«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ БАЙРАМ ҺӘР САҠ БЕҘҘЕҢ МЕНӘН!
+  - 


Еңеү көнө байрамының үҙенең йолалары бар, әммә улар барыһы ла бер ваҡытта - Рейхстаг көмбәҙенә байраҡ ҡаҙаған көндә генә барлыҡҡа килмәгән. Уларҙы иҫкә алып, барлап үтәйек.

Ял көнө. Салют.

Халыҡ 1 майҙан уҡ яңылыҡтар көтә, сөнки бомбаға тотоу хәүефе күптән үткән, совет ғәскәрҙәре Берлин өсөн көрәшә. 8-енән 9-ына ҡараған төндә сәғәт 3-сө 10 минутта Юрий Левитан радионан армия һәм флот буйынса Юғары Баш командующийҙың Бойороғон уҡый. Шунан һуң инде ҡалала берәү ҙә йоҡламай, барлыҡ тәҙрәләрҙә лә уттар ҡабына. Иртә менән мәскәүҙәр урамдарға ашыға, бер ниндәй ойоштороуһыҙ митингылар башлана. Артистар йыр башлаһа, уны халыҡ күтәреп ала, барыһы ла ҡыуанысынан ҡысҡыра, илай. Ҡыҙыл майҙанда ике урында патефон уйнай, кешеләр бер үк ваҡытта төрлө көйҙәргә бейей. Хәрби кейемле кешеләр ҡаланан тыныс ҡына үтеп китә алмай: уларҙы ҡосаҡлайҙар, күккә сөйәләр, ҡотлайҙар, ян-яҡҡа тартҡылайҙар...
Киске 10 тула 5 минутта тағы ла Левитандың тауышы яңғырай: "Иғтибар! Мәскәү һөйләй! Советтар Союзының барлыҡ радиостанциялары эшләй! Совет халҡының немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алып барған Бөйөк Ватан һуғышы Еңеү менән тамамланды. Фашистик Германия тулыһынса тар-мар ителде!" Уның сығышы тамамланыу менән Мәскәү күген салют балҡыта. Прожекторҙар яҡтыртыуы аҫтында меңдәрсә ҡоралдан утыҙ залп бирелә.
Шунан алып 9 Майҙа Мәскәүҙә Еңеү көнө салютһыҙ үтмәй. Дөйөм халыҡ митингылары тағы ла ике йыл уҙғарыла, әммә һуңынан 9 Май ял көнө булыуҙан туҡтай. Ял көнөн бөтөрөүгә иҡтисади һәм сәйәси сәбәптәр этәрә. Тәү сиратта һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырырға кәрәк була, ә Сталиндың үлеменән һуң Никита Хрущев 9 Майҙы ял көнө итергә бик теләк белдермәй, сөнки был байрам "халыҡтар юлбашсыһы" менән ныҡ ассоциациялана. Был көндә хатта демонстрациялар ҙа үтмәй, улар 7 ноябрь һәм 1 Майҙа ғына уҙғарыла. Еңеү көнө шәхси байрам ғына булып ҡала: уны ғаилә, күршеләр менән генә билдәләйҙәр.
1964 йылда СССР менән Новороссийскиҙы азат итеүҙә һәм 1945 йылда Еңеү парадында ҡатнашҡан Леонид Ильич Брежнев етәкселек итә башлай. КПСС-тың яңы Генераль секретары, беренсенән, байрамдар ярата, икенсенән, 9 Май уның өсөн шәхси тарих була. Ул, ил был ваҡиғаға бик аҙ иғтибар бүлә, тип иҫәпләй һәм тап ул идара иткән ваҡытта Еңеү көнө йолаға һәм атрибутҡа әйләнә. Ил буйынса күп һанлы мемориаль комплекстар төҙөлөүе һәм ветерандарҙы хөрмәтләү өсөн дә беҙ уға бурыслы. Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығында был дата ял көнө тип иғлан ителә, байрам традицияһы ла тергеҙелә.



Еңеү парады

Ҡыҙыл майҙандағы Еңеү парады 1945 йылдың 24 июнендә үтә һәм уның менән маршал Рокоссовский командалыҡ итә. Был ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиға, совет халҡының барлыҡ ауырлыҡтарҙы үтеп, бөтөн донъяға үҙенең һынмаҫ рухын, ғорурлығын һәм данын танытыу символы була. Шуға күрә парадта ҡатнашыусыларҙы махсус һайлап алалар: һалдаттарҙың хәрби наградалары булырға, улар 30 йәштән оло һәм буйҙары 176 сантиметрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Парад формаһын көн-төн "Большевичка" фабрикаһында тегәләр. Парадта 35 мең кеше ҡатнаша, ә кейемдәрҙе бер айҙан да кәм ваҡытта тегеп өлгөртөргә кәрәк була. Штандарттарҙы һәм байраҡтарҙы Ҙур театр белгестәре эшләй. Был көндө ямғыр яуа. Маршал Жуков парадты ҡабул итергә Ҡыҙыл майҙанға күк атта килеп инә. Ул ғәскәрҙәрҙе "Германия империализмын еңеү менән" тәбрикләгәндән һуң, колонналар тантаналы маршта ил етәкселәре торған трибуна эргәһенән үтә. Парад алдынан Рейхстагка байраҡ ҡаҙаусы яугирҙар бара. Байраҡты Берлиндан, парадҡа дүрт көн ҡалғас, самолет менән алып киләләр. Әммә уны тотоп барырға лайыҡлы кеше таба алмайҙар, геройҙарҙың барыһы ла яралы була. Ойоштороусыларҙың байраҡты башҡа кешеләр тотоп барыу идеяһы кире ҡағыла. Һөҙөмтәлә Еңеү байрағы майҙанға сығарылмай. Уның ҡарауы, совет һалдаттары немец байраҡтарын мавзолей алдына ташлай. Был штандарттарҙы тотош Германия буйынса йыялар һәм 900-ҙән 200-өн һайлап алалар. Һуңынан Мәскәүҙә уларҙы парадтан һуң яндырғандар тип һөйләйҙәр, ғәмәлдә иһә, уларҙың күбеһе әле лә төрлө музейҙарҙа һаҡлана. Был ритуал боронғо римдарҙан алынған: полководец Римға триумф менән ҡайтҡанда, һалдаттар ҡорам итәгенә еңелеүселәрҙең байрағын ташлаған. СССР-ҙа - Ленин мавзолейы итәгенә.
Ошонан һуң 9 Май парады 20 йыл үткәрелмәй. 1965 йылда, власть башына Леонид Ильич Брежнев килгәс, Еңеү байрағы Ҡыҙыл майҙанға сығарыла. Уны полковник Константин Самсонов алып сыға, Егоров менән Кантария уны оҙата бара. Парадты ул ваҡыттағы оборона министры маршал Родион Малиновский ҡабул итә.
Сираттағы парад 40 йыллыҡ юбилей хөрмәтенә 1985 йылда ойошторола. СССР-ҙа һуңғы Еңеү парады 1990 йылда үтә. 1995 йылда Рәсәй Президенты Борис Ельцин Мәскәүҙә ике парад үткәрергә ҡуша. Уның береһе Ҡыҙыл майҙанда була: Бөйөк Ватан һуғышы фронттары һаны буйынса ветерандарҙың 10 йыйылма полкы, шул ваҡыттағы кейемдәрҙә һалдаттар һәм Суворов, Нахимов училищелары курсанттары парадта уҙа.
Икенсе парад Поклонная горала күптән түгел генә төҙөлгән мемориаль комплекста үтә. Бында сит ил делегациялары ҡатнаша. Парадта, Рәсәйҙең иҫәпләшергә кәрәкле держава булыуын иҫкәрткәндәй, ауыр хәрби техника һәм авиация күрһәтелә. Ә инде 19 майҙа Ельцин "Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүен мәңгеләштереү тураһында" законға ҡул ҡуя, унда Еңеү көнөнөң бөтә халыҡ байрамы булыуы һәм йыл һайын парад һәм артиллерия салюты менән уҙғарылырға тейешлеге билдәләнә.
2007 йылдан алып парадта ветерандар ҡатнашмай - ҡартаялар. Уның ҡарауы, 2008 йылдан парадта танкылар күрһәтелә башлай. 2010 йылға тиклем Юғары Баш командующий һәм башҡалар парад үткәндә баҫып торорға тейеш була, һуңғы йылдарҙа улар парадты ултырып ҡарай.

Бер минутлыҡ тынлыҡ

Был традиция 1965 йылда башлана. Үҙәк телевидениеға нимәлер уйлап табырға тура килә һәм журналист Ирина Казакова яуҙа ятып ҡалғандар хөрмәтенә бер минутлыҡ тынлыҡ идеяһын тәҡдим итә. Ауырлыҡ менән текст яҙыла, музыка һәм метроном һуғыуы, Юрий Левитан менән Вера Енютина тауышы яҙҙырыла. Хронометраж 17 минут самаһы тәшкил итә. Радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса дәүләт комитеты рәйесе, ветеран, алты орден кавалеры Николай Месяцев мәңгелек ут идеяһын тәҡдим итә. Ул ваҡытта Билдәһеҙ һалдат ҡәбере булмағанлыҡтан, усаҡты студияла, гипс һауыт эсендә, гранитҡа оҡшатып эшләнгән фонда яндыралар. Стенаға "Ятып ҡалғандар иҫтәлегенә" тигән яҙыу ҡуйыла. 1965 йылдың 9 Майында программа эфирға сыға. Һуңынан студияға тиҫтәләрсә мең хат килә, әммә бер открытканың артына ике генә һүҙ яҙылған була: "Рәхмәт. Әсә".
1984 йылда, Левитан вафат булғандан һәм Енютина эмиграцияға киткәндән һуң, бер минут тынлыҡты һәр ваҡыт бер диктор иғлан итә. Игорь Кириллов был бурысты барыһынан да оҙағыраҡ башҡара. 1991 йылда илдә болғаныш башлана. Бер минутлыҡ тынлыҡ элеккесә эфирға сыға, видеорәтте замансалаштырып, күберәк ҡорамдар күрһәтергә тырышалар, Мәңгелек утты алып ташлайҙар, кадр артындағы тексты Никита Михалков уҡый. Хәҙер ул кадрҙарҙы бер ҡайҙан да табып булмай, әммә 1995 юбилей йылында дәүләт каналдарында тап шул күрһәтелә. Һуңынан эфирға ҡабат Кириллов сыға. Программа 3-4 йылға бер төшөрөлә, әммә 1965 йылда яҙылған текст үҙгәртелмәй тиерлек. Мәңгелек ут, Билдәһеҙ һалдат ҡәбере эргәһендәге кешеләрҙең йөҙҙәре һәр саҡ кадрҙа була.



Билдәһеҙ һалдат ҡәбере

Кремль диуары эргәһендә бындай мемориалды эшләү ҡарары 1965 йылда ҡабул ителә, әммә эш шунда уҡ башланмай. 1966 йылда Зеленоградта, Крюково станцияһы эргәһендә төҙөлөш эштәре барышында һуғыш ваҡытынан ҡалған туғандар ҡәберлеге табыла. Ундағы билдәһеҙ һалдаттарҙың береһен Кремль диуары эргәһенә ерләргә ҡарар ителә. Шул уҡ йылдың 2 декабрендә Георгий таҫмаһы менән уратылған һәм ҡорал лафетына ҡуйылған табут Мәскәүгә килтерелә. Уны тере коридор аша алып киләләр, халыҡ күҙ йәштәрен тыя алмай. Ерләү сараһы 3 декабрҙә, маршалдар Жуков һәм Рокоссовский ҡатнашлығында үтә. Был ваҡытҡа монумент проекты әҙер була һәм уны 1967 йылдың 8 майында асалар. Ул беҙҙең көндәргә лә үҙгәрешһеҙ килеп еткән тиергә мөмкин, бары тик 1975 йылда постаментты ҡаплаған байраҡ өҫтөнә каска менән лавр ботаҡтары өҫтәлә.
Мәңгелек утты Ленинградтағы Марс яланы ялҡынынан алалар, унда мемориал революция ваҡытынан уҡ була, ә йондоҙ 1957 йылдан яна. Факелды Олимпиада уты кеүек эстафета менән килтерәләр, ә манеж майҙанынан Ҡыҙыл майҙанға тиклем уны Алексей Маресьев тотоп килә. Мәңгелек ут бары тик профилактика ваҡытында ғына һүндерелә, әммә уттың бер өлөшөн "алып ҡалалар". 2009 йылда мемориал реконструкцияға ябылғанда Мәңгелек ут Поклонная гораға күсерелә - бының өсөн унда йондоҙҙоң күсермәһе эшләнә. Ә бына совет заманында Билдәһеҙ һалдат ҡәбере эргәһендә почетлы ҡарауыл булмай, ул бары тик 9 Майҙа ғына ҡуйыла. Даими пост 1997 йылда барлыҡҡа килә.



Венок һалыу йолаһы

1965 йылға тиклем һәйкәлдәргә етәкселәр бары тик рәсми тантана ваҡытында ғына сәскә һала, әммә 9 Май ял көнө булмағас, митингылар үткәрелмәгәс, тантана ла булмай. Бары тик халыҡ үҙе килеп сәскәләр һалып китә. 9 Май ял көнө тип иғлан ителгәс, ул тейешле кимәлдә билдәләнә башлай һәм мемориалдар эргәһендә тантаналы сара үткәреү, сәскә, венок һалыу традицияһы барлыҡҡа килә. Шул ваҡытта ҡәнәферҙәр "хәрби сәскә" символы тип ҡабул ителә. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында был йола онотола, әммә оҙаҡҡа түгел - 1993 йылда Рәсәйҙең Юғары советы байрам сараларын һәм ветерандар менән осрашыуҙар ойоштороуҙы тәҡдим итә, сөнки өлөштәргә бүлгеләнгән дәүләттең берҙәм идеологияһы булмай - 1 Май әһәмиәтен юғалта, 7 ноябрь бөтөнләй юҡҡа сығарыла. 9 Май иһә ярлылар өсөн дә, миллионерҙар өсөн дә изге дата булырға тейеш була һәм ул бөгөнгәсә шулай ҡала ла.



Георгий таҫмаһы

Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллыҡ юбилейына РИА Новости бар халыҡҡа "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн" миҙалына орден лентаһының күсермәһе булған таҫманы таратырға тәҡдим итә. Был акцияның нигеҙендә килер быуындарҙың кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һуғышта кем һәм ниндәй ҡорбандар менән еңеү яулауын, беҙ кемдәрҙең вариҫтары булыуыбыҙҙы, кем һәм нимә менән ғорурланырға, иҫләргә тейешлегебеҙҙе оноттормау фекере ята. 2005 йылда акция беренсе тапҡыр үтә, яңы символ булдырылыуҙан алып уҙған йылдарҙа 9 Май, Георгий таҫмалары буйынса төрлө бәхәстәр ҙә тыуа: берәүҙәр уны юғары, изге символ итеп ҡабул итһә, бәғзеләр өсөн ул карнавал йолаһын үтәү генә. Шуға ҡарамаҫтан, Еңеү көнөндә ике яҡ та Георгий таҫмаларын таға.



Үлемһеҙ полк

Совет заманында ла кешеләр Еңеү көнөндә һуғышта ҡатнашыусыларҙың портреттарын тотоп сыға һәм беренсе тапҡыр бындай осраҡ 1965 йылда теркәлә. Әммә ул ваҡытта был бик әһәмиәтле лә тойолмай, сөнки тере ветерандар ҙа күп була. Әммә йылдар үтә бара уларҙың сафы һирәгәйә. Рәсәйҙә мемориалдарға һәләк булған туғандарының фотоларын тотоп килеү традицияға әйләнә. 2007 йылда Төмәндә беренсе "Еңеүселәр парады" үтә. Быға урындағы ветерандар советы башлығы Геннадий Ивановтың күргән төшө сәбәп була: "9 Май, Еңеү көнө. Рәсми тантананан һәм хәрби парадтан һуң "Изге һуғыш" йыры оҙатыуында урамдан меңдәрсә төмәнле атланы. Һәр береһенең ҡулында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған туғандарының, яу яланына ҡайта алмаған ирҙәре, атайҙары, олатайҙарының аҡлы-ҡаралы фотоһы..." Әлбиттә, ысынбарлыҡтағы парадта меңдәрсә кеше булмай, улар ни бары өсәү була. 2008 йылда был һан бер нисә тиҫтә булып китә. Иванов барлыҡ төбәктәргә акцияны хуплауҙарын тәҡдим итеп хаттар яҙа. Уны күптәр, шул иҫәптән Мәскәү ҙә ишетә. Себерҙәге билдәле парадҡа тиклем ике йыл ҡалғас, Поклонная горала 5 мең бала һәм үҫмер аллея буйлап һуғышта ҡатнашҡан туғандарының портреттарын тотоп үтә.
Шуға ҡарамаҫтан, "Үлемһеҙ полк"тың барлыҡҡа килеүе 2012 йыл тип иҫәпләнә. Ул йылда Томскиҙа был сара 6 мең кешене берләштерә. Уны журналистар ойошторғанлыҡтан, тиҙ генә популярлыҡ яулай. Ике йылдан һуң "Үлемһеҙ полк" Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә 500 ҡалала үтә. 2013 йылда Мәскәүҙә мең кешенән торған колонна туплана, уның башында Василий Лановой бара.
"Үлемһеҙ полк" үҙаллы йәмәғәт хәрәкәтенә әүерелә, уның сайты булдырыла һәм унда үҙеңдең яҡын кешеләрең - ветерандар тураһындағы тарихты һөйләргә мөмкин була.
2015 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығында Мәскәүҙә "Үлемһеҙ полк" өсөнсө тапҡыр уҙа һәм унда 50 мең кеше ҡатнаша. Улар араһында ил Президенты Владимир Путин да була. Халыҡ үҙе булдырған һәм күтәреп алған идея тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм тарала. Бындай хәрәкәткә йәмғиәттә ихтыяж була һәм ул ҡәнәғәтләндерелә.
2020 йылда "Үлемһеҙ полк" онлайн форматта үтә. Ҡулланыусылар архив фотоларын һалып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғышты үткән яҡындары, туғандары тураһында һөйләй.

Клара ХОМЕНКО.
"Киске Өфө" гәзите, №18, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.04.22 | Ҡаралған: 255

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru