«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ЭСЕҮЕМДЕ ТАШЛАНЫМ...
+  - 


"Киске Өфө"нөң 2003 йылдағы 32-се һанынан журналисыбыҙ Әхмәр Үтәбайҙың Әнүәр Хәлисов тигән псевдоним аҫтында "Мин эсеүемде ташланым" тигән яҙмалары баҫыла башланы. Һандан-һанға тәҡдим ителгән бик тә фәһемле, ғибрәтле, тәрбиәүи яҙмалар ине улар. Бәлки, башҡорт авторының эскелек тигән яман ғәҙәт тырнағынан ҡотолоу юлдары тураһындағы тәүге тәүбә-кәңәш яҙмалары ла ошо булғандыр. Ул кәңәштәрҙе ҡабул итмәүселәр, авторҙы ғәйепләүселәр ҙә табылды. Ә шулай ҙа уны хуплаусылар, хатта редакцияға автор эргәһенә кәңәш һорап килеүселәр күберәк булғандыр. Бер уҡытыусының һөйләгәндәре хәтерҙә: "Мәктәбебеҙҙә юғары класта уҡыусылар араһында алкоголь менән, бигерәк тә һыра менән мауығыусылар барлығын белә инек. Минең класымда ла бар ине ундайҙар. Бер малайыбыҙҙың тамам һыра алкоголигына әйләнә барғанын да һиҙә йөрөй инем. Атай-әсәйе, үҙе менән һөйләшеү ҙә файҙа бирмәне. Бер саҡ башҡорт теле дәресендә балалар алдына "Киске Өфө" гәзиттәрен һалдым һәм ошо "Мин эсеүемде ташланым" тигән мәҡәләнән ҡатмарлы ҡушма һөйләмдәр табып яҙырға ҡуштым. Балалар эш башлағас, ипләп кенә теге малайҙы күҙәтәм. Ул дәфтәренә бер нимә лә яҙмай, ә гәзиттәге мәҡәләне уҡыу менән мәшғүл. Ҡыҫҡаһы, ул дәрестән һуң ошо мәҡәләнең дауамын, гәзиттең башҡа һандарын һорап алды. Гәзит килгән һайын, яңы һандарҙы мин уға килтерә торҙом. Малай аҡрынлап кеше рәтенә ҡайта, хатта ошо мәҡәләлә яҙылған ҡайһы бер фекерҙәр менән уртаҡлаша башланы..." - тигәйне ул.
Ул саҡта республика райондары һәм ҡалаларында "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәте барлыҡҡа килде. Хәрәкәттең лидерҙары Роберт Дәүләтшин, Марат Абдуллиндар төрлө семинарҙар, лекциялар ойоштора башланы. Сараларға әҙерлек барышында шул күҙгә ташланды: халыҡҡа эскелектең ниндәй ҙур афәт икәнен аңғартырлыҡ бер ниндәй күргәҙмә асбаптарыбыҙ ҙа, китаптарыбыҙ ҙа юҡ икән. Бына шул саҡта "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәте егеттәре гәзитебеҙҙә баҫылған ошо яҙмаларҙы "Мин айыҡ тормош башланым" тигән баш менән китап итеп баҫтырып сығарҙы. Гәзитебеҙҙең был һанында шул яҙмаларҙы ла иҫкә алып үтәйек.


ИНЕШ ҺҮҘ

Рәсәйҙә алкоголь-наркотиктар мәсьәләһе ҡоттар алынырлыҡ хәлдә бөгөн. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр, беҙ эскелеккә ныҡлап бирелгәнбеҙ, иҡтисад һәм сәйәсәт тулыһынса алко-наркомафия ҡоллоғонда, шуға ла был проблеманы яҡын киләсәктә генә хәл итеп булмаясаҡ, тип ышандырмаҡсы, үҙендәге күңел төшөнкөлөгөн, өмөтһөҙлөктө бар йәмғиәткә күсермәксе.
Ысынлап та, был мәсьәләгә бер яҡлы ғына ҡарауы ҡыйын: ҡый үләненең тамырҙарын йолҡмай тороп, бер-бер артлы һәм планлы эштәр башҡармай тороп, эскелеккә һәм наркоманлыҡҡа һөҙөмтәле көрәш алып барыуы ҡыйын. Проблеманы хәл итеү, тамырынан ҡоротоу юлдарын беҙ ошоларҙа күрәбеҙ:
- йәмғиәттә хәмерҙән баш тартыусылар, айыҡлыҡты яҡлаусы ижтимағи хәрәкәттәр артырға, халыҡты ошо афәттәрҙән ҡурсалаусы закон акттары ҡабул ителергә тейеш;
- дәүләттең халыҡты эсереүгә ҡоролған сәйәсәте уны айыҡтырыуға йүнәлдерелгәне менән алыштырылырға тейеш;
- айыҡ йәш быуын тәрбиәләүҙә ватаныбыҙҙың һәм сит илдәрҙең алдынғы тәжрибәһе ҡулланылыуы шарт;
- власҡа Норвегия, Швециялағы һымаҡ халыҡ ихтирамын яулаған айыҡ етәкселәр килеүе мотлаҡ;
- айыҡтырыу фәненең үҫешеүе мөһим;
- депутаттар корпусы үҙ миҫалында айыҡлыҡ өлгөһө күрһәтергә тейеш;
- уҡытыусылар, табиптар һәм йәштәр комитеттары-ойошмалары лидерҙары хәмергә "Юҡ!" тип әйтергә тейеш;
- барлыҡ киң мәғлүмәт саралары журналистары үҙҙәрен, уҡыусыларын, тыңлаусыларын, тамашасыларын айыҡтырыу юлына баҫтырыуға хеҙмәт итергә тейеш;
- Ватаныбыҙҙы әхлаҡһыҙлык һаҙлығына батырырға, юҡҡа сығарырға ынтылған көстәрҙең юҡҡа сығыуы мотлаҡ;
- "Айыҡ тормош, тыныслыҡ" һүҙҙәре сәйәсәттең төп оранына әүерелергә тейеш;
- айыҡтырыу хәрәкәтенә илебеҙҙең дини конфессияларының әүҙем ҡушылыуы бик мөһим;
- Рәсәй Президенты, уның артынан төбәк етәкселәре лә, был мәсьәләлә ҡәтғилек күрһәтеп, халыҡты айыҡтырыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар, программалар ҡабул итергә тейеш.
Һәм тағы... "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәте эскелеккә, эскеселәргә ҡаршы көрәшмәй, ә айыҡ тормош өсөн көрәшә һәм был көрәштә тәү сиратта балалар, йәштәр, уҡытыусылар, табиптар, журналистар, етәкселәр үҙҙәренә теләктәш, фекерҙәш, көрәштәш булыр, тип ышана.
1998 йылдың 19 июль төнө...

Донъяға өр-яңынан тыуған көнөм, йәғни төнөм. Ғәжәп, тәүге тапҡыр ҙа мин төндә тыуғанмын. Икенсе тыуған төнөмдө мин "Тәүбә төнө" тип тә атайым. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки мин тап шул мәлдән башлап Шешәбикә ханым менән хушлаштым. "Талаҡ" әйтеп айырҙым үҙен. Мине юғалтыу ҡайғыһынан үкереп илап ятып ҡалды ул. Шешәбикәне айырыу рәхәт ул, тик бына унһыҙ яңыса йәшәргә өйрәнеүе ауыр. Хәйер, был хаҡта алдағы һабаҡтарымда һүҙ булыр.
Был "ҡара яу" афәтенән мин үҙ-үҙемде ҡулға алып, тик ихтыяр көсө ярҙамында ғына ҡотолдом. Бер ниндәй ҙә медицина, нарколог ярҙамына таянманым. Алдараҡ нарколог ярҙамына ла мөрәжәғәт итеп ҡарағаным булды. Әммә һәр бер "туҡталыу" яңынан "ысҡыныу" менән тамамланғас, бындай ярҙамдың үҙ-үҙеңде алдау икәнлеген генә аңланым. Әммә эскене үҙ ихтыяр көсөгөҙ менән ташлай алған хәлдә лә, организмды нормаль йәшәү режимында тотоу өсөн медицинаға мөрәжәғәт итмәйенсә лә булмай. Сөнки алкоголдең һеҙҙең организмда үткәргән емерткес сәйәсәтенең һөҙөмтәһен кеше эскене ташлағандан һуң тағы ла 13 йыл буйына татый әле. Тап шундай кризистар һеҙгә ныҡ зыян килтермәһен өсөн дә, хәрби термин менән әйткәндә, "һуғыштан һуңғы емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырыр" өсөн дә медицина ярҙамы кәрәк. Тәүге рюмканы ҡулыма 1982 йылда алғайным. Ул саҡта тотош илебеҙ эсә ине. Ауылдарҙа тик эскелек менән үткән туйҙарҙа шундайыраҡ таҡмаҡтар әйтелә ине:

Эс тә ҡуй, эс тә ҡуй,-
Нужа күрмә никакуй.
Ҡиблаларҙан елдәр иҫһә,
Һалам менән тыҡ та ҡуй...
Йә булмаһа:
Араҡыны, пиваны
Беҙ яратабыҙ аны.
Эскәс-эскәс, бер кәритә
Бер тас эсәбеҙ аны...
Йә булмаһа:
Кеше тыуһа, тыуһын әйҙә,-
Ҡаршылайбыҙ ярты менән.
Кеше үлһә, үлһен әйҙә,-
Оҙатабыҙ ярты менән...
Йә булмаһа:
Врачтарға барған инем,-
Йөрәгең "кряк", тиҙәр.
Йөрәгеңдең уртаһына
Йөҙ грамм кәрәк, тиҙәр.

Илем менән бергә мин дә эстем, эсеүҙе йола-традициябыҙға ингән норма һананым. Тәүге сирҡанысты студент ятағында алдым. Күптәр кеүек һыранан башланым, яйлап-яйлап шарапҡа, араҡыға күстем. Аҙаҡ, был аҙғын Шешәбикәнең ҡолона әүерелеп, 16 йыл ғүмеремде әрәм иттем. Эскелекте аҙғын ҡатынға сағыштырыуым да юҡтан ғына түгел: ул үҙе һәр саҡ һиңә ҡосағын йәйеп тора, тәм итһәң, күңелле һымаҡ, тормоштағы ҡытыршылыҡтар тигеҙләшә, ә ул: "Тағы, тағы, йә..."- тип ымһындыра. Әммә шул уҡ "ҡатын" иртәгәһен эсеңдә үлеп ятҡан бесәйгә әүерелә. Тышҡа сығып, кире ҡосағыңа ташланыр өсөн йәнә ирендәреңде тейгеҙеүҙе һорай, талап итә. Саҡ-саҡ ҡына ауыҙға алдыңмы, тәүҙә ҡып-ҡыҙыл булып биткә сыға, аҙаҡ булмышыңа күсеп, тағы ла һиндә йәшәүен дауам итә.
Нисек эскене ташларға һуң? Никахһыҙ ҡауышҡан был "албанкы" ҡатындан нисек ҡотолорға (беҙҙең яҡта аҙғын ҡатындарҙы албанкы тиҙәр)? Ғәҙәттә, эсеүен ташларға уйлаған кеше, үҙендә көс тапмаһа, наркологҡа йә психологҡа бара. Нарколог медицина препараттары менән дауалай, әммә дарыуҙарҙың көсө ваҡытлыса ғына. Аҙаҡ дарыу һәм башҡа сараларҙың көсө бөткәс, киренән эсә башлаған кеше эскелек һаҙлығына тағы ла нығыраҡ бата. Мейегә төрлө нурҙар ярҙамында тәьҫир итеп дауалауҙың кешенең аң һәләтендәге кире һөҙөмтәләре хаҡында ла күп ишеткәнем бар. Психолог иһә, һиндә булған ыңғай көстәрҙе уятып, был сиргә ҡаршы йүнәлтергә тырыша. Әммә психолог туҡтауһыҙ ҡатмарлыҡтар тыуҙырған тормош юлыңда һәр саҡ яныңда була алмай. Ә бит кеше ауырлыҡтар алдында үҙ-үҙен еңә алмаған осраҡта рюмкаға ынтыла.
Үҙаллы, тик ихтыяр көсө менән был афәттән ҡотолоу мөмкинме? Үҙемдең тәжрибәнән сығып әйтәм: мөмкин! Тәүбә төнөнән алып бөгөнгәсә кисергәндәремде иҫләй торғас, ҡыҙыҡ ҡына яҙмалар барлыҡҡа килде. Үҙҙәре был ҡоллоҡтан ҡотолорға теләп тә, көстәре, ихтыярҙары етмәгәндәргә ошо яҙмаларымды тәҡдим итәм. Бәлки, ярҙамым да тейер. Был яҙмаларымды шартлы рәүештә "Һабаҡтар" тип атаным. Һабаҡтарым "Киске Өфө" гәзитендә баҫылып сыҡҡандан һуң уларҙың йоғонтоһонда минең арттан эйәреп эскелектән ҡотолоусылар, хатта үҙ яҙмаларын тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Улар ҙа баҫылып сыҡты гәзиттә.
Әлбиттә, был "Һабаҡтар" баҫыла башлағас, үҙ ризаһыҙлығын белдереүселәр ҙә табылды. Иң тәүҙә урта мәктәптә физкультура дәресенән уҡытҡан уҡытыусым Халис Килдеғошов шылтыратты. "Ҡустым, был яҙмаларыңды гәзиттә биреүҙе кисекмәҫтән туҡтат. Донъяла ниндәй генә кеше юҡ. Улар һине барыбер "эскесе", тип беләсәк, исем һатма...", тине. Бер яҡтан уйлағанда, уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк тә бар һымаҡ. Сөнки, батырсылығың етеп: "Мин эсеүемде ташланым...", - тип әйтер өсөн: "Мин ҡасандыр эскесе инем...", - тигәнде лә танырға тура килә бит. Һыуға сумып, сыланмайынса сығып булмай.
Ә мин бына шул юлға барҙым: минең өсөн үҙемдең ҡасандыр әүҙем эсеүемде таныуға бәйле абруйым төшөүҙән ҡурҡыуға ҡарағанда, башҡаларҙы, бигерәк тә йәштәрҙе донъяның ошо ҡара яғынан ҡурсыу, иҫкәртеү мөһимерәк. Әгәр ҙә урамда үҫмерҙәр, мәктәп уҡыусылары ҡулына китап урынына һыра шешәһе тотоп йөрөй һәм донъяла әҙәбиәт, әхлаҡ, иман төшөнсәләре барлығы хаҡында белмәй икән, ниндәй генә бөйөк әҫәрҙәр ижад итһәм дә, мин үҙемде ошо милләттең абруйлы яҙыусыһымын, тип һанай алмайым.
"Мин эсеүемде ташланым" тигән яҙмаларым "Киске Өфө" гәзитендә баҫылып сыҡҡандан һуң мин төрлө характерҙағы бик күп хаттар алдым. "Эсеү ташлау ҙа булдымы батырлыҡ, алкаш, шунан үҙеңә сәйәси капитал эшләмәксеһеңме? Әҙәм көлдөрөп яҙмаһаң да булыр ине...", тиеп яҙыусылар ҙа, шылтыратыусылар ҙа, йөҙөмә бәреп әйтеүселәр ҙә булды. Беләм мин ундайҙарҙы, таныйым һәм ғәфү итәм, эскене ташларға ихтыяр көсө етмәүселәр улар.
Шулай ҙа минең был аҙымымды хуплаусылар күберәк, барыбер. Шуларҙың икеһенә туҡталып китмәксемен. Хәйбулла районының Таштуғай ауылынан Фәриғә апай Күсәкованың хатынан өҙөк килтерәм: "Быға тиклем мин һеҙҙе шиғырҙарығыҙ, ғөмүмән, ижадығыҙ өсөн хөрмәт итә инем, ихласлыҡ бөркөлөп торған мәҡәләләрегеҙҙе яратып уҡый инем. Ә был яҙмаларығыҙ мине тетрәндерҙе. Көслө рухығыҙ, үҙегеҙгә ҡарата аяуһыҙ булыуығыҙ хайран итте. Бер аҡыл эйәһе әйткәнсә: "Иң ҙур еңеү - үҙ-үҙеңде еңеү". Дәрәжәгеҙҙе, абруйығыҙҙы юғалтыуҙан ҡурҡмай, күңел һандығығыҙҙы шар асып, бөтә серҙәрегеҙҙе ил менән уртаҡлашырлыҡ көс табырға, "мин эскесе булдым", тип әйтергә һәр кем баҙнат итмәҫ. Улай ғына ла түгел, һәр көнөгөҙҙө, ғазаптарығыҙҙы тасуирлап, Шешәбикә менән дуҫлығын өҙөргә теләүселәргә методик ҡулланма кеүек кәңәштәр биреүегеҙҙе ҙур егетлек тип баһалайым. Быны тик көслө ихтыярлы ир-егеттәр генә булдыра алалыр. Рәхмәт һеҙгә, ихлас күңелдән эшләгән изгелегегеҙ менән бөтә Башҡортостандың ихтирамын яулағанһығыҙҙыр, моғайын..."
Мәләүез районынан Фәүзиә апай Йәнтилинаның хатынан да өҙөк килтерәм: "Һеҙҙең "Мин эсеүемде ташланым" тигән яҙмаларығыҙ бик фәһемле. Уларҙы урыҫ теленә тәржемәләп, китап итеп баҫтырырға кәрәк ине. Сөнки һутлы башҡорт телендә яҙылған был һабаҡтарҙы күп кенә йәштәр уҡып аңлай алмаясаҡ. Был яҙмалар замандың яман сиренән - эскелектән ҡотолоуға ярҙам итеүсе һабаҡтар ғына түгел, ғөмүмән, әҙәм балаһына, ғүмерен әрәм-шәрәм итмәйенсә, нисек итеп дөрөҫ йәшәргә өйрәтеүсе әсбап та. Берсә ҡыуандым ошондай үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре булыуына, берсә йөрәгем әрнене. Шундай көслө уй-фекерле, аҡыллы ир-аттарыбыҙ ваҡытында лайыҡлы баһа ала алмай, күптәре бик иртә китеп тә барҙы. Рәмил Дәүләтҡолов, Ғәбиҙулла Зарипов, Рәйес Түләк, Буранбай Исҡужин...
Ошо хәтле илһөйәр егеттәргә ижади диңгеҙҙә ирек биреп, шарттар тыуҙырып йөҙҙөрөп ебәргәндә, улар күпме милләттәштәребеҙҙең аңын ағартыр, зиһенен яҡтыртыр ине. Оло үкенес. Таланттары саф, эштәре халыҡ мәнфәғәте өсөн йүнәлтелгәнгә, күнегелгән ҡалыптарға һыймай, шуны емерә алмай, йә берәҙәккә әйләнә, йә иртә китә йәштәребеҙ. Уйлап ҡараһаң, батырҙары һәләк булған оло һуғыш барған кеүек. Ә иҫән ҡалып та, үҙ юлынан тайпылмай сәмләнеп эшләргә көс тапҡан һеҙгә уңыштар юлдаш булһын. Аллаһы Тәғәлә эшегеҙҙән риза булһын. Ғәфү итегеҙ, мин ябай уҡыусы, ихлас күңелдән яҙам. Сөнки яҙмайса булдыра алмайым..."
Һәр кемдең тормош юлына һалыныр ҡурҡыныс "мина" кеүек ул эскелек. Ошоларға һаҡһыҙ баҫып, башҡа милләттәштәрем һәләк булмаһын өсөн дә мин үҙемдең нисек итеп эскелектән ҡотолоуым хаҡында яҙырға булдым. Ә бит тап шуның арҡаһында милләтебеҙ үҙенең күпме аҫыл улдарын, йөҙөк ҡашы булырҙай шәхестәрен, ижадсыларын юғалтты. Бындай саҡта хатта ырыуыңдың оранын ҡысҡырыр хәлгә етәһең. Һүҙемде 1990 йылда яҙылған "Азатлыҡ" тигән шиғырымдағы юлдар менән тамамлап, һәр милләттәшемә, һәр кешегә тулы ҡанлы, айыҡ һәм бәхетле ғүмер теләйем:
Азат булсы ялған ғорурлыҡтан,
Хәмер йотоуҙарҙан - ҙур хурлыҡтан!
Әмәлдәре берәү, ябай ғына:
Ялған ғорурлыҡты,
Шул хурлыҡты
Яра һуғыу Урал ҡаяһына...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.03.22 | Ҡаралған: 739

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru