«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕРЕҺЕ ҺҮНҺӘ, ИКЕНСЕҺЕ ЯНА: ҠЫРҠ СЫРАҠЛЫ ҠАТЫН-ҠЫҘ ШУҒА ЛА ҺЫНМАЙ
+  - 


Әңгәмәсем кешеләрҙе ике төркөмгә бүлеүен белдерҙе: ҡыҙыҡ һәм ҡыҙыҡ булмаған кешеләр. Миңә ҡалһа, улар тағы ла кеше фекере буйынса һәм үҙ фекере менән йәшәүселәргә бүленә. Кеше фекерен тыңлаусылар "Кеше нимә әйтер, кеше нимә уйлар, насар уйлап ҡуймаһындар" һәм башҡа шундай тышҡы йоғонто ауында сәбәләнә, ә үҙ фекере булғандарҙың үҙ донъяһы - улар бар ғәмәлдәрендә лә ихлас, уларҙың күңелендә һаман да самими бала йәшәй, ул ихлас ҡыуана, илай, ҡайғыра, бөгөлөп төшә... һәм ҡабат һынын турайтып, ҡараштарын алға төбәп, сираттағы аҙымын яһай. Редакциябыҙ ҡунағы шағирә, журналист, яҙыусы, драматург, Ш. Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм өс егет әсәһе Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА менән уның эске донъяһына, күңел кисерештәренә бәләкәй генә сәфәр ҡылабыҙ.

Һеҙҙе хисле, нескә күңелле ижад кешеһе тип беләбеҙ. Һәм ошо беҙ белгән ханым хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡапыл социаль селтәрҙәрҙә ҡырыҫ Себер тарафтарынан Башҡортостанына сәләмдәр юллай башланы...

- Аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума, тиҙәр бит, аптыраған көндән ҡабул ителгән ҡарар ҙа булғандыр, яҙмышыма ла шулай яҙылғандыр, тип уйлайым, сөнки ғүмеремдә лә Себергә барырмын, унда эшләргә һаулығым да етер тип уйлап та ҡараманым. Ни тиһәң дә, йәш тә бара. Ә сығып китергә аварияға осрауым сәбәп булды. Машинаны ремонтларға күп аҡса талап ителә ине, шуға уны ремонтлап торманым, ҡабаттан өр-яңы машина һатып алдым. Һуңынан ғына уйлана башланым: барлыҡ аҡсам кредитҡа китеп торһа, артабан нисек йәшәргә? Шул саҡ башыма "Себергә барып эшләп ҡайтайыммы икән?" тигән уй төштө. Үҙем ҡурҡам. "Себерҙә эшләүе нисек ул?" тип белешеп, кәңәш һорап, ауылдағы һеңлемә шылтыратҡайным, ул: "Һин бит ауыл ҡыҙы, эштән ҡурҡмайһың, уңғанһың, барып ҡара, оҡшатмаһаң, кире ҡайтырһың", - тигәс, тәүәккәлләп сыҡтым да киттем. Беренсе тапҡыр барғанда, башҡа һөнәрем булмағас, ашханала эшләнем.
Тәү тапҡырҙан һуң, башҡаса Себергә бармайым, тип ҡайттым. Әммә ҡулға мул аҡса эләгеүе лә оҡшап ҡалды. Унда бер айҙа эшләгән сумма өсөн бында ярты йыл тир түгергә кәрәк. Ҡабат сығып киттем. Былтыр йәйгеһен танышлыҡ буйынса диспетчер эшенә эләктем. Танышлыҡ менән барып эләктем, тигәс тә, тәүҙә уҡып, диплом алдым, шунан ғына эшләй башланым. Был һөнәр бик ҡатмарлы, бик ауыр, аҡыл да, өлгөрлөк тә, оҫталыҡ та, иғтибар ҙа талап итә, сөнки елкәңдә барлыҡ транспорт маршруты өсөн яуаплылыҡ ята, "путевой лист"арҙа хата булырға тейеш түгел. Әммә минең был вазифала эшкә тотоноуым күңелһеҙ ваҡиғанан башланды. Тәүге эш урынымда ғәҙәттән тыш хәл булды: нефть ташыған цистерна эсендә бер егет шартланы, шуға был объектты яптылар. Ул ябылғас, икенсе урынға барып, шунда ике айҙан артыҡ эшләп ҡайттым. Уҡытыусы булыуым да ярҙам итә был эшемдә. Ир-егеттәргә уҡытыусы һымаҡмын. Ике "ялҡау" уҡыусым булды, чечен егеттәре. Путевка тултырғанда гел хаталы яҙалар. Ә бындай хаталы путевкалар бухгалтериянан кире ҡайтарыла. Документ тап-таҙа булырға тейеш. Хаталарын төҙәтеп, дөрөҫ яҙырға өйрәтеп тә ултырам. Йән көйһә лә, "опять двойка" тип, уйынға әйләндерергә тырышам. Уларға былай ҙа ҡыйын икәнен аңлап торам. Ҡыҫҡаһы, диспетчер дипломым булғас, хәҙер теләгән урында эшләй алам, эш табыу проблема түгел. Шуға әле уйлайым: ҡабат Себергә барырғамы, Мәскәү-Ҡаҙан юлы төҙөлөшөнә һәм Ленинград өлкәһенә саҡырҙылар - унда барырғамы...

Хәҙер һин дә мин һөйләп ултыраһағыҙ ҙа, беренсе тапҡыр сығып киткәндә ҡурҡытҡандыр бит?

- Дөрөҫөн әйткәндә, үҙем дә аңламай ҡалдым. Хәҙер иһә романтика артынан ҡыуыу булды инде был, тип әйтә алам. Бигерәк тә яҙыусы кешегә бындай тәжрибә кәрәк ул. Күп кеше менән дуҫлаштым, шундай матур, ихлас кешеләрҙе осраттым. Уларҙың һәр береһе үҙе бер характер, үҙе бер персонаж. Уларҙы күҙәтеү, өйрәнеү ҡыҙыҡ.
Иң беренсе тапҡыр барғанда оялыу, ғәрләнеү тойғолары бар ине. Яҙыусы, дәүләт премияһы лауреаты булып Себергә сығып китеүемде ныҡ түбәнселек һананым. Шунан уйлайым: барыбыҙ ҙа кеше бит, барыбыҙҙың да лайыҡлы йәшәгеһе, ашағыһы, кейенгеһе, балаларға ярҙам иткеһе килә. Эштең ни ояты, ни ғәрлеге бар? Аҡсаң етмәйме ни, тип әйтеүселәр булды ул. Аҡса кемгә етһен? Эшкә килгәндә, дөрөҫөн әйтәм, эш ныҡ ауыр, йонсота, електе һура. Ҡайһы саҡта илап та алаһың...

Ғөмүмән, тормошта йыш илайһығыҙмы?

- Юҡ, йыш түгел. Илап ултырырға ваҡыт та юҡ. Себерҙә һағыныуҙан илата. Илаһаң да кешегә һиҙҙермәй, сер бирмәй йөрөйһөң инде ул. Нимә генә тиһәң дә, барыбер ныҡ ҡыйын саҡтар була. Йоҡлар алдынан ғына күҙ йәштәренә ирек биреп алаһың. Әгәр һөйләшергә кеше булһа, еңелерәк. Ярай әле, ашнаҡсы ҡыҙҙар һәйбәт булды, ваҡыт булғанда улар менән аралаштым. Урамда дүрт эт бар ине, шулар менән рәхәтләнеп шаярып, һөйләшеп ала торғайным.

Себер тиһәң, күптәр, шаяртыпмы, ысынлапмы, Башҡортостан халҡының яртыһы Себерҙә эшләй инде ул, ти. Был ысынлап та шулаймы? Улар ниндәй эштәрҙә эшләй, ғөмүмән, Себерҙә эшләүсе башҡорттарҙың дөйөм портреты ниндәй?

- Тәүге эш урынымда - Арктикала ашханала күберәк башҡорт ҡатын-ҡыҙы эшләне. Улар хаҡында социаль селтәрҙәрҙә яҙҙым инде. Унда водителдәр Омск немецтары һәм татарҙар ине, әле эшләп ҡайтҡан еремдә башҡорттар күп. Шулай уҡ чечендар, дағстандар бар.
Себерҙә эшләүселәрҙең дөйөм портретына килгәндә - улар абруйлы, үҙҙәренең баһаһын белгән кешеләр. Үҙҙәрен тотоштары ла, ҡиәфәттәре лә башҡа. Беҙҙең башҡорт егеттәрен ныҡ ихтирам итәләр. Буйҙары бәләкәй генә булғандары ла бер ваҡытта ла үҙҙәрен дә ҡыйырһыттырмай, башҡаларҙы ҡыйырһытырға ла юл ҡуймай. Чечендар ҙа беҙҙең халыҡҡа ныҡ ихтирамлы. Дағстандар менән бер аҙ мөнәсәбәттәре көсөргәнешлерәк тойолдо, шулай ҙа дуҫлыҡ мөнәсәбәтен һаҡлайҙар. Хатта ниндәйҙер кимәлдә үҙеңде элекке Советтар Союзына эләккән кеүек хис итәһең, сөнки халыҡ-ара дуҫлыҡ ныҡ тойола. Ни тиһәң дә, Рәсәйҙә булһаҡ та, барыһы ла үҙенең тыуған еренән ситтә, шуға бер-береһенә ихтирамлы булып, ярҙам итергә генә торалар.

Ни тиһәк тә, һеҙ - барыбер ижад кешеһе, ә илһам һинең ҡайҙа йөрөүеңде, кем булып эшләүеңде, бушағаныңды көтөп тормай...

- Себерҙә эшләгәндә илһам килмәй. Бер илаҡ шиғыр яҙып ҡына Бәйләнештә селтәренә һалдым. Ҡырыҫ шарттарҙа илһам ҡайғыһы юҡ. Унда тере ҡалыу ҡайғыһы, йәшәү өсөн көрәш мөһим. Ашхана-йәшәү вагонсығы-диспетчер вагонсығы өсмөйөшөндә тик йөрөйһөң. Ситкә китергә ярамай - хәүефле зона, йәшәгән территория кәртәләнеп алынған. Һыу насар, уны ҡырҙан килтерәләр. Һыу етеңкерәмәй. Ҡайсаҡ һыу юҡлыҡтан мунса ла инеп булмай. Мунса бар, ҡыҙҙарға айырым, егеттәргә айырым. Мунса тигәс тә, ул да шул вагонсыҡ инде. Тубыҡҡа тиклем һыуыҡ, аяҡтар өшөп тора. Арыта, йоҡо юҡ. Ике айҙан ашыу эшләнем, көнөнә 4-5 сәғәт кенә йоҡо эләгә.
Механик менән һөйләшеп китәбеҙ ҙә, уф, арыным, хәҙер ҡайтам да ятам да тормайым, тиһәм, "Тәнзилә, сабыр итегеҙ, концлагерҙарҙа ла бит түҙгәндәр, сыҙамағандар шунда уҡ бирешкән, үлгән", - ти. Шунан ғына ла Себерҙә ниндәй шарттар икәнен аңларға була, йәғни кеше үҙе теләп һөргөнгә бара. Бер көн дә ял юҡ. Элек тә Байкал-Амур магистрале кеүек төҙөлөштәр барған, әммә уларҙа шарттар күпкә яҡшы булған, сөнки уларҙы дәүләт финанслаған. Хәҙер бөтә нәмә бизнес ҡулына күсеп бөттө, улар бик күп нәмәлә экономия яһай. Тәүге эш урынымдағы ятаҡтың йыуыныу бүлмәһендәге көҙгөләр көлкө бүлмәһен хәтерләтә торғайны - брак менән яһалған салыш көҙгөләр. Хатта шунда ла экономия эшләп, списать ителгән көҙгөләр ҡуйғандар.

Һеҙ бына тигән өс малай тәрбиәләп үҫтерҙегеҙ, башлы-күҙле иттегеҙ. Улар әсәләренең ситкә сығып китеүен нисек ҡабул итте?

- Улдарыма ҡарағанда килендәрем ауырыраҡ ҡабул итте быны, минең өсөн борсолдо. Малайҙарым, бигерәк тә иң кесеһе, әлбиттә, йәлләйҙәр, әммә минең холҡомдо белгәс, артыҡ аптырамайҙар ҙа, "Һин көслө кеше, әсәй, һин булдыраһың, тимәк, һиңә шулай кәрәк", ти ҙә ҡуялар. Әгәр тәүәккәлләп Себергә сығып китмәһәм, күп нәмә юғалтыр инем, тормоштоң күп яҡтарын белмәҫ инем, тип ҡуям. Әле 60-лаған кеше менән эшләнем, барыһы ла ир-ат. Мин ғүмер буйы ирҙәр араһында йәшәнем, ғаиләлә - атайым-ағайым, ирем, өс улым. Ағайым менән бергә үҫкәс, холҡом да егеттәрсә. Әгәр миндә ҡатын-ҡыҙ холҡо, нескәлек, нәфислек күберәк булһа, Себерҙә түҙмәҫ инем. Бында бары тик шул үҙемдең сыҙамлылығым, каратэға йөрөүем ярҙам итә. Себерҙә бөтөнләй хәлең бөткән саҡтар була - шул ваҡытта эске резервыңды тотона башлайһың. Йөрәктең хәле бөтә башлаһа - сығып йүгерәһең, үҙеңде аямайынса гимнастика эшләйһең, сөнки хәрәкәт кәрәк. Әгәр шунда хәлем бөттө тип ятһаң, артыңа тибеп ҡайтарып та ебәрәләр. Унда үҙеңде йәлләргә, ауырырға ярамай. Диспетчер урыны - тәгәрмәсле вагонсыҡ, ултырғанда ла аҫтан ел бәреп тора. Шуға, мыжып, үҙемә пенопласт таптырҙым, сөнки пенопластың кәрәк икәнен Арктикала (тәүге эш урыны) уҡ аңлағайным инде. Пенопластһыҙ йоҡлап булмай, матрас аҫтына пенопласт һалмаһаң - туңаһың, инвалид булып ҡайтаһың. Үҙеңде-үҙең хәстәрләмәһәң, берәү ҙә һине хәстәрләмәй. Ауырыһаң, үҙең алып барған дарыуҙарҙан башҡа бер ниндәй дарыу юҡ, ябай тонометр ҙа, табиптар ҙа юҡ. Дарыуҙарыңды тейәп барһаң да, сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк. Бер көн дә тормай ҡайтып китеүселәр ҙә бар. Миңә ҡайтырға өс көн ҡалғас, бер егет килде. Барыһы ла һәйбәт, мин барыһын да беләм, тип ултыра. Иртән эшкә йоҡлап ҡалды. Туғыҙҙан 12-гә тиклем эшләне лә, ялҡты. Кадрҙар бүлегенә шылтыратты ла, мин ҡалмайым, таңғы алтынан киске 10-ға тиклем эшләй алмайым, тип ҡайтып китте.
Эшләгән егеттәр ҙә ныҡ сыҙамлы, һыуыҡтарҙа машина ремонтлап, уның аҫтында яталар. Иртән етенсе яртынан вахта автобусы менән эшкә китәләр. Ҡайһы саҡ автобус кисен һуңлап алып ҡайта. Рәхәтлектән йөрөмәй инде береһе лә, балаларын үҫтерергә, кемгә фатир ипотекаһын түләргә, һәм башҡа мохтажлыҡты ябырға аҡса кәрәк.

Йәш коллегаларым менән һөйләшеп, шундай фекерҙә туҡталдыҡ: беҙгә рухыбыҙҙы нығытырға кәрәк, шул саҡта матди хәлебеҙ ҙә яҡшырыр, сәләмәт тә булырбыҙ. Бөгөн тәүге урында матди яҡ тора, рухиәтте бөтөнләй онотабыҙ, аҡса эшләйбеҙ тип сәләмәтлегебеҙҙе юғалтабыҙ... Ошо хаҡта һеҙҙең фекер?

- Әгәр рухиәтте үҫтерһәләр, затлы заттарыбыҙ - яҙыусыларыбыҙ, йырсыларыбыҙ, ҡурайсыларыбыҙ һәм башҡалар Себерҙә йөрөмәҫ ине. Һәр хәлдә рухиәт кешенең үҙенән генә тормай, уны етәкселек тә аңларға тейеш. Рухиәтле кешеләр халыҡ араһында булып, халыҡты тағы ла нығыраҡ көслөрәк итер ине. Ниндәй генә милләт булмаһын, Себерҙә тик Аллаһы Тәғәләгә генә таяналар. Чечен, Дағстан егеттәре көн һайын намаҙ уҡый, етәкселек менән шулай килешелгән. Әллә ниндәй графиктар, режимдар төҙөп маташҡайны түрәләр, егеттәр, эшебеҙҙе ваҡытында эшләп өлгөрәбеҙ, беҙ намаҙыбыҙҙы боҙмайбыҙ, тине. Шуға күрә лә улар бик көслө, берҙәм. Таңдан тороп йоҡлап киткәнсе бер Аллаға һыйынаһың, белгән доғаларыңды уҡып йөрөйһөң. Шунһыҙ унда йәшәүе мөмкин түгел, сөнки ауыр юлдар, бәлә-ҡаза һағалап ҡына тора. Барыһын да Аллаға тапшырып сығып китәм, тыныс күңел менән йөрөп ҡайтам, тормошома шөкөр итәм.

Бер туҡтамай бер нисә ай эшләп ҡайттығыҙ, тыуған яҡҡа ҡайтҡас, арыуығыҙ ҡул менән һыпырып алғандай булдымы, әллә шул сыҙамлығығыҙ менән йөрөйһөгөҙмө?

- Мин аҙ ғына эшләп, ныҡ арып ҡайттым, кемдер бит йылдар буйы эшләй. Бер ҡыҙ әйтә: ҡайтам да, бер кем менән дә һөйләшмәйем, телефондарҙы һүндереп ҡуям, сөнки әҙәм рәтенә кергәнсе ныҡ ауыр, ти. Климат та башҡа, режим да үҙгәрә. Шунда механиктың бер һүҙе гелән хәтергә килә - "усталость металла". Арыныҡ, тиһәң, ул, әлбиттә, хатта тимер ҙә арый, ти торғайны.

Юҡҡа ғына, тормош - ул сәйәхәт, тимәйҙәр. Шулай уҡ аҡыллы кешеләр үҙҙәренең йәшәүен тойор өсөн күберәк сәйәхәт итергә тырыша. Бәлки, һеҙҙең был Себер эпопеяһы тормоштағы сәйәхәтегеҙҙең дауамылыр?

- Бәлки... Дөрөҫөн әйткәндә, йәш саҡта мин Себергә бара алмаҫ инем: кейәүгә сыҡтым, балалар таптым, уларҙы аяҡҡа баҫтырҙым. Хәҙер миңә Аллаһы Тәғәлә мөмкинлек бирҙе, сөнки мин унда түл йыям, шул тиклем күп мәғлүмәт алам. Өфөлә ятып, бындай мәғлүмәт туплай алмаҫ инем. Әлегә яҙмай тороуым да шул түл йыйыуға бәйлелер - ваҡыты еткәс, ул йырып килеп сығасаҡ. Шельма тигән бер көсөк йөрөп ята, уның тураһында балалар өсөн хикәйә яҙыуҙы күҙаллайым.
Яҙыусы, журналист, драматург булараҡ, миңә барыһы ла ҡыҙыҡ. Әллә журналист икәнем маңлайыма яҙылғанмы икән, тип аптырап та ҡуям. Кеше ултыра ла миңә яҙмышын һөйләй башлай. Сит кеше менән икенсе тапҡыр әллә осрашаһың, әллә юҡ, тип, күңелдәрен бушаталармы, эс-серҙәрен һөйләп бөтәләр. Хәҙер кешеләрҙе ҡыҙыҡ һәм ҡыҙыҡ булмаған кешегә бүләм. 60 кешенең 3-4-е генә ҡыҙыҡ, яҙмыштары ла ҡыҙыҡ, үҙҙәре лә ҡыҙыҡтар, ҡалғандары ғәҙәти, бер типтағы кешеләр: тормошо һәүетемсә бара, аҡса эшләргә килгән, ғаиләһендә барыһы ла яҡшы. Ә ҡайһы берҙәре шул тиклем ҡатмарлы яҙмышлы. Бер гаишник бар ине, ул гаишниктарҙың психологияһын, бар нескәлектәрен һөйләне. Уныһы үҙе бер хикәйә. Уның һөйләгәндәрен тыңламаһам, мин уларҙы аңламаҫ инем.
Хәҙер минең бындағы тормошта ла, Себер менән дә бәйле үҙ геройҙарым, персонаждарым бар, мин уларҙы ситтән күҙәтәм, уларҙың яҙмышын өйрәнәм. Сер итеп кенә әйткәндә, романға материал әҙерләйем. Вахта тормошон һәр күҙәнәгем менән тойоп яҙғым килә, яҙыуы ла еңелерәк буласаҡ, тип уйлайым.

Һеҙҙең дә яҙмышығыҙ ҡыҙыҡлы һәм күптәрҙең иғтибар үҙәгендә булды. Шунан һуң да йөрьәт итеп, сит-ят ерҙә, ир-ат араһында эшләргә сығып киткәнһегеҙ. Ғөмүмән, ир-атҡа күңелегеҙ ҡатманымы, ышанысығыҙ бөтмәнеме?

- Юҡ, сөнки үҙем дә өс малайға әсәй бит. Ир-атты, ғөмүмән, бала тип ҡабул итәм. Тәртипле балалар була, тәртипһеҙ балалар була. Үҙемдең ирҙәрҙән уңмауымдың сәбәбе эскелек булды бит инде. Эскелек бер ваҡытта ла яҡшыға алып бармай. Эскән кеше менән йәшәүе ауыр. Һөҙөмтәлә балаларға ауыр күңел йәрәхәте һалдылар. Балаларҙы ҡотҡарам тип тә айырылыштым. Айыуҙан ҡасҡан - бүрегә, тигән һымаҡ килеп сыҡты икенсе никахым. Шуға ҡарамаҫтан, барлыҡ ир-атты ла бер иш тип баһаламайым. Ир-атҡа ихтирамым ҙур, сөнки бик абруйлы ғаиләлә үҫтем. Атайым менән әсәйем 67 йыл бергә йәшәне, үҙемдең ағайҙарым тәртипле, тәрбиәле, иманлы булғас, донъяла ир-ат араһында ла аҡыллы, абруйлы, ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәт иткән, ғаиләһе өсөн йән атып торған кешеләрҙең күберәк булыуына инанам. Әммә рухи йәһәттән ҡатын-ҡыҙ көслөрәк икәнен аңланым.

Йыш ғашиҡ булаһығыҙмы? Әллә мөхәббәт берәү генә буламы?

- Юҡ, йыш ғашиҡ булмайым. Әммә мөхәббәт берәү генә була, тигәндәре менән дә килешмәйем. Яҙмышыңа яҙылған булмаһа, уны әллә күпме һаҡларға маташ - булмаһа, булмай ҙа ҡуя, мөхәббәтең юғала. Яҙған булһа, унан ҡасып та ҡотолоп булмай: ул ауырлыҡтарға ла бирешмәй, ара алыҫлығына ла ҡарамай. Бик йыш ғашиҡ булмаһам да, күңелемә ятҡан кеше бар икән... шиғыр яҙам инде. Күңелең еткәндә был донъялағы бөтөн нәмәгә ғашиҡ булырға була, мөхәббәт төшөнсәһе ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәте генә түгел бит, ул киң ҡырлы. Хатта ир-егеткә ғашиҡ булғанда ла үҙеңде юғалтырға тейеш түгелһең. Әңгәмә башында хатта эттәр тураһында һөйләгәндә лә илай яҙҙым бит инде. Һағындыралар, уларҙы йөрәк ялы, тип ярата торғайным.

Улайһа, эттәр тураһында ла һөйләшәйек: ситтә булған күптәрҙән шундай фекер ишетергә тура килгәне бар: ситтә хатта ауылыңдың эте лә һағындыра. Ә бит күптәр беҙҙең кесе дуҫтарыбыҙҙы бик яратып бармай...

- Мин бәләкәйҙән мал-тыуарҙы ныҡ яраттым. Хатта дрессировщик булғым килә торғайны. Быҙау, бәрәстәрҙе, башҡа хайуандарҙы өйрәтеп, эйәләштереп йөрөнөм. Өйҙә ҡап-ҡара ғына бесәйем бар, уны һағынып ыҙаланым. Себерҙә берәй ҡара әйбер ятһа, күҙемә ул бесәйем булып күренә лә ҡуя. Урамға сыҡһам, дүрт эт ян-яҡтан килеп һырыла. Бер-береһенән көнләшәләр, һуғышып китәләр, береһен яратһаң, икенсеһе үпкәләй... Шәп дуҫ-иптәш булды улар миңә. Егеттәр хатта аптыраны, баҡтиһәң, эттәр ҡатын-ҡыҙҙы бик яратып бөтмәй икән. Бер дағстанлы, нисек ул эттәр һеҙҙе ярата, улар ҡатын-ҡыҙға бик иғтибар итмәй, күберәк ир-егеттәргә ылыға, ти. Нишләптер хайуандарҙы ныҡ яратам, үлеп яратам, улар ҙа минең яратыуымды тойоп, мине ярата. Моғайын, үҙеңдең ихласлығың, асыҡлығың, йылылығың, энергетикаң уларға барып етәлер, улар шуны аңлап, үҙҙәре лә шулай яуап бирәлер.

Тормош - театр, беҙ унда актерҙар, тигән билдәләмә менән килешәһегеҙме?

- Себерҙә классиктың хаҡлы икәнлеген аңланым. Мин унда үҙемә ситтән ҡарарға өйрәндем. Унда мин - мин түгел. Ниндәйҙер уйын бара, театр һәм мин шунда актриса, үҙ ролемде башҡарып йөрөйөм кеүек. Төрлө хәл-торош килеп сыға, һәм мин уларҙы йырып сығырға тейешмен. Бында минең дипломат булыуым, конфликтҡа инмәүем, тормошто ыңғай ҡабул итеүем ныҡ ярҙам итә. Ә Башҡортостанға ҡайтһам, мин ҡабат үҙемә әйләнәм. Әйтеүемсә, Себерҙә һинең маршрутың да бер үк, аралашҡан кешеләрең дә бер үк. Бында таныштарың, туғандарың, күрше-күләнең программаңды, нисектер, үҙгәртеп, яңыртып ебәрә, һинең тормошоң менән үрелеп бара. Ә ситтә һин бер үҙең, бер кемең дә юҡ, шуға ирекһеҙҙән үҙеңә ситтән ҡарай башлайһың.

Шулай итеп...
Тәнзилә Сәлихйән ҡыҙы, үҙенең һүҙҙәре менән әйткәндә, ҡыҙыҡ һәм үҙ фекере менән үҙенсә йәшәгән шәхес. Уның һәр ваҡыт шат күңелле, ихлас, мөләйем булыуын күреп, хатта, был ҡатындың тормошонда барыһы ла яҡшылыр, тип һығымта яһарға ла мөмкин. Әммә, ғәҙәттә, көслө кешеләр генә ауыр ваҡытта ла йылмайырға үҙендә көс таба. "Тормошоғоҙҙа ныҡ үкенгән, кирегә бороп булһа, икенселәй эшләр, үҙгәртер инем, тигән мәлегеҙ бармы?" - тип һорағанда, шағирәнең йөҙөнә һағыш күләгәһе төшөүен көткәйнем, әммә ул асылына тоғро ҡалып, ихлас итеп йылмайып, йырлап ебәрҙе лә, түбәндәгесә яуапланы: "Бар. Һуңғы биш йылда был турала йыш ҡабатлайым - сәнғәт юлынан китеп, йырсы булмағаныма ныҡ үкенәм. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә һайлап алғандар, ике тапҡыр телеграмма ебәрҙеләр - мин шәп кеше Башҡорт дәүләт университетына киттем, шағирә булам, тип... Сәнғәт юлынан китһәм, опера йырсыһы булыр инем. Тормошомда иң ҙур үкенесем, ғүмеремдә ҙур хатам ошо булды. Шул тиклем сәхнәне, халыҡ алдында сығыш яһауҙы, кешеләрҙе ныҡ яратам. Ҡайһы саҡ хыялланып алам, әллә сәхнәгә сығырғамы, йырлай башларғамы икән, тип. Халыҡ йырҙарын барыһын да тиерлек беләм, әммә бер ваҡытта ла сәхнәлә йырлағаным юҡ. Сәхнәгә сыҡһам, үҙемде бөтөнләй икенсе төрлө тоям - ҡанаттар үҫкәндәй була..." Хыялдарҙы тормошҡа ашырырға бер ваҡытта ла һуң түгел. Себер һалҡындары ҡанаттарын ғына туңдырмаһын, Алла бойорһа, берәй ваҡыт йырсы Тәнзилә Дәүләтбирҙина менән дә әңгәмә ҡорорбоҙ әле. Юҡҡа ғына ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, тимәйҙәр бит: береһе һүнә, береһе яна...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.03.22 | Ҡаралған: 643

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru