«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН БӘЛӘҺЕ
+  - 

Һуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәр ысын мәғәнәһендә ҙур бәләгә әйләнде. Төрлө йоғошло сир таратыуы менән генә түгел. Уларҙың кешеләргә ташланыу осрағы йышайҙы. Ауылдарҙа ҡош-ҡортҡа, ваҡ малға һөжүм итеү күренештәре лә күбәйҙе.

Был мәсьәлә, һис шикһеҙ, бөтә кимәлдәге етәкселектең, йәмәғәтселектең иғтибар үҙәгенән ысҡынмай. Илдә лә, республикала ла эйәһеҙ хайуандарҙың иҫәбен көйләүгә, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар ҡабул ителә. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә файҙаһы юҡ. Бигерәк тә "Хайуандар менән яуаплы мөғәмәлә итеү тураһында"ғы Федераль закон үҙ көсөнә инеү сәбәпле ул тағы ла ҡатмарлашты. Яңы ҡанун үҙ көсөнә ингәнсе, халыҡ һорауы буйынса һәм рейдтарҙа берәҙәк эттәр атыла ине. Ә хәҙер уларҙың хәүефлеме-түгелме икәне билдәләнә лә, ҡурҡыныс тип табылһа, махсус приютҡа оҙатыла. Хәүефһеҙ тип табылһа, стерилизациялайҙар ҙа, чип ҡуйып, кире сығаралар. Былтыр ошо маҡсатта Башҡортостанда 16,7 мең берәҙәк эт тотолған, шуның 69 проценты урамға кире ебәрелгән.
Йыл әйләнәһенә Рәсәйҙең төрлө төбәгендә уларҙың кешегә ташланыуы тураһында күңелһеҙ хәбәрҙәр ишетелеп тора. Кемдер хайуандарҙы юҡ итеү яҡлы, икенселәр, киреһенсә, яҡлай. Статистиканан күренеүенсә, эттәр ҡорбанының күбеһе - балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм оло йәштәгеләр. Ҡырағай тәбиғәттәге кеүек, улар ҙа иң тәүҙә көсһөҙҙәргә һөжүм итә. Ә нисек һаҡланырға һуң уларҙан?
Был һорауға үҙ йортонда тоҡомло эт үрсеткән, был хайуандарҙың холҡон кешеләрҙекенә ҡарағанда ла яҡшыраҡ белгән Эдуард Вәкилов яуап бирә.
- Бөгөн һатыуҙа этте ҡурҡыта торған махсус ҡорамалдар бар. Әммә улар балалар өсөн тәғәйенләнмәгән. Мәҫәлән, боросло газ. Уның менән өлкәндәргә лә һаҡ булырға кәрәк. Уны эткә йүнәлтеп һибеү өсөн оҫталыҡ та, тиҙлек тә кәрәк. Бер баллон бөтә өйөргә етмәҫкә лә мөмкин. Шуға күрә көсөгөҙҙән килгәнсе ҡысҡырығыҙ, һеҙҙең тауыш өйөрҙө ҡурҡытып ҡына ҡалмаҫ, кешеләрҙең иғтибарын да йәлеп итер.
Эт менән бәйле хәүефһеҙлек талаптарын, атап әйткәндә, таныш булмаған хайуан янына барырға, ҡулдан ашатырға, һыйпарға, тибергә, һуғырға ярамағанлығын балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ. Йыш ҡына тешләнеү осрағында кескәйҙәр үҙҙәре лә ғәйепле булыуы ихтимал.
Әгәр ҙә осрашырға тура килһә, иң беренсе ҡағиҙә - ҡурҡҡанығыҙҙы белдермәгеҙ! Һеҙҙең реакцияны белер өсөн улар төрлө яҡтан өрөп, абалап, уратып алыр. Әммә ҡысҡырып, таш бәреп, ағас менән һелтәнеп, ҡаршы тороуығыҙҙы күрһәтегеҙ. Ҡорбанының ҡурҡмауын белһә, улар тиҙҙән һыуыныр. Тешләргә маташҡанда, хатта бер-икене эләктереп алғандарында ла үҙегеҙҙе яҡлауҙан туҡтамағыҙ. Быны улар бик яҡшы тойор, шуға күрә артабан һөжүм итмәйәсәк. Әгәр кешенең ҡурҡҡанын белһә, өйөр башлығы йәки уҫалыраҡтары муйынға йәбешер өсөн кешенең ҡулынан, аяғынан тешләп, йығылыуын көтә. Берәҙәк эт яңғыҙы йөрөгәндә ҡурҡыныс түгел. Ә бына өсәү-дүртәү булһа, хәүефләнергә урын бар. Бигерәк тә ҡышын. Үҙҙәренә ашарға табырға мәжбүр булып, өйөргә берләшеп йөрөгән эттәрҙән һаҡланырға кәрәк, - ти Эдуард Зәки улы.

Лена АБДРАХМАНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.22 | Ҡаралған: 261

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru