 томдан торған Башҡорт энциклопедияһы көтә! Шулай уҡ башҡалар ҙа бүләкһеҙ ҡалмаҫ. Баш ҡатырғыста ҡатнашыусылар 2022 йылдың тәүге яртыһына гәзитебеҙгә яҙылыу тураһындағы квитанцияһының күсермәһен дә ебәрергә тейеш.

ҺОРАУҘАР:

1. "Ысын башҡорт олатайының һәм өләсәйенең һандығында кәмендә ете батыр, ете хайуан тураһында һәм ете тылсымлы әкиәт, ете доға, ете шиғыр, ете йыр, ете йомаҡ, ете көләмәс, ун ете таҡмаҡ ята, улар әйткәндәрҙе ейәненә өйрәтә" - был юлдар башҡорт өсөн мөһим булырға тейешле ниндәй төп документтан алынған?
2. "Башҡортостандың мишәр баласы" псевдонимы менән мөрәжәғәт ҡайҙа һәм ҡасан баҫылып сыға?
3. Башҡорт халҡының азатлыҡ көрәшен сағылдырған башҡорт телендәге тәүге төҫлө телефильмы ҡасан төшөрөлә?
4. Үҙ ырыуы тураһында кем: "Беҙҙең төп ырыуыбыҙ - Суҡлы-Ҡай, ә беҙгә яҡын ырыуҙарҙан Саңаҡлы-Ҡай, Йөрәкле-Ҡай, Таулы-Ҡай, Ҡай йәиһә Ҡайлы ырыуы составына инә", - тип яҙып ҡалдырған?
5. Ул 5 мәҙрәсәлә белем ала, XIX быуаттың 70-80-се йылдарында 4 мәртәбә Мәккәгә хаж ҡыла. Үҙе иҫән сағында иҫке төрки телендә 6 китабын нәшер итә һәм бик күп ҡулъяҙма мираҫ ҡалдыра. Уның 9 күләмле ҡулъяҙмаһы Башҡортостандың Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, шунсаһы уҡ Ҡаҙан федераль университеты Ғилми китапханаһының көнсығыш ҡулъяҙмалары секторында, ә бер ни тиклеме Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтында һаҡлана. Һүҙ кем тураһында бара?
6. 1870 йылда ул Англия компанияһы етәкселегенә күсә. 1891 йылда инглиздәр уны һата. 1902 йылда ул эшмәкәрлеген тулыһынса туҡтата. Һүҙ нимә тураһында бара һәм уның хаҡында нимә беләһегеҙ?
7. Александр Семенович Ишкилдин кем ул? Уның башҡорттарға ниндәй мөнәсәбәте бар?
8. Ике өлөштән, 10 стратегик йүнәлештән торған башҡорттар өсөн төп документ нисек атала һәм ул ҡасан ҡабул ителгән?
9. "Башҡорттар араһында ҡәбилә һәм клан берҙәйлеге, дөйөм башҡорт берҙәйлеге кеүек үк, иң юғары берҙәйлек булып, әлеге көнгә тиклем һаҡланып ҡалған" - башҡорттарҙың этник үҙенсәлеге тураһындағы был фекерҙе кем яҙып ҡалдырған?
10. "Башҡорттарҙа шундай көйҙәр күп, уларға теләһә ниндәй композитор көнләшеп ҡарар ине", - был һүҙҙәр кемдеке?
11. "Башҡорттарҙың беҙгә 1904 йылда Соколовтың китабы буйынса билдәле булған һәм өйрәнелгән тамғалары иртә төрки дәүләттәренең аҡһөйәктәре һәм хакимлыҡ итеүсе династиялары символикаһына барып тоташа". Был фекерҙе кем, ҡайҙа, ҡасан белдерә?
12. Быйыл 10-сы тапҡыр йыйын йыйған иң әүҙем башҡорт ырыуы.
13. Башҡорт телендә өс диалект булыуын, башҡорттарҙың төньяҡ-көнбайыш диалектының үҙаллы, көнбайыш диалекты булыуын нигеҙләгән, башҡорт диалектологияһы фәнен Бөтә Союз төркиәт аренаһына сығарған ғалим.
14. Башҡортостанда Шәжәрә үҙәге ҡасан ойошторолған һәм ҡайҙа урынлашҡан?
15. Белгестәр билдәләүенсә, башҡорт атының иң төп билдәләренең береһе?
16. Ғалим, социолог, тарихсы, инженер Йәҙгәр Бәшировтың башҡорт тарихына ҡағылышлы ниндәй китаптары бар?
17. Был байраҡты 2-се Башҡорт уҡсылар полкы яугирҙары теккән. Граждандар һуғышында яҡташтарыбыҙ ошо байраҡ аҫтында дошман менән алышҡан. Хәҙер ул Башҡортостандың Милли музейында һаҡлана. Ошоға тиклем был байраҡ ҡайҙарҙа һаҡланған һәм ҡайҙан ҡайтҡан?
18. "Топонимияның ижадсыһы - халыҡ, ә уның сығанағы халыҡтың үҙ ерендәге тормошо, хеҙмәте, ижады, тәбиғәтте танып белеү һәм үҙләштереү ҡеүәһе, уй-фекер һәм хыял донъяһы, заманалар аша үткән көндәлек эшмәкәрлеге, тарихи яҙмыш юлдары. Был йәһәттән топонимика фольклорға яҡын тора". Был юлдарҙың авторы кем?
19. Ырымбур өлкәһенең башҡорт фольклорында сағылыш тапҡан берҙән-бер генерал губернатор кем?
20. Башҡорт ғәскәрҙәре музейы ҡайҙа булдырылыуы ихтимал?

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 294

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru