«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕРЛЕ ЙОМАҠ ИНДЕ УЛАР, ТӘҮГЕ ИР КЕШЕ - ӘҘӘМ ДӘ АҢЛАП ЕТМӘГӘНДЕР ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫ
+  - 


Карап батҡас, дүрт ир бер утрауға йөҙөп барып, үлемдән ҡотолғандар. Көс-хәл туплап, тирә-яҡты күҙәтә торғас, алыҫ түгел арауыҡтағы күрше утрауҙа ҡатын-ҡыҙҙар барлығын шәйләгән былар. Утыҙ йәшлек ир шундуҡ, оҙаҡ уйлап тормай, ҡатын-ҡыҙҙар тупланған утрауға йөҙөп барыу ниәте менән һыуға сумырға йыйынған. "Ҡайҙа ашығаһың, бына хәҙер һал эшләрбеҙ ҙә, тыныс ҡына йөҙөп барырбыҙ", - тип, туҡтатҡан уны ҡырҡ йәшлек уҙаман. Илле йәшлек: "Һал нимәгә, ҡул болғаһаҡ, улар ни үҙҙәре йөҙөп килерҙәр", - тип, үҙ тәҡдимен әйткән. "Йөҙөп килмәһәләр ҙә, улар бынан да һәйбәт күренә лә баһа!" - тигән алтмыш йәштәгеһе.

Ер шарында көн иткән ирҙәрҙең тоҡом дауам иттереү буйынса тәбиғи инстинкттары оҡшаштыр ҙа, бәлки, ни тиһәң дә, беренсел, борондан килгән, үҙгәрмәй торған асыл бит ул, ә бына йәш иҫәбе артҡан һайын ирҙәрҙең ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата мөнәсәбәте үҙгәреүе бәхәсһеҙ. Уйлап ултырам да, бер аҙ көрһөнөңкөрәп, улар ни былай ҙа һәйбәт күренә, тигән һымағыраҡ, күреү һәләтемә шөкөр итеп, яҙып ултырмыш.
Бар ине даръя кискән саҡтар, һалын да төҙөнөк, ҡатын-ҡыҙҙар ҡолағын матур һүҙҙәр менән иркәләгән саҡтар ҙа булғандыр - тормош бит. Һүҙемде уйынлы-ысынлы башлаһам да, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында яҙғанда бик тә етди һәм ихлас булырға кәрәклеген аңлайым, сөнки ир кеше өсөн ҡатын-ҡыҙ образы өләсәйҙәргә, әсәйгә, апай-һеңлеләргә, еңгәйҙәргә, ҡоҙасаларға, бергә эшләгән ҡатын-ҡыҙ коллегаларға һәм, әлбиттә, һис шикһеҙ, ҡыҙ балаларыбыҙға ҡарата булған мөнәсәбәттәрҙең туҡымаһы бит ул - орнаменттары бай, сағыу - ир ғүмеренә бер бирелгән сихри донъя.
Аллаһҡа шөкөр, бала сағымда ике өләсәйемдең дә барлығын тойоп йәшәү мөмкинлеге булды. Йәшәгән ауылдарына ҡарап, уларҙы Һарт өләсәй (атайымдың әсәһе) һәм Хәлил өләсәй (әсәйемдең әсәһе) тип йөрөтә торғайным. Иң иҫтә ҡалғаны - ике өләсәйҙең урындыҡта көн оҙоно сөкөрләшеп һөйләшеп ултырыуҙары. Саф башҡорт телендә (уларҙың урыҫсалары икмәк-тоҙлоҡ ҡына булғандыр инде) бала ҡолағын иркәләп, ни тураһында һөйләшкәндәрҙер, әле улай уҡ иҫләй алмайым. Шуныһы ҡыҙыҡ: мин ишеткәндәй итеп ҡәҙимге һөйләшеп ултыралар ҙа, шыбырлашып ҡына (күрәһең, минең ҡолаҡҡа ятмаҫҡа тейешелер) сер бүлешеп алалар. Уларҙы тыңлап ята торғас, йоҡлап китәм. Уянһам, улар һаман һөйләшеп ултыра, әйтерһең дә, ваҡыт туҡтаған. Тағы тыңлайым: радио юҡ, телевизорҙы әле уйлап тапмағандар ҙа... Хәлил өләсәй беҙгә ҡунаҡҡа килгәндә була торғайны бындай хәл. Икәүләп көн һайын ҡунаҡҡа барып та йөрөп киләләр ине. Сыҙамһыҙлыҡ менән ҡайтыуҙарын көтәм, сөнки уларҙың камзул кеҫәләрендә тәмле-татлы күстәнәстәр ҡайта. Үҙем әсәйемдең тыуған ауылына барһам, эй ҡыуаныр ине Хәлил өләсәй. Шундай итеп ҡыуана: уның ҡыуанысынан күңелем тула, ҡанатланып осоп киткәндәй тоям үҙемде. Әсәй - берәү! Күпме генә яҙһаҡ та, әсәй образын тулы кимәлдә сағылдыра алмаясаҡбыҙ барыбер. Ҙурайғас ҡына, тормош күргәс кенә аңлай башлайбыҙ улар ҡәҙерен. Бала саҡта әсәй туйындырыусы, кейендереүсе - һәр ваҡыт эргәңдә булырға тейеш таяу һымаҡ ҡабул ителә. Бер бала әйткән ти бит: "Әсәй, һинең үҙеңдең әсәң бар ҙаһа, ниңә беҙҙең менән йәшәйһең?" - тип. Оҙаҡ сурытмай, һеҙгә бер кинәйә һөйләйем әле. Минеңсә, әсәй образын сағылдырыуҙа бик тә мөһим ул:
"Бик борон заманда ҡуйы ботаҡлы бейек Алмағас йәшәгән. Бер бәләкәй малай уның эргәһенә килеп уйнарға яратҡан. Ул ағас башына менеп, тәмле алмалар ашаған, күләгәһендә йоҡлай торған булған. Малай Алмағасты яратҡан, емеш ағасы малайҙы яратҡан. Ваҡыт үткән, үҫкән һайын малай ағас эргәһенә һирәгерәк килә башлаған. Бер көн ул Алмағас эргәһенә бик күңелһеҙ генә килгән.
- Ни булды һиңә, ниңә минең менән уйнамайһың? - тип һораған Алмағас.
- Ағас менән уйнарға мин хәҙер бәләкәй түгел, миңә уйынсыҡтар кәрәк, ә уйынсыҡ алырға аҡсам юҡ, - тигән малай.
- Ғәфү ит, минең аҡсам юҡ, әммә һин минең алмаларымды һатып, аҡса эшләй алаһың, - тигән Алмағас.
Бик ҡыуанған малай! Алмағастың емештәрен йыйып алып ҡыуанып ҡайтып киткән һәм юғалған. Алмағас бик һағынған уны. Бер көн ир ҡорона ултырған малай тағын Алмағас эргәһенә килгән. Эй ҡыуанған ағас!
- Кил, минең менән элеккеләй уйна, - тигән ул.
- Һинең менән уйнарға минең ваҡытым юҡ. Миңә эшләргә, ғаиләмде ҡарарға кәрәк. Әле беҙҙең йәшәргә өйөбөҙ ҙә юҡ. Һин ярҙам итә алаһыңмы һуң? - тип һораған ир кеше.
- Ғәфү ит, мин һеҙҙең өсөн ышыҡ була алмайым шул, әммә һин минең ботаҡтарымды бысып алып, өй эшләй алаһың, - тигән Алмағас.
Ир ағастың ботаҡтарын бысып алып, бик ҡәнәғәт ҡайтып киткән. Эй ҡыуанған Алмағас яратҡан кешеһенә ярҙам итә алғаны өсөн! Әммә ир тағы оҙаҡҡа юғалған. Йәйҙең бер йылы көнөндә дуҫы Алмағас эргәһенә килгән. Эй ҡыуанған ағас, ҡыуанысының сиге булмаған:
- Кил, мин һине һағынып көттөм! - тигән ул.
- Мин ҡартайҙым инде, миңә ял кәрәк. Кәмә менән сәйәхәт ҡылып, ят ерҙәрҙе күргем килә, - тигән ир кеше.
- Мине ауҙарып, бүрәнәмдән кәмә эшлә лә, әйҙә, сәйәхәт ҡыл, ял ит, - тигән Алмағас.
Ир кеше тағы оҙаҡҡа юғалған, әммә бер нисә йылдан тағы таныш урынға килгән.
- Ғәфү ит, балам, минең һиңә биргәндәй бер нәмәм дә ҡалманы, алмаларым да юҡ, исмаһам, - тигән Алмағас.
- Алма ашағандай тештәрем дә ҡалманы инде, - тигән ир.
- Улайһа, минең түмәремә ултырып ял ит.
- Миңә хәҙер башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй, ултырып ял итһәм, шул етә, йәшәй-йәшәй ныҡ арыным мин.
- Яҡшы! Ултыр, ял ит.
Ир Алмағастан ҡалған түмәргә ултырған. Эй ҡыуанған Алмағас, күҙ йәштәре аша йылмайған".
Беҙҙең турала бит был кинәйә, хөрмәтле ирҙәр! Ирҙәр генә түгел, һәр балаға ҡағыла: малаймы ул, ҡыҙмы - бөтәбеҙгә лә! Әсә күңеле - балала, бала күңеле - далала, тип бушҡа әйтелмәгәндер. Алмағас - ул беҙҙең әсәй образы. Бала сағыбыҙҙа әсәй беҙҙең өсөн алыштырғыһыҙ йән. Йәнен дә бүлеп бирер ине лә бит, йәнһеҙ йәшәп булмай. Ҙурайған һайын әсәйҙәр эргәһенә һирәгерәк ҡайтабыҙ, был холҡобоҙға ҡырҡ һылтау табабыҙ. Ни генә булмаһын, әсәйҙәр балаларына яҡшы булһын өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер. Эйе, малай Алмағасҡа ҡарата аяуһыҙ, ҡаты ҡыланғандыр. Ситтән ҡарап фекер йөрөткәндә был шулай күренә, шулай аңлашыла.
Эйе, үҙебеҙҙең эске торошобоҙға, әсәйгә ҡарата мөнәсәбәтебеҙгә лә ситтән ҡарап фекер йөрөтөргә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Талха Ғиниәтуллиндың "Мәтрүшкә еҫе" хикәйәһенең йөкмәткеһен иҫкә төшөрөгөҙ әле. Үпкәһен пуля тишеп, үлем сигенә етеп ҡайтҡан улын әсәһе әжәл тырнағынан тартып ала. Эшкә әрһеҙ Хәбибулла аҙаҡ орденлы көтөүсе булып китә, һис бөтмәҫ колхоз эшендә йөрөп, әсәһенең барлығын да онота. Хикәйәнең бер абзацын тулыһынса килтерәм: "Хәбибулла мунсанан сығыуға, әсәһе күтәрмәнең икенсе баҫҡысында тора. Хәбибулла әсәһе ҡаршыһына килә, күҙҙәренә ҡарай. Әсәнең элеккесә тыныс, ҡырыҫ, талапсан ҡарашын күреп, ҡаушап ҡала, өйгә инергә ярҙам итергә теләй һәм әсәһен ике беләгенә күтәреп, өйгә индерә. Биш бала тапҡан, уларҙы күтәреп йөрөткән, бар ғүмере буйы балаларын кеше итер өсөн бик күп михнәттәр күргән әсәнең ҡауырыйҙан да еңел булыуына хайран ҡала".
Әсәләрҙең тулы ҡәҙерен бик һуң аңлайбыҙ шул! Әсәйҙәр тураһында яҙғандан һуң нимәлер өҫтәп, ҡатын-ҡыҙҙар тураһында яҙыуы ла яҙыҡ һымаҡ. Яҙғы килә лә ул, һәр күҙәнәгенә тиклем ғашиҡ булып, мөхәббәт утында яныу тураһында, мәҫәлән. Мөхәббәттең, һүрелеп, тыныс һөйөү тойғоһона әүерелеүен дә яҙғы килә. Ҡыҙ балаларыбыҙға ҡарата булған тойғо тураһында ла яҙғы килә. Әммә күпме яҙһаң да, әсәйҙәргә ҡарата булған мөнәсәбәтебеҙҙең бәҫе китер кеүек.

Шулай итеп...
Бер һорау барыбер ҙә борсой: баяғы баштағы дүрт ир урынында 30-60 йәшлек дүрт ҡатын булһа, ни ҡыланырҙар ине икән? Яуап юҡ һәм булмаҫ та. Сихри, ғәжәйеп халыҡ бит ул ҡатын-ҡыҙҙар! Тәүге ир кеше - Әҙәм (ғ.с.) дә аңлап етмәгәндер. Аңлаһа, Ерҙәге артабанғы тормоштоң ҡыҙығы ла, йәме лә булмаҫ ине...

Радик ӨМӨТҠУЖИН фекер йөрөттө.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.03.22 | Ҡаралған: 742

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru