«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ ҮҘЕ ҺАЙЛАЙ
+  - 


Башҡортостанда Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы старт алды. Быйыл был проектты бойомға ашырыуға республика бюджетынан 400 миллион һум бүлеү планлаштырыла.

Был программаның үҙенсәлеге шунда: үҙҙәре йәшәгән тораҡ пункттағы көнүҙәк проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре инициатива күрһәтеп, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләп кенә ҡалмай, ә халыҡтан йыйылған, спонсорҙар биргән һәм бюджеттан бүленгән аҡсаны контролдә тотоуҙа туранан-тура ҡатнаша. Проект шулай уҡ бизнес вәкилдәре, юридик һәм физик шәхестәр ҡатнашыуы менән дә әһәмиәтле. Аҡсалата ярҙамдан тыш, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары төҙөлөш ваҡытында кәрәкле техника йәки материал менән тәьмин итә ала.
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы Мәләүез районында ла әүҙем тормошҡа ашырыла. Тап ошо проект ярҙамында ауыл биләмәләрендә һуңғы йылдарҙа бихисап эштәр башҡарылды. Былтыр, мәҫәлән, Даниловка ауылы халҡы юлды ремонтлау һәм төҙөкләндереү проекты менән ҡатнашып, 3,8 миллион һумға ауыл биләмәһендә юлды төҙөклән-дерҙе. "Хыял" 3-сө балалар баҡсаһы дөйөм суммаһы 2,4 миллион һумға ҡыйыҡҡа капиталь ремонт эшләне һәм биләмәһенә юлды яңыртты. Бынан тыш, Сәйет, Аҡназар, Аптраҡ, Хлебодаровка һәм башҡа ауылдарҙа ла программа сиктәрендә социаль әһәмиәтле проекттар бойомға ашырылды. Быйыл да мәләүездәр уға дәррәү ҡушылды. Әлеге ваҡытта биләмәләрҙә йомғаҡлау йыйылыштары бара.
Иштуған ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Ринат Әлмөхәмәтов әйтеүенсә, Һыртлан ауылы халҡы программала ҡатнашып, Советтар Союзы Геройы Садиҡ Уйылдан улы Һайрановтың һәйкәле тирә-яғын һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының Хәтер таҡтаһын яңыртырға ниәтләй. Йыйылыш үткәреп, проектты раҫлағандар, ауыл халҡы араһынан эште ойоштороу өсөн инициатив төркөм һайлағандар, муниципалитет, халыҡ һәм спонсорҙарҙың финанс ярҙамы күләмен билдәләгәндәр, бюджет аҡсаһын бәрәкәтле һәм һаҡсыл файҙаланыу тураһында ҡарар ҡабул иткәндәр.
Ә бына ошо уҡ биләмәнең Иштуған ауылы халҡы "Айыҡ ауыл" республика конкурсының район этабына дәррәү ҡушылды. Унда ҡатнашыу тураһында улар граждандар сходында хәл итте һәм уның сиктәрендә үткәрелергә тейешле саралар планын ҡабул итте. Ни өсөн унда ҡатнашырға булған улар? Иҫерткес эсемлек менән мауығыусылар күбәйгәнме? Әллә уртаҡлашыр тәжрибәләре күпме?
- Быйыл конкурстың муниципаль этабында райондың 16 ауыл биләмәһенән берәр ауыл ҡатнашты, - тип һөйләп китте биләмә хакимиәте башлығы Р. Әлмөхәмәтов. - Шулар араһында беҙ ҙә, иштуғандар ҙа, үҙ көсөбөҙҙө һынап ҡарарға уйланыҡ. Спиртлы эсемлек эскәндәр күбәйеүҙән түгел, дөрөҫөрәге, уртаҡлашырға тәжрибәбеҙ, күрһәтергә сәләмәт тормош алып барған кешеләребеҙ, татыу ғаиләләребеҙ, әүҙем йәштәребеҙ, быуындар бәйләнешен һаҡлаған өлкән быуын вәкилдәребеҙ бар. Иштуған ауылының исеме заманында бөтә республикала йыш яңғыраны. Үткән быуаттың 80-се йылдарында ул һыуһаҡлағыс аҫтында ҡалырға тейеш ине. Бәхеткә күрә, төҙөлөш туҡталды. Әлеге ваҡытта тораҡ пункт икенсе һулыш кисерә. Бөгөн унда 135 йортта 335 кеше йәшәй. Уның күбеһен 40-тан 70 йәшкә тиклемге йәштәгеләр тәшкил итә. Ауыл уртаһында почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана һәм мәҙәниәт йорто булған ижтимағи-мәҙәни үҙәк эшләй. Халыҡтың сәләмәт һәм айыҡ тормош алып барыуы өсөн социаль әһәмиәтле объекттарҙың да роле ҙур, тип әйтмәксемен. Сөнки буш ваҡыттарында унда күңеле теләгән шөғөл табырға була. Быларҙан тыш, ауылда биш йыл элек мәсет ҡалҡып сығыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә булды. Дин юлына баҫыусылар, сәләмәт тормош алып барыусылар күбәйҙе, сөнки Ислам, тәү сиратта, иҫерткес эсемлек эсеүҙән тыйылыу бит.
Шәжәрә һәм ауыл байрамдарын үткәреү ҙә иштуғандарҙы тормошҡа айыҡ ҡараш менән ҡарауға, атай-олатайҙар аманат итеп тапшырған мәңгелек ҡиммәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән. Ғөмүмән, ауылда үткәрелгән сараларҙың барыһы ла һаулыҡты һаҡлау, эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелде, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнашты. Уның һөҙөмтәһе булып, урамда "һалмыш" йөрөгәндәр, йәшереп иҫерткес эсемлек һатыусылар бөттө.
Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһының һөҙөмтәлелеген бер тапҡыр һынаған Аптраҡ ауыл биләмәһенең Апас ауылы халҡы унда быйыл да ҡатнашырға уйлай. Граждандар сходында улар ауыл зыяратының кәртәһен яңыртырға кәрәклеге хаҡында проект менән сығыш яһаған. Эйе, һәр ауылдың - бәләкәйме ул, ҙурмы - төрлө мәсьәләһе, мәшәҡәте бар. Мәҫәлән, Апас ауылы ни бары 33 йорттан тора. Уныһының да яртыһы тиерлек буш тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Бөтөнләй йәшәмәйҙәр түгел, әлбиттә. Яҙғы-йәйге осорҙа уларҙың тәҙрәләрендә лә ут ҡабына. Әммә кескәй генә булһа ла, проблемалары ҙур ауылдарҙан кәм түгел. Юл мәсьәләһе лә, клуб һәм интернеттың юҡлығы ла апастарҙың тормош сифатына туранан-тура йоғонто яһай. Был мәсьәләләрҙең киләсәктә хәл ителеүенә улар, һис шикһеҙ, ҙур өмөт бағлай.
- Республикала ауыл халҡының йәшәү кимәлен күтәреүгә арналған байтаҡ программа бойомға ашырыла. Шуларҙа ҡатнашып, күпме тораҡ пункт социаль-мәҙәни объекттарын төҙөкләндерҙе, урамдарына асфальт түшәне, балалар ихаталары, ял урындары барлыҡҡа килде. Беҙҙең ауыл да былтыр был программа сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә мемориал булдырҙы. Халыҡтан 60 меңдән ашыу аҡса йыйҙыҡ. Ауыл биләмәһе хакимиәте лә, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа арыу ғына ярҙам итте. Ауылыбыҙҙың бер йәме булып ултыра ул бөгөн. Быйыл да ошо программала ҡатнашырға заявка бирҙек. Конкурс аша үтһәк, зыяратты кәртәләйәсәкбеҙ, - ти ауыл старостаһы Гөләмзә Шәрипова.
Үҙ иңдәренә ҙур бурыс алып, апастар "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашырға ла йөрьәт иткән. Әлеге ваҡытта Аптраҡ ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә халыҡ араһында эскелекте иҫкәртеү, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу буйынса аңлатыу эштәре алып баралар, ҡаҙ өмәләре, кис ултырыу кеүек саралар үткәрәләр. Ауылдың иң оло кешеһе - 87 йәшлек Сәриә Ғәҙелшина - ҡул эше оҫтаһы. Шулай уҡ Зөлфиә Абсаликова, Зәйнәб Сәғәҙиеваны йәштәргә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Яңы йорттар барлыҡҡа килеүе ауылға яңы һулыш өҫтәгән. Марат Миңлебаев, оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләгән Фәрғәт Шәмсетдинов хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылда өй һалып ингән. Хәйҙәр Абдуллин да тыуған ауылында нигеҙ яңыртырға ниәтләй. Гөләмзә Хантимер ҡыҙының тораҡ пункттағы һәр проблеманы яҡындан белеүе, уны хәл итеүҙә ярҙамлашыуы, халыҡ менән әүҙем эшләүе иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Уның башланғысында апастар биләмәлә үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Ауылдың киләсәге өсөн борсолоп, бөгөнгөһөн хәстәрләп, тәртип, таҙалыҡ һаҡлау өсөн оло яуаплылыҡ тойғоһо менән йәшәй ул.

Әйткәндәй, 2022 йылда Урындағы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу этаптары түбәндәгесә: 31 ғинуарға тиклем - проект һайлау буйынса халыҡ менән саралар үткәрелә; 11 мартҡа тиклем - электрон ғаризалар тултырыла; 12 апрелгә тиклем - баҫма төрҙә ғариза ҡабул ителә; апрель аҙағына тиклем - конкурс комиссиялары ултырыштары үткәрелә, еңеүселәр билдәләнә; май-июндә - килешеүҙәр төҙөлә, субсидия бүлеү тураһында Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары раҫлана; июль-сентябрь - проекттар бойомға ашырыла; октябрь-декабрь - объекттарҙы асыу саралары уҙғарыла.

Лена АБДРАХМАНОВА әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 258

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru