«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАРТТАР: УРТА АЗИЯ БАШҠОРТТАРЫБЫҘ
+  - 


Әйле ырыуы башҡорттарының бер өлөшөнөң генетик маркеры - N1c1-M178. Уран, мең, түңгәүер, үҫәргән, юрматы, йәнәй, йылан, ҡошсо, терһәк, салйоғот, бәкәтин, түбәләҫ һәм һырҙы ырыуҙары башҡорттарының байтағы шул уҡ гаплотөркөм менән нарыҡлана. Бынан бер мөһим һығымта яһау фарыздыр: боронғо башҡорт риүәйәттәрендә һәм шәжәрәләрендә бәйән ителгән ырыу-ара бәйләнештәр ысынбарлыҡҡа тап килә.
Һарттарҙың монгол яуҙары дәүерендәге трагик яҙмышын сағылдырған тарихи хикәйәте "Һуңғы һартай", тип атала. Ошо хаҡта филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершина ошолай яҙа: "Хәтирә рәүешендә төҙөлгән был әҫәр стиле яғынан фольклор менән әҙәбиәт араһында торған үҙенсәлекле ҡомартҡы. Беҙҙең көндәргә ул яҙма хәлендә, русса тәржемәлә килеп еткән. 1935 йылда археолог, крайҙы өйрәнеүсе М. И. Касьянов тарафынан рус теленә тәржемә ителгән был яҙма ("Последний из Сартаева рода") хәҙерге көндә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында һаҡлана... Йөкмәткеһенән күренеүенсә, "Һуңғы һартай" хәтирәһендә, нигеҙҙә, XIV быуат аҙағындағы ваҡиғалар, атап әйткәндә, Аҡһаҡ Тимерҙең Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән бәрелеш дәүеренә һәм ошо осорҙа һартай ырыуы башҡорттарының күргән яфа һәм юғалтыуҙары һүрәтләнә. Ваҡиғалар шаһит (ул һартай ырыуы союзының атаҡлы бейе Бурнаҡ улы Ялыҡ) исеменән бәйән ҡылынғанлыҡтан, бик тә ентекле һәм психологик көсөргәнешле: "...Эйе, мин йәшәй белдем... Минең үҙ ҡошом, үҙ тамғам бар ине. Үҙ хөкөмөм үҙ ҡулымда ине. Аҡһаҡал да, бей ҙә булдым..." Һарт башҡорттары яуыз илбаҫар Аҡһаҡ Тимергә ҡаршы йән аямай алыша, әммә Ялыҡ бейҙең улдары ла, халҡы ла яуҙарҙа һәләк була.
Ошо боронғо хикәйәт геройы Ялыҡ бейҙең Ҡармасан һәм Сәрмәсән исемле улдары була, Башҡортостанда ошондай уҡ гидронимдар бар. Тимәк, 1391 йылда һарттарҙың бер ҡәүеме ошо йылғалар бассейнында көн иткән. Хәҙерге Өфө һәм Кушнарен райондары буйлап аҡҡан бер йылғасыҡ Һарт (русса - Сартовка), тип атала, ул Ҡармасан йылғаһына ҡоя. Шулай уҡ Өршәк йылғаһы бассейнында Һарт-йылға гидронимы һәм Һартбаш топонимы бар (Әлшәй районы). Һарт башҡорттарының Тарихи Башҡортостандың бер-береһенән байтаҡ алыҫ территорияларына килеп урынлашыуының төп сәбәбе - уларҙың Урта Азия тарафтарынан Көньяҡ Уралға табан миграцияһының үтә оҙайлы барыуы. Шул уҡ Ф.А. Нәҙершина 1970 йылда Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Тәңреғол ауылында Шәкирйән Мөхәмәтйәновтан яҙып алынған "Һарт-Әптерәш ауылы" исемле риүәйәт һәм 1930 йылда Ғафури районының Яҡтыгүл ауылында Вәлиулла Ҡоломбәтов яҙып алған "Һарт-Науруз ауылы" тигән риүәйәттәр хаҡында хәбәр итә. Билдәле ғалимәбеҙ үҙенең "Риүәйәт һәм легендаларҙа - халыҡ тарихы" (2011 йылда нәшер ителгән) китабында һарттар тураһында түбәндәге мәғлүмәттәрҙе килтерә: "1931 йылғы ғилми экспедиция материалдарына ҡарағанда, Ялан Ҡатай районында (хәҙерге Ҡурған өлкәһе) һарт нәҫелле 6 ауыл булғанлығы билдәләп кителә; һарт араларының Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй кантондарына ингән ауылдарҙа осрағанлығы телгә алына. P. Ғ. Кузеевтың 1959 йылғы яҙмалары буйынса, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында һарт нәҫелдәре йәшәгән ауылдар: Оло Солтан (Имәнғол), Баязит, Һарт-Әптерәш, Әбел, Мансур. Ғалимдың һарт нәҫелдәренең аҫабалығы тураһындағы мәғлүмәте иғтибарҙы йәлеп итә. Шуға бәйле риүәйәттән күренеүенсә, һарт волосы старшинаһы Солтанға ер биләүгә аҫабалыҡ хоҡуғы хеҙмәте өсөн батша тарафынан бирелгән. Солтан был ерҙәргә төньяҡ-көнсығыштағы Балсыҡты күленән көньяҡ-көнсығыштағы Буташ күленә тиклемге арауыҡҡа ара-аймаҡтары менән бергә үҙенең биш улын еректергән, бынан тыш, Әйле, Табын һ. б. ырыу кешеләрен саҡырып килтергән. Был хәл 150 йыл элек булған, тиелә риүәйәттә. Информанттың ошо мәғлүмәтенә аңлатма биреп, P. Ғ. Кузеев: "Был риүәйәт, күрәһең, һарттарҙың электән биләгән ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғы жалованный грамоталар менән нығытылыуын ғына сағылдыра", - тип яҙа, П. Паллас яҙмаларына таянып, ғалим башҡорт-һарттар Урал аръяғына Уралдан XVIII быуаттың урталарында уҡ күсеп килеп, Һарт волосы төҙөгән тигән фекер әйтә. Тарихсы үҙенең фекерен артабан алда телгә алынған Солтан старшинаның шәжәрәһендәге мәғлүмәт менән нығытып ҡуя (шәжәрәнән күренеүенсә, Солтандың бүләһе (правнугы) Троицк ҡалаһында 1959 йылда 75 йәшендә вафат булған".
Әммә һарттарҙың башҡорт этносына ылығыуын уларҙың Урта Азияла йәшәгән замандарҙан бирле әйлеләр менән тығыҙ бәйләнештә булыуы менән аңлатырға кәрәктер. Ул осорҙарҙан күп быуаттар уҙыуға ҡарамаҫтан, ошо тарихи бәйләнеш сағылдырылған тарихи документ табылған. 1734 йылда Себер даруғаһының бер нисә олоҫо башҡорттары императрица Анна Иоановнаға ошондай хат менән мөрәжәғәт итә: "В прошлых годех до взятья царства Казанского пращеры прадеды и деды и отцы наши и мы нижайшие башкирцы двенадцати волостей, а именно Айлинской, Дуванской, Сарты, Сызгинской, Упейской, Черлинской, Мурзаларской, Тюбеляцкой, Каратавлинской, Тырняклинской, Алыской, Жилаирской владели вотчинною землею и всякие угодьи по раздаче ногайского хана по тамгам и по урочищам без письменных крепостей всю вообще и по взятью Царства Казанского тою нашей землею и всякими угодьями владеем мы нижайшие по старому нашему владению и по урочищам и по ныне всякую службу служим и с той нашей вотчинной земли вашего императорского величества всякие службы служим и ясак платим все 12 волостей вопще".
Һарттарҙың ҙур ғына бер өлөшө Себер даруғаһының Һарт олоҫонда (хәҙерге Дыуан районы территорияһына ҡарай) компакт рәүештә урынлашҡан 9 ауылға нигеҙ һала: Иҫке Хәлил (Киҫәубай йәиһә Киҫәбай), Яңы Хәлил, Әбдрәшит, Арый, Мөлкәт, Мәржәнғол, Үрге Әбсәләм, Түбәнге Әбсәләм, Ҡаракүл. Улар үҙҙәрен һарт-әйлеләр, тип атай.
Элекке Өфө өйәҙенең Кенәзләр-Күрпәс-Табын олоҫонда - Һарт-Науруҙ һәм Һарт-Шишмә (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы), Ҫүбе-Мең олоҫонда - Һарт-Хәсән (хәҙерге Шишмә районы), Мең олоҫонда - Һарт-Лабау (хәҙерге Иглин районы) ауылдарына ситтән килгән һарттар нигеҙ һала, улар, башлыса, килмешәк сифатында урындағы аҫаба башҡорттар менән килешеү төҙөгән була.
Урал аръяғында, Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районында бер-береһенә яҡын урынлашҡан Әбдрәшит, Баязит, Аҙналы, Солтан һәм Кесе Солтан ауылдарында хәҙерге көндә лә һарт-әйле башҡорттары йәшәй.
Һарт башҡорттары араһынан Башҡортостан Республикаһының мәғарифын, фәнен, мәҙәниәтен, сәнғәтен, әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән байтаҡ ҡына талантлы шәхестәр үҫеп сыҡты. Билдәле филолог Таһир Баишев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов, яҙыусы, драматург Низам Ҡәрип, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, дәреслектәр авторы Марат Нафиҡов, шағирә Зөлфиә Ханнанова, талантлы бейеүселәр, бейеү ҡуйыусылар Әнүәр Әхмәҙиев һәм Әнүәр Шафиҡов, йырсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Йәмил Әбделмәнов, кинорежиссёр Булат Йосопов һәм йөҙәрләгән башҡа талантлы һарт башҡорттары халҡыбыҙҙың ғорурлығы ул.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 2-3-сө һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 387

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru