«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯРЫШТЫЛАР, ЕҢДЕЛӘР...
+  - 

Яҙҙың беренсе көнөндә баш ҡала педагогтарының һөнәри оҫталыҡ конкурстарына йомғаҡ яһалды. Ҡала мәҙәниәт һарайы сәхнәһенә был юлы Өфөнөң иң алдынғы 69 уҡытыусыһы күтәрелде. Уларҙы баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ратмир Мәүлиев тәбрикләне.

Ун һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған "Башҡортостандың баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2022" конкурсында быйыл 10 педагог ҡатнашҡан. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, баш ҡала уҡытыусылары йылдағыса бик юғары һөнәри оҫталыҡ күрһәткән. Улар араһынан "Смарт" 2-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһынан Ләйсән Сафиуллина, 107-се лицейҙан Мирас Ишдәүләтов, 119-сы мәктәптән Гөлнур Кашапова, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһынан Динара Латипова һәм 122-се Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Гөлшат Лоҡманова конкурстың лауреаттары тип танылды. Ә бына Башҡортостан кимәлендә Өфө ҡалаһы намыҫын Мирас Ишдәүләтов яҡлаясаҡ, сөнки тап ул абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булды. Ул баш ҡаланың 107-се лицейында 2-9-сы синыф уҡыусыларына башҡорт дәүләт телен өйрәтә һәм башланғыс синыфтарҙа туған тел булараҡ уҡыта. "Был конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашыуым һәм бында ысынлап та бик тәжрибәле, үҙ көсөнә ышанған педагогтар үҙ-ара һынау тотто, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мирас Рәшит улы. - Методик оҫтахана, таныш булмаған синыфта дәрес биреү, оҫталыҡ дәресе кеүек һынауҙар тоттоҡ. Һуңғыһында мин тел, мәҙәниәт һәм тарих араһындағы бәйләнештәрҙе күҙ уңында тотоп, тәжрибәм менән уртаҡлаштым".
Ә бына егерме бишенсе тапҡыр уҙғарылған "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2022" конкурсында быйыл барлығы 40 уҡытыусы ҡатнашҡан. Улар араһында абсолют чемпион исемен 39-сы гимназияның инглиз теле уҡытыусыһы Вера Серавкина яуланы. Конкурс сиктәрендәге башҡа төрлө номинацияларҙа ла еңеүселәр билдәләнде. Тәү сиратта "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы" конкурсында 27-се мәктәптең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Люция Вәхитова беренсе урын алды. "Педагогик дебют" номинацияһында 112-се мәктәптең башланғыс синыф уҡытыусыһы Анастасия Ногина, "Башҡортостандың баш ҡалаһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы" - М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы уҡытыусыһы Эльмира Тазиева билдәләнде.
Өҫтәмә белем биреү педагогтары араһында үткәрелгән "Йөрәгемде балаларға бирәм" конкурсында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, күренекле бейеүсе Урал Мортазин "Глобус" балалар ижады үҙәге"ндәге эш тәжрибәһен уртаҡлашып, өсөнсө урынды яуланы. "Мин өҫтәмә дәрестәр алып барған үҙәк баш ҡаланың Совет районында урынлашҡан, унда бына инде 4-се йыл "Төньяҡ амурҙары" тигән берләшмәне етәкләйем һәм балаларҙы милли яндан уҡ атырға өйрәтәм. Был бик үҙенсәлекле шөғөл, сөнки ул спорт та, милләтеңде яратыу, тарихыңды белеү ҙә һәм шуны балаларға тапшырыу ҙа. Беҙҙең түңәрәктә Өфөлә йәшәгән бик күп милләт балалары ихлас шөғөлләнә. Һәр кемде нәҡ уның ата-бабаларының тарихы, мәҙәниәте менән таныштырырға тырышам. Балалар тәү сиратта үҙ милли кейемдәрен тегеп кейә һәм башҡорттарҙың боронғо оҫталыҡ нигеҙҙәренә төшөнә башлай. Бына ошо юҫыҡтағы эш тәжрибәм, балаларҙы халҡыбыҙҙың милли яндан уҡ атыу кеүек боронғо шөғөлөнә ылыҡтырыу серҙәре менән уртаҡлаштым да инде был конкурста. Әлеге көндә дәрестәргә 10-дан 18 йәшкә тиклемге 45-кә яҡын бала йөрөй һәм ярайһы ғына уңыштарға өлгәшеп, ярыштарға сығырға әҙерләнә", - ти Урал Хәйрулла улы.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.03.22 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru