«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯУАПЛЫ МӘЛ
+  - 

Баҡсағыҙҙан быйыл яҡшы уңыш алырға теләйһегеҙме? Улайһа, һәүәҫкәр баҡсасы Гөлфиә Әлибаеваның кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ.

- Орлоҡ сәсер, үҫентене түтәлгә ултыртыр алдынан иң беренсе ай календарына иғтибар итегеҙ. Борон-борондан халҡыбыҙ ниндәй генә эшкә тотонор булһа ла, ай фазаһына ҡараған, - ти Гөлфиә Рәфҡәт ҡыҙы. - Март - баҡсасы өсөн иң яуаплы айҙарҙың береһе. Февралдә сәсмәгән булһағыҙ, помидор, борос һәм баклажан ултыртығыҙ. Борос оҙаҡ шыта, шуға күрә уларҙы тупраҡҡа һибер алдынан 20-30 минутҡа "Циркон" иретмәһендә тотоғоҙ (1 ҡалаҡ һыуға бер тамсы). Тәҙрә төбөнә ултыртһағыҙ, ел өрөп торорға тейеш түгел. Ҡояшлы, йылы урын булһын. Помидор, баклажанығыҙҙың бер аҙнала шытымы күренмәһә, тимәк, уларға ла йылы кәрәк, әммә йылылыҡты арттырып та ебәрергә ярамай. Яҡшы уңыш бирһен өсөн яҡтылыҡтың дөрөҫ булыуы ла бик мөһим. Ул етмәһә, үҫентенең үҫеше тотҡарлана, сәскә атыу ваҡыты ла һуңға ҡаласаҡ, һөҙөмтәлә уңыш алыу мәле лә күсәсәк.
Шытып сыҡҡанын күрһәгеҙ, борос менән помидорҙы "Унифлор-бутон", баклажандарҙы "Унифлор-рост" препараты менән ашлағыҙ. Ашлама ҡулланыуҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Мин үҙем помидорҙың беренсе япрағы күренеү менән һауыттағы тупраҡты баҡыр иретмәһе менән эшкәртәм. Балғалаҡтың дүрттән бер өлөшө "Хом" препаратын 4 литр һыуҙа иретәм дә, ике-өс аҙнаға бер тапҡыр һибәм. Был сара фитофторозға ҡаршы бик яҡшы дауа. Боросҡа был сир ҡурҡынысы янамаһа ла, уға ла һибәм. Ҡайһы берҙә баҡырҙы "Фитоспорин" менән алмаштырам. Ҡайһы бер баҡсасылар помидорҙың бөтә сортын да бер юлы ултырта. Мин үҙем бәләкәй булып үҫкән, ҡыҫҡа буйлыларын (Белый налив, Дубок, Ритм, Лавина) һуңғараҡ, март урталарында сәсәм.
Татлы борос, помидор, баклажанды 3 литр һыуға бер ҡалаҡ суперфосфат, бер балғалаҡ нитрофоска һалып эшләнгән ашлама менән туҡландырып тороғоҙ.
Петунияны февралдә үк сәскәнһегеҙҙер. Ә бына астраларҙы тап мартта ултыртам. Улар йәй уртаһынан ҡара көҙгә тиклем сәскә ата. Шулай уҡ бәрхәт йәки шафрандарҙың сәскә атыу ваҡыты ла оҙайлы. Уларҙы күпләп март аҙаҡтарында сәсәм. Өҫтөн пленка менән ҡаплап, яҡты, йылы урынға ултыртырға онотмағыҙ. Бәрхәт сәскәләре ауырыуҙарға бик бирешмәй, әммә астраға күп сир янай. Шуға күрә сәсер алдынан тупраҡты "Фитоспорин" менән эшкәртәм. Күсереп ултыртҡан ваҡытта ла "Фитофторин" йәки "Хом" препараттары менән эшкәртергә онотмағыҙ.
Мартта баҡсала ла эш күбәйә. Ауыр ҡар баҫымы аҫтында ҡалған ҡыуаҡтарҙы ҡарҙан арындырығыҙ, юғиһә, иреп, боҙға әйләнһә, улар һынырға мөмкин. Ай аҙағында кимереүселәрҙән һаҡланыу өсөн бәйләгән әйберҙәрегеҙҙе алығыҙ. Көн йылы торһа, алма, груша ағастарының һынған, ҡороған ботаҡтарын ҡырҡып, формалаштырырға була. Шулай уҡ ағастарҙа ҡышлаусы ҡорттарҙан ҡотолоу сараһын күрергә кәрәк. Мин, ғәҙәттә, шулай эшләйем: 10 литр һыуға 1 килограмм тоҙ һалып, тоҙо тулыһынса ирегәс, уны ағас-ҡыуаҡтарға һибәм.
Һуңғы йылдарҙа йәй ҡоро килә. Шуға күрә мөмкин тиклем ҡарҙы күберәк түтәл була торған урындарға өйөп ҡалдырырға тырышам. Әгәр баҡсағыҙ ҡар һыуы ағып үтә торған урында булһа, уның ағышын бороп ебәрегеҙ, юғиһә, гөрләүек баҡсағыҙҙың уңдырышлы тупрағын ағыҙып алып китеүе ихтимал. Ҡар һыуы емеш-еләк ҡыуаҡтарының төбөндә лә оҙаҡ тормаһын.
Март аҙағында һуған орлоғон ҡыш һаҡланған урындан алып, йылыраҡ ергә урынлаштырығыҙ. Кипкән, ҡороғандарын алып ташлағыҙ. Баҡса миҙгеле күңелле үтеүен, мул уңыш алыуығыҙҙы, үҙегеҙ үҫтергән үҙегеҙгә насип булыуын теләйем!

Лена БАРЫЕВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.03.22 | Ҡаралған: 519

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru