«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИҢГЕҘ ТОҘО ФАЙҘАЛЫМЫ?
+  - 

Көндәлек ашарға әҙерләүҙә тоҙ төп урынды алып тора. Тоҙһоҙ аҙыҡ тамаҡҡа ла үтмәй, тәмһеҙ һәм сөсө лә. Тоҙ, фәнни телдә әйтһәк, "хлорлы натрий" (хлористый натрий) - тәбиғәттең кешелеккә һәм бөтә тереклеккә бирелгән ҡиммәтле бүләге.

Тоҙ составына ингән натрий иондары мускул сүстәре эшмәкәрлегендә ҡатнаша, нервы импульстарының тапшырылыуына булышлыҡ итә. Ә мускул сүстәренең тотҡарлыҡһыҙ эшмәкәрлеге организмдың иң мөһим функцияларының береһе, сөнки ул һаҡланыу, тын алыу, ашау, енси, бүлеп сығарыу һәм башҡа физиологик процестар менән бәйле. Шуға күрә кеше организмында әлеге натрий иондарының етерлек кимәлдә булмауы тиҙ арыусанлыҡҡа, дөйөм көсһөҙлөккә, нервы-мускул эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтерергә мөмкин.
Тоҙҙағы хлор ионы иһә ашҡаҙан һутының мөһим компоненты булған тоҙло кислотаны етештереүсе төп материал. Белгестәр әйтеүенсә, тәбиғәттә һәр тере йәнгә тоҙ мөһим, сөнки ул организмдағы кислоталы-һелтеле балансты нормала тотоп тора, матдәләр алышыныуына булышлыҡ итә һәм эске органдарҙың яҡшы эшләүен тәьмин итеүсе натрий сығанағы булып тора.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы белдереүенсә, оло кешегә бер тәүлеккә 5 грамм тоҙ ҡулланыу норма һанала. Ләкин хлорлы натрийҙың күпселек аҙыҡ-түлектә булыуын иҫтән сығарырға ярамай. Тоҙ, мәҫәлән, ярымфабрикаттар, соус, консерва, йәшелсә, кәнфит, газлы һыу, печенье, шоколад, сыр, колбаса, икмәк һәм башҡа аҙыҡтар составында бар. Шуға күрә тоҙҙо ҡулланыуҙа ла сама белергә кәрәк, сөнки ул ҡан баҫымының күтәрелеүенә, тәндә һыуҙың тотҡарланыуына һәм башҡа сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.
Бөгөнгө көндә әлеге тәмләткестең әллә нисә төрө бар: йодлы (йодированный), экстра, ташлы, ҡара һәм диңгеҙ тоҙо. Һуңғыһын айырыуса файҙалы, тип баралар. Ләкин был ысынлап та шулаймы? Яуапты билдәле геолог Исхаҡ Фәрхетдинов бирә. - Эйе, диңгеҙ тоҙоноң составында, ташлы тоҙға ҡарағанда, микроэлементтар күп. Мәҫәлән, йод, магний, кальций, фосфор һәм башҡалар. Ләкин һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөгөнгө көндә билдәле брендтар аҫтында магазин кәштәләренә сығарылған диңгеҙ тоҙҙарында микропластиктың күләме ҙур. Бер килограмм тоҙҙа ул уртаса 675 өлөшсә. Айырыуса был күрһәткес Азия илдәрендә етештерелгән тоҙҙарҙа күп (Kim, 2018). Картала төрлө илдәрҙә етештерелгән тоҙҙарҙа микропластик концентрацияһының күпме икәнен күрергә була.

Ә диңгеҙ тоҙона микропластик нисек барып эләгә һуң? Был кеше эшмәкәрлегенең тәбиғәт өсөн зыянлы һәм ауыр эҙемтәләре. Пластиктың диңгеҙгә, унан инде беҙҙең өҫтәлгә килеп эләгеү циклы ябай - беҙ ҡулланылған тоҡсай, пакет һәм башҡа целлофан әйберҙәрҙе ҡайҙа етте, шунда ташлайбыҙ, улар бәләкәй генә өлөшсәләргә бүленеп, йылғаларға эләгә һәм уның һыуҙары менән бергә диңгеҙгә барып етә. Ә диңгеҙ тоҙон нәҡ ошо һыуҙы парға әйләндереү (выпаривание морской воды) юлы менән етештерәләр. Ә бөтә ер шарында бер көндә генә күпме пакеттың сүплеккә эләгеүен барлағанда ла, бының ниндәй эҙемтәләргә килтереүен күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡурҡыныс.
Диңгеҙ тоҙон ҡулланыу хәүефле булғас, ниндәй тоҙ ашарға һуң? Иң таҙа һәм зарарһыҙ тоҙ - ташлы (каменная) тоҙ. Ул боронғо диңгеҙҙәрҙә барлыҡҡа килгән. Мәҫәлән, 250 миллион йыл элек әлеге беҙ йәшәгән биләмәлә йәйрәп ятҡан Урал диңгеҙендә. Ул ваҡытта кеше тәбиғәтте бысратмаған әле, шуға күрә бөгөнгө көндә шахталарҙан сығарылған, һоро төҫтәге тәбиғи тоҙ ашау өсөн зарарһыҙыраҡ.
Микропластик айырыуса ирҙәрҙә түлһеҙлектең сәбәпсеһе булырға, шулай уҡ яман шеш барлыҡҡа килтерергә лә мөмкин, шул иҫәптән балаларҙа ла. Шуға күрә, пластик ҡулланыуҙы кәметеү яйын ҡарағыҙ. Һәм аш-һыу әҙерләүҙә үҙебеҙҙең Урал тоҙон, Пермь крайында йәки Ырымбур өлкәһендә сығарылғанын, ҡулланығыҙ. Осһоҙ ҙа, зарарһыҙ ҙа.

Гөлназ САФУАНОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 249

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru