«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ (7-се бүлек)
+  - 


4

Түрә кешегә маҡтау ҡағыҙы артынан ҡыуыу төҫ түгел. Ялтыр сабаҡты, ана, малай-шалай ярҙан ҡармаҡлаһын. Ә ул оҫта балыҡсы, йәшәгән суртандарҙы йылға сөмбәйенән кәмәлә йөҙөп аулаясаҡ.
- Улым, ваҡыты етте, өс йылдан ашыу мәғариф бүлеген етәкләйһең, ҡағыҙ ебәрергә кәрәк, - тине әсәһе лә.
Юлын өйрәтте. Тыуған ҡалаһы быйыл юбилейын билдәләй. Тимәк, сәбәп бар. Исемлеккә инеп өлгөрөргә генә кәрәк.
Идеал тәүҙә ҡала башлығы урынбаҫарының ҡылын тартып ҡараны:
- Йомош бар ине, - тине бик кеселекле, ипле генә. - Юбилей бит… Бүләкләүҙәр, наградалар өсөн ҡулай мәл…
- Дөрөҫ... Лайыҡлы уҡытыусыларҙың исемлеген әҙерләргә кәрәк алдан, - тип хупланы ҙур хужа уның һүҙҙәрен.
- Кәрәк, кәрәк… Эйе, уҡытыусылар… Мин үҙем дә…
- Үҙеңде лә онотма шул. Күптән билдәләгәнебеҙ юҡ, - һөйләшеү тамамланғанын белдереп, ҡағыҙҙарына үрелде, сәғәткә күҙ ташланы урынбаҫар.
- Суҡынғыр, аныҡлап әйтә алманым. Хәҙер ни ҡылырға инде? - тип үҙен һүкте Идеал кабинеттан сыҡҡас. - Үҙеңде лә, тине лә баһа. Шул еткән, хупланы була әйтте бит. Һүҙе сыҡты. Башты йүләргә һалып, документтарҙы тотам да башлыҡҡа инәм, урынбаҫарҙың ризалығы бар тим дә ҡуям, - мәғариф бүлеге начальнигы бәҫле исем юллау эшен шулай хәл итеү планын ҡорҙо.
- Идеал Салютович, был исемгә һеҙ әллә ҡасан лайыҡлы. Юлламанамәгә урынбаҫар, ризалығын белдереп, имзаһын ҡуйһын да, әйҙә, Өфөгә!.. - мәктәптәге маҡтау ҡағыҙҙарының бай тупламаһы ҡала башлығының күҙе алдында әле лә тора ине, күрәһең.
- Атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре?.. Мин ҡала хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙын күҙ уңында тотҡайным. Исемгә башҡа лайыҡлылар бихисап. Иртәрәк һеҙгә, Идеал Салютович, йәшһегеҙ әле, - урынбаҫар оторо ҡаршы төштө Идеалдың әрһеҙләшеүенә.
- Башлыҡ риза…
- Минән аша һикереп, хужаға инеп йөрөүең яраған эш түгел!..
- Һеҙ бит, үҙеңде лә исемлеккә индер, тинегеҙ…
- Һүҙ республика наградаһы тураһында барманы!..
- Ҡаланыҡылар миндә кәбән ҡойорлоҡ. Башлыҡ, лайыҡлыһың, тигәйне…
- Ну, Хөбөтдинов, ҡара уны! Баштан аша һикерәһең, - урынбаҫар янап алды, бик теләмәй генә ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙы.
"Арты менән боролор инде был ҡартлас. Үҙ кешеһен үткәрергә булғандыр инде. Балдыҙы текә баҫып йөрөй, бәлки, уның өлөшөнә төштөм. Ярай, исемен алһам, теше үтмәҫ әле. Яйлап онотор ҙа", - тип бер үртәләнде, бер йыуанды.
Исемде алды. Урынбаҫар ҙа уның тарихын иҫләп торманы. Тағы бер йылдан Хөбөтдинов "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн" ведомство миҙалы менән бүләкләнде. Уны ла алдан хәстәрләп йөрөнө. Иҫәп алыу комиссияһы рәйесенең алдына ла, артына ла сыҡты. Ул арала Рәсәй Мәғариф министрлығының Ушинский миҙалы менән тәүләп бүләкләй башланылар. Өҫтән бер кандидатура һоранылар. Урынбаҫарҙың отпускыла булыуынан файҙаланып, башлыҡҡа тура инде Идеал. Бигерәк эт ҡайышланаһың, тип әйтмәһен өсөн, үҙенекенә ҡушып, тағы ике фамилия яҙҙы.
- Тәүләп тапшырыла тиһеңме? Элек тә, Совет осоронда ла бар ине түгелме был миҙал? - башлыҡ нишләптер шик белдерҙе.
- Туҡтап торғайны ил тарҡалғас. Яңы положение ҡабул ителде. Яңыса ул хәҙер, - теманы сурытып торманы Идеал да.
- Яңынан булғас, иң элек начальник алырға тейештер, моғайын, уны. Нисек уйлайһығыҙ, Идеал Салютович? - Хәйләгә барып, һынап ҡарарға булды был, тип ҡабул итте Идеал хужаның кинәйәле һүҙҙәрен.
- Лайыҡлылар байтаҡ ҡала мәктәптәрендә... Икәүһен күрһәттем исемлектә, - теше араһынан саҡ һығып сығарҙы быны Идеал. Ҡалайтһын: "Мин, тик мин генә лайыҡлы!" - тип һөрәнләй алмай бит инде.
- Юҡ, абруй өсөн дә һеҙгә кәрәгерәк ул… Әҙерлә документтарҙы үҙ исемеңә, - Идеал ҡанатланып сыҡты кабинеттан. Хәйләһе батты - инде ысҡындым тигәндә, эре балыҡты ярға ялтыратып сығарып ташланы.
"Рәсәйҙең арҙаҡлы шәхестәре энциклопедияһы" тип аталған баҫма тарала башлағайны шул осорҙа. Әрһеҙ эшҡыуарҙар, кеше фиғеленең данға тотанаҡһыҙлығын оҫта файҙаланып, аҡса һуғыу эшен яйға һалды шулай. Бик күп ойошма етәкселәренә ошондайыраҡ хат килде: "Хөрмәтле иптәш Фәлән Фәләнович! Һеҙҙең лайыҡлы хеҙмәтегеҙҙе, Ватаныбыҙ үҫешенә индергән ҙур өлөшөгөҙҙө иҫәпкә алып, абруйлы комиссия Һеҙҙе Рәсәйҙең арҙаҡлы шәхестәре энциклопедияһына индереү тураһында ҡарар сығарҙы. Үҙегеҙ тураһында ентекле мәғлүмәт һәм фотоһүрәт ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Китапты сығарыуға бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн нәшриәт иҫәбенә биш мең һум аҡса күсерергә кәрәк. Энциклопедияға ингәндәр "Арҙаҡлы кешеләр" махсус миҙалы менән дә бүләкләнә. Тиҙ арала яуап көтәбеҙ". Миҙал һүҙен уҡығас, Идеал икеләнеп торманы: аҡсаһын ебәрҙе, үҙе тураһында тәфсирләп, бер генә баһаламанамәһен дә ҡалдырмай, яуап хаты яҙҙы. Оҙаҡламай: "Ҡотлайбыҙ, Һеҙ энциклопедияға индегеҙ", - тип яҙылған ҡыҫҡа хат алып ҡыуанды.
Йыл да үтмәне, миҙал тапшырыу тантанаһына саҡырыу килде. Идеал, мәғариф бүлеге иҫәбенә командировка алып, Мәскәүгә юлланды. Өс көн тигәндә, ҡулына көс еткеһеҙ ауыр энциклопедия тотоп, түшенә миҙал тағып ҡайтып төштө. Иртәгеһенә үк ҡала гәзитенә һәм телевидениеһына интервью бирҙе. Мәҡәлә сыҡҡас, хәбәрсене саҡыртып алды:
- Республика гәзите мөхәррире мәҡәлә менән ҡыҙыҡһына, әллә ҡайҙан ишетеп ҡалған. Ебәреүҙе үтенеп һорай. Бөгөн үк, мөмкин булһа, ташлайыҡ әле… Интернеттан, - тип үтенес-бойороғон еткерҙе уға.
Мөхәррирҙе күндереү өсөн Идеал бар сослоғон, булған бөтә бәйләнештәрен эшкә ҡушты. "Дәүләт наградаһы түгел. Ижтимағи ойошма булдырған уны. Уңға ла, һулға ла тараталар… Аҡсаһын ғына түлә… Төп гәзитте ундай награда кавалеры тураһында мәҡәлә менән бәҫһеҙләй алмайым", - тип аяғын терәп ҡаршы төштө гәзит етәксеһе. Бихисап тос наградалар тураһында ла әйткәс, уҡытыусылар араһында гәзиткә яҙылыуҙы ойошторорға вәғәҙә биргәс, күнде: "Тик мәҡәлә "Арҙаҡлы кешеләр" миҙалы хаҡында бармаясаҡ. Ғөмүмән, һеҙҙең турала яҙырбыҙ, ә миҙалды һүҙ ыңғайында ғына телгә алырбыҙ", - тигән шарт ҡуйҙы.
Шулай итеп, данын республикаға таратыу йәһәтенән беренсе аҙым эшләне Идеал.

* * *

Хакимиәт башлығы урынбаҫарын ҙурлап хаҡлы ялға оҙаттылар. Урынына кем, тигән һорау торманы - кабинетты Хөбөтдинов биләйәсәге әллә ҡасан билдәле ине.
Ғәҙәттә, "йылы" урын бушауы тураһында хәбәр кәм тигәндә ярты йыл алдан тарала. Әлбиттә, шунда уҡ кем уҙарҙан уны биләрҙәй лайыҡлы кешеләрҙе барлай башлайҙар. Тәүҙә тиҫтәләгән исем атала. Яйлап исемлек ҡыҫҡара бара, сонторлана. Аҙаҡтан күп тигәндә ике-өс дәғүәсе ҡала. Был осраҡта, нишләптер, барыһының да фекере беректе: "ХИС ултыра", - тинеләр бер төптән. Мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, башҡа тармаҡтар етәкселәре лә төшөп ҡалғандарҙан булмаһа ла. Хөбөтдинов үҙен танытып өлгөргәйне шул халыҡҡа. Тиҫтә йылдан ашыу тартты ауыр йөктө, уның ҡулы аша бөгөнгө ҡала йәштәренең барыһы ла үтте. Ата-әсәләрен дә ҡушһаң - ҡала халҡының яртыһы. Уны ипле, юғары мәҙәниле, талапсан һәм ғәҙел хужа итеп белделәр һәм беләләр. Фырт кейенеүе, үҙен олпат тотоуы, хәбәрҙе белеп һөйләүе барыһында ла Идеалға ҡарата тик ихтирам тойғоһо ғына уятты. Әгәр Хөбөтдинов та лайыҡ түгел икән урынбаҫар вазифаһына, ул саҡта кем һуң?..
Дөйөм фекер тылсым көсөнә эйә, һәм ул мотлаҡ ғәмәлгә аша, тиҙәр. Үрҙә лә ике уйлап торманылар - шул көндө үк Идеалға яңы урынға күсеп ултырырға бойороҡ бирҙеләр. Мәғариф бүлегенә килгәндәге ише аҙап, албырғап ҡалманы Идеал. Ул - бешеккән, түрәлектең нескә серҙәренә әллә ҡасан төшөнгән, тимер сым аша үрҙәгеләр менән мөғәмәлә итеү алымдарын еренә еткереп үҙләштергән, кәңәшмәләр үткәрә, кемдең кемлегенә ҡарап һөйләшә белгән тәжрибәле хужа. Креслола нығынып ултырыу өсөн уға хәҙер Алһыу Ғайнан ҡыҙы кеүек терәк-таяныс та кәрәкмәй. Ниндәй кабинетҡа индереп ултыртһаң да, дилбегәне шунда уҡ ҡулына ҡармап тотоп аласаҡ, талап ителә икән, ауыҙын ҡайырып булһа ла, атты кәрәк юлға төшөрәсәк. Мәғариф өлкәһендә сынығыу алған - бала-сағаны, бисә-сәсәне еңгән кешегә был моңмо ни?

* * *

Ҡытай түрәләре - мандариндар - тарихы беҙҙең эраға тиклемге ҡай заманға барып тоташҡан мең йыллыҡ ҡеүәтле империя терәге булып торған. Улар дөгө игеү, таш диуарҙар күтәреү, хәрби эштәр рәтен белмәгән, ғөмүмән, ерҙәге тормоштан, ысынбарлыҡтан айырылған сәйер заттар булғандар. Ялҡынлы телмәр - бына етәксе асылдары, таһыллыҡтары, дан-шөһрәт ҡаҙаныр булмыштары. Әйтәйек, көслө ямғырҙан һуң, быуа йырылып, ауылды йыуып алып китеү ҡурҡынысы тыуҙы, ти. Мандарин, ҡайҙан таш-балсыҡ сығарырға, күпме кешене уларҙы тейәргә, күпмеһен ташырға ҡуйырға, быуаның ҡайһы урынын башлап нығытырға, бала-сағаны, мал-тыуарҙы тауға оҙатып торорға, тип күрһәтмәләр биреп, йәнфарман ауыл буйлап сабып йөрөмәгән. Ауыл майҙанына халыҡты йыйған да ошондайыраҡ телмәр тотҡан:
- Йыһан улы, ҡояштай салт йөҙлө бөйөк үә изге, үә миһырбанлы, үә сумарт һөйөклө императорыбыҙ, Ватаныбыҙ хаҡына алға! Алға - еңеүҙәргә! Күктәрҙән беҙгә бәлә яуҙырған яуыз көстәргә - ләғнәт! Ләғнәт! Алға крәҫтиән: ҡарты һәм йәше, ире һәм ҡатыны! Алға! Ен-пәрейҙәрҙе еңербеҙ, һөйөклө император үә уның аҫыл ғаиләһен, Ватаныбыҙҙы бәләләрҙән ҡурсаларбыҙ! Алға, тик алға! Ҡулдарығыҙға - көс-ҡеүәт, зиһенегеҙгә - сафлыҡ! Әләмдәрҙе юғары тотоп, алға!.. Ҡытай крәҫтиәне был ялҡынлы телмәрҙән һуң көрәгенә, тәпкеһенә тотонған, өс көн йоҡламай, ашамай быуа билен нығытҡан. Ауыл ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнап торған. Һыу баҫыу ҡурҡынысы сигенгәс кенә өйөнә ҡайтҡан. Бөйөк Ҡытай стенаһын күтәргән халыҡ вәкиле бит ул!
Хөбөтдинов иһә - бөгөнгө заман башҡорт мандарины. Бына инде биш йыл хакимәт башлығы урынбаҫары, ә үҙе яуаплы ҡайһы бер учреждениеға инеп тә сыҡҡаны юҡ. Етәкселек иткән социаль өлкәнең бер генә тармағын да төбөнә төшөп белмәй. Белем биреү өлкәһендәге үҙгәрештәр менән даими танышып бармағас, хатта бөгөнгө мәктәп тормошон да сырамытып ҡына төҫмөрләй. Башы кәңәшмә үткәреүҙән бушамай - бөтә мәсьәләләрҙе лә кабинетынан сыҡмай хәл итә. Һәр осраҡта ла ҡул аҫтындағыларға бурысты сама менән ошолайыраҡ ҡуя:
- Проблеманы хәл итеүҙә ведомство-ара бәйләнештәр генә уңыш алып киләсәк. Мин бының фәҡәт дөрөҫ булыуына тәрән ышанам, иманым камил… Мәсьәлә кисектермәй хәл ителергә тейеш! Һүҙем тамам, башҡа һорауҙар булмаһа - эшкә! - ти ул пафос менән.
Мандариндар араһы тағата алмаҫлыҡ бәйләнештәр ебе менән сырмалған булған. Аңлы рәүештәме, аңһыҙмы, Хөбөтдинов та, ҡул аҫтындағыларҙы өйөрөп, гел үҙ янында тота. Төрлө саралар үткәреүҙе әйтәһе лә түгел, тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы ла бергә билдәләйҙәр. Иң ҡыҙығы шунда: бандиттар банданы ҡан менән бер бөтөнгә ойошторһа, Хөбөтдинов үҙ тирәгеләрен - һүҙ ярҙамында. Ябай һүҙ менән түгел, ә маҡтау һүҙе аша.
- Идеал Салютович, һеҙ арабыҙҙа тиңе булмаған юғары мәҙәниле, тыйнаҡ, эшлекле, оло йөрәкле шәхес… - был Хөбөтдиновтың тыуған көнөндә йыл да әйтелгән маҡтау һүҙҙәренең, дифирамб йырҙарының остоғо ғына.

(Дауамы. Башы 3-7-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.03.22 | Ҡаралған: 248

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru