«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТҮЛҺЕҘҘӘР ҘӘ БАЛА ҺӨЙӨҮ БӘХЕТЕ ТАТЫЙ АЛА
+  - 


Бөгөнгө көндә был процедура ярҙамында ауырға ҡалыу һәм бала табыу бер кемдә лә аптырау йәки хәүеф тыуҙырмай, ә 40 йыл элек иһә был сенсацион хәбәр була. 1978 йылдың 25 июлендә Бөйөк Британияның Олдем ҡалаһында ЭКО ысулы менән Луиза исемле тәүге бала донъяға килә. Ошо ваҡыт эсендә ЭКО процедураһын ҡулланыу киң таралып китте һәм күп ғаиләләргә үҙ сабыйын һөйөү мөмкинлеге бирҙе. Бөгөнгө әңгәмәлә акушер-гинеколог, беренсе категория репродуктолог Эльмира Зөфәр ҡыҙы Гребешечникова һөнәренең үҙенсәлектәре, ЭКО хаҡында һөйләй.

Был һөнәргә нисек килдегеҙ?

- Һөнәремде медицина өлкәһе менән бәйләүем әсәйемдән. Ул ғүмере буйы акушер булып эшләне һәм уның үҙ эшен ихлас яратыуы, ҡатын-ҡыҙҙарға булған мөғәмәләһе, буласаҡ әсәләр тураһында һәр саҡ матур итеп һөйләүе бәләкәйҙән күңелемә һеңде. Шуға күрә мәктәпте тамамлағанға тиклем үк мин дә нәҡ ошо өлкәлә эшләйәсәгемде белә инем.
2007 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын ҡыҙыл дипломға тамамланым, интернатураны Г.Г.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үттем. Сабыйҙарға был донъяға килергә ярҙам итеү теләге Өфөнөң 3-сө бала табыу йортона эшкә алып килде, унан ғаиләләргә ҡуйылған "түлһеҙлек" тигән диагнозға ҡарамайынса, бәпес һөйөү хыялын ысынбарлыҡҡа әйләндереү маҡсатында репродуктология өлкәһенә эшкә үстем.

Репродуктолог булараҡ эшмәкәрлегегеҙ нимәгә ҡайтып ҡала?

- Мин ҡатын-ҡыҙҙарҙы ЭКО процедураһына әҙерләйем, ауырға ҡалырға ярҙам итеүсе донорлыҡ программаларын алып барам, суррогат әсәлек программаһы буйынса эшләйем. Шулай уҡ гинекологик яҡтан һаулыҡ проблемалары булған ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла ЭКО программаһына ярашлы күҙәтәм һәм алып барам. Ғөмүмән, үҙ эшемдә ярҙамсы репродуктив технологияларҙың бөтә ысулдарын да ҡулланам.

Нимә ул ЭКО? Был процедура ниндәй осраҡтарҙа ҡаралған?

- Ҡыҫҡаса әйткәндә, ЭКО, ә фәнни телдә Яһалма аталандырыу процедураһы (Экстракорпоральное оплодотворение) - ярҙамсы репродуктив технология. Был процедура ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙың инә күҙәнәген лаборатор шарттарҙа аталандыралар. Ул эмбрион тип атала. Эмбрионды махсус инкубаторҙарҙа үҫтерәләр. Был, ғәҙәттә, 5-6 көндө үҙ эсенә ала. Врач күҙәтеүе аҫтында "үҫтерелгән" эмбрионды ҡатын-ҡыҙҙың аналығына күсерәләр.
ЭКО күпселек осраҡта түлһеҙлек диагнозы ҡуйылған саҡта ҡулланыла. Шулай уҡ ата-әсәнең береһендә етди генетик сир, мәҫәлән, гемофилия, билдәләнгән ваҡытта сәләмәт бала табыу теләге ЭКО-ға мөрәжәғәт итергә сәбәп булып тора.

Был процедура баланың енесен алдан һайларға мөмкинлек бирәме?

- Бөтә донъя буйынса эмбриондарҙы енес билдәләренә ҡарап һайлап алыу тыйылған. Шуға күрә классик нигеҙле ЭКО программаһына ярашлы, буласаҡ баланың енесен һайлау мөмкинлеге юҡ. Әлбиттә, заманса технологиялар баланың енесен алдан белеү мөмкинлеге бирә, ләкин уны ҡулланыу өсөн медицина нигеҙе булырға тейеш. Мәҫәлән, енес билдәләренә ярашлы, ата-әсәнән балаға күсеүсе сир булыуы асыҡланған осраҡта табип махсус тикшереү һөҙөмтәләре нигеҙендә билдәле енестәге эмбрионды һайлап алыу тәҡдимен индерергә мөмкин.

ЭКО ярҙамында ауырға ҡалып, бәпес тапҡан ҡатын-ҡыҙ бер-нисә балаға ғүмер бирергә уйлаһа, уға тағы ла бөтә юлды баштан аҙағына тиклем үтергә кәрәкме?

- Күп ғаиләләр бер нисә балаға ғүмер бирергә теләй. Тик һәр бер осраҡта ла тейешле этапты (анализдар тапшырыу, тейешле квотаны көтөү, инә күҙәнәктәрҙе алыу һәм башҡалар) үтеү ҡатын-ҡыҙға ла ауыр, шулай уҡ финанс йәһәттән дә осһоҙ түгел. Шуға күрә ЭКО уҙыу ваҡытында ғаиләләргә эмбрионды туңдырып һаҡлау тәҡдим ителә. Ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙан "үҫтереү" өсөн 7 - 20 инә күҙәнәк алына. Был пациенттың йәшенә, уның бала табыу (репродуктивная система) системаһы хәленә ҡарап хәл ителә. Шулай уҡ уның ауырға ҡалыу мөмкинлеген үҫтереү маҡсатынан да сығып эшләнә, сөнки лабороторияла "үҫеү" ваҡытында ҡайһы бер эмбриондарҙың үҫеше туҡтарға мөмкин йәки генетик тайпылыу һөҙөмтәһендә күсереп ултыртыуға яраҡһыҙ булыуы мөмкин. Һәм, ғәҙәттә, бер эмбрионды күсереп ултыртҡас, тағы ла яҡшы сифатлы эмбриондар ҡала. Уларҙы туңдырып һаҡлауға ҡалдырырға була.
Эмбриондарҙы криоконсервациялау (туңдырып һаҡлау) уларҙың сифатына бер ниндәй ҙә зыян килтермәй һәм кәрәк саҡта уларҙы тағы ла ҡулланырға була. Бындай эмбрионды ҡулланыуҙан тыуған балалар тәбиғи ысул менән ауырға ҡалған йәки яңы ғына алынған инә күҙәнәктән ЭКО эшләүҙән донъяға килгән балаларҙан бер нәмә менән дә айырылмай. Был ысул ЭКО программаһын тулыһынса баштан үтеүгә ҡарағанда күпкә осһоҙораҡ. 2018 йылдан эмбрионды криоконсервациялау ОМС программаһына индерелгән, ләкин уны һаҡлау өсөн пациент үҙе түләй. Һаҡлауға ҡалдырылған эмбриондарҙың һанына ҡарамайынса, йыллыҡ түләү 10 мең һум тирәһе. Һаҡлау ваҡыты сикләнмәгән тиерлек.

Донорлыҡ программаһы тураһында бер нисә һүҙ әйтһәгеҙ ине.

- Түлһелек диагнозы ирҙәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҡуйылырға мөмкин. Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ түлһеҙлеге һөҙөмтәһендә ғаиләлә бала тыумай икән, инә күҙәнәк донорлығы (ооцита) процедураһы менән файҙаланып, ауырға ҡалырға мөмкин. Был процедура икенсе ҡатын-ҡыҙҙың инә күҙәнәген аталандырып, эмбрионды буласаҡ әсәгә күсереүгә ҡайтып ҡала.
Инә күҙәнәге доноры булып, башлыса, 30 йәшкә тиклемге бер йәки унан күберәк сәләмәт балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар сығыш яһай. Улар һайлап алыу барышында төплө тикшереү үтә - донорҙарҙың генетик сирҙәре булмаҫҡа тейеш, сәләмәт тормош алып барыу мотлаҡ. Шулай уҡ донор ҡатын-ҡыҙҙар итеп сағыу фенотипик билдәләргә эйә булмағандарҙы һайлайҙар.
Әгәр ҙә ғаиләлә ир кешегә түлһеҙлек ҡуйылһа, шулай уҡ башҡа ир-егеттең биологик материалын ҡулланып, уның ҡатыны ауырға ҡалырға мөмкин. Был осраҡта ла донор ир-егет медицина-генетик тикшереүҙәре үтә. Ул шулай уҡ физик һәм психологик йәһәттән сәләмәт булырға тейеш.
Әлбиттә донорлыҡ программаһын ҡулланып ауырға ҡалыуҙы хәл итеү ғаилә парына психологик яҡтан ауыр бирелергә мөмкин. Ләкин ҡайһы бер парҙар өсөн был берҙән-бер юл булып тора.

Табип-репродуктологка мөрәжәғәт иткән ғаилә парына тик ЭКО ғына тәҡдим ителәме?

- Ауырға ҡала алмау мәсьәләһе менән килгән ғаиләгә табип тикшереү үткәреп, ЭКО-нан башҡа варианттар тәҡдим итергә мөмкин. Әгәр ҙә бөтә был ысулдар ҙа 6 ай дауамында ауырға ҡалырға ярҙам итмәһә, ЭКО процедураһын үтергә кәрәк буласаҡ.

Был ҡатмарлы ла, яуаплы ла процедураны уңышлы үтеү өсөн буласаҡ әсәй-атай төплө әҙерлек үтергә тейештер бит. Ул нимәгә ҡайтып ҡала?

- Әлбиттә, ЭКО ярҙамында ауырға ҡалыр алдынан буласаҡ әсәй генә түгел, ә мотлаҡ атай кеше лә төплө әҙерлек үтергә тейеш. Медицина телендә был прегравидар әҙерлек, тип атала. Дөйөмләп әйткәндә, ул үҙенә, тәү сиратта, буласаҡ атай-әсәйҙең сәләмәт тормош алып барыуына ҡайтып ҡала. Уларға был процедура алдынан тәмәке тартыуҙан, спиртлы эсемлек һәм башҡа ағыулы матдәләрҙе ҡулланыуҙан мотлаҡ баш тартырға кәрәк.
Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙға ҡыҙылса, В гепатиты, дифтерия, столбняк һәм корь ауырыуҙарына ҡаршы прививка эшләтергә, махсус кислоталар ҡулланырға кәрәк буласаҡ. Тимер препараттарын ҡабул итеү-итмәү кәрәклеген табип махсус анализдар нигеҙендә билдәләй. Әҙерлекте ауырға ҡалыуҙы планлаштырған ваҡыттан, кәмендә, 3 ай алдан башларға кәрәк.
Мин һанап үткән әҙерлек барышы дөйөмләштерелгән һәм һәр бер ҡатын-ҡыҙға был мотлаҡ тип уйлау хата. Буласаҡ әсәй-атай менән айырым акушер-гинеколог эшләй һәм нәҡ ул ғына үҙенең пациенттарына әҙерлек курсы яҙып бирә. Шуға күрә һәр кемде табиптың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға һәм интернеттан мәғлүмәт эҙләп, үҙегеҙгә үҙегеҙ дауалау курсы йәки процедураға әҙерләнеүҙе ситкә ҡуйырға саҡырам.

ЭКО ярҙамында тыуған балалар яйыраҡ үҫешә, төрлө генетик сирҙәргә дусар була, имеш, тигән фекер йәшәй йәмғиәттә. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме?

- Европа репродуктология һәм эмбриология ассоциацияһының 15 йылдан ашыу алып барған күҙәтеүҙәре буйынса тәбиғи ауырға ҡалыуҙан тыуған балалар араһында генетик сир менән ауырыусылар һаны 3,5 процент булһа, ЭКО ярҙамында донъяға килгәндәр араһында был һан 4,5 процентҡа тиң. Ләкин был айырмалыҡ ЭКО процедураһының үҙенә түгел, ә, ғәҙәттә, ЭКО-ға тиклемге оҙайлы дауаланыу, ЭКО эшләткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше 38-40 йәштән ҙурыраҡ булыуға ҡайтып ҡала. Шулай итеп бындай осраҡтарҙа нәҡ ЭКО баланың һаулығына тәьҫир итә, тип әйтергә ярамай.

Түлһеҙлеккә дусар булған, тәбиғи ауырға ҡала алмаған йәки ЭКО процедураһын бер нисә тапҡыр үтеп тә уңышһыҙлыҡҡа осраған ҡатын-ҡыҙҙарға, ғаиләләргә ниндәй һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итер инегеҙ?

- Яҙмыштар һәр кемдең төрлөсә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бала табыу, бағыу тәбиғәттән һалынған иң көслө теләктер, моғайын. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ошо бәхеттән мәхрүм булған гүзәл заттарҙы бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәҫкә саҡырам. Эшемдә нәҡ үҙҙәренең тырышлығы, ихтыяр көсө, ныҡлы теләктәре арҡаһында бәхетле атай-әсәй булырға өлгәшкән ғаиләләрҙе күп осратам. Улар яҙмыш һынауы алдында һынмайынса, бөгөнгө заман технологияларын ҡулланып бәпесле булды. ЭКО процедураһы беренсе тапҡырҙан уҡ уңышлы тамамланыу гарантияһын бирмәй. Ләкин был ғаиләләрҙең күңелен төшөрмәһен ине. Табиптар менән берлектә эшләү, уларҙың бөтә тәҡдимдәрен теүәл үтәү, хыялығыҙҙың ысынбарлыҡ булыуына ҙур ышаныу теләгегеҙҙе бойомға ашырыуҙа этәргес көс булып тора.
Ир-егеттәргә айырым өндәшкем килә. Ҡатынығыҙ бындай осраҡта рухи яҡтан да, физик йәһәттән дә еңел булмаған юл үтә. Нәҡ һеҙҙең оло таяныс була алыуығыҙ, уның менән бергә бөтә уңыш һәм уңышһыҙлыҡтарҙы бергә үтеүегеҙ, дәртләндереү һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәйенсә гел генә уға ҡанат ҡуйып тора белеүегеҙ оло әһәмиәткә эйә. Уны был көрәштә яңғыҙын ҡалдырмағыҙ, бергә булығыҙ.

Шулай итеп...
Бала һәр кем өсөн иң ҙур бәхет. Ләкин кемгәлер был бәхет еңел һәм тиҙ бирелә, ҡайһы берәүҙәргә сабый һөйөү өсөн ауыр, ҡытыршы һәм оло юл үтергә кәрәк. ЭКО программаһына ҡарата ҡараштар төрлөсә: кемгәлер оҡшай, берәүҙәр быны тәбиғи процесҡа ҡыҫылыу һәм быға юл ҡуйыу хата, тип бара. Тик нәҡ ошо процедура ярҙамында әллә күпме сабый донъяға килеп, меңәрләгән ғаиләләргә бәхет килтереүен инҡар итеп булмай. Нисек кенә булмаһын, был донъяға тыуған һәр бер бала һау, бәхетле булһын.

Гөлназ МАНАПОВА
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 387

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru