«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДУҪЛЫҒЫБЫҘ ҠАҠШАМАҺЫН!
+  - 

"Киске Өфө"нөң ошондай күркәм юбилейы гәзит өсөн генә түгел, уны яратып көтөп алыусы уҡыусыларының да байрамы ул. Ошо йылдар эсендә баҫма гәзит уҡыусыларының шатлығы һәм борсолоуҙары, еңеүҙәре һәм хәстәрлектәре менән йәшәне һәм йәшәй. Беҙгә мәғәнәле, йөкмәткеле мәҡәләләр тәҡдим итә, үҙе лә уҡыусыларҙың фекерҙәренә ҡолаҡ һала. Ике тиҫтәгә яҡын йыл уҡыусы менән диалогта булыу гәзит өсөн мәртәбәле күрһәткес ул.

"Киске Өфө" замана шауҡымына бирелгән һәм ошо сәбәпле үҙ йөҙөн, булмышын юғалтып, ғәйбәт яҙыуға, негатив яңылыҡҡа күп урын биреүгә, уйланыу-кисерештәргә һалырлыҡ мәҡәләләр баҫтырыуға күскән баҫмалар рәтенә төшмәне. Үҙенең мәғәнәле гәзит икәнлеген оҙаҡ йылдар иҫбат итә килә һәм ошоноң менән үҙ бәҫен юғалтыуға юл ҡуймай.
Шулай бер ауылға ҡайтҡанда эскәмйәһендә "Киске Өфө"нө уҡып ултырыусы күршенән һорай ҡуйҙым: "Киске Өфө"нө нимә өсөн яратаһың?" "Тура һүҙе өсөн. Һәр мәҡәләһенең кәрәкле һәм файҙалы булғанлығы күңелемә яҡын. Унда мине ҡыҙыҡһындырған бөтә өлкә лә сағылыш таба. Уҡытыусы хеҙмәтенә ҙур урын бирелә. Йәштәрҙе лә онотмайҙар, оло быуынды ла күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. Сканвордтары мейене тут баҫыуҙан һаҡлай", - тип өҙөп кенә яуаптар бирҙе күршем. Уның һәр әйткәне дөрөҫ бит.
Бөгөнгө көндә беҙҙе көн дауамында интернет, радио һәм телевизорҙан ишетергә һәм күрергә тура килгән мәғлүмәттең ифрат күп булыуы хайран итә. Һәр яңылыҡ бәләкәй генә шишмә булып, үҙ үҙәненән шаулап-гөрләп ағып килеп, беҙҙең мейегә, мәғлүмәти диңгеҙгә ҡушыла. Ошо күп төрлөлөк һәм уларҙың тиҙ ағышы беҙгә анализларға, хәтерҙә ныҡлап һеңдереп ҡалырға мөмкинлек бирмәй. Ә гәзиткә аҡҡа ҡара менән баҫылған мәғлүмәт бер ҡайҙа ла юғалмай. Бер тапҡыр уҡып сығаһың, бер аҙҙан тағы ла гәзитте ҡулға алып ҡарап алаһың, кәрәк тип тапһаң, бер нисә көндән һуң тағы ла әйләнеп килеп уҡырға була. Ә "Киске Өфө"ләге һымаҡ бай мәғәнәле мәҡәләләр баҫтырылған гәзит бөтөнләй алтынға бәрәбәр. Ундағы мәғлүмәт бер ҡасан да иҫкермәй.
Шулай уҡ гәзиттең тағы ла бер күңелемә яҡын үҙенсәлеге - билдәләнгән шаблонға ғына һалынған тарихи мәҡәләләрҙән азат булыуы. Әллә күпме тарихи мәғлүмәт белдем мин гәзит аша, рәхмәт яуғырҙары. Ошо юлығыҙҙан тайпылмағыҙ, беҙгә төрлө өлкәләге мәғлүмәттәрҙе еткерә тороғоҙ.
Элекке ваҡыттарҙағы кеүек, һәр өйгә тиҫтәләгән гәзит-журнал килеүен, бөгөн ҙур ҡалаларҙа ябылып бөтөп барған гәзит киоскыларының яңынан гөрләп эшләп тороуын теләйем. Иҫләйем, иртән университетҡа барғанда, юл ыңғайы гәзит киоскыһына сират тороп, бер нисә баҫма алып китер инем. Шулай 2003 йылда "Киске Өфө" гәзите күҙгә ташланды ла, алып уҡып ҡарарға булдым. Һәм бына уның менән дуҫ булғанға ла күпме йылдар үтте. Дуҫлығыбыҙ ҡаҡшамаһын, "Киске Өфө".

Әлфир ЙЫҺАНГИРОВ.
Өфө ҡалаһы.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.04.22 | Ҡаралған: 271

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru