«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҒАС ОҪТАЛАРЫ ҺАНАУЛЫ
+  - 


Ҡул йылыһы биреп, күҙ нуры түгеп ағастан эшләнгән әйберҙәрҙең абруйы ҙур. Ысынлап та, сифатлы һәм күркәм ҡул эше һәр саҡта ла ҙур һорау менән ҡулланылған һәм артабан да шулай буласаҡ. Ундай әйберҙәр һәр береһе үҙенсәлекле, эш процесы ҡатмарлы, бәләкәй генә бер деталде эшләү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә. Башҡорттар элек-электән төрлө ағастың ниндәй әйбер эшләүгә яраҡлы булыуын төплө белеп эш иткән, шуға күрә әле лә һәр ғаиләлә быуындан-быуынға ҡомартҡы рәүешендә тапшырылып килгән, ләкин сифатын һис ташламаған ағас әйберҙәр күп һаҡлана. Ағас эше менән булыусы оҫталар күп түгел хәҙер. Әммә барҙар. Белорет ҡалаһында Азамат ЗАҺИҘУЛИН атлы ошондай һөнәрмән ир-егет йәшәй. Уның ағастан эшләнгән әллә күпме төрлө әйберен бөтә интернет халҡы күптән белә һәм ихлас һатып ала.

Интернеттағыларға һеҙҙең эштәрегеҙ яҡшы таныш. Был эшкә тотоноу нисек килеп сыҡты?

- Ағас эше менән 2020 йылда шөғөлләнә башланым. Уға тиклем дә ҡыҙыҡһыныуым ҙур ине, ләкин һәр нәмәнең үҙ ваҡыты тигәндәй, тотонорға ҡул теймәй торҙо. Һәм, ниһайәт, былтыр тәүәккәлләнем. Ағастан төрлө әйберҙәр булдырыу төп эшем түгел, ә күңел һалып башҡарған шөғөлөм.
Тәүге эшләгән әйберем һандыҡ булды. Уны таҡтанан, үҙем белгәнсә эшләнем, ҡасау менән биҙәнем, буяп ебәрҙем. Күңелдә булғас, бик теләп тотонғас, был эшем арыу ғына килеп сыҡты. Шулай ҙа һәр өлкәләге кеүек үк, ағас эшенә тотоноу теләге генә әҙ, уның бөтә нескәлектәрен аңлау һәм белеү өсөн күп өйрәнергә кәрәк. Һәр әйберҙең үҙенең эшләү ысулы ғына түгел, ә нескәлектәре лә бар. Мәҫәлән, батман, тәпән эшләү серҙәренә төшөнөр өсөн Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәүсе Самат ағайға барҙым. Ул бер ҡыйынһынмай, киң күңеллелек күрһәтеп, үҙе белгән бөтә эшләү рәүешен аңлатып бирҙе. Ҙур рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм уға.
Интернет заманында йәшәгәс, уның файҙаһын күрә белеү ҙә кәрәк. Ҡулым бер аҙ оҫтарып, эшләгән әйберҙәремдең сифатлы булыуына ышанғас, уларҙы интернеттағы сәхифәмә һалдым. Халыҡ электән ата-бабаларыбыҙ ҡулланған һауыт-һаба, хужалыҡта кәрәкле башҡа әйберҙәрҙе бик йылы ҡабул итте, хуплау һүҙҙәрен әйтте. Тәүге заказдар ҙа килде. Шулай итеп, шөғөлөмдө килем килтереү рәүешенә лә әйләндерҙем.

Ассортиментығыҙ бай ғына күренә. Ниндәй әйберҙәр эшләүҙе юлға һалдығыҙ?

- Әлеге ваҡытта батман, тәпән, көйәнтә, тырма, һандыҡ, көбө һәм башҡа әйберҙәр эшләйем. Ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе күпләп эшләргә мөмкин булһа ла, батман, тәпән, көбө, һандыҡ кеүек ағас эштәренә ваҡыт та күберәк китә, ҡул көсө лә әҙ түгелмәй һәм уларҙы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә күпләп етештереп тә булмай.
Шулай уҡ сыбыртҡы үрәм. Һандыҡты яратып эшләйем. Ҡарап тороуға ябай ғына күренһә лә, дүрт яҡлап таҡта сөйләнең дә, аҫтына таҡта беркетеп, ҡапҡас ҡуйҙың түгел һандыҡ эше. Уның да үҙенә генә хас үҙенсәлектәре, нескәлектәре бар. Был эште илке-һалҡы башҡарып булмай, һандыҡ матур, ыҡсым, сифатлы булһын өсөн бөтә оҫталыҡты, күңелде һалырға кәрәк. Һандыҡтарҙы кәләшем йәки Наҙгөл ҡыҙым матур һүрәттәр менән биҙәй. Һуңғы аралағы эштәремдең береһе - көбө. Был һауыттың башҡорттарҙа ҡулланылышы ҙур - унда ҡымыҙ ҙа бешәләр, буҙа ла ҡоялар, бал да һаҡлайҙар һәм башҡалар. Көбө эшләү серҙәрен быйыл "Ете егет" тапшырыуы ҡатнашыусылары менән дә бүлештем.

Ағас менән эшләгәндә һеҙҙең өсөн иң мөһиме нимә?

- Сифат. Минән әйбер алған кешенең хәтере ҡалмаһа ине тием. Әйберҙәремде риза булып ҡулланһындар, тип теләйем. Минән эшләтеп алған һәр әйберҙең, бәләкәй булһынмы ул, әллә ҙурмы, һәр өйҙә киң ҡулланылыш табыуын теләйем.

Теге йәки был әйберҙе эшләү өсөн ағастарҙың да төрлөһө кәрәктер, моғайын. Ғөмүмән, ағас эшенең үҙенсәлектәре тураһында ла ишетергә ине.

- Эйе, әйткәнемсә, ағас эшенең нескәлектәре күп. Мәҫәлән, тәпән эшләгәндә төбөнә һәм ҡапҡасына уҫаҡ йәки йүкәнән ҡоро таҡта кәрәк. Ә хәҙер, баҡтиһәң, ҡоро таҡта табыуы ауыр икән.
Һәр уйлаған әйберҙе уның өсөн тип әҙерләгән ағастан эшләп сығарып та булмай. Ағас йә эшләгән саҡта, йә инде киптергән ваҡытта ярылып сыға. Мәҫәлән, тәпән өсөн тәғәйенләнгән ағастың эсен соҡоп алып, төбөн ҡуйғас, уны ике ай самаһы еләҫ, әммә үтәнән-үтә ел һуҡмаған урында киптерергә кәрәк. Әгәр ҙә ошо ваҡытта сатнап ярылһа, әллә күпме хеҙмәтең, эшең юҡҡа сыға.
Тәпәнде - йүкә, һандыҡты - ҡарағайҙан, көйәнтәне ҡарама, йыла ағасынан эшләйем. Әйткәндәй, көйәнтә эшләүҙе бер туған ағайым Фаил өйрәтте.
Ошо эшкә тотонғас, мине аптырыуға һалған хәл булды - ул Башҡортостандың беҙҙән алыҫ районынан көйәнтә, тырмалар эшләп биреүҙе һорап яҙыуҙары. Ул райондарҙа бындай әйберҙәр эшләүселәр юҡ икән. Магазиндағы тимер тырма менән эшләүе ауыр, бесән йыйғанда еңел генәһе кәрәк, тип яҙҙылар.

Ғәҙәттә, ҡулы эш белгән кеше бер шөғөлдә генә туҡтап ҡалмай...

- Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнәбеҙ. Үҙемдең тыуған ауылым Ноҡатта ошо йүнәлештә эш алып барам. Был эштең айышына Бөрйән районы Ҡотан ауылында йәшәүсе Айҙар исемле егет төшөнөргә ярҙам итте, рәхмәтем ҙур уға. Солоҡсолоҡҡа тотонғас үҙем өсөн күп яңылыҡ асам. Мәҫәлән, законға ярашлы, солоҡто үҫеп ултырған ағасты соҡоп эшләргә ярамай, ә айырым түмәрҙә яһалғанды ағасҡа күтәреп нығытып ҡуйырға ғына мөмкин.
Ғаиләң һинең менән бер уйҙан, бер төптән һәм ынтылыштан булмаһа, ниндәй эштә лә алға китеш булмаясаҡ. Был йәһәттән уңдым - ҡатыным Зәйнәбтең һәр ваҡыт ниәттәремде хуплап, күңелемде үҫтереп ебәреүе миңә көс бирә. Уның менән өс бала тәрбиәләйбеҙ, улар ҙа ҡул араһына инеп бара. Ҡатыным үҙе буҙа ҡайната, уны һатыуға ла эшләй. Ғаиләм, яратҡан эшем, ихлас башҡарған шөғөлдәрем менән бәхетлемен.

Шулай итеп...
Азамат "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ", тигән мәҡәләнең бар асылына тура килеп, мәғәнәһен тулыһынса асып биреүсе. Уның кеүек оҫталар һәр саҡта ла һанланған һәм ҙурланған, сөнки барыһына ла бындай һәләт бирелмәй. Шул һәләтте үҫтереп, ҡулланып йәшәүе уны ғына түгел, ә унан әйберҙәр алып ҡыуанған һәр кемде бәхетле итә.

Гөлназ МАНАПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.11.21 | Ҡаралған: 333

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru