«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛ БАШҠАЛАРҒА ОҠШАМАҒАН...
+  - 

Кинорежиссер, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат ЙОСОПОВ менән әңгәмәнән өҙөк. Әңгәмәнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

Режиссер булараҡ, Рәми Ғариповтың дуҫы атайыңдың образын нисек күҙаллайһың?

- Көтөлмәгән һорау бирҙең, Әхмәр ағай. Ҡыҙыҡлы бер сағыштырыу. Мин Рәми Ғариповтың көндәлектәрен уҡығандан һуң тыуған фекерҙәремде шағирҙың улы Азаматҡа һөйләһәм, ул ғәжәпләнеп тыңлай. Сөнки ул атаһын бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарап фекер йөрөтә бит инде. Тап шуның һымаҡ, мин дә атайыма икенсе күҙлектән сығып ҡарай алмайымдыр. Бәлки, шуның өсөн дә атайымдың образы минең өсөн формалашып та бөтмәгәндер. Вафатына 6 йыл үтте, бәлки уның һыны образ булып өлгөрһөн өсөн ваҡыт арауығы ла кәрәктер. Һәр шәхескә баһаны ваҡыт ҡуя, тиҙәр. Рәми Ғариповтың, мәҫәлән, үҙ юлы, үҙ образы. Атайым Тимер Йосопов минең өсөн Рәми Ғариповтың дауамы, һығымтаһы булып тойола. Был хаҡта Азаматҡа ла: "Атайың минең атайымды тәрбиәләгән, ә мине атайым тәрбиәләне, шулай булғас, атайың мине лә тәрбиәләй", - тип әйткәнем бар.
Шул уҡ ваҡытта Рәми Ғариповтың формалашыуында уның уҡыусылары ла ҡатнашҡан. Был күренеш башҡорт мәҙәниәтенең һоҡланғыс тарихы. Рәми Ғарипов башҡорт тарихы цивилизаторы! Ул донъя мәҙәниәтен системалы аңлаусы Әҙәбиәт институтында уҡыған беренсе башҡорт шағиры. Ул үҙен түгел, ә үҙе тирәһендә система төҙөүсе. Рәми Ғарипов башҡаларға оҡшамауы менән ҡыҙыҡлы. Ул үҙен шул тиклем итеп төҙөй һәм мотлаҡ рәүештә система менән бәрелешкә инә. Мин унда шағирҙың образын күрҙем. Уны күреп аралашып йәшәүселәр Рәми ағайҙың ниндәй булыуы хаҡында һөйләргә ярата. Әгәр ҙә мин уны нисек бар, шулай төшөрһәм, ул сағында документаль фильм килеп сығыр ине. Ә мин уны барыһы ла күрерлек итеп төшөрәм.

Рәми Ғарипов 45 йәшендә донъя ҡуйған, унан һуң тағы ла 45 йыл үтте. Уның хаҡында замандаштары, дуҫтары, шәкерттәре тарафынан бик күп яҙылды, һөйләнелде, ә һин уның хаҡындағы фильмың менән шағир тураһында ниндәй яңы фекер әйтәһең?

- Әгәр ҙә фән, ғилем кешенең аҡылына тәьҫир итһә, сәнғәт ул тойғоға, эмоцияларға йоғонто яһай. Рәми Ғариповта кешелеклек сифаттары бик көслө булған һәм бөгөн беҙ ундай кешеләргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Ундайҙар күп булһа, тормошобоҙҙағы күп кенә киҫкен проблемаларҙан ҡотолор инек. Сөнки Рәми Ғарипов һәр ваҡыт кешеләргә үҙен бағышлап йәшәгән, үҙе хаҡында бөтөнләй ҡайғыртмаған. Ул бер туҡтауһыҙ ижад итә һәм бер туҡтауһыҙ беҙҙе нимәгәлер, улай ғына ла түгел, кеше булырға өйрәтә. Өфө ҡалаһында тәүге 20-се башҡорт мәктәбен асыуҙа ла ул алдынғы сафта була һәм киләсәгебеҙ өсөн тырыша. Мин дә шул мәктәптә уҡыным һәм Рәми Ғарипов бының менән хәҙерге мине барлыҡҡа килтереүсе. Рәми Ғарипов һәр ваҡыт беҙҙең ғаиләлә 5-се персонаж булды. Атайым, әсәйем көн һайын уны ниндәйҙер сәбәп менән иҫенә төшөрҙө. Беҙгә Рауил Бикбаев, Ирек Кинйәбулатов йыш килеп йөрөнө. Улар килгәндә лә һәр береһенең телендә Рәми Ғарипов исеме яңғыраны. Атайымды аңлар өсөн иң тәүҙә Рәми Ғариповты аңлау талап ителде миңә.
Фильм өҫтөндә эшләгәндә миңә шағирҙың формалашыу мәсьәләһе бик ҡыҙыҡ булды. Был тәңгәлдә миңә уның шиғырҙары түгел, ә көндәлектәре ныҡ ярҙам итте. Рәми Ғарипов үҙен формалашырыусы бер сәбәп итеп Бөйөк Ватан һуғышын килтерә. Ул шиғриәтте һайламай, ә шиғриәт уны һайлай. Мине шиғыр яҙыр алдынан шағирҙың кисерештәре нығыраҡ борсой. Бер яҙмаһында ул "мине бығауларға ярамай" тип әйтә. Ошо һүҙҙәре менән үҙен трагик персонаж итеп раҫлай. Совет осоронда бындай образдар күп булған, шул уҡ Вавиловты, Королевты алырға була. Рәми Ғарипов шиғри образдары аша тотош быуындарҙы барлыҡҡа килтереүсе лә.

Рәми Ғарипов Бабичтан ҡайһы яғы менән айырылып тора?

- Шәйехзада Бабич үҙ заманында йәшәгән шағир булараҡ, үҙенең миссияһын үтәй, Башҡортостан автономияһы нигеҙҙәрен һалыуҙа ҡатнаша: иң кәрәкле мәлдә, иң кәрәкле урында халҡының киләсәге өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Рәми Ғарипов иһә, әйткәнемсә, цивилизатор. Ул донъя мәҙәниәте өлгөләрен үҙ халҡының мәҙәниәте аша яҡтыртыуға, синтезлаштырыуға өлгәшеүсе. Хәҙерге быуындар ҙа тап уның һымаҡ донъя мәҙәниәте өлгөләрен синтезлау аша тормошон яҡшыртыуға ынтыла.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.22 | Ҡаралған: 335

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru