«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТҮБӘЛӘҪТӘР ҠОР ЙЫЙҘЫ
+  - 


Крайҙы өйрәнеүсе булараҡ, мин күптәнән үҙебеҙҙең Түбәләҫ ырыуы йыйынын үткәреү тураһында хыяллана инем, сөнки ата-бабаларыбыҙҙың үткән тормошо, уларҙың башҡарған хеҙмәте, мәҙәниәте, көнкүреше, йолалары - барыһы ла мине ныҡ ҡыҙыҡһындыра ине. Ниһайәт, ошо көндәрҙә хыялыма өлгәштем, тарихи ваҡиға тип атарлыҡ сарала ҡатнаштым - Салауат районының Табын иленә ҡараған Ҡыуаҡан тармағы түбәләҫ ырыуы төбәгенең төп ауылы Мөрсәлим ҡасабаһында ырыу ташын асыу тантанаһы уҙҙы.

Ҡунаҡтарҙы Малаяҙҙа Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов ҡаршы алды һәм уның эш бүлмәһендә "Янғантау" геопаркы үҫеше перспективалары буйынса эшлекле әңгәмә ойошторолдо. Яңылыҡтар өмөтлө - шуныһы ҡыуандыра. Артабан юлыбыҙ түбәләҫ ырыуының тәүге ауылы Урмансыға алып килде. Бында Лидия һәм Сафуан Сәйетғәлиндар үҙ көстәре менән этноөй булдырған. Ишектән инеү менән Урмансы ауылының Түбәләҫкә ҡарағанын аңлатҡан күргәҙмә баннер иғтибарҙы йәлеп итә. Сәйетғәлиндарҙың нәҫел шәжәрәһе лә ҡуйылған. Һул яҡта - традицион һике, уның ҡаршыһында көнкүреш монаяттары ҡуйылған ҡашығаяҡ бүлмәһе. Мейескә бик иҫтәре китә икән килгән туристарҙың, етмәһә, ҡаҙаны ла бар. "Башҡорттар күсенеп йөрөгән бит", тиһәләр, "Йылы миҙгелдә күп һанлы малды көтөү өсөн сыҡҡандыр йәйләүгә, ә ҡыш көнө, әлбиттә, йорттарҙа йәшәгәндәр, тибеҙ", - тип һөйләй Сафуан. Түр яҡтың һул яғында сымылдыҡлы карауат, унда бишек эленеп тора. Йөн иләү ҡолғаһы һәм орсоҡ та шунда. Өҫтәлдә иҫке төркисә яҙылған "Мөхәмәҙиә" китабы урын алған. Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығын раҫлап, Сәйетғәлиндәр беҙҙе милли ризыҡтар менән һыйланы.
Түбәләҫ ырыуының төп ауылы булған Мөрсәлимгә юлланабыҙ. Миңә бында һәр ҡыуаҡ тигәндәй таныш, шуға ла тәбиғәттең күркәмлеге менән генә хозурланып ҡалмайым, күңелемдән генә топонимиканы барлайым. Урмансыны сығыу менән тәмле, татырлы һыуы менән тирә-яҡта даны таралған Бейек түбә аҫтынан сылтырап ағып ятҡан Һалҡын шишмәне, унан боронғо Тайшан ауылы урынын һәм реликт ағасыбыҙ, түбәләҫ ырыуының изге ағасы - йөҙйәшәр яңғыҙ ҡарағасты үтәбеҙ. Урыҫ Илсекәйенән һуң Крәке йылғаһы күперенән ҡалҡыулыҡҡа күтәреләбеҙ. Башҡорт Илсекәйенән һуң Һикеяҙға Саған ҡушылған урындан бер аҙ түбәнерәк ҡоролған күперҙе үтәбеҙ.
Рус сәйәхәтсеһе Петер Симон Паллас Әй йылғаһына Саған (Шихан тип хаталы яҙған һәм Әй ҡушылдығын Саған йылғаһы тип кенә күрһәткән, тип фаразлайбыҙ. Хәҙерге ваҡытта Һикеяҙҙы Әй ҡушылдығы тип билдәләйбеҙ) ҡойған ерҙә Биктуған ауылы янында "Башҡорттар селитра һәм көкөрт табып, дары яһай" тип яҙып ҡалдырған. Паллас уларҙан шул урынды күрһәтеүҙе үтенгән, әммә башҡорттар уға серҙе асмаған. Һикеяҙ буйы төбәгенә ҡуҙғалаҡ менән йыуа йыйырға барғанда өлкән йәштәге апайҙар: "Бында борон тимерҙек булған", тиҙәр ине. Йәшерен рәүештә ҡорал эшләгәндәр, тимәк. Дарыны ла шунда етештергәндәрҙер, моғайын, тип фекер йөрөтөргә була. Был урындан Әй буйындағы Һикеяҙ мәмерйәләр комплексы әллә ни йыраҡ түгел, боронғо һуҡмаҡтар буйлап, 12-13 саҡрымдыр. Салауат мәмерйәһе тигән исем аҫтында билдәле булған Иҙрис мәмерйәһе эргәһенән кисеп сығып, Көҙәй ырыуҙары менән бәйләнеш тотҡан түбәләҫтәр. Ат юлы булған (17 саҡрым тиҙәр ине ҡарттар). Ғаилә туғанлығы барлыҡҡа килгән, Һабантуй, Ҡарғатуйҙарҙа танышҡан йәштәр, димләп ҡауыштырғандар.
Хәтирәләр юлды ҡыҫҡарта - Мөрсәлимдең яңы ял һәм спорт паркына килеп еткәнебеҙ һиҙелмәй ҙә ҡалған. Милли кейемдәге ырыуҙаштарым ҡаршы алды беҙҙе. Бында осрашыу Оло Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағына ҡараған түбәләҫ ырыуы стелаһын тантаналы асыуҙан башланды. Артабан сара яңы төҙөлгән мәҙәниәт һарайында дауам итте. Һәр ауылдан берәр йәш ғаилә "Табын ырыуы ҡаны аға минең тамырҙарымда" тип аталған презентация, шәжәрә стенды әҙерләгән. Улар менән ентекле танышҡандан һуң тамашалар залына үтәбеҙ: мәктәп уҡыусылары сәхнәләштергән түбәләҫ ырыуы легендаһы ҡабат тарихҡа алып ҡайта...
Йыйындың пленар ултырышында Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов һәм Мөрсәлим ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айҙар Мөфлиханов тәбрикләү һүҙен еткергәндән һуң, һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Тарих фәндәре кадидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Салауат Хәмиҙуллин үҙенең сығышында түбәләҫтәрҙең тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе: "Түбәләҫ ырыуы башҡорттары борон Салауат районының алты - Тирмән, Сүрәкәй, Илсекәй, Урмансы, Ҡалмаҡҡол һәм Ҡарағол ауылында ултырған. Шуға ла халыҡ араһында "Алты ауыл түбәләҫ" тигән лаҡап һаҡланып ҡалған да инде. Мөрсәлим ауылы Ҡалмаҡҡолов Мөрсәлим Ҡалмаҡҡол улы (1746 - 1814) йәшәгән ауыл урынында тимер юл станцияһы барлыҡҡа килеүе һөҙөмтәһендә ҡалҡып сыға.
Түбәләҫтәр - тарихта билдәле ырыу, улар урта быуаттың бик күп яҙма хеҙмәттәрендә билдәләнә. XIV быуатта Рәшид әд-Дин Сыңғыҙхан яулап алған Үҙәк Азия ҡәбиләләре араһында баргут, кори һәм түләҫ ҡәбиләләрен иҫкә ала. Бында түләҫ атамаһы түбәләҫ этнонимының хаталы яҙылышы. XVI быуаттың "Таварих-и гузида-йи нусрат-наме" аноним яҙмаһында Көнбайыш Себерҙең күсмән үзбәк державаһына нигеҙ һалыусы Әбелхәйер хан (1428 йылдан 1468 йылға тиклем) буйһоноуында түбәләҫ ҡәбиләһе лә булыуы теркәлә. Күсмән үзбәктән Урта Азияға миграцияланғас, уларҙың бер өлөшө тороп ҡала һәм башҡорттар составына инә. Был ырыуҙың үзбәк тармағына ҡағылышлылығы тураһында шуны әйтергә кәрәк: улар Шибанидтар династияһына яҡын була, сөнки Бохар ханы Ғөбәйҙулла хандың әсәһе - түбәләҫ ҡәбиләһе бәгенең ҡыҙы.
Башҡорт түбәләҫтәре лә абруйлы клан була. Башҡорт ырыуҙарының шәжәрәһендә Түбәләҫ башҡорт халҡының ата-олатаһы һәм легендар хан Иштәктең улы тип күрһәтелә. Түбәләҫ, башҡорт яҙыусыһы Тажетдин Ялсығолов яҙмаларына ярашлы, хатта Әйленең ағаһы була һәм бының менән түбәләҫтәрҙең әйлеләр алдында юғарылығы күрһәтелә.
Р. Ғ. Кузеев яҙыуынса, XVIII быуатта рус хакимдарының башҡорт ырыуҙары тураһындағы яҙмаһында түбәләҫтәр яңылыш әйлеләргә индерелә. Ғәмәлдә, улар ҡыуаҡан ҡәбиләһенең бер өлөшө була".
Крайҙы өйрәнеүсе Рифат Мирхәйҙәров "Түбәләҫ ырыуы тарихы. Полковник Собханғол Килтәков - Салауат Юлаевтың көрәштәше" темаһы буйынса сығыш яһаны. Собханғол Килтәков 1720 йылда Сүрәкәй (Нуғай) ауылында тыуған. 1765 йылдан Рәсәй империяһы Себер юлы Түбәләҫ улусы старшинаһы. 1773 йылда уның командаһында 91 хужалыҡ һаналған. 1773 йылдың декабрь уртаһында үҙенең улусынан саҡырылған 25 башҡорттан торған командаһы менән атаман И. С. Кузнецов отрядына ҡушылған. Ғәскәре менән 22 декабрҙә Һатҡы заводына, 24 декабрҙә - Златоуст заводына килә; Златоуст, Ҡатау-Ивановск, Һатҡы заводтарында урындағы үҙидаралыҡ органдарын ойоштороуҙа ҡатнаша. Бердский баш күтәреү үҙәгенә пушка, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҡса оҙата. 1774 йылдың ғинуар башында 50 яугиры менән Салауат отряды сафтарында Красноуфимскиҙы, 23-24 ғинуарҙа Көңгөрҙө алыуҙа ҡатнашҡан. Салауат Юлаев ҡаты яраланып, дауаланырға киткәндән һуң, Сура Рәсүлев менән берлектә башҡорт отрядына етәкселек иткән. Ғинуар һуңында, Cура Рәсүлев етәкселегендә башҡорт атлылары сигенеүе, баш күтәреүселәр етәкселәре араһындағы конфликт арҡаһында, атаман И. Н. Зарубиндың секретары И. И. Суконников уны ҡулға ала. 1774 йылдың 4 февралендә Пермь провинция канцелярияһында Собханғол Килтәковтан һорау алына, шунан һуң аяуһыҙ язаларға дусар ителә һәм генерал-аншеф А. И. Бибиков ҡушыуы буйынса Көңгөрҙә аҫып үлтерелә... Сара программаһы буйынса ҡаралған сығыштар, йәнле фекер алышыуҙарҙан һуң резолюция ҡабул ителде. Артабан түбәләҫ ырыуы ҡор башы итеп Рифат Мирхәйҙәров һайланды. Ул "Салауат районында Башҡорт тарихы йылы" махсус штандартын Әйлеләр берләшмәһенең туғыҙ ауылды үҙ эсенә алған тырнаҡлы ырыуы вәкиле, Лағыр урта мәктәбе директоры, крайҙы өйрәнеүсе Ринат Ситдиҡовҡа тапшырҙы. Тырнаҡлылар Ҡараһаҡалды хан итеп күтәреүҙәре менән билдәле. Хәйер, был хаҡта киләсәктә улар үҙҙәре һөйләр.

Миңһылыу АБДУЛЛИНА,
крайҙы өйрәнеүсе.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.12.21 | Ҡаралған: 246

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru