«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӘРБИӘСЕЛӘР ОҪТАЛЫҒЫН АРТТЫРҘЫ
+  - 

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Остаз" мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәсеһенең педагогик оҫтаханаһы" проектына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһы иҫәбенә бойомға ашырылған проект балалар баҡсалары тәрбиәселәренә райондарҙың диалект үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләргә ярҙам итеү маҡсатын алған.

"Остаз" оҫтаханаһында быйыл республиканың Стәрлебаш, Әбйәлил һәм Борай райондарынан 200-ҙән ашыу тәрбиәсе квалификацияһын камиллаштырған, тағы ла 35 тәрбиәсе "Башҡорт телен белгән мәктәпкәсә белем биреү педагогы" курсы буйынса уҡыған. Ә 123 тәрбиәсе мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тәрбиәләнеүселәрҙең белем алыу һәм тәрбиә эшмәкәрлеген башҡорт телендә ойоштороу программаһы буйынса тәжрибәһен арттырған. Проект сиктәрендә шулай уҡ Башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм фольклорын өйрәтеүҙе ойоштороу буйынса сценарийҙар һәм эштәр республика конкурсы үткәрелгән, унда ла педагогтар бик әүҙем ҡатнашҡан.
Балалар баҡсаларында эшләгән тәрбиәселәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыуҙан тыш, яңы ике йүнәлештә - "Туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәктәпкәсә белем биреү" һәм "Туған башҡорт теле һәм әҙәбиәте, башланғыс белем биреү" буйынса быйыл абитуриенттар ҡабул ителгән. Әле был йүнәлештәрҙә 14 студент белем алып йөрөй. "Тәү сиратта кадрҙар һәм уҡытыу-методик ҡулланмалар менән бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәк. Беҙ ошо ике мөһим эште иңебеҙгә алып, "Остаз" проектын эшләнек. Был проектыбыҙҙа балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәтеүгә төп иғтибар бүленде. Уҡытыу барышында улар өсөн уҡытыу-методик ҡулланмалар әҙерләнде. Киләсәктә республиканың бар райондары тәрбиәселәренә лә һөнәри оҫталыҡтарын күтәреү мөмкинлеген бирергә ниәт бар, был ыңғай тәжрибәне дауам итергә ине", - ти М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова.
Шулай итеп, "Остаз" мәктәпкәсә белем биреү тәрбиәсеһе педагогик оҫтаханаһының тәүге ҡарлуғастары - Әбйәлил районының ун ете, Борайҙың һигеҙ һәм Стәрлебаштың ун тәрбиәсеһе ҡулдарына белемдәрен камиллаштырыуы тураһында таныҡлыҡ алды. Был айҡанлы уҙғарылған тантанала БР мәғариф министры Айбулат Хажин, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов, республика Хөкүмәте Аппаратының социаль сәйәсәт буйынса департаменты директоры Зөлфиә Ғарифуллина, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов ҡатнашты. "Беҙҙең мәктәптәр уҡытыу-методик ҡулланмаларына бай, ә мәктәпкәсә белем алыусылар бынан мәхрүм ителгәндәр. Был туған телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүҙә етди проблема булып тора. Әлеге ваҡытта тәрбиәселәрҙең үҙҙәре менән берлектә эшләнгән һәм телебеҙҙең диалект үҙенсәлектәрен дә күҙ уңында тотҡан ҡулланмалар бөтөнләй булманы. Бындай методик комплекстар эшләнеүе бик хуп күренеш. Балаларға бәләкәйҙән туған телде өйрәтеп үҫтереү бик мөһим", - тине Айбулат Вәкил улы һәм тәжрибә туплаған педагогтарҙы тәбрикләне.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №47, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.11.21 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru