«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨН ИЛӘП...
+  - 

Һалҡын ҡыштың ел-буранлы һыуығына тышта өшөп ҡайтып аяҡҡа йылы ғына йөн ойоҡ кейеп ебәрһәң, арыуың да, өшөүең дә ҡул менән һыпырып алғандай була! Элегерәк һәр өйҙә аҡлы-ҡаралы, төрлө биҙәкле һәм биҙәкһеҙ, оҙон һәм ҡыҫҡа ҡуныслы йөн ойоҡтар булды. Хәҙер һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡтар юҡ тиерлек, барыһы ла магазиндың синтетик йөн носкиҙарына күсеп бөттө. "Әллә уларҙың күҙ яуын алып торорлоҡ биҙәкле булыуы шулай күңелдәрен арбай кешенең, әллә осһоҙ һәм ныҡ булыуы, иллә мәгәр үҙебеҙ һарыҡ йөнөнән бәйләп алған ойоҡтарҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы был носкиҙар", тиһәм, ҡыҙым "Һуң, әсәй, йөн иләүселәр юҡ та инде хәҙер", тип яуап бирҙе.

Ысынлап та, беҙҙең өләсәй-әсәйҙәр һәр кис ваҡыт табып, ҡулдарына тиҙ генә йә орсоҡтарын, йә бәйләмен алыр ине. Һарыҡ ҡырҡыу миҙгеленән һуң йөндө эшкәртеп алыу үҙе ҙур бер эш булыр ине. Сүп-сарҙан таҙартылып, матур итеп тетелгән, болоттай йөн гәзиткә урап бәйләп ҡолғаға ҡуйылғандан һуң ҡулда орсоҡтар әйләнә башлар ине. Был эш йыл әйләнәһенә барҙы, ләкин ҡышҡы кистәрҙә үтә лә әүҙемләшер ине. Миңә лә әсәйем йөндө эшкәртергә өйрәтте. Таҙалау, тетеү, иләү, сиратыу, йыуыу, унан һеңле-ҡустыларҙың ҡулына кейҙереп йомғаҡтар яһау - үҙе бер ғәйәт һәләт һәм тырышлыҡ талап иткән икән тип уйлайым хәҙер. Ошоларҙың барыһын да иҫкә төшөрҙөм дә бер кис йөн иләргә ултырҙым. Ейәндәр аптырай, орсоҡтоң әйләнеүенә иҫтәре китеп ҡарай, йөндән нәҙек кенә еп килеп сығыуына бөтөнләй ғәжәп булдылар. Ҡул да, күңел дә һағынған булған был шөғөлдө, бармаҡтарҙы бер аҙ өйрәтеп алғас, ике йомғаҡлыҡ йөндө иләп тә ҡуйҙым.
Ҡыҙым бөтә эш барышын видеоға төшөрөп, һуңынан монтаж эшләп, уға музыка һалып, интернет селтәренә ҡуйғайны, бик күп ҡарауҙар йыйҙы был видео. Унан тыш, йөн иләп биреүҙе һорап хат яҙа башланылар. Оҙаҡ та уйламайынса ризалаштым, сөнки хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡыт та күп, ҡышҡы оҙон кистәр ҙә ҡул эше менән тиҙерәк үтә, пенсияға өҫтәмә килем дә килә. Хәҙер үҙемдең даими һатып алыусыларым да бар. Һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡ, магазиндыҡынан айырмалы рәүештә, туҙа, тишелә, ә хәҙер кеше ямау менән булышмай, яңыһын бәйләүҙе хуп күрә. Вахта ысулы менән эшләгән ир-егеттәр бик күп, алыҫ Себер тарафтарында аяҡтары йылы йөрөһөн өсөн иң яҡшы кейем - йөн ойоҡ. Шуны күҙ уңында тотоп, кәләштәре, әсәләре йөн иләүгә заказ йыш бирәләр. Шуға күрә эш етерлек миңә. Бейәләй, күкрәксәләр өсөн йөндө төрлө төҫкә буяй башларға кәрәк, тип уйлап торам.
Хаҡын яҙып тормайым. Һәр кем үҙенең эшен нисек баһалай инде. Мәҫәлән, район үҙәгендәге баҙарҙа 100 грамм йөндө 100 һумға һатҡандарын күргәйнем. Хәҙер алып-һатыуҙы интернет аша алып барырға була. Элек кенә ул яҡында ҙур ҡаланың булмауы бәкәлгә һуға ине, бөгөн ундай проблема юҡ. Шуға күрә оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙарҙы минең кеүек йөн иләп һатырға саҡырам. Аҡсаһы аҡмаһа ла, тамып тора.

Хәлимә ӘСӘҘУЛЛИНА.
Белорет районы.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.03.22 | Ҡаралған: 433

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru