«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕҮСЕ ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛДА ЕҢЕҮСЕЛӘР ТӘРБИӘЛӘНӘ
+  - 

Жуково тиеү менән, күҙ алдына иң элек "Еңеү маршалы" тигән ҡушамат алған арҙаҡлы хәрби етәксе Георгий Жуков күҙ алдына баҫа. Шуға ла ошо ауылдағы һәр кем бары тик еңеүгә ынтылған кеүек.

2013 йылда төҙөлгән "Ҡарлуғас" балалар баҡсаһы ла заман менән бергә атлай һәм уның да ауыҙ асып һөйләрҙәй еңеүҙәре бар: 2019 йылда "Рәсәйҙең өлгөлө балалар баҡсаһы" исеменә лайыҡ булһаҡ, былтыр иһә "Рәсәйҙең иң яҡшы балалар баҡсаһы" тигән исемде алдыҡ.
2015 йылдан бында һигеҙ төркөмдә - рус, икеһендә башҡорт балалары тәрбиәләнә. Башҡорт төркөмдәре ата-әсәләрҙең ғаризалары буйынса асылды. Был төркөмдәрҙә балалар башҡорт мәҙәниәтен, йыр-моңдарын, уйындарын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һеңдерә, төрлө иртәлектәрҙе матур итеп башҡортса үткәрә. Ата-әсәләр бик ҡәнәғәт. Хатта ҡайһы бер рус милләтле ата-әсәләр ҙә балаларын башҡорт төркөмөнә бирергә тырышып тора. Күрше ауылдарҙан да балалар ҙур теләк менән йөрөй беҙгә. Коллективыбыҙҙың йәш, дәртле, тәрбиәселәрҙең һәр береһе талантлы булыуы ла быға булышлыҡ итәлер. Ниндәйҙер сараға әҙерләнәбеҙ икән, урыҫтар ҙа башҡортса йырлай, ҡумыҙҙа, мандолинала уйнайҙар, шулай уҡ башҡорт тәрбиәселәре лә рус телендә булған сараларҙа ихлас ҡатнаша.
Быйылдан ата-әсәләр менән һөйләшеп һәм уларҙың ғаризаларына ярашлы, тәрбиә башҡорт һәм рус телдәрендә алып барылған билингваль төркөм астыҡ. Уларҙа элек башҡорт теле, рус теле уҡытыусыһы булып, тәрбиәсе һөнәренә уҡып алған тәжрибәле педагогтар эшләй. Балалар барлыҡ сараларҙа ике телдә сығыш яһай. Яйлап ҡына ике телдә һаулыҡ һорашыуҙан башлап, көн һайын яңы белем өҫтәлә бара.
Шулай уҡ мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә полилингваль төркөм асылды. Унда башҡорт, рус, инглиз телдәре өйрәнелә. Тәрбиәсе - инглиз теле уҡытыусыһы, уның ярҙамсыһы - башҡорт теле уҡытыусыһы. Беренсе йыл ғына булһа ла, балалар әллә күпме инглиз, башҡорт, рус һүҙҙәрен белә, аңлайҙар һәм сараларҙа өс телдә сығыш яһайҙар. Талаптар буйынса өлкән төркөмдәрҙә балалар бер йылда 80-90 һүҙ өйрәнегә тейеш, беҙҙең балалар унан да күберәк белә. Өфө районында ике генә балалар баҡсаһында: беҙҙә һәм Дмитриевкала логопедик төркөм бар. Табиптар һығымтаһы буйынса 5 йәштән 6 йәшкә тиклем телмәре төҙөк булмаған йәки ауыр һөйләшкән балаларҙы ошо төркөмгә туплайбыҙ. Бындай төркөм икенсе йыл эшләп килә. Тәрбиәсе-логопедтар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә балаларға өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтә. Ошондай төркөм асыуға ата-әсәләр ҡыуанып бөтә алмай, сөнки баланы ҡайҙалыр шундай төркөм булған балалар баҡсаһына урынлаштырыу, алыҫҡа алып йөрөү кәрәкмәй.
Район, республика буйынса ниндәй генә конкурстар, бәйгеләр үтмәһен, әүҙем ҡатнашабыҙ һәм гел призлы урындар яулап торабыҙ. Әммә проблемалар ҙа етерлек.
Ике йыл элек ауыл биләмәһе башлығы Алексей Щекатуровҡа Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнашыу теләге булыуы тураһында әйткәс, ул ҡыуанып ҡабул итте. Былтыр тәрбиәселәр, ата-әсәләр менән әүҙем эшләп, еңеүсе булдыҡ һәм икенсе корпусҡа ике веранда, ике ҡомлоҡ, уйын комплексы һ.б. төҙөп ултырттыҡ. Быйылғы йылда беренсе корпуста ла ремонт эштәрен башҡарыу маҡсатында урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында көсөбөҙҙө тағы һынап ҡарарға булдыҡ. Һонолған ҡулды буш итмәм, тигән бит Аллаһы Тәғәлә. Бәлки, быйыл да беҙҙең балалар баҡсаһы сабыйҙары бәхетенән еңеү яулап, моратыбыҙға өлгәшербеҙ. Юҡҡа ғына Жуковола йәшәмәйбеҙ бит...

Резида ХӨСӘЙЕНОВА,
"Ҡарлуғас" балалар баҡсаһы мөдире.
Өфө районы Жуково ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 246

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru