«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ
+  - 

Баш ҡалала "Етегән" республика байрамы сиктәрендә ойошторолған "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2022" асыҡ республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Өс этаптан торған конкурстың һайлау турҙары республиканың ете төбәгендә уҙғарылды, уларҙа республикала һәм Рәсәйҙең субъекттарында йәшәгән башҡорт ғаиләләре ҡатнашты.

Ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни мөхитенә йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект финалында "Ғаилә ҡиммәттәре", "Ғаилә кәсебе", "Ғаилә ижады" номинациялары буйынса республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Ҡурған өлкәһенән, Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан бөтәһе 23 ғаилә көс һынашты. Сара халҡыбыҙҙың рухлы, уңған һәм маҡсатлы ғаиләләре күп булыуын тағы бер иҫбатланы. Бөтә еңеүселәр ҙә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының дипломдары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде. Ә гран-приҙы Күгәрсен районында йәшәгән Хөснуллиндар ғаиләһе яуланы һәм 100 мең һум аҡсаға лайыҡ булды. Ғаилә башлығы Урал Хөснуллин - шәхси эшҡыуар, музыкаль уйын ҡоралдары эшләй, ҡурай, думбыра яһай. Маҡсаты - милли музыка ҡоралдарыбыҙҙы мөмкин тиклем халыҡҡа күберәк таратыу. Әйткәндәй, Уралдың атаһы - республикала исеме киң билдәле оҫта Рәмил Хөснуллин. Уны Күгәрсен районында ағас оҫтаһы тип кенә түгел, ҡурай, думбыра эшләгән уникаль шәхес итеп беләләр. Урал Рәмил улы атаһының эшен дауам итә, улар бергәләп халыҡ уйын ҡоралдарын эшләйҙәр.
"Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында беренсе урынды - Нефтекаманан Шәрәфетдиновтар, икенсене - Салауат ҡалаһынан Ғәйнуллиндар, өсөнсө урынды Сибайҙан Хәсәновтар яуланы. "Ғаилә ижады" номинацияһында беренсе урынды Ишембай районынан Әҙелбаевтар, икенсе урынды - Туймазы ҡалаһынан Ибраһимовтар, өсөнсө урынды Ҡурған өлкәһенән Ғәлиевтар яуланы. Әйткәндәй, күрше өлкәнең Сафакүл районында йәшәгән Роза һәм Нәркис Ғәлиевтарҙы урындағы халыҡ яҡшы белә, улар - сәхнә йондоҙҙары, халыҡҡа йыр-моң таратыусылар. Дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Улдары Салауат, Рауил, Марат, Уралға ла ата-әсәһенән йыр-моңға һөйөү күскән. Ҡурған өлкәһендә йәшәгән Ғәлиевтар йырҙар ижад итә, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһай, иң мөһиме - өлгөлө башҡорт ғаиләһе туған телен, моңон һаҡлап йәшәй. "Ғаилә кәсебе" номинацияһында иһә беренселекте Стәрлетамаҡтан Сөләймәновтар, икенсе урынды - Өфөнән Лоҡмановтар, өсөнсөнө Ҡариҙел районынан килгән Ғәлинуровтар алды.
Төп урындарҙан тыш, республиканың өлгөлө ғаиләләре "Бейеүсе ғаилә", "Моңло ғаилә", "Һәләтле ғаилә", "Мираҫлы ғаилә", "Егәрле ғаилә", "Маһир ғаилә", "Татыу ғаилә" һәм башҡа күркәм номинацияларҙа билдәләнде, бер кем дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Уларҙың һәммәһен уртаҡ һыҙаттар - туған телгә, мәҙәниәткә, халҡыбыҙҙың тарихына тоғролоҡ, рухи нигеҙҙәренең ныҡлығы, маҡсатлылыҡ берләштерә.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.03.22 | Ҡаралған: 279

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru