«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЙЛӘНЕШЕҮСЕЛӘР ӨСӨН ТӨП ШАРТ –
+  - 


БЕР МИЛЛӘТТӘН БУЛЫУ ҺӘМ ҒӨРӨФ-ҒӘҘӘТТӘР УРТАҠЛЫҒЫ

Бер бөтөн, бер йән булып, мөхәббәтле тормошта йәшәгән һоҡланғыс ғаиләләр күп арабыҙҙа. Күркәм фиғелдәре, матур ҡылыҡтары менән үҙҙәре өлгөһөндә балалар тәрбиәләгән Эльвира менән Юнир ҺАҒЫНБАЕВтар - шундайҙарҙың береһе. "Татыу ғаилә - илгә ҡеүәт" тигән аҡыллы әйтем бар халҡыбыҙҙа. Һағынбаевтар менән әңгәмәләшкәндән һуң уларҙың ысын мәғәнәһендә республикабыҙға ҡот, ҡеүәт, рух һәм көс өҫтәгән ғаилә өлгөһө икәнен тойҙом.

Юнирҙе беҙ бөгөнгө башҡорт эстрадаһының иң моңло тауышлы йырсыһы тип беләбеҙ. Әйткәндәй, ҡайҙан һиндә ул моң? Атай-әсәй йырлаймы, әллә Баймаҡ районы Буранбай ауылындағы бар халыҡ йырлағанға күрә йырсы булып киттеңме?

Юнир:
Эйе, мин сығышым менән Буранбай ауылынанмын һәм, әйтергә кәрәк, республикабыҙға, илебеҙгә данлыҡлы ҡурайсылар, бейеүселәр, йырсылар, шағирҙар бүләк иткән данлыҡлы төйәктә тыуып үҫеүем менән бик ғорурланам. Был ауылдың һәр кешеһе - шәхес, уның һәр кешеһен өлгө итеп ҡуйырға мөмкин.
Күп йырсылар, композиторҙар кеүек, мин дә моңдо, әлбиттә, тыуған еремдән, эскән һыуымдан, халҡымдан алам. Ғөмүмән, кешегә тыумыштан бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижад сығанағы һалына, бик күп һәләт бирелә. Һәләтһеҙ кеше булмай. Бына шул сығанаҡты асырға, иреккә сығарырға, йәмғиәт тормошонда үҙ урынын табырға булышлыҡ итергә, үҫеү өсөн шарттар булдырырға ғына кәрәк.
Ә дөрөҫөн генә әйткәндә, моңло тауышым миңә әсәйемдән күскәндер, тип уйлайым. Гендарҙың һаулыҡҡа, холоҡҡа, төҫкә генә түгел, һәләткә лә, бигерәк тә музыкаль һәләткә лә йоғонто яһауын ғалимдар ҙа күптән асыҡлаған бит. Әсәйем Фәриҙә Әшрәф ҡыҙы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылының йырға-моңға ғашиҡ бейеүсе-гармунсы Солтангилдиндар нәҫеленән. Һигеҙ балалы ҙур ғаиләлә үҫеп, дүрт ҡыҙҙың һәм дүрт улдың да гармунда уйнап, бейеп, йырлап, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа урындар яулап, ауылдың ҡото, биҙәге булып йәшәйҙәр. "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсын ҡарап барыусылар, бәлки, иҫләйҙер ҙә - 2008 йылда әсәйемдең иң оло ағаһы Әнүәр Солтангилдин лауреат булды. "Үҙең йырламайһың, улың кемгә оҡшап шулай моңло тауышлы?" - тип һорағандарға атайым: "Педагогия училищеһында уҡығанда хорҙа торҙом ул мин", - тип мәрәкәләһә лә, бик талантлы кеше ул.
Йырсы, бейеүсе, ҡурайсы булып китеүемде шулай уҡ мәктәптә, сәнғәт училищеһында, сәнғәт академияһында яҡшы уҡытыусылар ҡулына эләгеүемдән күрәм һәм уларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар бер нисә быуын балаларҙың һәләтен ваҡытында асып, үҫтереп, ҙур сәхнәгә, майҙанға сығарҙылар. Бейеүгә, ҡурайға һөйөүҙе миндә мәктәптә Зарифа Закир ҡыҙы һәм Фәттәх Фәррәх улы Аралбаевтар тәрбиәләне. Ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу - бер, иң мөһиме, улар беҙҙе төрлө кимәлдәге конкурстарҙа көсөбөҙҙө, нимәгә һәләтле икәнлегебеҙҙе һынарға өйрәтте.
Әйткәндәй, мәктәптә уҡығанда конкурстарға бик күп йөрөнөк. "Буранбайҙар килә!" - тип ҡурҡып тора торғайнылар. Был, әлбиттә, мәҙәни конкурстарға ғына ҡағылмай, спорт ярыштарында ла ал бирмәнек. Бында, һис шикһеҙ, данлыҡлы Буранбай сәсәндең рухы булышлыҡ итәлер, тип уйлайым.
Был тормошта үҙ урынымды табырға, "Юнир Һағынбаев" тигән исемде асырға булышлыҡ иткән шәхестәргә ҡарата һәр ваҡыт күңелемдә рәхмәт тойғоһо йөрөтәм. Сибайҙа уҡығанда Нурғәли Ҡайыҡбирҙин, Өфөгә килгәс Юлай Ғәйнетдинов, 2006-2011 йылдарҙа сәнғәт академияһында уҡыу дәүерендә декан булып эшләгән мәрхүм Айрат Ҡобағошов, продюсер Риф Арыҫланов, үҙ эшенең оҫталары Рита Өмөтбаева, Земфира Байбулдиналар ҙа минең тормошомда ҙур роль уйнаны. Шулай уҡ минең ижадымды, минең йырҙарымды яратыусыларға, тамашасыларға - барыһына ла айырым-айырым рәхмәт белдерәм!

Эльвира, һеҙ, моғайын, иң тәүҙә Юнирҙең йырына ғашиҡ булып танышып киткәнһегеҙҙер? Танышыу нисек булды, һөйләгеҙ әле?

Эльвира:
Юнир Һағынбаев исемле йырсы барлығын белә инем инде. Уның бигерәк тә халыҡ йырҙарын башҡарыуын яраттым. "Әсәй, мине таңда уят әле", "Тәгәрәне алмалай ғүмер" кеүек лирик йырҙарҙы ла ул ғына шулай матур итеп йырлай кеүек тойолдо. Әлбиттә, моңонан тыш, уның ихласлығы, асыҡ йөҙө һәм һөйкөмлөлөгө иғтибарҙы йәлеп итте. Ә уның менән танышып, дуҫлашып китеүебеҙ дуҫтарыбыҙҙың туйынан һуң башланды.
Юнир: Дуҫым Рәмил Ҡотдосов туйына саҡырғайны, бер көн алдан барҙым, еңгәнең әхирәттәре лә килгән икән. Ҡараһам, шунда минең буласаҡ кәләш йөрөй. Шунда уҡ уға күҙ һалдым. Уның башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас оялсанлығын, шул уҡ ваҡытта саялығын, шаянлығын үҙ иттем. Иртәгәһен, туй көндө матур башҡорт милли кейемендә ҡунаҡтар ҡаршы алып тора ине. Яҡындан танышып киттек. Мәшһүр Сибай кантондың нәҫеленән булып сыҡты ул. Өс йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештек. Юмор яратыуы, кәрәк саҡта етди була һәм артыҡ ҡыланып китһәң, тынысландыра белеүе менән оҡшай. Танышып, аралаша башлағас та уны буласаҡ балаларымдың әсәһе итеп күрҙем, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ.

Ғаилә ҡороу, ғаиләлә Һағынбаевтар традицияһын, тәртибен, ҡағиҙәһен индереү нисегерәк булды? Ҡаршылыҡтарҙы нисек үттегеҙ? Һеҙ, моғайын, һәр берегеҙ үҙ ғаиләһендә алған тәрбиә һабаҡтары менән эш иткәнһегеҙҙер?

Юнир:
Һәр йәш ғаиләләге кеүек, иң башта бер аҙ ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар булғандыр инде. Бер-беребеҙҙең холҡона, фиғеленә өйрәнергә лә кәрәк. Дуҫлашып йөрөгәндә бер төрлө күренһә, өйләнешкәс, икенсе ҡараш тыуырға ла мөмкин. Үҙеңде буйҙаҡ саҡтағы кеүек иркен тотоп булмай, дуҫтар менән осрашыуҙар сикләнеүгә, эштән һуң тура өйгә ҡайтыуға шунда уҡ өйрәнеп китеп тә булмағандыр. Әммә ҡатынымдың сабырлығы, аҡылы һәр ваҡыт өҫтөнлөк итте. Тәүге ике йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының дөйөм ятағында йәшәнек. Директор Әлфир Сулпан улы Ғайсин үҙенең хеҙмәткәрҙәренә, йәш белгестәргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бирҙе. Унда мин солист ҡурайсылар менән эшләнем, уларҙы төрлө конкурстарға әҙерләнем, "Атайсал" вокал ансамблен алып барҙым. Унда эшләгән йылдарҙы һағынып иҫкә алам. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу, райондар буйлап концерттарға сығыу оло тормош һабағы бирҙе. Унда эшләгәндә шулай уҡ Шайморат Азамат улы Тимербулатовтың терәк-таянысын ныҡ тойҙом.
Эльвира: Аңлашып йәшәп китеүе ауыр булманы. Сөнки икебеҙ бер милләттән, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ ҙә, халыҡ педагогикаһы ла уртаҡ. Икебеҙ ҙә бер райондан, дөйөм, оҡшаш фекерҙәр ҙә күп ине. Моғайын, ғаилә ҡороусылар өсөн былар иң төп шарттарҙыр ул. Кеше яҙмышына нигеҙ ғаиләлә һалына. Ғаилә ныҡлы, татыу, һәр яҡлап сәләмәт булғанда ғына бала ла тормошта үҙен шул тиклем ышаныслыраҡ һиҙә һәм унан тәрбиәле, яҡшы кеше сығырына ла өмөт ҙур.
Икеһе ике милләт вәкиле ҡорған ғаиләләрҙә генә ауырға тура киләлер ул, сөнки уларҙың ғаиләгә, тормошҡа, туғандарға, атай-әсәйгә, ҡайны-ҡәйнәгә мөнәсәбәттәре лә төрлөсә була бит. Ундай ғаиләләрҙә өйҙә кемдең дине, йолалары өҫтөнлөк итергә тейешлеге йәһәтенән проблема тыуа икәнен күреп-ишетеп торабыҙ. Ә беҙҙең, бер милләт, бер дин вәкилдәре булараҡ, барыһы ла билдәле, ап-асыҡ. Икебеҙ ҙә башҡорт йырын, моңон, телен, тарихын, мәҙәниәтен яратабыҙ, шул өлкәлә эшләйбеҙ, уртаҡ ҡараштар, уртаҡ фекерҙәр күп. Ғөмүмән, ғаиләлә бер-береңә түгел, ә икең бер йүнәлештә ҡарағанда, бер фекерҙә булғанда ғына йәшәүе еңелерәк.

Балаларығыҙ туған телде, моңдо, һеҙҙең тәрбиә һабаҡтарын үҙ итәме? Юҡһа, йыш ҡына ата-әсәһе үҙе башҡортса һөйләшһә лә, башҡорт милләтенә хеҙмәт итһә лә, балалары бер ауыҙ һүҙ белмәй, тарих, мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһынмай...
Эльвира:
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Бик дөрөҫ аҡыл. Баланы хет нисек тәрбиәлә, әгәр үҙең ыңғай өлгө күрһәтмәһәң, уның файҙаһы булмаясаҡ. Беҙ икебеҙ ҙә ата-әсәй тәрбиәһенең матур өлгөһөндә үҫтек. Өлкәндәрҙең хәстәрлегенә, һөйөүенә сорналып ҡына үҫһәк тә, ғаиләлә хеҙмәт тәрбиәһе лә ҙур булды. Атай-әсәй беҙҙе яҡшы бала итеп кенә түгел, ә күркәм холоҡло, эшһөйәр, уңған, тыуған еренә файҙа килтерерҙәй кеше итеп күрергә теләне. Ғаилә ныҡлы, татыу, һәр яҡлап сәләмәт булғанда ғына бала ла тормошта үҙен шул тиклем ышаныслыраҡ һиҙә һәм унан тәрбиәле, яҡшы кеше сығырына ла өмөт ҙур.
Балаларыбыҙ, әлбиттә, башҡорт телендә һөйләшә. Аталары ла, улдарыбыҙ урамдан оло ағай телендә һөйләшеп ҡайтһа, тупһанан инеү менән башҡортса һөйләшеүҙәрен талап итә. Һәм был алым эшләй. Өйҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ғына ҡарайҙар, сөнки телевидение балаларҙың аңына ныҡ йоғонто яһаусы технология. Юлда булғанда "Юлдаш" радиоһын, башҡортса йырҙар, тапшырыуҙар тыңлайбыҙ. Ара алыҫ булһа ла, улыбыҙ Байрасты Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһына, Ғайсарҙы 166-сы башҡорт балалар баҡсаһына бирҙек.
Ҡайһы бер зыялыларҙың балаларының башҡортса һөйләшмәүен, ауыл балаларының да урыҫса ғына аралашыуын күреп йән әрней. Уҡытыусы булараҡ ҡына түгел, ә милләтемдең, телемдең киләсәге өсөн борсолоуҙан сығып әйтәм.
Юнир: Беҙ үҙебеҙ атай-әсәйгә ҡарап, уларҙан өлгө алып үҫтек. Үҙебеҙҙең улдарыбыҙҙы ла урлашмаҫҡа, алдашмаҫҡа, кесене кесе, олоно оло итергә өйрәтәбеҙ. Улдарыбыҙҙа, һис шикһеҙ, туған телгә, тарихҡа, моңға, йыр-бейеүгә ҡыҙыҡһыныу көслө. Уларҙың һәләтен асыуға, артабан үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Сөнки бөтә изге башланғысҡа һуҡмаҡ ғаиләлә һалына.

Ғаилә өсөн йәшәү шарттары тыуҙырыу, мал табыу күберәк атайҙар иңенә төшә. Был бурысты нисек атҡара Юнир?

Эльвира:
Юнирҙең ҡулынан бөтә эш тә килә, тиһәм, бер ҙә арттырыу булмаҫ, моғайын. Нуғай ауылында үҙебеҙҙең йортта йәшәйбеҙ. Шәхси йортта, ауыл ерендә ир-егеткә эш күп инде. Ике йыл йәшәгәс, мунса бурап ултыртты. Бынан тыш, баҡса үҫтереүгә лә әүәҫ ул. Ғаиләһе, балалары өсөн тырышып тора. Бер эштән дә ҡурҡып тормай. Бөгөн бит эшләйем, аҡса табайым тигән кешегә бөтә юлдар ҙа асыҡ. Ҡурай буйынса түләүле дәрестәр ҙә бирә. Шәхси дәрестәр өҫтәмә белем биреүҙең иң таралған юлы ул бөгөн. Һәм бик ҡулайлы ла тип уйлайым.
Юнир: Эйе, бөгөн эшләйем, етеш тормошта йәшәйем тиһәң, булған мөмкинлектәрҙең барыһын да ҡулланырға кәрәк. Төп эш урыным - Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында, унда "Мираҫ" ансамблендә ҡурайсы-йырсы булып эшләйем. Алға ҡарап эшләй белгән, үҙҙәренә лә, коллегаларына ла берҙәй талапсан директор Байрас Ишбирҙин һәм ансамблдең художество етәксеһе Нәфирә Ихсанова менән бергә эшләргә насип булғаны өсөн яҙмышыма сикһеҙ рәхмәтлемен.
Форсат булғанда туй, тыуған көндәр, юбилей тантаналары ла алып барам, пандемияға тиклем концерттарға ла сыға инек. Ғөмүмән, ҡулдан килгән эшкә тотонорға һәр ваҡыт әҙермен. Мунса ла бурайым, өйөн дә һалам, кәрәк икән, йөк ташыуҙан да ҡурҡып тормайым. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Бөгөнгө заманда йөҙ төрлө һөнәргә эйә булһаң да аҙ. Хәҙерге мәлдә күп һөнәрле, мобиль булырға кәрәк, тип уйлайым.
Өҫтәп тағы шуны әйтергә теләйем: ике яҡтан да атай-әсәйҙәр ныҡ ярҙам итә. Ауылда етештерелгән, экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итәләр беҙҙе. Беҙ үҙебеҙ ҙә уларға ҡулдан килгәнсә хужалыҡ эшендә ярҙам итергә тырышабыҙ. Ике яҡлап та туғандарҙың терәген тоябыҙ. Улар һәр ваҡыт беҙҙе дәртләндереп, рухландырып, кәрәк икән, тәнҡитләп тә тора.

Эльвира, һеҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытаһығыҙ. Ниндәй ул бөгөнгө балалар? Башҡорт булмаған балаларға башҡорт телен уҡытыу бик ауыр бурыстыр?

Эльвира:
Эйе, мин бала саҡтан һайлаған һөнәрем буйынса эшләйем. Әлеге ваҡытта Дим биҫтәһенең 103-сө мәктәбендә уҡытам. Үҙемдең педагогия эшмәкәрлегемдә "Һөҙөмтәгә эшләргә!" тигән маҡсат ҡуйғанмын һәм, әйтергә кәрәк, һөҙөмтәләр бар. Уҡыусыларым йыл һайын төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Уларҙың уңыштары мине лә ҡанатландыра. 2020 уҡыу йылында "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" район конкурсында еңеүсе булдым. Ҡаланыҡында ла лауреат исемен яуланым. Республика кимәлендәгеһендә "Педагогик эшмәкәрлегемдәге инновациялар" номинацияһында еңеүсе тип танылдым. Бөгөнгө балалар бик ҡыҙыҡһыныусан. Дәрескә өҫтән-мөҫтән генә әҙерләнеп барыу мөмкин түгел. Күп нәмә уҡытыусынан тора. Телгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүҙә педагогтың роле бик ҙур. Уның өсөн иң беренсе уҡытыусының үҙенә күп белергә, рухлы булырға, ныҡ тырышырға кәрәк. Бөгөнгө балалар яңы нәмәне ҡабул итергә әҙер генә тора. Уҡытыусы һүлпән булһа, уҡыусылар ҙа белем алырға ынтылмаясаҡ. Башҡорт булмаған уҡыусылар араһында ла башҡорт телен теләп өйрәнгәндәр байтаҡ. Ундайҙарҙың ата-әсәләре лә балаларының уңышы менән ҡыҙыҡһынып, уларҙы дәртләндереп тороуы менән айырыла. Әлбиттә, тел менән ҡыҙыҡһынғандар менән эшләүе лә еңел. Һәр дәресте үҙенсәлекле, ҡыҙыҡ, йөкмәткеле итеп үткәрергә тырышам. Һөҙөмтәләре, үрҙә әйтеп киткәйнем инде - ҡыуандыра.

Юнир йырлай, ижад итә, ғаилә ҡарай, сәнғәткә хеҙмәт итә. Ниндәй уңыштар, хыялдар бар?

Юнир:
Хыялым шул - матур итеп эшләргә һәм йәшәргә! Бәхет эҙләп, ҙур аҡса артынан сит республикаға китмәй, үҙ халҡым, үҙ милләтем өсөн ижад һәм хеҙмәт итергә! Башҡорт моңон һәм ҡурайҙы үҫеп килгән быуынға төплө итеп тапшырырға ине, тигән теләгем ҙур. Сөнки һәләтле балалар ҙа, ҡыҙыҡһыныусылар ҙа бар, шөкөр.

Ғөмүмән, башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш? Үҙегеҙҙең тәжрибәнән, тирә-яғығыҙҙағы башҡа ғаиләләргә ҡарап, ниндәйҙер һығымта яһай алаһығыҙмы?

Юнир:
Башҡорт ғаиләһе, иң беренсе, башҡортса һөйләшергә тейеш! Балаларының ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренең туған телдә һөйләшеүе шарт. Юғиһә, ҡайһы бер зыялылар ғүмер буйы халҡыма, телемә, милләтемә хеҙмәт иттем, тип, яңғырауыҡлы сығыш яһарға мөмкин, ә үҙ балаһы туған телендә һөйләшеү түгел, аңламай ҙа. Ана шул үҙеңдең балаларың, ейәндәрең, бүләләрең туған телде белһен өсөн йәшәмәйһеңме, хеҙмәт итмәйһеңме ни һин? Ундайҙарҙы аңламайым. Кемдәрҙер туған телендә бер һүҙ белмәгән балаһын инглиз, ҡытай, француз телдәренә өйрәтә. Әлбиттә, күп тел белеү маҡтаулы, кәрәк ғәмәл, был - заман талабы. Әммә үҙеңдең туған телеңде өйрәтеү өсөн бер ниндәй сығым да, ваҡыт та талап ителмәй бит. Тик өйҙә, урамда, юлда, сәй эскәндә, йоҡларға ятҡанда, йорт мәшәҡәттәре менән булғанда башҡортса һөйләшергә генә кәрәк.
Башҡортмон тигән кеше шулай уҡ үҙ халҡының тарихын, шәжәрәһен, йолаларын, милли аштарын, батырҙарын, арҙаҡлы шәхестәрен белергә, хөрмәт итергә тейеш, тип уйлайбыҙ. Йәмәғәт эшендә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҡатнашыуҙары ла бик мөһим. Шөкөр, Өфөбөҙҙә хәҙер ундай өлгөлө ғаиләләр арта бара. Мәҫәлән, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Шайморат Тимербулатовтарҙы барыһы ла беләлер, моғайын. Бына улар кеүек балаларыбыҙҙы үҙебеҙҙең милли мөхиткә ылыҡтырып, йәмғиәттә башҡортлоҡтоң матур өлгөһө булып, башҡаларҙы һоҡландырып йәшәгебеҙ килә беҙҙең дә.

Лена АБДРАХМАНОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.22 | Ҡаралған: 411

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru