«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛЕ АСЫЛҺЫН ӨСӨН...
+  - 


Һәр сабый матур ғына итеп теле асылып һөйләшеп китә алһа, атай-әсәй, ололар өсөн ҙур ҡыуаныс, әлбиттә. Әммә заман шауҡымымы, экологияның насарлана барыуымы - күп белгестәр билдәләп үтеүенсә, йылдан-йыл телмәр кәмселектәре менән тыуған балалар һаны арта. Бөтөнләй һөйләшмәгән сабыйҙар ҙа күп.

Шуның өсөн баланың үҫешен күҙәтеп барыу бик тә мөһим. Атай-әсәй баланың ишетеү һәләтен дә, тын алышының тигеҙлеген дә, тел керешенең (уздечка) оҙонлоғон да, тештәр теҙмәһенең дөрөҫ формалашыуын да, тештәрҙең өҫкө һәм аҫҡы теҙмәһенең (прикус) дөрөҫ үҫешен дә белгестәргә (отоларинголог, ортодонт, стоматолог) күрһәтеп торорға тейеш.
Әсә кешенең ҡарынындағы сабыйы менән һөйләшеүе шулай уҡ бик мөһим. Ошондай аралашыу бала өсөн бик кәрәк, иртә һөйләшә башлауына этәргес булып тора. Баш мейеһендә (соңҡа өлөшөндә) телмәр үҙәге урынлашҡан. Ошо үҙәккә бала ишеткән барлыҡ һүҙ запасы йыйыла бара. Теле асылырға ваҡыт еткәс, бала ошо һүҙҙәр байлығын ҡулланып һөйләшә башлай ҙа инде. Атай-әсәй ошо мөһим мәсьәләгә битараф булмаһын ине. Тимәк, бала әле аңламай, тип, уның менән аралашмау ҙур хата булып тора. Телмәр байлығы туранан-тура өйҙәге аралашыу мәҙәниәтенең кимәленә бәйле, тиһәң дә була. Яңы тыуған сабыйға өс йәше тулмаҫ борон уҡ телевизор ҡаратырға, телефон тоттороп ҡуйырға ярамай. Әгәр сабыйға был йәшкә тиклем телевизор ҡаратһалар, уның донъяны ҡабул итеү һәләте 2D форматында ғына үҫешә. Киләсәктә мәктәптә белем алғанда ла ошо яңылыш формалашҡан донъяны ҡабул итеү уға ҙур ҡаршылыҡтар тыуҙырасаҡ.
Бала менән туған телдә аралашыу мөһимлеген күптәр, моғайын, беләлер. Әсә телендә аралашып үҫкән бала зиһенлерәк тә (интеллект), аҡыллыраҡ та, теремегерәк тә була. Башҡорт теле бик бай тел! Әгәр сабыйығыҙҙың киләсәктә ҙур шәхес булып үҫеүен теләһәгеҙ, уны туған теленән мәхрүм итмәгеҙ.
Баланың туҡланыу төрлөлөгө лә телмәр дөрөҫлөгөнә йоғонто яһай бит. Әгәр бала гел йомшаҡ ризыҡ ҡына ашаһа, тештәре, урт мускулдары үҫешмәгән була. Кәбеҫтә, кишер, ҡыяр ашатығыҙ. Дөрөҫ сәйнәү, йотоу, тигеҙ тын ала белеү ҙә мөһим. Баланың телмәрендә өҫкө әйтелеш өндәре (ш, щ, ч ,р, л) булмаһа, тел өҫкә күтәрелмәй, тигән һығымта яһарға була. Тел өҫкә күтәрелеп өйрәнһен өсөн, тәрилкәгә туңдырма йә ҡайнатма һөртөп, яларға ҡушығыҙ. Танау осона мамыҡ киҫәген һалып, телен ауыҙ ҡыуышлығынан сығарып, мамыҡҡа (танауға ҡарай) һауа өрөргә кәрәк. Әгәр был күнекмә дөрөҫ башҡарылһа, мамыҡ киҫәге өҫкә табан осоп, баш түбәһенә менеп ята
Балаға Р өнөн әйтергә өйрәтеү. Р өнө бала телмәрендә иң аҙаҡ барлыҡҡа килә. "Кәнфитте йәбештер" исемле (приклей конфетку) күнекмә эшләргә өйрәнеп алайыҡ: бәләкәй генә ҡаты ҡағыҙ киҫәген түңәрәкләтеп ҡырҡып, борсаҡ ҙурлыҡ "кәнфит" эшләп алабыҙ. Көҙгө алдына ултырып, ауыҙҙы асып, тел осона ошо "кәнфитте" йәбештереп, тел осон өҫкө тештәр теҙмәһе артына алып барып ҡуябыҙ. Телебеҙҙе альвеоланан (тештәр артындағы ҡалҡып торған урын) айырмайынса, "Д-д-д-др-др-др" тип әйтәбеҙ. Мөһим шарт: "кәнфитте" тел осо менән тотоп, телде теш артынан айырмаҫҡа! "Тумыртҡа", "Күркә"тигән күнекмәләр бар. Улар телде өҫкә күтәреп өйрәтеү өсөн эшләнә. Балағыҙ р өнөн әйтә алмаһа, көсләп әйттерергә ярамай. Бала өндө әйтә алмайынса көсәнәсәк һәм телдең төпкө өлөшө ярҙамында "ғр" тигән кеүегерәк өн сығыуы бар (горловое заднеязычное р). "Ҡаш төҙәтәм тип, күҙ сығарып ҡуймағыҙ" тигән әйтем тура килер ине был осраҡта.
Нимәне өҫтәп әйтер инем: бала ауыр һөйләшә икән, үҫер ҙә дөрөҫ әйтә башлар, тип, ваҡыт ағышына ҡуйыу ярамай. Һәр хәлдә, табиптарға (невролог), психолог, логопедтарға мөрәжәғәт итеп, кәңәш алыу мөһим. Ҡурҡырға сәбәп юҡ, тип әйтәләр икән, һәйбәт. Ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтергә тура килһә лә, бөтә эште логопед ҡына атҡарып сыға алмай. Өйҙә, барлыҡ ғаилә ағзалары ла берҙәм булып, бала менән шөғөлләнһә генә, алға китеш һиҙеләсәк.
Шуға ла кәңәшем:
- Буласаҡ әсәйҙәр, халыҡ аҡылына таянып, ололарҙың һүҙенә ҡолаҡ һалып, табиптарҙың ҡушҡандарын үтәп, һау-сәләмәт сабыйҙар үҫтерегеҙ.
- Бала ауыр, йә төрлө сәбәптәр менән тотҡарлыҡланып, йә кесарь киҫелеше, асфикция менән донъяға тыуа ҡалһа, мотлаҡ неврологик күҙәтеү аҫтында дауалап, бер йәшенә тиклем етди иғтибар бирергә кәрәк.
- Хәҙерге заман технологиялары тере аралашыуҙы алмаштыра алмай. Ни тиклем балағыҙға ваҡытығыҙҙы күберәк бүлгән булһағыҙ, һәр биргән һорауына ла яуапты өйҙән ала алһа, тәрбиәгеҙ уңышлы буласаҡ.
- Әкиәттәрҙең дә, ауыҙ-тел ижадының да бала үҫешендә йоғонтоһо ҙур. Әкиәттәр донъяһы менән танышып, шиғырҙар ятлап, һөйләп үҫкән балаға мәктәп программаһын үҙләштереү ҙә еңелерәк бирелә.
- Көй, ритм, йыр башҡарыу ҙа бик файҙалы шөғөл. Бармаҡ уйындарын ҡулланыуҙы ла онотмағыҙ, файҙаһы бик күп.
- Тағы бер кәңәш һәм иҫкәртеү. Бала менән һөйләшкәндә һүҙҙәрҙе боҙоп, сөсөлдәп һөйләшеү ярамай. Бала дөрөҫ әйтмәһә лә, атай-әсәй һүҙҙәрҙең әйтелешен боҙорға тейеш түгел.

Шулай итеп...
Гел башҡорт милләте көн иткән ауылдарҙа ла балалар урыҫ телендә һөйләшә! Һәм, нишләптер, ошо ҡот осҡос, милләт өсөн фәжиғәгә тиң хәлгә барыһы ла битараф! Әлбиттә, бөгөн юғары кимәлдә лә, ғалимдар тарафынан да телде һаҡлау өсөн төрлө саралар күрелә. Әммә ғаилә эсендә туған телде һаҡлау хәстәрлеге етерлек түгел. Атай-әсәйҙәр, өй эсендә лә, үҙ -ара ла, транспортта ла балаларығыҙ менән урыҫ телендә аралашаһығыҙ - бының бик насар эҙемтәләргә, ҡурҡыныс хаталарға, үкенестәргә килтерәсәген аңлай башларға ваҡыт!

Альбина БАЙРАҠАЕВА,
уҡытыусы-логопед.
Баймаҡ районы.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.22 | Ҡаралған: 292

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru