«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН - ЧЕРНИКОВКАНАН!
+  - 

Һәр ҡалала ла мәҙәни һәм социаль тормош, ғәҙәттә, үҙәктә ҡайнай. Өфө лә ҡағиҙәнән ситләшмәгән. Баш ҡаланың күпселек саралары Ленин, Киров райондарында уҙғарыла. Ә бына беҙ йәшәгән Черниковка биҫтәһе, аныҡлап әйткәндә, Калинин һәм Орджоникидзе райондары, был йәһәттән тыныс биҫтә. Черниковка халҡы һәлмәк, тыныс тормошта йәшәй, эшкә барып ҡайта ла фатирында ултыра. Хатта биҫтәнең мәҙәни үҙәге булған "Еңеү" кинотеатрын да ябып ҡуйҙылар. Ә ул Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, 4 йыл үткәс, ил өсөн иң ауыр йылдарҙа сафҡа индерелгән. Бөгөн шундай етеш тормошта йәшәйбеҙ, ә булғанын һаҡлай алмайбыҙ.

Мине, ошо районда йәшәгән кеше булараҡ, күп мәсьәләләр борсоуға һала. Тәү сиратта Беренсе май урамында аҙым һайын тиерлек спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүҙәр күңелде әрнетә. Эреле-ваҡлы һыра нөктәләре урынына балалар өсөн түңәрәктәр гөрләп эшләп торһа, ни тиклем яҡшы булыр ине. Ғөмүмән алғанда, Беренсе май урамындағы "хрущевкалар" саҡрымдарға һуҙылған баҙар майҙансығын хәтерләтә. Нимә генә тәҡдим итмәйҙәр: аҙыҡ-түлеге лә бар, аяҡ кейеме лә ремонтлайҙар, йөҙ метр һайын займ биреү нөктәләре һәм башҡалар. Уларҙан, исмаһам, алтаҡталарын (вывеска) берҙәм ниндәйҙер стилдә яҙыуҙы, биҙәүҙе талап итһәләр икән, тип уйлайым гелән. Урам йәмләнеп ҡалыр ине.
Ләкин Черниковка тураһында тик насар фекер генә йөрөтөү урынһыҙ, сөнки ул беҙҙең өсөн яҡын, үҙебеҙҙеке, күңелдәрҙе һәр саҡ үҙенә тартып торған урын. Орджоникидзе йорто тапҡырынан ҡояш формаһында урынлаштырылған урамдар үҙе бер матур күренеш. Ә "Восьмиэтажка" туҡталышында урынлашҡан йорттар, шул тирәләге майҙан, ял итеү өсөн сквер хатта Черниковкала йәшәмәгәндәр өсөн дә яҡшы таныш.
Биҫтәләге тағы ла шунда уҡ күҙгә ташланып торған күренеш - йорттарҙың төрлө архитектураһы. Мәҫәлән, Беренсе май урамы башындағы йорттар "Сталин ампиры" стилендә төҙөлгән. Еңеү паркына етәрәк урынлашҡан йорттар иһә архитектура "артыҡлығы" менән көрәшеү осороноң асыҡ миҫалы. Ә Азатлыҡ (Свобода) һәм Машина төҙөүселәр урамдарындағы йорттар иһә Хрущев заманыныҡы икәнлеген әллә ҡайҙан "ҡысҡырып" торалар. Һәм нәҡ ошо күп төрлөлөгө менән Черниковка башҡа райондарҙан айырыла ла инде, минеңсә. Бында килеп, төрлө осорға эләгергә мөмкин, хатта ҡайһы бер магазин тышындағы алтаҡталар ҙа совет заманынан тороп ҡалған.
Бөгөнгө көндә Черниковкала иҫке йорттарҙы һүтеү әүҙем алып барыла. Әлбиттә, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, заманса йорттарға күсереү бик яҡшы, ләкин ошо ике ҡатлы һары йорттар менән бергә Черниковкаға ғына хас булған үҙенсәлек юғала бара төҫлө. Был теманы дауам итеп, шуны әйткем килә: ул йорттарҙың оҙаҡ буш тороуы күңелде ҡыра, районға күңелһеҙ күренеш өҫтәй һәм, иң мөһиме, улар хәүефле урынға әйләнә.
Биҫтәнең тағы бер үҙенсәлеге - тирәк ағастарының күп булыуы. Тотош Өфө буйлап тирәктәр байтаҡ, шулай ҙа иң күбе беҙҙәлер, тип уйлайым.
Күп ҡатлы йорттар бик күп төҙөлә хәҙер, ләкин кешегә уңайлы йәшәү мөмкинлеге биргән инфраструктура юҡ тиерлек. Элек йорттар бер-береһенән алыҫ аралыҡта төҙөлдө, йорт менән ҡуша балалар баҡсаһы, мәктәп һәм башҡа социаль объекттарҙың булыуына ла ҙур иғтибар бүленде. Ә бөгөн йорттар бер-береһенә шул тиклем яҡын урынлаштырыла, машиналар күбәйгәндән-күбәйә, а уларҙы ҡуйыр урын юҡ. Был мәсьәләләр тик Черниковкаға ғына ҡағылмай, әлбиттә, бөтә ҙур ҡалалар өсөн хас күренеш. Хәл үҙгәрмәһә, алдағы йылдарҙа бөтөнләй хаос булыр бит...
Мин Богдан Хмельницкий урамынан күренеп торған Курочкин тауына (Курочкина гора) ҡарап торорға яратам. Ул йорттарҙан Шөғөр йылғаһы менән сикләнгән. Олораҡ быуын, моғайын, хәтерләйҙер, уҙған быуаттың 50-се йылдарында был тауҙа ҡарағай, имән, ҡарағас, ҡорос ағас, тирәктәрҙе күпләп ултырталар. Шулай уҡ манжур сәтләүеге һәм амур бәрхәте тигән ағастар ҙа үҫтереп ҡарайҙар.
Черниковканың Еңеү паркы һәм ундағы музей, Ләлә-Тюлпан мәсете, юғары уҡыу йорттары, "Нефтехимиктар" паркы һәм башҡа билдәле урындары күп. Уларҙың барыһы ла беҙгә, ошонда йәшәүселәргә, иң яҡыны һәм иң матуры. Шәхсән үҙем Өфөнөң үҙәгенә сыҡһам да, биҫтәне һағынып ҡайтам, сөнки бында тарихҡа ла урын бар, бөгөнгө заман биҙәктәре лә сағылыш таба.

Зәбир МУСИН.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.22 | Ҡаралған: 234

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru